Чили мәҙәниәте
Чили мәҙәниәте | |
Дәүләт | ba |
---|---|
Урын | ba |
Чили мәҙәниәте Викимилектә |
Чили халҡының матди мәҙәниәте испан матди мәҙәниәте һәм илдең ерле халҡы мәҙәниәте элементтары ҡатышмаһын кәүҙәләндерә, һәм әлбиттә унда испан башланғысы өҫтөнлөк итә[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чили әҙәбиәте испан телендә үҫешә. Уның формалашыуы Испания колониаль хакимлығы осоронда башлана (XVI быуат). Чилиҙың иртә әҙәби ҡомартҡыһы — Педро де Вальдивияның (1500?—54) «Чилиҙы асыу һәм яулау тураһындағы хаттар». Алонсо де Эрсильи-и-Суньигиның (1533—1594) «Араукана» поэмаһы (1—3 бүлектәре, 1569—89)— Чилиҙың тәүге милли әҫәре һәм XVI б. латин америкаһы әҙәбиәтенең иң әһәмиәтле художество күренеше. XVII һәм XVIII бб. тарихи проза: А. де Овалье (1601—51), Д. Росалес (1603—77) һ. б. өҫтөнлөк иткән. Шулай уҡ телмәр һәм яҙма поэзия кесе формалары: куплеттар (таҡмаҡтар), эпиграммалар, шаяртыу экспромттары.
Чили дәүләте бойондороҡһоҙлоғо һәм нығыныуы өсөн барған Һуғыш дәүерендә (XIX быуаттың 1-се яртыһы) сәйәси публицистика үҫешкән. Уның күренекле вәкиле К. Энрикес (1769—1825) — «Аурора де Чиле» (1812—13) тәүге милли гәзитенә нигеҙ һалыусы һәм Д. Порталес (1793—1837) — йөкмәткеһе шул осорҙа хаким иткән синыф вәкилдәре ҡылыҡтарын һыйҙырған «Порталестың идеялары һәм сер сисеүе» хаттар йыйынтығы авторы. Шағир X. Эганья (1768—1836) әхлаҡи-этик темаларға пьесалар яҙған. Бойондороҡлоҡ яулағандан һуң, сәйәси тормоштоң сағыштырмаса тотороҡлоғо шарттарында, Чилиҙа башҡа илдәрҙең тиран режимдарынан йәшеренеп йәшәргә мәжбүр булған яҙыусылар эшләгән. Чили мәҙәниәтендә сыграли венесуэла мәғрифәтсеһе һәм латин америка филологияһына нигеҙ һалыусы Андрес Бельо (1781—1865) һәм аргентина яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Доминго Фаустино Сармьенто (1811—88).
Латин америка романтизмы теоретигы Хосе Викторино Ластарриа (1817—88) үҙе нигеҙ һалған Әҙәби йәмғиәтте асыу тантанаһында һөйләгән телмәрендә (1842) алдынғы чили интеллигенцияһы испанизм идеологияһынан азат булған милли мәҙәниәт булдырылғанын әйткән. С. Санфуэнтес (1817—60) шиғриәте романтизм йырҙаһында үҫешкән: «Колокольня» тарихи поэмаһы, 1842), Эусебио Лильо (1826—1910, милли гимн), Г. Матты (1829—1899), Гильермо Блест Ганы (1829—1905) һәм башҡалар. Милли прозала сағыу кәүҙәләнгән тенденция — Чилиҙа романтизм менән бәхәстә үҫешкән костумбризм. Уның төп вәкиле X. X. Вальехо (1811—58) үҙенең хикәйәләрендә төрлө ижтимағи ҡатламдар тормошон сатира ярҙамында һүрәтләгән. Мемуар әҙәбиәт костумбризм менән бәйләнгән: X. Сапиола (1802—85), В. Перес Росалес (1807—86), Д. Рикельме (1857—1912). Латин Америкаһының башҡа илдәренән алдараҡ Чилиҙа костумбризм менән ҡушылған реализм үҫешкән. Альберто Блест Гана (1830—1920) — испан телле Америкала тәүге һәм XIX быуаттың иң ҙур чили реалисы («Чили Бальзагы»)[2]. «Человеческая комедия Чили» атамаһын алған 60-сы йылдар романдар циклында Чилиҙа XIX б. уртаһында барған ижтимағи-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙгәрештәрҙе сағылдыра. Уның иң билдәле романы — «Мартин Ривас» (1862 йыл).
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында шиғриәттә башлыса модернизм тарала. Латин-америка модернизмының башлығы никарагуалы Рубен Дарио Чилиҙа үҙ шиғырҙарынан торған «Лазурь» (1888) программа йыйынтығын баҫып сығара. Модернизмдың иң яҡшы вәкилдәре: К. Песоа Велис (1879—1908; «Деревенские похороны» йыйынтығы, 1899, «Чилийская душа», 1912 й. баҫылған), Ф. Контрерас (1877—1933; «Луна родины и другие стихотворения» һ.б. йыйынтыҡтары), М. Магальянес Моуре (1878—1924; «Грани», «Оттенки» йыйынтыҡтары) милли һәм латин-америка ысынбарлығы темаларына мөрәжәғәт итә. Уларға прозаик һәм драматург Эдуардо Барриос (1884—1963; «Брат Осёл» романы, 1922) һәм яҙыусы П. Прадо (1886—1952; «Перелётные птицы» прозалағы поэмалары, 1915, «Альсино», 1920) ҡушыла. Чили модернизмының бер төрө — имажинизм, уның башында Аугусто д’Альмар торған (1882—1950; «Страсть и смерть священника Деусто», 1924, «Тень дыма в зеркале», 1924, һ. б. романдары).
XX быуат башы прозаһы илдәге ижтимағи һәм иҡтисади үҙгәрештәрҙе сағылдырған. Бальдомеро Лильоның (1867—1923) «Под землёй» (1904) реалистик новеллалар йыйынтығында ижтимағи ысынбарлыҡты сағылдырыуҙың яңы этабы булып тора. Ижтимағи протест киҫкенлеге буйынса Лильо прозаһына А. Асеведо Эрнандестың (1886—1962 «Чёрный чертополох» (1933), «Чаньярсильо» (1936) һ.б. драмалары яҡын тора. Теоретик принциптары Мариано Латорре (1886—1955) тарафынан билдәләнгән креолизм тип аталған әҫәрҙәрҙә ауыл тормошо һәм тәбиғәт менән ҡыҙыҡһыныу тормошҡа ашырыла. Уның прозаһында ауыл тормошо тәфсирләп яҙылған: сборник «Рассказы Мауле» (1912) йыйынтығы, «Сурсулита» (1920) романы. Креолистар, ҡағиҙә булараҡ, киҫкен социаль конфликттарҙы күрһәтеп бармағандар: Ф. Гананың (1867—1926) «Деревенские дни» (1916) йыйынтығы, Л. Оррего Луконың (1866—1948) «Новая идиллия» (1899—1900) һәм «Большой дом» (1908) романдары, В. Д. Сильваның (1882—1960) сборник рассказов «Трагическая пампа» (1921) хикәйәләр йыйынтығы, Л. Дуран (1895—1954) әҫәрҙәре. д’Альмар, Барриос, Хоакин Эдвардс Бельоның (1886—1968; «Вальпараисо — город ветров», 1931, «Оборванец», 1920) романдарында, бигерәк тә ҡала тормошон һүрәтләгәндәрендә, натурализм элементтары һыҙатлана. Хосе Сантос Гонсалес Вера (1897—1970 әҫәрҙәрендә реалистик тенденциялар тәрәнәйә; «Незаметные жизни» повестар йыйынтығы, 1923). Габриэла Мистраль (1889—1957), Висенте Уидобро (1893—1948) һәм Пабло Неруда (1904—1973) шиғритәтенең сәскә атыуы арҡаһында Чили әҙәбиәте донъяға таныла. Уларҙың ижадын ысын гуманизм, гражданлыҡ пафосы, антифашистик йүнәлеш, демократизм берләштерә. Мистралдең фольклор образдарына бай тәрән лирика менән һуғарылған («Отчаяние» (1922) «Тала» (1938), «Давильня» (1954) йыйынтыҡтары) һәм шағирәнең шәхсән тойғоло шиғырҙары, бер үк ваҡытта латин-америкалыларҙың психологик үҙенсәлектәрен яңынан тыуҙыра. Уидобро «креасьонизм» (от исп. сгеаг — творить) — европа авангардизмына яҡын ағымдың теоретигы һәм юлбашсыһы булараҡ танылды. Формаль экспериментаторлыҡтың сикһеҙ азатлығын раҫлаусы шағир ысын тормошҡа хыялдағы донъяны ҡаршы ҡуя һәм шул әҫәрҙәрендә сағыла («Альтасор» поэмаһы, 1931). Пабло Неруданың интим, фәлсәфәүи, гражданлыҡ һәм сәйәси лириканың ҡаҡшамаҫ ҡатнашмаһы булған («Всеобщая песнь», 1950; «Оды изначальным вещам», 1954—57; «Сто сонетов о любви», 1960, һ. б. поэмалары) ижады ысын мәғәнәһендә эпик масштаблыҡҡа эйә. Ул хәҙерге донъяуи шиғри техникаһының иң яҡшы традицияларын һәм иң яңы ҡаҙаныштарын үҙ эсенә туплаған. Шиғриәттә демократик традицияларҙы Анхель Кручага Санта-Мария (1893—1964; «Обетованная сельва», 1920, «Облик Чили», 1955), П. де Рока (1894—1968), X. Валье (1900 й. тыуған) һ. б. хуплаған.
Яҙыусы Мануэль Рохас (1896—1973 прозаһы реализм йырҙаһнда үҫешә; «Сын вора», 1951, «Слаще вина», 1958, «Тени на стене», 1964) романдары художество техникаһын яңы композиция саралары менән байыта. Реалистик линияны төрлө быуын яҙыусылары дауам итә. Улар ысынбарлыҡтың ҡатмарлы ҡапма-ҡаршылыҡтарын анализларға ынтылалар; күп әҫәрҙәргә тәрән психологизм хас. Д. Бельмар (1906—1991) — «Койрон» (1950) романында ауыл ярлылары темаһы. М. Герреро (1918 -) «Ускользающая земля» (1954) һәм «След бандита» (1960) романдарында ошо теманы үҫтерә. Ф. Алегрияның (1918—2005) «Призовая лошадь» (1957) романы американса йәшәүт рәүешенә аршы йүнәлтелгән. Франсиско Колоанеҙың (1910—2002) («Мыс Горн», 1941, «Огненная земля», 1956) әҫәрҙәре һәм «Дорога китов» (1962) романы диңгеҙ буйы төбәгендә йәшәүселәрҙең стихия һәм социаль ауырлыҡтар менән көрәшен сағылдырған реалистик әҫәрҙәре. 50—60-сы йй. прозаһында модернист яҙыусылар К. Джакони (1927 й. тыуған), X. М. Вергара Прието (1928 й. тыуған), Э. Лафуркада, X. Ласо, П. Гарсия һ. б. ижады күренекле урын биләй. XX б. икенсе яртыһы яҙыусылары араһында Хосе Доносоны (1924—1996) һәм уның «Коронация» (1957), «Место без границ» (1965), «Непристойная ночная птица» (1970) романдарын, шағир һәм прозаик Роберто Боланьоның (1953—2003) «Озверевшие сыщики» (1998) һәм тамамланмаған «2666» (2004) романдарын атарға була. Хәҙерге заман романсылары араһында яҙыусы Исабель Альендены (1942 й. тыуған) атарға була, шулай уҡ уны «итәк кейгән Габриэль Гарсиа Маркес» тип тә йөрөтәләр. Уның киң танылыу алған романдары — «Дом духов», «Любовь и тьма» һәм «Эва Луна».
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең төньяғындағы боронғо мәҙәниәттәрҙән ҡәлғә һәм тораҡ емереклектәре генә ҡалған. Атакама сүллегендәге индей тораҡтарында индейҙар таштан һәм кактустан, ә көньяҡ үҙәндәрҙә — ылымыҡ һәм ағастан өйҙәр һалған. Беренсе чили ҡалаһы Сантьягоның (1541 й. нигеҙ һалынған) тирә-яғында колониаль осор биналары — собор (1541—1619; яңы бина — 1780—1799, архитектор X. Тоэска-и-Ричи, 1745—1799) һәм ратуша (кабильдо; 1775—1807, архитекторы X. Тоэска-и-Ричи, М. де Хара Кемада) Пласа де Армас тигән үҙәгенән таралған урамдарҙың тура мөйөшлө селтәренә эйә була (көнсығыш — көнбайыш, төньяҡ — көньяҡ). Күпселеге XVI—XVIII бб. төҙөлгән бер ҡатлы биналары (патио-ихаталары, порталдары һәм тәҙрәләренәге семәрле металл рәшәткәләре менән) ер тетрәүҙәр һәм янғындар арҡаһында емерелеп бөткән. Сантьягола Сан-Франсиско (1572—1618), Санто-Доминго (XVII—XVIII б.) сиркәүҙәре һаҡланған. Ла-Монеда һарайы (1780—1805, архитекторҙары X. Тоэска-и-Ричи, А. Кабальеро) — классицизмдың үҙенсәлекле өлгөһө.
Колониаль бойондороҡлоҡтан ҡотолғандан һуң француз архитектура-художество мәктәбе йоғонтоһо көсәйгән. 1841—1853 йылдарҙа Сантьягоны яңыртып төҙөү проекты төҙөлгән, 1850 йылда архитектор К. Ф. Брюне де Бен (1788—1855) Сантьяго ҡалаһында Чили университеты янында һәм Келли ҡалаһында беренсе милли архитектура мәктәбенә нигеҙ һалған һәм шунда уҡ Пласа де Армасты уратып урынлашҡан «Театро мунисипаль» (1853), аркадалы пассаж Мак-Клюр төҙөлгән. Итальян архитекторы Э. Келли (1830—1890) Л. Эно (1790—1880) менән бергә «Театро мунисипаль» (1873) бинаһын яңыртыу һәм сиркәү төҙөлөшөн етәкләгән; Сантьягола Милли конгресс бинаһын төҙөгән (1876). XIX быуаттың 2-се яртыһында чили архитектура мәктәбе вәкилдәренең эштәре кренә. Тәүге милли архитекторҙар араһында: X. Гандарильяс (1810—1853), М. Альдунате (1815—1900), Вальпараисола (1867—79) Консистория һәм полиция казармаһы бинаһын төҙөгән; (1854—74, Л. Эно башлаған) Чили университетын тамамлап ҡуйған Ф. Вивасета (1829—90), Сантьягола Эль Кармен Альто (1865) сиркәүе һәм Сан-Франсиско (1860) сиркәүе ҡыңғыраулығы авторы; Вальпараисола музей, Сантьягола Үҙәк почтамт һәм «Сан-Карлос» (1870) галереяһын төҙөгән Р. Браун (1847—85). XIX быуат аҙағында архитектурала, башлыса, ҡунаҡханалар һәм шәхси йорттар төҙөлөшөндә эклектизм беленгән, ә XX быуат башында «модерн» стиле таралған.
20-се йылдарҙа сит ил йоғонтоһонан азат булған һәм халыҡ архитектураһы менән бәйле архитектура йүнәлеше үҫешкән. Сантьяго (1938—1942) үҙәген яңынан ҡороу милли ҡала төҙөлөшөнә етди өлөш индергән. Пласа де Армас майҙаны периметрында ҡалҡып сыҡҡан монументаль биналар баш ҡаланың яңы ҡала төҙөлөшө нигеҙен булдыра. 50-се йылдарҙан башлап Сантьяго тирә-яғында: Арикала, Антофагастала һ. б. ҡалаларҙа (архитекторҙар К. Брешани, Г. Вальдес, Ф. Кастильо, К. Гарсия Уйдобро) торлаҡ йорттарҙы комплекслы төҙөүгә иғтибар ителә.
60-сы — 70-се йылдар башына иҫке ҡала үҙәктәрен яңынан үҙгәртеп ҡороуға һәм бик бейек йорттар төҙөүгә (Сантьягоның 4 районын яңынан ҡороу проекты, 1965—1969, архитекторҙар Г. Сен-Жан һ. б.) йүнәлеш алынған; шул уҡ ваҡытта ер тетрәүҙәргә бирешмәҫлек 20 һәм унан да бейегерәк ҡатлы йорттар төҙөү мөмкинлеге лә ҡаралған. 1962—1963 йй. Сантьягола архитектор Э. Дуарт (1917 -) һәм Л. Митровиц төҙөгән фабрика — сейсмик сыҙамлы бина миҫалы. Фасадтың монолит бетон рәшәткәһе, бер үк ваҡытта ҡояштан һаҡланыу ҡоролмаһы функцияһын үтәп, буй диуарҙарҙың ныҡлығын тәьмин итә. «Гонсалес Кортес» (1960—1963, архитекторҙар С. Гонсалес, Э. һәм X. Мардонес, X. Поблете) торлаҡ комплексы, Дәүләт техник университеты (1962—1965, архитекторҙар К. Брешани, Г. Вальдес, Ф. Кастильо, К. Гарсия Уйдобро) комплексы, «Каррера» һәм «Портильо» (архитекторҙар X. Смит Миллер, М. Лира) ҡунаҡханалары, Хоҡуҡ мәктәбе (архитектор X. Мартинес), БМО-ның Латин Америкаһы өсөн иҡтисади комиссияһы (ЭКЛА, 1960—66, архитектор Э. Дуарт) Сантьяголағы бинаһы хәҙерге заман архитектураһы өлгөһө булып тора.
Һынлы сәнғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чилиҙа боронғо индей мәҙәниәте, шул иҫәптән атакама (төньяҡта) һәм араукан (көньяҡта) ҡалдыҡтары: геометрик һүрәттәр һәм хайуандар һындры менән биҙәлгән керамик эшләнмәләр һаҡланған. Сан-Педро-де-Атакамала ҡаялағы һүрәттәр табылған. Пасхи утрауында боронғо гигант таш һындар, ағас һауыт-һаба һаҡланған.
Колониаль осорҙа дини рәсем сәнғәте өҫтөнлөк иткән. XIX быуаттың 1-се яртыһында Чилиҙа башлыса сит ил оҫталары: Р. О. К. Монвуазен, Йоганн Мориц Ругендас, Ч. Вуд (1793—1856) һ. б. эшләгән. 1849 йылда Сантьягола Күркәм сәнғәт мәктәбе ойошторола. Тәүге чили рәссамдары араһында Ф. X. Мандьола (1820—1900), А. Гана (1823—1846) кеүек портретистар билдәле булған. XIX быуаттың 2-се яртыһында танылған чили рәссамдары Педро Лира, М. А. Каро (1833—1903), Косме Сан-Мартин (1850—1905), Альфредо Валенсуэла Пуэльма (1856—1909) һ. б., үҙҙәренең ижадында, академик романтизм һәм классицизм принциптары менән реализм һыҙаттарын ҡатнаштырып, милли пейзаж һәм тарихи рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалған. XIX б. аҙағы — начала XX б. башының билдәле оҫталары Альберто Валенсуэла Льянос (1869—1925) һәм X. Ф. Гонсалес (1853—1933) XX быуаттың 10-сы йй. чили сәнғәтендә үҫеш алған импрессионизмдың көслө тәьҫире аҫтында эшләгән. Испан рәссамы Фернандо Альварес де Сотомайор (1875—1960) нигеҙ һалған «Йөҙйыллыҡ» (1910—13) төркөмөнән чили рәсем сәнғәтенең бик күп күренекле рәссамдары: А. Гордон (1883—1945), Э. Пласа (1892—1947), Пабло Бурчард (1873—1960) һ. б. сыҡҡан.
1927—1930 йй. «Монпарнас» төркөмөнән Чилиҙа таралған күп модернистик ағымдар: сюрреализм (Себастьян Роберто Матта), кубизм (Камило Мори, 1896—1973), абстракционизм (Н. Антунес, 1918 й. тыуған; Э. Саньярту, 1921 й. тыуған) сыҡҡан. Шул осорҙа яңы милли реалистик сәнғәт барлыҡҡа килгән. График К. Эрмосилья Альварес һәм рәсем сәнғәте оҫтаһы М. Бонта (1898 й. тыуған) үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡ тормошон сағылдырған. Уларҙың ижады һәм Мексиканың революцион сәнғәте артабанғы рәссамдар тоҡомона йоғонто яһаған, улар араһында живописец һәм график X. Вентурельи, монументалист П. Лобос (1918 й. тыуған), ҡатын-ҡыҙ рәссам К. Сереседа (1927 й. тыуған), монументалист һәм график X. Эскамес айырылып тора.
Чилиҙың тәүге билдәле скульпторҙарының береһе А. Сантелисес (1734—1818). XIX—XX б. башында Чили скульптураһында академизм өҫтөнлөклө булған. Н. Пласа (1844—1918) һәм бигерәк тә В. Ариас (1855—1941) ижадында реалистик тенденциялар үҫеш алған. XX б. уртаһында чили скульптураһында Боронғо Америка сәнғәтенең (Л. Домингес, 1901—63) монументаль һәм экспрессив формалары тергеҙелгән; Самуэль Роман Рохас, 1907—1990; Модернистик ағымдар (М. Т. Пинто, 1910 й. тыуған), (X. Перотти, 1898—1956, М. Кольвин, 1917 й.тыуған) таралған.
Музыка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо музыкаль мәҙәниәтте чили аборигендары тоҡомдары, беренсе сиратта, араукандар һаҡлаған. Уларҙың яңғыҙ һәм күмәк башҡарылған йырҙары (лирик, мөхәббәт, балалар, хеҙмәт, хәрби, магик), индивидуаль һәм күмәк бейеүҙәре күп төрлө. Араукандарҙың музыкаль инструменттары — һуҡма (культрун барабаны, гөрөлдәк уада), тынлы (трутрука, лолкинь, кюлькюль, пифюлька). Чили халыҡ креоль музыкаһына хас йыр һәм йыр-бейеү жанрҙары — тонада, самакуэка (йышыраҡ куэка), куандо. Төп музыка ҡоралдары — гитара, арфа, шулай уҡ профессиональ халыҡ йырсылары (уасо) файҙаланған гитаррон.
Профессиональ музыка сәнғәте бойондороҡһоҙлоҡ һәм республика өсөн көрәш йылдарында үҫешә башлай. XIX б. 1-се һәм 2-се яртыһы башында Сантьягола филармоник йәмғиәт (1827), беренсе музыка мәктәбе (1849, 1851 й. консерватория), «Театро мунисипаль» (1857) ойошторолған. Илдең музыкаль тормошо сит ил гастролёрҙары (1830 й. тәүге тапҡыр итальян опера труппаһы сығыш яһай) ҡулында булған. XIX б. чили композиторҙары М. Роблес (тәүге чили патриотик йыры авторы), X. Сапиола (прогрессив йәмәғәт эшмәкәре, эшселәр араһында музыкаль хәрәкәт башлаусы, публицист), Э. Ортис де Сарате (тәүге чили операһы — «Цветочница из Лугано», 1895 авторы).
XX б. 1-се яртыһында ике төп йүнәлеш: чили музыкаһының милли стиле яҡлылар, — үҙҙәренең ижадында креоль һәм араукан фольклорын эшкәртеүсе Карлос Лавин, Педро Умберто Альенде, К. Исамит Аларкон, X. Уррутия Блондель; ижадтары европа музыкаль ағымдары менән бәйле музыканттар (импрессионизм, экспрессионизм, неоклассицизм), — Энрике Соро, А. Котапос, Доминго Санта-Крус Вильсон, Альфонсо Летельер Льона, шулай уҡ Xуан Оррего Салас (1961 йылдан — АҠШ-та), К. Ботто, К. Риеско, А. Монтесино, Густаво Бесерра-Шмидт формалашҡан.
Сантьягола Чили Симфоник оркестры (1941 й. нигеҙ һалынған), Сантьяго Муниципаль симфоник оркестры (1955 й. нигеҙ һалынған), Чили университеты хоры (1945 й. нигеҙ һалынған), Сантьяго ҡыллы квартеты (1954 й. нигеҙ һалынған), Чили Милли консерваторияһы, Музыка сәнғәтен таратыу институты (1940 й. нигеҙ һалынған) урынлашҡан.
Балет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чили профессиональ балет сәнғәте тураһында тәүге мәғлүмәттәр XIX б. уртаһына ҡарай. Сантьягола 1857 йылда «Театро мунисипаль» театрында спектаклгә балет дивертисменттары индерелгән итальян операһы ҡуйыла. 1873 йылдан инде балет тамашалары күрһәтелгән. Европа балериналары — Дж. Энгельмайер, Б. Бьянки, Э. Лураски саҡырыла. 1917—1918 йй. Чилиҙа Анна Павловна Павлова труппаһы гастролдә булған. 1921 йылда уның бейеүселәренең береһе, Я. Кавесский, 1938 йылға тиклем Сантьягола беренсе балет мәктәбен асҡан. Фольклор бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныу артҡан. 1942 йылда «Театро мунисипаль» Р. Асеведо Рапосоның индей ҡәбиләләренең йола бейеүҙәрен файҙаланған «Кауполикан» опера-балетын ҡуйған.
Икенсе донъя һуғышы йылдарында Чилиға европа бейеү коллективтары, шул иҫәптән Чили университетының Музыка таратыу Институтында Йосса (Германия) труппаһы музыканттары Э. Утхофф һәм Л. Ботка тәүге даими милли труппа булдырған. Труппаның регуляр сығыштары 1945 йылда башланған. 1957 йылдан труппа Милли балет тип атала. Утхофф Лео Делибтың «Коппелия» балетын (1945), Рихард Штраустың «Иосиф тураһында легенда»һын (1947), Кристоф Виллибальд Глюктың "Дон Жуан"ын (1950) һ.б. ҡуйған. Репертуарға шулай уҡ Йосстың «Зелёный стол» һәм Ф. Коэндың «Блудный сын», А. Тансмандың «Большой город», Георг Фридрих Гендель музыкаһына Хуан Оррего Салас эшкәрткән «Юность» балеттары ингән. 1967 йылдан труппаны К. Чавестың "Калаукан"ын, Фальябельиның "Пустой стул"ын (1968) һ. б. ҡуйған П. Бунстер етәкләгән.
1949 йылда балетмейстерҙар Н. Гривцова һәм В. Сулима классик бейеү мәктәбе һәм труппа булдырған. Улар Борис Владимирович Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны» балетын, Арам Ильич Хачатурян музыкаһына «Маскарад» һәм Р. Асеведоның «Три паскуалы» милли балеттарын ҡуйған. 1959 йылда бейеүсе һәм хореограф О. Чинтолези «Театро мунисипаль» театры эргәһендә «Эль бальет де арте модерно» (1965 йылдан — Муниципаль балет; 1966 й. тиклем етәкләгән) труппаһын формалаштырған. Труппа классик мәктәпкә нигеҙләнгән. Европа һәм америка балетмейстерҙары Серж Лифарь, А. Томский, М. Дейл, Н. Березов ҡуйған классик балеттарҙан тыш, милли фольклор элементтарын файҙаланған спектаклдәр («Бүре», «Ҡанлы туй») ҡуйылған. XX быуаттың 60-сы йылдарынан башлап чили труппалары репертуарында — латин америка тематикаһына балеттар: Альберто Хинастерҙың «Сурасо»һы (1962, балетмейстер П. Бунстер), Xуана Оррего Саластың «Урам гимнасты» һ. б. булған.
Драма театры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чили театр сәнғәтенең сығанағы урындағы халыҡтың йолаларында, культ церемонияларында. XVII—XVIII быуаттарҙа иезуиттар фольклор элементтары индерелгән дини сюжеттарҙы уйнаған; уҡыусылар, һөнәрселәр үҙҙәре ижад иткән комедияларҙы («Чили Геркулесы») уйнаған. XVIII быуат аҙағында ваҡытлыса театрҙа X. Рубионың тәүге даими труппаһы изгеләр һәм вельможалар хөрмәтенә спектаклдәр һәм испан пьесаларын ҡуйған.
1802 йылда Сантьягола Олаэс милли труппаһы менән Беренсе публика театры асылған. Бында испан, шулай уҡ милли драматургияға нигеҙ һалыусы X. Эганьиҙың популяр пьесалары: «Бурыс мөхәббәтте еңә», «Пифагорҙың магик квадраты» һ.б. ҡуйылған. Труппа актёрҙары араһында Н. Брито һәм X. Моралес булған. 1815 йылда Сантьягола ябыҡ «Колисео» театры, 1820 йылда — Баш театр (боронғо грек пьесаларын, шулай уҡ аргентина һәм чили драматургтары пьесаларын ҡуйғандар) төҙөлгән. Труппа етәксеһе Латорре тәүге актёр оҫталығы педагогы ла булған. 1842 йылда Андрес Бельоның «Любовь поэта» пьесаһы менән Чили университеты театры (1857 йылдан — «Театро мунисипаль») асылған. XIX быуатта (шул иҫәптән хосуси) театрҙар илдең күп ҡалаларында булдырылған.
Танылған сит ил актёрҙары һәм режиссёрҙары: К. Агилар, Л. А. Моранте, X. А. Касакуберта, Ф. Касерес, X. Монтеро, П. Вила һ. б. Чили сәхнә сәнғәте үҫешенә күп өлөш индерә. XIX быуаттың 2-се яртыһында чили театры драматург-костумбристар, шул иҫәптән Д. Баррос Грес әҫәрҙәренә («Как в Сантьяго?» (1875), «Рыбак рыбака видит издалёка» (1879), «Репетиция комедии» (1889) һ. б.) мөрәжәғәт иткән. 1871 йылда драматургтар һәм актёрҙар Драма һөйөүселәр түңәрәгенә берләшкән. Әммә театрҙар репертуарында испан авторҙары әҫәрҙәре өҫтөнлөк иткән. Үҙгәрештәр XX быуат башында В. Д. Сильваның милли тормош темаһына яҙылған етди пьесалары һәм Э. Барриостың психологик драмалары донъя күргәндән һуң күҙәтелгән.
1912 йылда Драматургтар йәмғиәте, ә 1915 йылда — Театр актёрҙары йәмғиәте барлыҡҡа килгән. Милли театр үҫешендә актёр һәм драматург К. Карьола мөһим роль уйнаған. XX быуаттың 20-се йылдарында Театр актёрҙары синдикаты (1954 йылда Театр актёрҙары йәмғиәте менән ҡушылған) барлыҡҡа килгән. Чили театры формалашыуҙа А. Брюле, Л. Кордова, Р. Фронтаура, Э. Пуэльма, А. Флорес һ. б. хеҙмәттәшлек иткән Милли драматик компания (1913 йылда нигеҙ һалынған) һәм Брюле-Баген труппаһы (1917 йылда нигеҙ һалынған) эшмәкәрлеге мөһим әһәмиәткә эйә була. Театр репертуарына милли драматургия классиктары А. Асеведо Эрнандес, А. Мук һәм X. Луко Кручаги пьесалары ингән.
XX быуаттың 30-сы йылдарында испан актрисаһы Маргарита Ширгуның ижади эшмәкәрлеге Чили театр тормошон йәнләндергән (репертуарға Федерико Гарсиа Лорка әҫәрҙәре һ.б. ингән). Ижтимағи һәм әхлаҡи мәсьәләләргә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килгән. Илдең сәхнә сәнғәтенә эшмәкәрлеге әһәмиәтле булған Чили университетының эксперименталь театрҙары (1941) һәм Чили Католик университеты (1943) барлыҡҡа килгән. Тәүгеһенең етәксеһе — П. де ла Барра актёр кадрҙары әҙерләгән, юғары художество кимәлендәге әҫәрҙәр ҡуйған. Бында актёрҙар һәм режиссёрҙар: М. Малуэнда, Р. Парада, Э. Мартинес, Р. Сотокониль, М. Гонсалес, Виктор Хара һ.б. үҫеп сыҡҡан. 1946 йылда был театр актёрҙары һәм һәүәҫкәрҙәре төркөмө, шул иҫәптән драматург Ф. Жоссо, Константин Сергеевич Станиславский идеяларын тормошҡа ашырыу маҡсатын ҡуйған Бойондороҡһоҙ театр төҙөгән.
1959 йылда Чили университетының Эксперименталь театры нигеҙендә Театр институты булдырылған. 1955—65 йй. Чили Католик университеты театры Лимала, Мадридта, Парижда, Буэнос-Айреста һәм Мексикала гастролдә булған. Уның эшмәкәрҙәре П. Мортейру, С. Пинейро, А. Гонсалес киң билдәле. XX быуаттың 50-се йылдарында Чильян ҡалаһындағы Чили университеты филиалдарында эксперименталь театрҙар (етәксеһе — режиссёр һәм драматург Э. Гахардо), Вальпараисо Театр берләшмәһе (етәксеһе — режиссёр һәм драматург М. Портной), Консепсьон университеты театры барлыҡҡа килгән. 1950—1960-сы йылдарҙа ижтимағи йүнәлештәге драмалары: С. Водановичтың («Сенатор с плохой репутацией», «Пусть собаки лают», «Виноградники» һ.б.); Ф. Жоссоның «Ростовщик» киҫкен социаль пьесаһы; Эгон Вольфтың драмалары («Дети страха», «Тряпичные пары», «Интервенты»); И. Агирре («Посёлок Надежда», М. Рохас менән берлектә) ижад ителгән.
Кино
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чилиҙа милли кино 1902 йылда барлыҡҡа килгән, Сантьягола билдәһеҙ оператор таҫмаға янғын һүндереүселәрҙең манёврҙарын төшөргән. 1910 йылда Чили бойондороҡһоҙлоғоноң 100 йыллығын байрам итеү айҡанлы «Открытие трансандской чилийско-аргентинской дороги», «Достопримечательности селитряных рудников», «Открытие дворца изящных искусств» һ. б. фильмдары сыҡҡан. Был осорҙа артабан режиссёр булып киткән актёрҙар П. Сьенна һәм Н. де ла Сотта кинола төшкән. Рәссам-карикатурист X. Делано (Коке) У. Росас менән берлектә «Лотерейный билет» (1914) сатирик фильм төшөргән. XX быуаттың 20-се йылдарында Чилиға сит ил продюсерҙары килә. Итальян операторы С. Джамбастиани «Джамбастиани-фильмс» киностудияһына, ә финанс магнат X. Фрей — «Ханс Фрей-фильме» студияһына нигеҙ һалған. Джамбастиани студияһында иң ҡыҙыҡлы «телһеҙ» фильмдар (режиссёрҙар Сьенна һәм Деланоның «Колода смерти» фильмы, 1916; режиссёр Г. Буссениустың «Агония араукана» фильмы, һәм режиссёр Сьеннаның «Человек из стали» фильмы, икеһе лә — 1917 йылда).
Гуманизм менән билдәләнгән үткер тәнҡитле социаль темаларға фильмдар булдырған режиссёр Сьенна ижады реализм үҫешенә ярҙам иткән: «Паяцы уходят» (1921), «Рывок расы» (1922), «Крик в море» (1924), «Гусар смерти» (1925, фильмдың нигеҙенә бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш тарихының ысын ваҡиғалары һалынған). Режиссёр Сотта шул уҡ темаларҙы: «Ласточка» (1924), «Молодость, любовь и грех» (1926) фильмдарында үҫтергән. Деланоның «Клянусь больше не любить» (1924), «Свет и тень» (1926), «Улица мечты» (1929) фильмдары социаль проблематикаға бағышланған.
20-се йылдар аҙағында чили кинематографияһында америка кино сәнәғәтселәре өҫтөнлөк иткән, АҠШ-тан индерелгән фильмдар күрһәтелгән. 1934 йылда режиссёр Делано «Север и юг» тигән тәүге тауышлы фильм төшөргән. 1934—1938 йылдарҙа нигеҙҙә ҡыҫҡа метражлы документаль һәм хроникаль фильмдар төшөрөлгән. Режиссёр Деланоның «Девушка из Крильона» (1941) һәм «Таков Голливуд» (1944) ижтимағи-сәйәси комедиялары ғына улар сафына инмәй. 1950—1960-сы йылдарҙа чили киноһы төшөнкөлөк кисергән, бары тик 13 тулы метражлы фильм (шуның 5-әүһен сит ил режиссёрҙары ҡуйған) сығарылған.
50-се йылдар аҙағында яңы этап башланған. Сантьяго ҡалаһындағы Чили Католик университетында махсуслаштырылған документаль фильмдар сығарыусы Киноинститут (1958) асылған (мәҫәлән, режиссёр Р. Санчестың дини йолаларҙың серлелеге тураһында «Тело и кровь» фильмы, 1962). 1960 йылда Чили университеты эргәһендә Экспериментального кино бүлеге һәм Синематека булдырылған. Йәш режиссёрҙар «Путешествие в Сантьяго» (1960), «Пусть собаки лают» (1961), «Возвращение к молчанию» (1966, режиссёр Н. Крамаренко) фильмдарын төшөргән.
Сальвадор Альенде хөкүмәтенең власҡа килеүе менән кинотеатрҙарҙың бер өлөшө һәм «Чиле-фильмс» киностудияһы (1942 йылда нигеҙ һалынған) националләштерелгән. Киностудияла коммунистик һәм революция йүнәлешендәге фильмдар төшөрөү эшенә тотоналар. «Земля обетованная» и «Товарищ Президент» (режиссёр Мигель Литтин), «Первый год» (режиссёр Патрисио Гусман), «Одной молитвы мало» (режиссёр А. Франсия), «Благотворитель» (режиссёр Б. Гебель) — шул осор фильмдары.
1973 йылдың сентябре хәрби түңкәрелешенең тәүге көндәрендә «Чиле-фильмс» студияһы туҙҙырылған, Альенде хөкүмәте дәүерендә төшөрөлгән киноархив һәм таҫмалар яндырылған, более 100-ҙән артыҡ кинематографистар хәбәрһеҙ юғалған.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чилиҙа футбол киң танылыу алған. Футбол милли федерацияһына 1895 йылда нигеҙ һалынған. 1933 йылдан даими рәүештә Чилиҙа Футбол буйынса чемпионат уҙғарыла. Чили йыйылма командаһы — 1962 йылда уҙғарылған Футбол буйынса донъя Чемпионатының бронза чемпионы була. Чилиҙа популяр спорт төрҙәре: баскетбол, еңел һәм ауыр атлетика, фехтование, бейсбол, гимнастика, тау саңғыһы, һыу аҫты һунары, дзюдо, шахмат, велосипед һәм ат спорты.
Чили Латин Америкаһы илдәренән беренсе булып олимпия аренаһына сыға (1896 йылда) һәм Олимпиада уйындарының күпселегендә (1900, 1904, 1908, 1932, 1980 йй. Олимпия уйындарынан башҡа) баскетбол, бокс, еңел атлетика, атыу, велосипед, ат һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Чили командаһы һыу аҫты һунары буйынса донъя чемпионы була (1971). Атыу буйынса танылған донъя спортсылары араһында X. Э. Лира (1965) һәм Хоттар (1966), һыу аҫты һунарсылары араһында — Р. Чоке (1971), марафон йүгереүе буйынса донъя рекордсмены X. Хорнер Баскуньян (1918; уның рәсми булмаған донъя рекорды фәҡәт 1962 йылда ғына аша атлап үтелгән).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чили мәҙәниәте Викимилектә |
- Южная Америка (из серии «Страны и народы»), Москва, «Мысль», 1983, стр 152—154
- Культура Чили, под ред. С. А. Гонионского и В. А. Кузьмищева. М.: Наука, 1968. 296 с.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |