Эстәлеккә күсергә

Бал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бал
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән нектар[d]
Етештереү ысулы Умартасылыҡ һәм собирательство[d]
Етештерелә A. mellifera[d] һәм медоносные пчёлы[d]
Һештег honey
 Бал Викимилектә
Кәрәҙле бал.

Ҡорт балы (урыҫ. пчелиный мед) — ҡорт бөрләтәүендә йыйылып, кәрәҙ күҙәнәктәрендә бөркөп бушатылған тат 4-8 көндән балға әйләнә[1][2]. Өлгөргән бал ҡуйы, үтә күренмәле, хуш еҫле, татлы була

Составы

300-гә яҡын төрлө матдә; углевод — 70-75 %, һыу − 17,5-21 % , аҡһым − 0,6 %; шулай уҡ 23 аминокислота, 40-тан ашыу микроэлемент бар; калийға, фосфорға бай;

Классификацияһы

Балды айыралар:

  • ботаник сығышы буйынса
  • географик сығышы буйынса
  • тауарлы төрө буйынса
  • консистенцияһы (ҡуйылығы буйынса)
  • төҫө һәм үтә күренмәлеге буйынса
  • тәме һәм еҫе буйынса

Сығышы буйынса бал төрө

Нектар йыйыусы бал ҡорто
Бал менән кәрәҙ

Сығышы буйынса тәбиғи бал сәскә һәм япраҡ балы булырға мөмкин

  • Сәскә балы ҡорттар тарафынан йыйыу һәм сәскә үҫемлектәренән нектарлыҡтар тарафынан бүленеп сыҡҡан нектарҙы эшкәртеү ваҡытында етештерелә.
  • Япраҡ балын ҡорттар япраҡ беттәре һәм башҡа бөжәктәрҙең татлы бүленделәренән һәм татлы ысыҡтан, үҫемлектәрҙең япраҡтарынан һәм олондарынан йыя (ҡайһы бер үҫемлектәрҙең япраҡтарында һәм шыршы ылыҫында булған шәрбәтле һут йыйылмаһы)[2]. Япраҡ балы юғары кимәлдә минераль матдәләрҙын тора, шуға күрә уны ҡорттарға ҡышлау өсөн ҡалдырмайҙар: үҙләштерелмәгән матдәләрҙең күп миҡдары ҡорттарҙың эсәклегенә тулыуы күстәрҙең көсһөҙләнеүенә һәм үлеменә килтерә.

Сәскә балы төрҙәре

Баллы үҫемлектәрҙән ҡорттар йыйған нектарға бәйле балды төҫө, тәме һәм еҫе буйынса айыралар.

  • Әгәр бал бер билдәле үҫемлектән генә йыйылһа, ғәҙәттә уға ошо үҫемлектең исемен бирәләр бер — мәҫәлән, йүкә, боланут, ҡарабойҙай, көнбағыш балы.
  • Әгәр ҡорттар нектарҙы төрлө үҫемлектәрҙән йыйһа, ундай бал ғәҙәттә полифлоралы (ҡатнаш), сәскә балы була.

Балды бер баллы үҫемлектән генә алыу ғәмәлдә мөмкин булмай — умарталыҡ менән йәнәш ғәҙәттә бер үк ваҡытта бер нисә бал биргән үҫемлек була, ә яңы балды айырғанда бал күсенең алдараҡ башҡа үҫемлектәрҙән йыйған иҫке запасы ла эләгеүе мөмкин.

Билдәле бал биргән үҫемлектәр:

  • Төрлө үләндәр балы
  • рапс балы
  • резеда балы
  • розмарин балы
  • миләш балы
  • һыйыртел балы
  • йылан көпшәһе балы
  • соссюрея балы
  • тиле шалҡан балы
  • кейәү үәлен балы
  • эвкалипт балы

һәм башҡалар.

Ҡайһы бер һанап кителгән бал төрҙәре ғәмәлдә тейешле бал биргән үҫемлектәрҙең иртә сәскә атыуы йәки уларҙың әҙ булыуы һәм нектарының түбән продуктлылығы арҡаһында алынмауы мөмкин. Көндәлек тормошта «һырғанаҡ балы» һырғанаҡ еләктәренән торған сироптан ғибәрәт[3][4].

Бал төрҙәренең бик үк аныҡ булмаған, әммә популяр атамаһы ҡорттар тарафынан бал йыйған урындан килеп сыҡҡан:

  • туғай
  • ялан
  • дала
  • урман
  • таулы
  • плавневый
  • тайга

Йыш ҡына балды уның сығышы менән бәйле географик урыны менән атайҙар. Рәсәйҙә билдәле балдарҠалып:Кому:

  • башҡорт балы
  • алыҫ көнсығыш йүкә балы
  • себер боланут балы
  • алтай балы

Балдың ҡуйылығы буйынса төрҙәре

Ҡуйылығы буйынса — бал шыйыҡ йәки кристаллашҡан булырға мөмкин.

  • Шыйыҡ бал — яңы балдың кәрәҙҙәрҙән айырып алғандағы нормаль хәле (ғәҙәттә ағымдағы ҡортсолоҡ миҙгелендәге бал). Шыйыҡ бал төрлө кимәлдәге ҡуйылыҡта була. Балдың һуҙылыусанлығы ундағы һыу миҡдарының әҙ һәм күп булыуынан ғибәрәт һәм күпмелер тирә-яҡ һауа температураһынан тора. Шыйыҡ балды шулай уҡ кристаллашҡан балды йылытыу юлы менән дә алырға була, әммә был осраҡта балдың ҡайһы бер файҙалы үҙенсәлектәре юғала, шулай уҡ унда оксиметилфурфурол миҡдары арта. Саманан тыш артыҡ шыйыҡ бал уның кәрәҙҙә етерлек булмауын күрһәтә, уны «өлгөрмәгән» бал тип атайҙар.
  • Кристаллашҡан бал — тәбиғи юл менән шыйыҡ балдан барлыҡҡа килә. Бәпембә сәскәһенән йыйылған бал тиҙерәк кристаллаша (яҡынса 2—3 екөндән алып бер аҙнаға тиклем), төрлө үләндәрҙән йыйылған бал (бал биреүсе үҫемлектәрҙән йыйылған бал) кәрәҙҙән айырып алғандан һуң ике-өс айҙан һуң «ултыра». Ултырған бал кристаллашыу һөҙөмтәһендә үҙенең сифатын юғалтмай. Ултырған балда кристалдарҙың ҙурлығына ҡарап эре бөртөклө, ваҡ бөртөклө һәм туң май рәүешле ултырыуын айыралар. Эре бөртөклө балда шәкәр кристалдары кристалдарҙың бер-береһе менән ҡушылыуы 0.5 мм диаметрында була, ваҡ бөртөклө балда 0.5 мм кәмерәк, әммә ябай күҙ менән күрергә мөмкин. Ҡайһы саҡта кристаллашҡан балда кристалдар шул тиклем ваҡ, шуға күрә бал туң май һымаҡ була.

Ҡулланылышы

  • Көндәлек ашамлыҡ булыуҙан тыш, медицинала, кондитер сәнәғәтендә, косметикала киң ҡулланыла.
  • Дөйөм ауырлығы ике тонна булған башҡорт балы бер тапҡыр файҙалана торған һауыттарҙа Мәскәү мәктәптәренә оҙатылды. Ай дауамында туғыҙ меңләп уҡыусы көнөнә 10-шар грамм бал ашаясаҡ, уның хаҡы аҡсалата өс һумға тура килә[5].

Балдың бүленеше

Сығышы, составы, тәме, төҫө һәм башҡа үҙенсәлектәре буйынса бер нисә төркөмгә бүлеп йөрөтөлә.

  • Географик сығышы буйынса: башҡорт балы, Алыҫ көнсығыш балы, Алтай балы;
  • Ботаник сығышы буйынса: сәскә балы, япраҡ балы, ҡатнаш бал;
  • Эшкәртеү буйынса кәрәҙле бал, айыртылған бал;
  • Эшкәртеү миҙгеле буйынса: яҙғы бал, йәйге бал, көҙгө бал һ. б.

Иҫкәрмәләр

  1. Crane E Honey from honeybees and other insects (инг.) // Ethology Ecology & Evolution (инг.)баш. : journal. — 1990. — Т. 3. — № sup1. — С. 100—105. — DOI:10.1080/03949370.1991.10721919
  2. 2,0 2,1 Мёд // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  3. Облепиховый «мёд».
  4. Облепиховый мед на самом деле — «липовый»!
  5. Башҡорт балы бер тапҡыр файҙалана торған һауыттарҙа Мәскәү мәктәптәренә оҙатылды. , 2017, 21 март (Тикшерелеү көнө: 21 март 2017)

Әҙәбиәт

  • Г. Д. Зәйнуллина, Умартасылыҡ һүҙлеге. — Өфө, 2001. — 155 бит.



Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.