Австрия мәҙәниәте
Бөгөнгө Австрия мәҙәниәтен беҙҙең эраға тиклемге 1050 йылдар тирәһендәге Гальштат һәм Латен мәҙәниәттәренән башлап күҙәтергә була. Әммә бөгөн беҙ белгән Австрия мәҙәниәте ил биләмәләре Изге Рим империяһы составында булғанда формалаша башлай. Б. э. т. 1156 йылдағы «Бәләкәй привилегия» нигеҙендә Изге Рим империяһы тарафынан Австрияға кенәзлек статусы бирелә, һәм был уның артабанғы үҫеше өсөн бик әһәмиәтле була. Австрия мәҙәниәтенә уның элекке һәм бөгөнгө күршеләре Польша, Италия, Германия, Венгрия һәм Чехия мәҙәниәттәренең йоғонтоһо ҙур.
Исеме
Österreich тигән немецсә исемен инглиз теленә "Көнсығыш короллеге" тип тәржемә итергә була. Был иҫке немец телендәге Ostarrichi һүҙенән алынған. Был термин урта быуаттарҙағы Marchia orientalis "көнсығыш сиге" тигән латин теленән тәржемә ителгән һүҙ,сөнки ул Изге Рим империяһының көнсығыш яғында урынлашҡан . Был һүҙҙе Өсөнсө Рейх ҡушҡан Ostmark һүҙе менән дә аңлатырға мөмкин. Боронғо немец теленән алынған латинса исеме "Ост-" көнсығышты аңлата, ә көньяҡты түгел ( классик латин телендә "Ост-" көньяҡты һәм Австралия илен, Көньяҡ ерҙәрен аңлата). Австрия һүҙенән австриялылар тип аталған халыҡ исеме килеп сыҡҡан.
Сәнғәте
Музыка
Австрияның баш ҡалаһы Венаны музыкаль яңылыҡтар индереүсе үҙәк тип һанарға мөмкин. 18 һәм 19 быуаттарҙың композиторҙары Венаға килеп, Габсбургтарҙың ярҙамлығында ҡаланы Европа музыкаһының баш ҡалаһына әйләндергәндәр.Вольфганг Амадей Моцарт, Людвиг ван Бетховен һәм йәш Иоганн Штраус был ҡала менән тығыҙ бәйләнештә ижад иткәндәр. Барокко дәүерендә славян һәм венгр халыҡ музыка формалары Австрия музыкаһына ныҡ тәьҫир итә. XVI быуаттың башында Вена мәҙәниәттең үҙәгенә әйләнә. Бында бик күп музыка ҡоралдары йыйыла.
Классик музыка
XVIII быуатта Европала классик музыка юғарылыҡҡа ирешә, һәм был өлкәлә Вена музыкаль яңылыҡтар индереүсе урын булып тора. Людвиг ван Бетховен симфоник картиналар яҙһа, Вольфганг Амадей Моцарт үҙ әҫәрҙәрендә мелодия һәм формалар араһындағы тигеҙлекте һаҡлай, ә Йозеф Гайдн ҡыллы квартет һәм сонаталар ижад итә.
Беренсе Вена мәктәбе
Төп мәҡәлә : Вена классик мәктәбе
Икенсе Вена мәктәбе
Төп мәҡәлә: Яңы Вена мәктәбе
Вена филармония оркестры
Төп мәҡәлә :Вена филармония оркестры
en:Culture of Austria Musikverein Венала өс иң яҡшы концерт залдары араһында иң шәбе тип һанала, ул 1870 йылдың 6 ғинуарында асылған. 1939 йылда Алтын залдан Musikverein'a радио аша атаҡлы "Вена филармоник оркестрының Яңы йыл концерты " тапшырыла. Уны 44 илдән бер миллиард кеше тыңлай , шул иҫәптән Рәсәйҙә лә тыңлаусылар һаны бик күп була. Донъяның иң яҡшы филармоник оркестры булып иҫәпләнгән Вена филармоник оркестрына, ғәҙәттә, Вена дәүләт операһынан иң яҡшы музыканттарҙы һайлап алалар.
Вена филармония оркестры үҙ тарихын 1842 йылдан, Отто Николай Филармоник Академия төҙөгәндән иҫәпләй. тамамлаған. Был оркестр үҙ ҡарарҙарын бөгөн дә һәр саҡ оркестр ағзаларының демократик һайлауҙар юлы менән хәл итә.
Вена дәүләт операһы
Төп мәҡәлә :Вена дәүләт операһы
Вена дәүләт опера театры немец телендә Staatsoper тип атала, ул донъяның иң мөһим опера компанияһы тип йөрөтөлә. Унда 1000- дән артыҡ кеше эшләй , ә 2008 йылда йыллыҡ операция бюджеты 100 млн. евро тәшкил иткән һәм 50% - тан артығы дәүләт субсидиялары өлөшөндә.
Был шулай уҡ Вена балы үткәреү урыны ла. Көллө (Пепельный) шаршамбыһынан һуң һәр кесаҙна театрҙа бал үткәрелә. Тәүге Опера балы беренсе тапҡыр 1936 йылда үткәрелде,уны 12 000 тамашасы ҡараны. 180 пар рәсми рәүештә балды асалар. Шунан һуң, бәләкәй Иоганн Штраус традицияһы буйынса , "Alles Walzer"командаһынан һуң, бейеүҙәр иҙәне бөтә кеше өсөн дә асыҡ.
Вена малайҙар хоры
Төп мәҡәлә :Вена малайҙар хоры
Wiener Sängerknaben донъяла иң танылған малайҙар хоры. Был данлыҡлы хор - юғары вокал эйәһе. Хор менән Вольфганг Амадей Моцарт, Антонио Кальдара, Антонио Сальери һәм Антон Брокерҙар эшләйҙәр.
Максимилиан I Габсбург 1498 йылдың 7 июлендә яҙған хатында хорҙың барлыҡҡа килеүен раҫлап яҙа. Аугартен һарайы хор өсөн репетициялар залы һәм малайҙар өсөн интернат-мәктәп булып хеҙмәт итә.
Халыҡ музыкаһы
Schrammelmusik
Төп мәҡәлә : Schrammelmusik
Хәҙерге заманда Австрия халыҡ музыкаһының иң популяр формаһы булып Вена Schrammelmusikы тора. Был музыка ике муйынлы гитарала һәм аккордеонда уйнала. Заманса башҡарыусылар Роланд Нойвирт, Карл Ходин , Эти Райзер музыкаларын уйнайҙар.
Йодле
Төп мәҡәлә: Йодле
Йодле тамаҡ төбө менән йырлауҙың бер төрө. Ул Альп тауҙарында килеп сыҡҡан. Австрияла уны juchazn тип әйтәләр. Былай йырлағанда мәғәнә аңлатмаған ижектәр һәм тауҙар аша бәйләнеш тотҡанда ҡысҡырыла торған тауыштар тамаҡ төбө менән йырлана
Австрия халыҡ бейеүҙәре
Төп мәҡәлә: Австрия халыҡ бейеүҙәре
Австрия халыҡ бейеүҙәре йыш ҡына Schuhplattler, Ländler, вальс һәм польканы хәтерләтә, тик уларҙың бейеүҙәрендә Zwiefacher, Kontratänze, Sprachinseltänze элементтарын да табырға мөмкин.
Ländler
Төп м әҡәлә: Ländler
Ländler бейеүенең килеп сығышы билдәһеҙ. Байтаҡ йылдар уны Landl ob der Enns тип атағандар, аҙаҡ,исемен ҡыҫҡартып, ländler тип йөрөтә башлайҙар. Бейеү ике енес араһында бик тығыҙ бәйләнештә булыуҙы талап итә, шунлыҡтан сиркәү уны әҙәпһеҙ бейеү тип таба. Ländlers башта Венаға, ә һуңынан Украинаға тиклем барып еткән. Һуңынан ländler вальс тип атала башлаған.
Austropop
Төп мәҡәлә: Austropop
DJ Ötzi 2001 һәм 2002 йылдарҙа Amadeus Austrian Music Award премияһын, халыҡ-ара билдәле булып танылғас, яуланы. Битбоксинг төркеме Bauchklang 2002 йылда Amadeus премияһын group pop/rock national категорияһында алды.Falco, Райнхард Фендрих, Андре Хеллер, Георг Данцер һәм Кристина Штюрмер алды Amadeus наградаһын artist pop/rock national категорияһында яулай.
Austria3 Австрияның өс үҙаллы йырсы - авторҙарҙың конгломераты булып, Вольфганг Амброс, ГеоргДанцер һәм Райнхард Фиендрих әҫәрҙәрен сәхнәлә 1997 йылдан 2006 йылға тиклем башҡарған.
Альптың яңы тулҡыны
Төп мәҡәлә: Альпийская Новая волна
Был панк-рок жанрының исемен мөмкин тиклем ҡыҫҡартып alpunk тип йөрөтәләр. Ул Альп тауҙары тирәһендәге Германия, Швейцария һәм Австрияла барлыҡҡа килгән. Alpunk музыкаһының ритмында бик ҙур энергия менән һуғарылған панк-музыканың бәйһеҙлектәре халыҡ музыкаһының аккордеонда уйналыуы ята, сөнки был төбөктәр шундай халыҡ музыкаһы менән элек-электән дан тотҡан.
Башҡа популяр музыка
См.шулай уҡ: Zawinul Joe
См.шулай уҡ: Weather Report
Яңылышыуҙар
"Звуки музыки" музиклы һәм уға нигеҙләнеп төшөрөлгән фильм Австрия музыкаһына ҡарашты бик үк дөрөҫ күрһәтмәй, шуға күрә инглиз телле илдәрҙә Австрия музыкаһы тураһында яңылыш фекер барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, «Эдельвейс» йыры уларҙа Австрияның милли гимны тип иҫәпләнеп йөрөтөлә. Ысынында был йыр илдең милли гимны түгел. Ländler бейеүе лә фильмда традицион формала бейелмәгән.
Әҙәбиәте
Австрия әҙәбиәтен ике бүлеккә бүлергә мөмкин: 20 быуаттың яртыһына тиклемге осорҙағы әҙәбиәт һәм аҙаҡ Австрия-Венгрия һәм Немец империяһы барлыҡҡа килгәндән һуңғы осорҙоҡо. Шулай уҡ Австрия ҙур Европа державаһынан бәләкәй генә дәүләткә әйләнгән осорҙоҡо ла. Бынан башҡа немец телендә яҙылған, тик Германия илендә яҙылмаған әҙәбиәт тә Австрия әҙәбиәте тип йөрөтөлә.
Австрия һәр саҡ бөйөк шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар иле булып һанала. Артур Шницлер, Стефан Цвейг, Томас Бернхард, Роберт Музиль, Георг Тракль, Франц Верфел, Франц Грильпарцер, Райнер Мария Рильке, Адальберт Штифтертерҙәрҙең Тыуған иле - Австрия. Шулай уҡ хәҙерге замандың билдәле драматургтары һәм яҙыусылары Эльфрида Елинек и Петер Хандке ла Австрияла тыуғандар.
Театр
XI-XII быуаттарҙа Австрия монастырҙарында һәм аббатлыҡтарында мистериялар һәм литургик драмалар ҡуйылған .[1] Австрия театры XVI быуатта ,күп халыҡлы Австрия дәүләте барлыҡҡа килгәс, формалаша башлай.[2]
XVI быуатта Австрия буйлап бик күп күсмә театрҙар йөрөй. Улар комик сәхнә әҫәрҙәре менән бер рәттән акробатика һәм бейеүҙәр менән сығыш яһағандар. Сәхнә әҫәрҙәрен артистар өсөн В. Шмельцл яҙған.
XVI - XVII быуаттарҙа Австрияла кешеләрҙе сиркәүгә һәм королгә буйһондороҙы талап иткән иезуиттар коллегияларында беренсе театрҙар барлыҡҡа килгән. Был театрҙар әҫәрҙәрҙе сәхнәләштергәндә Италия сәхнә техникаһы менән файҙаланғандар.
XVII быуатта Австрия театрына Италия сәнғәте ҙур йоғонто яһаған. Итальян сәхнә оҫталары күсмә театр артистарының маһирлығын үҫтерергә ярҙам иткән.
Аванцинустың «Побеждающее благочестие» спектакле 1659 йылда Венала ҡуйылған. Спектаклдә бик күп тышҡы матурлау эффекттары ҡулланылған.
XVIII быуаттың башында, 1712 йылда, Венала беренсе сәхнәле театр асылған. Сәхнәлә спектаклдәр ҡуйыу өсөн немец халыҡ театры һәм итальян комедияларының тәжрибәһе ҡулланылған. XVIII быуатта Вена янындағы биҫтәләрҙә яңы театрҙар : 1781 йылда «Леопольдштадттеатр», 1788 йылда «Йозефштадттеатр», 1787 йылда«Виденертеатр» - барлыҡҡа килгән. Был театрҙа В. А. Моцарт һәм И. Гайдндың опералары , рыцарҙар тураһындағы драмалар, балалар өсөн балеттар ҡуйылған. 1741 йылда Венала «Королевский театр при дворце», икенсе төрлө әйткәндә «Бургтеатр », асылған..
XIX быуат башында Австрия ҡалаларында бәләкәй генә театрҙар барлыҡҡа килә. Был эшкә Ф. Раймунд һәм И. Нестрой ҙур көс һалалар. Улар, милли комедиялар жанрын барлыҡҡа килтереп, демократик театрҙарҙың традицияларын үҫтереүҙе алға табан этәрәләр.
XX быуаттың 20-се йылдарында "Бургтеатр" бик ныҡ үҫешә.торҙоҡ. Актёр һәм режиссёр А. Хейне театр менән оҫта етәкселек итә.Гитлер оккупацияһы ваҡытында Австрия мәҙәниәтенең бик күп эшмәкәрҙәре эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә, бик күп театрҙар ябыла, ватыла.Австрия Совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгәс мәҙәни бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башлана. . Күпселек театрҙарҙа сит ил классиктары әҫәрҙәре, шул иҫәптән Рәсәйҙең дә спектаклдәре, ҡуйылған . "Бургтеатрҙа" "Горе от ума", "Калипсо", "Егор Булычев һәм башҡалар", "Натан Мудрый" спектаклдәре ҡуйыла.
См.шулай уҡ: Бургтеатр.
См.шулай уҡ: Фолькстеатр, Вена.
См.шулай уҡ: Theater an der Wien.
См.шулай уҡ: Раймунд театры.
Цирк
Австриялағаилә циркы "Pikard" 2009 йылда үҙенең егерме йыллығын билдәләй. Был цирк Австриялағы иң һәйбәт цирк. Цирк менән элекке эквилибрист Элизабет Шнеллкр етәкселек итә.
Австрияла 30-сы йылдарҙа артист Шнеллер цирк төҙөй. Был циркта уның бөтә ғаилә ағзалары ла ҡатнаша. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында цирк эшен туҡтатырға мәжбүр була. Һуғыштан һуң цирк труппаһы ил буйлап сығыштар яһай.Тик был цирк оҙаҡ эшләй алмай, сөнки хөкүмәт Шнеллерҙең мөлкәтен тиартып ала һәм ғаилә ҡарамағында тик ике вагонсыҡ һәм ике аттарын ғына ҡалдыра.
"Pikard" 1989 йылда яңынан тергеҙелә һәм эшләй башлай. Эрне Шиллера етәкселегендә был цирк 2004 йылға тиклем эшләп килә. Һуңынан цирктың етәксеһе Эрне Шнеллерҙең ҡатыны Элизабетҡа күсә.Хәҙер уларҙың вариҫтары — Роман Шнеллер, Александр Шелтер һәм Илона Шелтер.
Балет сәнғәте Австрияла XVI быуатта король һарайында уйын-көлкө менән бейеүҙәр арҡаһында килеп сыҡҡан. Вена дворындағы беренсе танцмейстерҙар итальян Ф. Леньяно һәм Ч. Негри, шулай уҡ К. Беккариа, С. һәм Д. Вентуралар булған. Ат балеты, маскарадтар, бейеүҙәр драма һәм опера спектаклдәренә ҡушылып күрһәтелгән. Бер үк ваҡытта күсмә труппалар ғәҙәттә халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһаған. XVII быуаттың яртыһынан башлап композитор Й. Шмельцер бейеү көйҙәре яҙған. 1670- сы йылдарҙа Вена двор бейеү труппаһы өсөн композитор А. Драги көйҙәр яҙған һәм профессиональ бейеүселәр барлыҡҡа килгән.
XX быуат башында Австрияла пластик ритмлы бейеүҙәр барлыҡҡа килгән. Был формалы бейеү милли формаға әйләнгән. Апалы-һеңлеле Г. Э. һәм Б. Визентальдәрҙең әҫәрҙәрендә был үҙенең иң шәп сағылышын тапҡан вальстар булған . 20-30 йылдарҙа Вена дәүләт операһында балетмейстерҙар Г. Креллер, М. Вальмандар "Австрия крәҫтиән туйы" исемле бик популяр балет ҡуйғандар. Бында шулай уҡ традицион Вена балетын тергеҙеүсе В. Френцль дә эшләгән. 20-30-сы йылдарҙың иң билдәле артистары - Г. Пихлер, Х. Пфундмайр, М. Бухингер, Р.Раб, А. Краузенекер һәм Френцль менән Биркмайер ғаиләһе вәкилдәре .
1942-58 йылдарҙа Вена дәүләт операһының балетмейсеры Э. Ханка. Уның етәкселегендә труппа һуғыш йылдарының ауырлыҡтарын кисерә. Ул һуғыштан һуңғы тәүге ун йыллыҡта Австрия һәм Германия композиторҙары музыкаһына 60 - тан артыҡ балетты театрҙың репертуарына индерә, шул иҫәптән Эгктың "Жоан из Цариссы" , Блахерҙың , "Венецианский мавр", Хельмесбергерҙың "Отель "Захер" балеттарын ҡуя.
40-50 йылдарҙа алдынғы бейеүселәр булып Ю. Драпаль, Л. Темплер, Э Брекснер, Л. Бройер, М. Бауэр, Р. Новотниҙар торалар. Вена дәүләт опера театрын Д. Парлич (1958-61), А. Миллош (1963-66 һәм 1971-74) һәм В. Орликовскийҙар (1966-71) етәкләй. Венала "Фолькс-опера" (1955-72 баш. балетм. Д. Лука) һәм "Театр ан дер Вин" (1967-74 балетм. А. Миттерхубер) театрҙарында ла балет спектаклдәре ҡуйыла. Балет труппалары шулай уҡ Грац, Линц, Клагенфурт, Зальцбург һ. б. ҡалаларҙа ла эшләй. Төп балет мәктәбе Вена дәүләт операһында 1760 йылдан бирле эшләп килә. Д. Луканың да үҙ балет мәктәбе була. Лаксенбургта Р. Хладек етәкселегендә Э. Жак-Далькроз мәктәбенең филиалы ла эшләй.
Балет сәнғәтен тишереп өйрәнеүсе — Ф. Дерра де Морода, ул бейеү тураһындағы китаптарҙың һәм дәреслектәрҙең авторы ла. Ул 1952-67 йылдарҙа шулай уҡ балет мәктәбен тота. Балет сәнғәтенең тәнҡитселәре - Г. Бруннер, Л. Г. Шюллер, А. Оберхаузер.
Архитектураһы
См. шулай уҡ: Австрия рәссамдары һәм архитекторҙары исемлеге
Австрия үҙенең замоктары, һарайҙары , зыяраттары менән башҡа архитектура ҡоролмалары араһында дан тота. Хоэнзальцбург, Хоэнверфен ,Лихтенштейн һәм Schloß Artstetten замоктары шундайҙарҙың иң шәп өлгөһө. Уларҙың күбеһе Габсбургтар Австрияла хакимлек иткән заманда төҙөлгән.
Зальцбург һәм Грац ҡалаларының тарихи өлөшө ЮНЭСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән . Ә 2001 йылдан башлап Вена ҡалаһының тарихи үҙәге лә шул исемлектә.
Соборҙар
Австрия-бай , рим-католик традицияларына бай ил. Веналағы Миноритенкирхе соборы илдә иң тәү төҙөлгәне. 1224 йылда ул готика стилендә төҙөлгән. Донъялағы иң бейек Изге Стефан соборының бейеклеге - 136-метр (446 футов ), оҙонлоғо -107 метр (351 фут) киңлеге - 34 метр (111,5 фут) . Бында Вена архиепископының резиденцияһы урынлашҡан.
Һарайҙар
Иң билдәле Австрия һарайҙары - Бельведер һәм Шенбрунн. Барокко стилендәге Бельведер һарайы 1714 - 1723 йылдарҙа принц Евгений Савойский тарафынан төҙөлгән. Хәҙерге көндә бында Бельведер Галереяһы урынлашҡан. Шенбрунн һарайы Иоганн Бернхард Фишер фон Эрлих тарафынан император Леопольд өсөн 1696 йылда төҙөлгән. Австрия императоры Мария Терезия арайҙын төҙөлөшөн стилендә рококо стилендә дауам иткән. 1996 йылда ул БМО Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелде..
Зыяраттар
Австрия үҙиленең зыяраттары менән дә дан тота. Венала ғына иллеләп төрлө зыярат бар, шулар араһында иң билдәлеһе - Zentralfriedhof иң танылғаны. Габсбургтар бында " Император усыпальницаһында" ерләнгән..
Stift Melk
Төп мәҡәлә: Stift Melk
Түбәнге Австрия ерендәге Stift Melk һарайы хәҙер Бенедикт аббатлығы. Ул Вахауҙағы Дунай йылғаһының үҙәненә ҡаратып төҙөлгән. Аббатлыҡ 1089 йылда Мельк ҡалаһы янындағы ҡаяла төҙөлгән.
Земмеринг тимер юлы
Төп мәҡәлә : Земмеринг тимер юлы
Земмерингта 1848-1854 йылдарҙа төҙөлгән тимер юл,Европалағы иң беренсе тимер юл. Ул стандартлы колеялы тимер юл, бөгөнгө көндә лә эшләй һәм Австрияның Көньяҡ тимер юлына ҡарай. 1998 йылда Бөтә донъя мираҫы тип раҫланды.
Һынлы сәнғәт
См. шулай уҡ: Австрия рәссамдары һәм архитекторҙары исемлеге.
Дунай рәсем сәнғәте мәктәбе
Төп мәҡәлә: Дунайрәсем сәнғәте мәктәбе
Вена сецессион
Төп мәҡәлә: Вена сецессион
Вена сецессионы 1900 йылда барлыҡҡа килгән. Башҡа йүнәлештәр менән бергә ҡушылып яһалған модернизм өлгөһө.
Вена сецессиондың төп фигуралары - Отто Вагнер, Густав Климат, Эгон Шиле һәм Коломан Мозер.
Вена акционизмы
Төп мәҡәлә: Вена акционизмы
New Media: Ars Electronica
Prix Ars Electronica электрон һәм интерактив сәнғәт , компьютер анимацияһы, цифрлы мәҙәниәт һәм музыка өлкәһендәге төп премияларҙың береһе. 1987 йылдан бирле был бүләк Ars Electronicaға бирелә. Уның нигеҙ ташын һалыусы - Австрия (1979).
Тапшырыуҙар һәм фильмдар
Австрияның кинематографы
Телһеҙ кино осоронда Австрияла бик күп фильмдар сыҡҡан. Бик күп Австрия режиссёрҙары, актёрҙары, яҙыусылары һәм кинематографистары Берлиндә эшләгән. Шулар араһында иң билдәлеһе - «Метрополис» директоры Фриц Ланг. Аншлюстан һуң Австрия 1938 йылда немецтәр тарафынан аннексияланғас, бик күп Австрия директорҙары АҠШ-ҡа эмиграцияға киткән, шул иҫәптән Эрих фон Штрогейм, Отто Премингер, Билли Уайлдер, Хеди Ламарр, Ричард Освальд һәм Йозеф фон Штернберг.
2009 йылда Венала Рәсәй Киноһының «Дни Российского кино в Австрии и Словакии» фестивале үтә. Рәсәй делегацияһының етәксеһе «Золотой Витязь» фонды Президенты Николай Бурляев була. Венала «Иваново детство», «Андрей Рублёв», «Лермонтов» фильмдары күрһәтелә һәм ижади-тематик кисәләр ойошторола.
Философия, фән һәм техника
Австрия мәктәбе
Төп мәҡәлә : Австрия мәктәбе
Вена түңәрәге
Төп мәҡәлә:: Вена түңәрәге
Психоанализ һәм Фрейд
См. шулай уҡ: Зигмунд Фрейд.
См.шулай уҡ: психоанализ.
Квант физикаһы : Шредингерҙан Цайлингерға тиклем
См.шулай уҡ: Антон Цайлингер.
См.шулай уҡ: Эрвин Шредингер.
См.шулай уҡ: Введение в квантовую механику.
См.шулай уҡ: Квантовая телепортация.
Көнкүреш мәҙәниәте
Альптағы көтөүҙәге малсылыҡ
Төп мәҡәлә: Transhumance in the Alps
Австрия ауыл хужалығы ерҙәрен Альп тауҙарындағы көтөүлектәр биләй. Бында яҡынса 500.000 эре мөгөҙлө малды 70000 фермер 12000 биләмәлә ҡарай. Был малдарҙың Альп тауҙарының төрлө ерҙәрендә күсеп көтөүҙә йөрөүе тауҙарҙағы төрлө пейзаждарҙы барлыҡҡа килтергән. Әгәр шулай булмаһа, 2000 метрҙан түбән ерҙә тик урмандар ғына үҫкән булыр ине.
Христинлыҡҡа тиклемге Альп йолалары.
См.шулай уҡ : Фасначт
Ҡайһы бер мәжүсилек доғалары Рим-католик сиркәүе йоғонтоһона эләкмәгән ерҙәрҙә һаҡланып ҡалған , ә ҡайһы берҙәре быуаттар буйынса католицизм йоғонтоһонда үҙгәргәндәр. Мәҫәлән, шулларҙың береһе булып алиһә Perchta (Berchta) Альп мәжүсиҙәрендә һаҡланған. Уның исеме Балҡыусы тигәнде аңлата. Perchta яҙын ваҡытында Fastnachtта килә.
Австрияла алман(немец) теле
Төп мәҡәлә:Австрияла алман теле
Уҡыусылар Австрияла стандарт немец (Standarddeutsch, Hochdeutsch) телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнәләр. Был тел Австрияның бизнес һәм власть теле булып тора. Өйҙә ҡулланылған тел - юғары немец диалекты, йәки австро-бавар, икенсе төрлө әйтһәк, алеман диалекты теле.
Австрия һәм Баварияла был диалекттарҙың булыуы кешеләрҙең аралашыуына ҡамасаулыҡ яһамай.Үҙәк австро-бавар теле диалекттары стандарт немец теленә бик яҡын тора. Ә бына Тиролдәге көньяҡ австро-бавар теле диалекттары Германияла ысын Австрия кешеләренең теле булып һанала. Штрияның баш ҡалаһы Грац һөйләше бөтөнләйе менән башҡа диалекттарҙан айырылып тора. Көнбайыш Австрияның һөйләше күберәк Швейцарияла йәшәгән немецтәрҙең һөйләшенә оҡшаш. Уларҙың мәҙәниәте лә Швейцария немецтәренеке һымаҡ. Был һөйләш алман диалекты йәки шваб немец теле тип атала.
Эҙ халыҡтарҙың теле һәм уларҙың йоғонтоһо
Австрия үҙенең тарихи-мәҙәни мираҫы сиктәрендә быуаттар буйына күп милләтле дәүләт булып торған (Австрия империяһы, һуңыраҡ Австро-Венгрия), шуға күрә бында венгр теле , словен теле,хорват теле, чех теле, словак теле сиған телдәрендә һөйләшеүсе халыҡтар байтаҡ һанда. Уларҙың теле дәүләт тарафынан һаҡлана.
Австрия алман теле, бигерәк тә Вена диалекттары венгр, чех, еврей һәм көньяҡ славяндары теленең бик күп һүҙҙәрен ҡуллана.
Ашамлыҡ
Төп мәҡәлә: Австрия аш-һыуы
Австрия аш-һыуын ҡайһы саҡ Австро-Венгрия аш-һыуының йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән тип иҫәпләйҙәр. Был фаразлау бөтөнләй үк дөрөҫ түгел, сөнки уның аш-һыуына венгр, чех, еврей, итальян аш-һыуҙарының йоғонтоһо бик ҙур. Австрия аш-һыуының төрҙәре генә түгел, ә бешереү ысулдары ла әйтеп үтелгән халыҡтарҙың аш-һыуын хәтерләтә. Мәҫәлән, гуляш шундай аш төрҙәренә инә. Австрия аштарына ҡамырҙан бешерелгән аш төрҙәре һәм тәм -томдар хас.Бөгөнгө көндә төрлө төбәктәрҙең аш-һыуҙары төбәккә хас аҙыҡтарҙан төбәк рецепттары буйынса заманса еңел ысулдар менән әҙерләнә.
Австрияның һәр өлкәһендә уларға ғына хас аш-һыуҙар һәм аҙыҡ әҙерләнә. Штирияла ашҡабаҡ, Каринтияла балыҡ, Түбәнге Австрияла мәк, Үрге Австрияла ыумас, Зальцбургта нуклерн (суфле), Тиролдә бекон, Форарльбергта сыр үҙенсәлекле төбәк ризыҡтары булып тора.
Вена аш-һыуы
Төп мәҡәлә: Вена аш-һыуы
Вена мең йылдан артыҡ Австрияның баш ҡалаһы һәм милләттең мәҙәни үҙәге булған, шуға күрә үҙенең төбәк аш-һыуын да булдырған. Вена аш-һыуы донъяла ҡала исеме менән аталған бер генә аш-һыу төрө.
Вена аш-һыуының нигеҙендә иттән әҙерләнгән ризыҡтар ята. Мәҫәлән, шницель, тафельшпиц, рагу, ыҫланған ит, билмән Вена аш-һыуында ҙур урын биләй.
Ҡайһы бер татлы ризыҡтар Вена аш-һыуына ҡарай. Мәҫәлән, алма штруделе, кайзершмаррн, захер һәм төрлө кондитер ашамлыҡтары Венала, ҡағиҙә булараҡ, кофе эскәндә ашала торған ризыҡ. Липтовский сыры йәки повидло бутерброд өҫтөнә һылап ашала.
Вена кәфүәханаһы
Төп мәҡәлә: Вена кәфүәханаһы
Кәфүәханалар мәҙәниәте Көнбайышта тап Австрияла башлана.19-сы быуаттың башында яҙыусылар Петр Альтенберг, Карл Краус, Герман Брох һәм Фридрих Торберг кәфүәханаларҙы эш һәм аралашыу урыны итеп файҙалана башлайҙар. Улар бында үҙҙәренең бик күп ваҡыттарын үткәрәләр. Яҙыусы Петер Альтенберг ,имеш-мимештәргә ҡарағанда, бер тапҡыр үҙенең адресы итеп "Wien 1, Central Cafe" адресын биргән. Ул замандың рәссамдары, аҡыл эйәләре һәм политик радикалдары Артур Шницлер, Стефан Цвейг, Эгон Шиле, Густав Климт, Адольф Лоос, Теодор Герцль һәм хатта Лев Троцкий ҙа был кәфүәханаға йыш йөрөүселәр иҫәбендә булғандар.
Австрия шараптары
Төп мәҡәлә: Австрия шараптары
Австрияла бик электән ҡыҙыл һәм аҡ шарап эшләп сығарылған. Шарап эшләү был ерҙәрҙә б.э.т.700 йылда башланған булған.
Австрияла 50.000 гектар виноград баҡсалары бар , улар барыһы илдең көнсығышында һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан .20000 самаһы бәләкәй шарап эшләү урындары шарапты ваҡлап һатыу менән шөғөлләнәләр. Мария Терезаның 1784 йылғы күрһәтмәһе буйынса шарап оҫтаһы үҙе эшләгән шарапты үҙ өйөнән бер ниндәй лицензияһыҙ һатырға хоҡуҡлы.,
Грюнер Вельтлинер сортлы виноград Австрияла иң таралған виноград сорты булып тора. Был сортлы виноградтан һығылған аҡ шарап халыҡ-ара дан ҡаҙанған шарап.
Австрия һыраһы
Австрияла һыра күп төрлө. Stiegl маркалы Австрия һыраһы иң яҡшы һәм киң таралған һыра булып тора. Был һыра 1492 йылда Stiegl-Brauwelt 2011 йыл 26 март архивланған. һыра заводында эшләнә башлаған.
Спорт
Австрияла иң киң таралған спорт төрҙәре - футбол, саңғы спорты һәм хоккей. Австрия тауҙан саңғы шыуыу буйынса Донъя Кубогы үткәрелә торған төп илдәрҙең береһе. Шулай уҡ башҡа күп кенә ҡышҡы спорт төрҙәре , мәҫәлән, трамплиндән саңғыла һикереү, Австрия спортында ҙур урын алып тора. Австрия милли хоккей командаһы донъяла 13-се урынды биләй.
Австрияла (айырым алғанда, Венала), шулай уҡ элек-электән футболға ҙур иғтибар ителә, тик һуңғы йылдарҙа Австрияла был спорт төрө түбәнлеккә төшкән хәлдә. Футбол буйынса Австрия чемпионаты 1912 йылдан бирле үткәрелә. Австрия Кубогы 1913 йылдан алып үткәрелә. Австрия милли йыйылма футбол командаһы актив 7 Донъя Кубогында ҡатнашты, тик Европа чемпионатында ғына була алмай. 2008 йылда Швейцария менән бергәләп ул футбол уйындарын ҡабул итеүсе ил була. Австрия футболының етәксе органы булып Австрия футбол союзы тора.
Шахмат буйынса донъяның рәсми чемпионы - Австрия империяһынан Вильгельм Стейниц .
Бынан тыш, Вена испанса атта һыбай йөрөү мәктәбе менән дә дан тота. Квалификациялы һыбайлылар Липизанерҙа( ат төрө) ҡатмарлы позаларҙа һәм ат бейеүҙәрендә күнекмәләр үткәрәләр.
Мәғариф
Төп мәҡәлә : Австрия мәғарифы
Королева Мария Терезия 1774 йылда Дөйөм мәктәп ҡағиҙәләрен" нигеҙләп, Австрия мәғариф системаһын барлыҡҡа килтергән.1869 йылда һигеҙ йыллыҡ мәжбүри уҡыу индерелә. Хәҙерге ваҡыттамотлаҡ мәктәп белем таратыу туғыҙ йыл тәшкил итә.
Дүрт йыл башланғыс мәктәптә (Volksschule 6-10 йәшлек балалар өсөн), һуңынан урта белем Hauptschuleлә йәки дүрт йыл гимназияла аралаш мәктәптәрҙә бирелә. Ауыл ерҙәрендә гимназиялар булмау сәбәпле балалар ғәҙәттә Hauptschule мәктәптәрендә уҡыйҙар..
14 йәштән һуң студенттар үҙенең беренсе реаль уҡыуын һайлап ала. Улар, бер йыл Политехник мәктәптә уҡып, һөнәри-техник училищегә уҡырға инергә әҙерләнәләр. Йәки Höhere Technische Lehranstalt (HTL), мәктәбендә уҡып, техник белем биреүсе юғары көллиәттә уҡырға йүнәлеш алалар. Һуңынан ,HTL -ды тамалағас, улар «Ing.»инженер һөнәрен алып сығалар. Уҡыуҙың еңелерәк бер варианты Handelsakademie тип атала, унда бизнес менән етәкселек итеүгә өйрәтәләр. Ниһайәт, илдә гимназиялар ҙа бар. Ундағы уҡыу өлгөргәнлек аттестаты алыу менән тамамлана, һуңынан был университеттәрҙә уҡыуҙы дауам итергә мөмкинлек биреүсе мәктәп тә булып тора. Бында күрһәтелмәгән тағы ла бер нисә төр уҡыу йорттары ла бар.
Университеттәргә альтернатива булып Австрияла Fachhochschule тора. Уны уҡып бөткән кешеләр күберәк практика менән булышһа ла, улар ҙа ғилми баҫҡысҡа үрләй алалар. Болон процессы сиктәрендә был ике төр уҡыу ҙа иң яҡшы белем алыу юлы тип һанала.
Мәғариф системаһы барлыҡ провинцияла ла һаҡлана.
Барлыҡ дәүләт мәктәптәрендә лә белем бушлай бирелә. Иң ҙур университет- Вена университете.
Дин
Төп мәҡәлә: Австрияла дин.
73,6% урындағы төп халыҡ үҙҙәрен Рим католик сиркәүенә инә тип иҫәпләй, ә 4,7 % үҙен протестант тип һанай. 400.000 яҡын кеше мосолман дини ойошмаларына, 180.000кеше православие сиркәүенә ҡарай һәм 7300 яҡын кеше йәһүд динендә. Холокостҡа тиклем Австрияла 200.000 еврей йәшәгән.
Яҡынса 12 % халыҡ бер дингә лә ҡарамай..
Австрияла буддизм
Абсолют һандарҙа (10402 кеше 2001 йылда халыҡ иҫәбен алыу яҙмаһы буйынса) аҙ булыуға ҡарамаҫтан буддизм Австрияла киң танылыуға һәм популярлыҡҡа эйә. Илдәге буддистарҙың күпселеген Австрия граждандары тәшкил итә (уларҙың ҡайһы берҙәре Азиянан, нигеҙҙә, Ҡытай һәм Вьетнамдан эмиграциянан ҡайтҡан), ә байтаҡ һанын сит ил граждандары тәшкил итә.
Австрияла туризм
Төп мәҡәлә: Австрияла туризм
Байрамдар
Рим - католик дине илдә өҫтөнлөклө булғанға күрә, Австрия илендәге байрамдарҙың күбеһе католиктәрҙең байрамы менән бәйле.
Пасха һәм Пятидесятница түбәндәге таблицала бирелмәгән, сөнки улар һәр ваҡыт йәкшәмбе көнөндә үткәрелә,сөнки улар мәңге буласаҡ,
Байрам | Дата | B | K | NÖ | OÖ | S | ST | T | V | W |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Яңы йыл | 1 ғинуар | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Богоявление | 6 ғинуар | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Иосиф Обручник[3] | 19 март | • | • | • | • | |||||
Великая пятница[4] | (Пасха — 2 көн) | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Пасхальный понедельник | (Пасха + 1 көн) | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Staatsfeiertag (Хеҙмәт көнө) | 1 май | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Florian[3] | 4 май | • | ||||||||
Вознесение Господне | (Пасха + 39 көн) | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Троицкий понедельник | (Пасха + 50 көн) | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Праздник Тела и Крови Христовых | (Пасха + 60 көн) | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Вознесение Богоматери | 15 август | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Руперт[3] | 24 сентябрь | • | ||||||||
Референдум көнө[3] | 10 октябрь | • | ||||||||
Милли байрам | 26 октябрь | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
День всех святых | 1 ноябрь | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Мартин Турский[3] | 11 ноябрь | • | ||||||||
Леопольд[3][5] | 15 ноябрь | • | • | |||||||
Непорочное зачатие Девы Марии[6] | 8 декабрь | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Рождественский сочельник (Heiliger Abend)[7] | 24 декабрь | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Раштыуа | 25 декабрь | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
День св. Стефана (Stefanitag) | 26 декабрь | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
День Святого Сильвестра[7] | 31 декабрь | • | • | • | • | • | • | • | • | • |
Всего[8] | 17 | 18 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 | 17 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
- ↑ Театральная энциклопедия. Гл. ред. С. С. Мокульский. Т. 1 — М.: Советская энциклопедия, 1961, 1214 стб. с илл., 12 л.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Выходной по земельному праву, часто касается только школ и учреждений.
- ↑ Выходной по закону только для членов определённых религиозных общин.
- ↑ До 2003 йыл также выходной в Верхней Австрии.
- ↑ Если 8 декабря — рабочий день (пн-сб), то продавцам разрешено работать.
- ↑ 7,0 7,1 (KV) Нерабочий или частично нерабочий день по договорённости между работодательями и профсоюзами (нем.
- ↑ Общее число федеральных выходных — 13 или 12, в зависимости от того выпадает 8 декабря на выходной или нет.