Америка Самоаһы
| |||||
Государственный гимн Америка Самоаһы | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | юҡ | ||||
Рәсми телдәр | инглизсә һәм самоанский язык[d] | ||||
Баш ҡала | Паго-Паго | ||||
Эре ҡалалар | Паго-Паго | ||||
Идара итеү төрө | Инкорпорацияланмаған ойошторолмаған АҠШ биләмәһе | ||||
Президент | Барак Обама | ||||
Территория • Бөтәһе |
212 199 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
55 519 чел. (208) 277 чел./км² | ||||
Валюта | АҠШ доллары (USD, код 840) | ||||
Интернет-домен | .as | ||||
Код ISO | AS | ||||
МОК коды | ASA | ||||
Телефон коды | +1 684 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC−11[d], Самоанский часовой пояс[d] һәм Pacific/Pago_Pago[d][1] |
Америка Само́аһы (ингл. American Samoa), элегерәк — Көнсығыш Само́аһы[2] (ингл. Eastern Samoa) — АҠШ-тың Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндәге ойошторолмаған территорияһы. Төп утрау (бер үк ваҡытта майҙаны һәм халҡы буйынса иң ҙуры) — Самоа архипелагы составына ингән Тутуила.
2017 йылдың июленә ҡарата, Америка Самоаһы халҡының һаны 51 504 кеше[3]. Майҙаны — 199 км².
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Территорияның диңгеҙҙәге сиктәре: көнбайышта — Самоа бойондороҡһоҙ дәүләте, көньяҡ-көнбайышта — Тонга короллеге, төньяҡта — Яңы Зеландия — Токелау биләмәләре, көнсығышта — Кук Утрауҙары, көньяҡта — Ниуэ. Ҡоро ер майҙаны — 199 км². Халҡы — 55 519 кеше (2010)[4].
Баш ҡалаһы — ҙур утрауҙа — Тутуилала урынлашҡан, административ яҡтан көнбайыш һәм көнсығыш (Аунуу утрауы менән) райондарына бүленгән Паго-Паго (яҡынса 15 мең кеше, 2001). Өсөнсө район — Мануа утрауҙары төркөмө (Тау, Олосега һәм Офу утрауҙары). Розе утрауы (кеше йәшәмәгән) һәм Суэйнс утрауы (шәхси биләмә) айырым бүленә. Рәсми телдәр — инглиз һәм самоан телдәре. Рәсми байрамдары: 17 апрель — Флаг көнө (утрауҙарҙа Америка Ҡушма Штаттарының флагын тәүге тапҡыр күтәреү), һәм Америка Ҡушма Штаттарының традицион байрамдары. Аҡса берәмеге — АҠШ доллары.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. 1000 йыл тирәһендә утрауға тәүге тапҡыр кеше күсеп ултырған, фаразланыуынса, Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан күсенеү барышында күскенселәрҙең киләһе тулҡыны электән йәшәгән кешеләрҙе ҡыҫырыҡлап сығарған, улар көнсығышта урынлашҡан утрауҙарға таралып ултырған. Күрәһең, утрауҙар полинезийлыларҙың бишеге һәм Европа халҡы килгәнгә тиклем Полинезияла Мануа утрау империяһының айырым роле тураһындағы самоа легендалары бының менән бәйләнгәндер.
1722 йылда Самоа архипелагын Голландия кешеһе Якоб Роггевен таба. 1830 йылда утрауҙарға Британия миссионерҙары килеп урынлашҡан. 1878 йылда АҠШ сауҙа өҫтөнлөктәре һәм Тымыҡ океандың көньяғында иң уңайлы Паго-Паго бухтаһын флот өсөн туҡталҡа сифатында файҙаланыу хоҡуғы тураһында килешеү төҙөлә. 1899 йылда Америка Ҡушма Штаттары, Германия һәм Бөйөк Британия араһындағы конфликт барышында Самоа көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә — Германия һәм Американың ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә бүленә.
1900 йылда Тутуила һәм Аунуу утрауҙары, 1904 йылда Мануа төркөмө утрауҙары Америка Ҡушма Штаттары ҡарамағына күскән. 1925 йылда Америка Самоаһына, АҠШ биләмәһе булып ҡалһа ла, быға тиклем хосуси милектә булған Суэйнс утрауы ҡушылған. Германия Самоаһы 1920 йылда Яңы Зеландия ҡарамағына тапшырылған, 1962 йылдан 1997 йылда Самоа тип үҙгәртелгән Көнбайыш Самоа бойондороҡһоҙ дәүләтенә әйләнгән. 1951 йылға ҡәҙәр Көнсығыш Самоаһы Американың Хәрби-диңгеҙ көстәре тарафынан идара ителгән. 1948 йылда үҙидаралыҡ элементтары индерелә. Паго-Паголағы хәрби-диңгеҙ базаһы ябылыу менән, территория Америка Самоаһы өсөн губернаторҙар тәғәйенләгән Эске эштәр министрлығы идаралығына тапшырылған.
1960 йылда биләмәнең тәүге конституцияһы ҡабул ителә. 1977 йылда губернатор һайлау буйынса тәүге ғәмәл башҡарыла. Төп сәйәси партиялар — АҠШ-тың Демократик һәм Республика партиялары.
2009 йылдың 29 сентябрендә булған цунами
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың 29 сентябрендә 17:48:11 UTC — ҙә Америка Самоаһы ярынан 190 км алыҫлыҡта 8,0 магнитудалы ер тетрәү була[5]. Ер тетрәүгә цунами сәбәпсе булған. Хәбәр ителгәнсә, 4,6 метрҙан алып 6,1 метрға тиклем бейеклектәге 4 тулҡын Тутуила утрауы ярына 1,6 саҡрымға ингән. Америка Самоһында кәм тигәндә 150 кеше һәм Көнбайыш Самоаһында билдәһеҙ һанда һәләк булған[6][7].
Территорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең юрисдикцияһын 14° көньяҡ киңлеккә, 170° самаһы көнбайыш оҙонлоҡҡа һуҙылған Самоа архипелагының 7 көнсығыш утрауына, Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндә, Полинезияның көньяғында, Австралиянан көнсығышҡа һәм Яңы Зеландиянан төньяҡ-көнсығышҡа таратыусы биләмә. АКШ-тың инкорпорирланмаған һәм ойошторолмаған территорияһы (unincorporated and unorganized territory).
Утрауҙар | Майҙаны, км² |
Халҡы, кеше (2010) | |
---|---|---|---|
Мануа утрауҙары | |||
Тау (утрау) | 44,31 | 790 | |
Офу һәм Олосега | 7,215 | 176 | |
Офу һәм Олосега | 5,163 | 177 | |
Тутуила утрауҙары | |||
Тутуила | 140,30 | 53 943 | |
Аунуу | 1,517 | 416 | |
Розе (атолл) | |||
Розе (атолл) | 0,214 | — | |
Суэйнс (утрау) | |||
Суэйнс | 1,865 | 17 | |
Барыһы | 200,584 | 55 519 |
200,584 км² дөйөм территориянан ҡоро ер майҙаны 199 км² тәшкил итә.
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тутуила утрауы һәм Мануа утрауҙары төркөмө — рельефы буйынса таулы, ҡуйы, үҙгәреүсән-еүеш мәңге йәшел тропик урмандар менән ҡапланған вулкан сығышлы лава баҫыуҙары мәрйен рифтары менән уратып алынған. Розе һәм Суэйнс утрауҙары — мәрйен атолдары. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙан пемза запастары бар.
Көньяҡ-көнсығыш пассат менән йомшартылған тропик диңгеҙ климаты. Уртаса йыллыҡ температураһы — +26 °C, июль температураһы — +24 °C, декабрҙә — −32 °C. Яуым-төшөм — йылына 3000-4000 миллиметр. Ямғырҙар миҙгеле — ноябрҙән мартҡа тиклем, айырыуса ноябрҙә, көслө дауыл йыш ҡабатлана (утрау тропик циклондар бүлкәтендә урынлашҡан). Ҡоро («ҡышҡы») миҙгел — апрель-октябрь айҙарында.
Утрауҙарҙа сөсө һыу етешмәүе һиҙелә. Тупраҡтары башлыса вулканик, утрауҙарҙың үҙәк өлөшөндә — ташлы, яр буйында — эшкәртеүгә яраҡлы. Америка Самоаһының Милли паркы хайуандарҙы һәм палеотропик үҙгәреүсән-дымлы урмандарҙың үҫемлектәрен, шулай уҡ яр буйындағы мәрйен рифтарын һаҡлау өсөн булдырылған.
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ яҡтан Америка Самоаһы өс округка (district) һәм ике «ойошторолмаған» атолға бүленә. Округтар, үҙ сиратында, 14 графлыҡҡа бүленә (county). Провинциялар 74 районға (village) бүленә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этник составы: Тымыҡ океан утраусылары — 92,6 % (полинезия төркөмөнә ҡараған) самоандарҙы индереп) — 88,9 %, тонгандар — 2,9 %, башҡалар — 3,8 %), азиялылар — 3,6 % (филиппиндарҙы ла индереп — 2,2 %, башҡалар — 1,4 %), ҡатнаш — 2,7 % (2010 йылға[3]).
1980 | 1990 | 2000 | 2010 | 2017[3] |
---|---|---|---|---|
32 297 | ▲46 773 | ▲57 291 | ▼55 519 | ▼51 504 |
2017 йылдың июленә ҡарата, Америка Самоһында халыҡ һаны — 55 504 кеше булған.
Тыуымдың дөйөм коэффициенты — 1 ҡатынға 2,68 бала[3].
2005 йылға ҡарата йәш буйынса структураһы: 14 йәшкә тиклем — 37,5 % (ирҙәр — 10 705; ҡатын-ҡыҙҙар — 17 125); 15-64 йәшлектәр — 61,3 % (ир-егеттәр — 18 351; ҡатын-ҡыҙҙар — 17 125; 65 йәштән өлкәнерәктәр — 3 % (ир-егеттәр — 664; ҡатын-ҡыҙҙар — 1080.
Рәсми телдәр — инглиз һәм самоан телдәре (австронезия ғаиләһенең полинезия телдәренең береһе). Халыҡтың күпселеге ике телле. Самоан теллеләр — 88,6 %, инглиз теллеләр — 3,9 %, тонган теллеләр — 2,7 %; башҡа телдәр: Тымыҡ океан телдәре — 3 %, башҡа телдәр — 1,8 %[3].
Үҫешеүсе илдәргә хас яңыртып етештереү структураһы ярайһы ҙур миграция ағымы булған осраҡта: тәбиғи үҫеш — 13,7 ‰ (тыуым — 19,6 ‰, үлем — 5,9 ‰), миграция иҫәбенә кәмеү — 26,7 ‰, дөйөм үҫеш — 13 ‰ (2017 йыл) тәшкил итә[3]). Яҡынса 85 000 кеше Америка Ҡушма Штаттарында һәм Гавайҙарҙа йәшәй. Йәше буйынса ла үҫешеүсе илдәргә хас — балаларҙың күплеге (0-14 йәш) — 33,4 процент, эшкә яраҡһыҙлығы (15-64 йәш) — 62,7 процент, ҡарттарҙың күпселеге (65 йәш һәм унан күберәк) — 3,9 процент (2009 йыл). Халыҡтың уртаса йәше — 23,1 йәш. Ир-егеттәр өҫтөнлөк итә — 100 ҡатын-ҡыҙға 104,4. Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 73,7 йәш (ир-егеттәр — 71, ҡатын-ҡыҙҙар — 77). Халыҡтың тығыҙлығы — квадрат метрына 286 кеше (2000 йыл). Тутуил утрауына халыҡ ныҡ тығыҙ ултырған, айырыуса уның көньяҡ-көнбайыш тигеҙ өлөшө (саҡрымға 40 кеше).
Яҡынса 85 000 кеше Америка Ҡушма Штаттары менән сиктәш биләмәләрҙә һәм Гавайяла йәшәй. Йәш структураһы буйынса шулай уҡ үҫешеүсе илдәргә хас — балаларҙың күплеге (0-14 йәш) — 33,4 %, эшкә яраҡһыҙлылар өлөшө күп түгел (15-64 йәш) — 62,7 %, ҡарттар өлөшө бик түбән (65 йәш һәм унан күберәк) — 3,9 % (2009 йыл). Халыҡтың уртаса йәше — 23,1 йәш. Ир-егеттәр өҫтөнлөк итә — 100 ҡатын-ҡыҙға 104,4. Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 73,7 йәш (ир-егеттәр — 71, ҡатын-ҡыҙҙар — 77). Халыҡ тығыҙлығы — квадрат метрына 286 кеше (2000 йыл). Тутуила утрауында халыҡ тығыҙыраҡ ултырған, айырыуса уның көньяҡ-көнбайыш тигеҙлеге (км²-ға 440 кеше).
Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ — 30,8 %, эшһеҙлек кимәле — 5,2 % (2000 йыл). Халҡы сәнәғәт етештереүендә (башлыса иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 1/3 өлөшөн туплаған балыҡ эшкәртеү һәм балыҡ-консерва) һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә (бында шулай уҡ иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 1/3 өлөшө тирәһен тәшкил иткән байтаҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәре айырыла) эшләй. 1995 йылда мәшғүллектең түбәндәге структуралары күҙәтелгән: ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ һәм урман сәнәғәте — 2,3 %, сәнәғәт һәм төҙөлөш — 36,1 %, хеҙмәтләндереү өлкәһе — 61,6 %, шул иҫәптән социаль хеҙмәтләндереү — 21,3 %, дәүләт идаралығы — 17,2 % (дәүләт секторында барлығы — 38,5 %).
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диндарҙарҙың 50%-тан ашыуы — протестант-конгрегационалистар, 30 % — башҡа протестант деноминациялары (методистар, Алла Ассамблеяһынан пятидесятниктар һ. б.), 20 % — католиктар. Мәжүси сығышлы айырым йола тәжрибәләре һаҡлана. Утрауҙарҙа католик һәм инглиз сиркәү-административ структуралары бар. Етенсе көн адвентистар Христиан Сиркәүҙәре советы эшләй.
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка Самоаһы, АҠШ Эске эштәре министрлығы ҡарамағындағы Утрауҙар эштәре бүлеге (Department of Insular Affairs) ҡарамағындағы АҠШ составына индерелмәгән һәм ойошторолмаған территорияһы (unorganized and unincorporated territory) булып тора. Америка Ҡушма Штаттары Президенты биләмә суверенитеты хоҡуғына эйә, шулай уҡ урындағы конституция гаранты булып тора. Америка хөкүмәте Америка Самоаһын үҙ ҡурсалауына алған. Америка Самоаһында йәшәүселәр Республика һәм Демократик партиялар праймеризында ҡатнаша, әммә Америка Ҡушма Штаттары Президентын һайлауҙа ҡатнашмай. Утрауҙарҙа башҡарма власты 4 йылға һайлап ҡуйылған губернатор (2003 йылдан алып Тогиол Т. А. Тулафоно), закон сығарыу власы ике палаталы легислатура (Фоно) тормошҡа ашыра. Өҫкө палатала — клан юлбашсылары (матаялары) иҫәбенән һайланған 18 кеше, аҫҡы палатала — 20 һайланған депутат һәм Суэйнс утрауының тауыш хоҡуғынан тыш бер вәкиле. Америка Самоаһынан килгән делегат тауыш биреү хоҡуғынан тыш Америка Конгресы Вәкилдәр палатаһына ебәрелә. Америка Самоһында йәшәүселәр дәүләткә ҡарата американ (nationality) булып һанала, әммә АҠШ гражданы булмай. Дипломатик мөнәсәбәттәр Америка хөкүмәте ҡарамағында.
Билдәле конгрессмендар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фалеомаваега Ени — Конгресҡа киң вәкәләттәргә эйә булған һайлауҙар буйынса (1988—2015 йылдар) Америка Самоаһы Һайлау округынан Америка Вәкилдәр Палатаһына тауыш биреү хоҡуғынан тыш АҠШ Конгресы делегаты.
Ҡораллы көстәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Америка Самоаһы оборонаһы — АҠШ Ҡораллы көстәренең бурысы.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка Самоаһының эске тулайым продукты күләме — 0,5 миллиард доллар (һатып алыу һәләте паритеты буйынса, 2000 йыл). Аҡса берәмеге — АҠШ доллары. Хеҙмәтләндереүҙәр өлкәһендә — дәүләт идара итеүенең һәм социаль хеҙмәтләндереүҙең байтаҡ өлөшө, туризм бик үҫешмәгән. Өс банк һәм 3 банк булмаған финанс учреждениеһы. Сәнәғәттең төп тармағы — балыҡ (башлыса Америка, Көньяҡ Корея һәм Тайвань балыҡсылары тотҡан тунецты эшкәртеү һәм консервалау; ғәҙәттә эре компанияларға берләштерелгән). Һөнәрҙәр үҫешкән. Ҙур булмаған күләмдә пемза сығарыу эштәре алып барыла. Ананас, банан, кокос пальмаһы (копра етештереү өсөн сеймал), йәшелсә, папайя, иген ағасы үҫтерелә. Ерҙәрҙең 90%-тан ашыуы община файҙаланыуында. Эшкәртелгән ерҙәр — 5 %, ваҡытлыса сәсеүлектәр — 10 %. Шоссе — 150 км, 200 км — икенсел юлдар. Америка Ҡушма Штаттары, Япония, Австралия һәм Яңы Зеландия порттары менән диңгеҙ бәйләнеше бар. Тафуна халыҡ-ара аэропорты (Паго-Пагонан 11 км-ҙа). 15 000 телефон линияһы (2001 йыл), спутник элемтәһе станцияһы. «Tesla Motors» компанияһы «Твиттер (Twitter)» аша Америка Самоаһы утрауҙары 5300-ҙән ашыу ҡояш панелдәрен эксплуатациялау һөҙөмтәһендә ҡояш энергияһы менән 100 %-ҡа тиерлек тәьмин ителеүе тураһында хәбәр итте[8][9].
Америка Самоһы экспорты — 346,3 миллион доллар (экспорт квотаһы — 69,3 %), 96 % — консерваланған тунец, импорт — 505,9 миллион доллар, 44 % (2000 йыл) — эшкәртелмәгән сей балыҡ продукттары (тунец), нефть һәм нефть продукттары, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, транспорт саралары. Сауҙа балансы кире сальдолы. Тышҡы сауҙа Америка Ҡушма Штаттарына (тауар әйләнешенең 80 %, импорттың 56 % һәм бөтә экспорт тиерлек) йүнәлтелгән, башҡа мөһим сауҙа партнёрҙары (импорт күләме буйынса) — Австралия, Яңы Зеландия, Фиджи, Самоа, Көньяҡ Корея, Япония, Ҡытай.
Халыҡтың тормош кимәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йән башына уртаса эске тулайым продукт — 8000 доллар (ППС буйынса, 2000 йыл). Ғаиләләрҙең 56%-ының килеме Америкалағы рәсми йәшәү минимумынан түбәнерәк.
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкәндәрҙең 97%-ы грамоталы. 12 йыллыҡ мотлаҡ белем биреү. 59 әҙерлек, 32 башланғыс һәм 9 урта мәктәп (1996 йылға). Бер колледж — Америка Самоаһының йәмәғәт колледжы (American Samoa Community College).
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самоан халҡының традицион мәҙәниәтенә ярашлы, социаль ҡоролош фааматаи системаһы менән көйләнә, унда социаль структураның нигеҙе булып аига — клан, киңәйтелгән ғаилә, башында орматаи йәки матаи — быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, мифологик концептуализация, йола хоҡуғының көнүҙәклеге, традицияларҙы һаҡлау өсөн яуаплы юлбашсы тора. Туризм индустрияһында самоанлыларҙың бер нисә йола вокал-бейеү тәжрибәләре файҙаланыла.
Гәзиттәр: көн һайын баҫылыусы «News bulletin» хөкүмәт гәзите (инглиз телендә, 1800 дана), «Samoa news» (инглиз һәм самоа телдәрендә, 4500 дана, аҙнаһына 5 тапҡыр), «Samoa Journal and Advertiser» (инглиз һәм самоа телдәрендә, 3000 дана, көндәлек гәзит). Ике радиостанция һәм бер телекомпания (ике каналда көн һайын инглиз һәм самоа телдәрендә 18 сәғәтлек тапшырыуҙар).
Хөкүмәте һәм сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөкүмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка Самоаһы Хөкүмәте корпорацияланмаған территория сифатындағы Америка Самоаһы Конституцияһына ярашлы билдәләнә. 1929 йылғы Ратификациялау законы Америка Ҡушма Штаттары Президентына суд һәм хәрби вәкәләттәр бирә[10]. 1951 йылда, 10264-се бойороҡҡа ярашлы, президент Гарри Трумэн был вәкәләттәрҙе эске эштәр министрына тапшыра. 1963 йылдың 21 июнендә Фагаитуа Тули Ле’иато антҡа килтерелә һәм губернатор Х. Рекс Ли тарафынан Самоа эштәре буйынса беренсе секретарь итеп тәғәйеләнә[11]. 1967 йылдың 2 июнендә эске эштәр министры Фред Эндрю Ситон 1967 йылдың 1 июлендә үҙ көсөнә ингән Америка Самоаһы Конституцияһын халыҡҡа еткерә. Америка Самоаһы губернаторы хөкүмәт башлығы булып тора һәм вице-губернатор менән бергә бөтә халыҡ тауыш биреүе менән дүрт йылға һайлана. Америка Самоаһы үҙидаралыҡ биләмәһе булғанға күрә, Ҡушма Штаттар президенты дәүләт башлығы функцияларын башҡара. Президент хөкүмәттә әүҙем роль уйнамай, әммә ул Фононы (вәкәләтле орган) тарҡатыуы мөмкин һәм бер парламент акты ла уның хуплауынан башҡа закон булмаясаҡ.
Закондар сығарыу власы ике палаталы Фоноға (вәкәләтле орган) йөкмәтелгән. Вәкилдәр палатаһы 20 бер мандатлы округтарҙа ике йылға һайланып ҡуйылған 21 ағзанан тора. Сенат дүрт йылға һайланған 18 ағзанан тора.
Америка Самоаһының суд органдары башҡарма һәм закондар сығарыу власына бойондороҡһоҙ, шулай уҡ Америка Самоаһының Юғары суды Ҡушма Штаттарҙың Юғары судынан түбәнерәк юғары суд һәм округ судтары булып тора. Юғары суд баш ҡала Паго-Пагола урынлашҡан. Ул АҠШ эске эштәр министры тарафынан тәғәйенләнгән баш судья һәм судьяларҙан тора.
Сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка Самоаһы Ҡушма Штаттарҙың Утрау эштәре буйынса идаралыҡ ҡарамағындағы берләштерелмәгән һәм ойошторолмаған биләмәһе булып тора, Американың Эске эштәр Департаментына ҡарай. 1966 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Америка Самоаһына бойондороҡһоҙ Самоа иленә ҡушылыу мөмкинлеген бирә, әммә Америка Самоаһы Ҡушма Штаттарҙа ҡалыуға өҫтөнлөк бирә. Америка Самоаһы Конституцияһы 1966 йылда раҫлана һәм 1967 йылда үҙ көсөнә инә. Башҡарма власты губернатор бойомға ашыра. Закондар сығарыу власы закондар сығарыу органының ике палатаһына ҡарай. Америка Самоаһында Америка сәйәси партияларының (республикалыларҙың һәм демократтарҙың) аналогы бар. Суд власы башҡарма һәм закондар сығарыу властарына буйһонмай.
2010 йылда һайлаусылар биләмәнең конституцияһына төҙәтмәләр пакетын кире ҡаҡты, был уларға, самоа сығышлы булған осраҡта ғына, Америка Ҡушма Штаттары граждандарына закондар сығарыусы булырға мөмкинлек бирер ине.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Europe World Factbook, 2000
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/australasia
- ↑ CIA World Factbook 2010. — Skyhorse Publishing Inc., 2009. — P. 824. — 868 p. — ISBN 978-1-60239-727-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Американское Самоа (Книга Фактов ЦРУ) (2017). Дата обращения: 25 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 21 октябрь 2013 года. 2019 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Население Американского Самоа (2010) . Дата обращения: 11 апрель 2014. Архивировано 15 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ Joyce, Stacey 8.0 magnitude quake generates tsunami off Samoa islands . Reuters (29 сентябрь 2009). Дата обращения: 29 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 3 октябрь 2009 года.
- ↑ Pacific tsunami warning cancelled, Samoa takes brunt . Reuters (29 сентябрь 2009). Дата обращения: 29 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 3 октябрь 2009 года.
- ↑ Scores Are Killed as Tsunami Hits Samoa Islands . Дата обращения: 30 сентябрь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Tesla переключила остров в Тихом океане на солнечные батареи . РБК. Дата обращения: 23 ноябрь 2016. Архивировано 22 ноябрь 2016 года.
- ↑ Tesla on Twitter . Twitter. Дата обращения: 23 ноябрь 2016. Архивировано 23 ноябрь 2016 года.
- ↑ Tom C. W. Lin Americans, Almost and Forgotten (инг.). — Rochester, NY: Social Science Research Network, 2019-09-15. — № ID 3454210.
- ↑ American Samoa: General, 7 September 1962 | JFK Library . www.jfklibrary.org. Дата обращения: 17 ноябрь 2020. Архивировано 25 февраль 2021 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Океания» | |
Америка Самоаһы Викимилектә | |
Америка Самоаһы Викияңылыҡтарҙа | |
Америка Самоаһы Викигид |
- Америка Самоаһы Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Информация об Американском Самоа
Ҡалып:Океания Ҡалып:Полинезия в темах
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |