Эстәлеккә күсергә

Станиславский Константин Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Станиславский Константин Сергеевич
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 (17) ғинуар 1863[3]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 7 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][4][1][…] (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Атаһы Сергей Владимирович Алексеев[d]
Әсәһе Елизавета Васильевна Яковлева[d]
Бер туғандары Зинаида Сергеевна Соколова[d] һәм Алексеев, Владимир Сергеевич[d]
Хәләл ефете Лилина Мария Петровна
Балалары Сергеев, Владимир Сергеевич[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө театр режиссёры, театр актёры, уҡытыусы, кинорежиссёр, актёр, режиссёр, уҡытыусы, театр белгесе, эшҡыуар
Эшмәкәрлек төрө Театр[5], актёрлыҡ оҫталығы[d][5], directing[d][5], театроведение[d][5], педагогика[5], Фильм[5], кинорежиссура[d][5] һәм менеджмент[d][5]
Эш урыны Мәскәү Художество театры
Уҡыусылар Мария Алексеевна Успенская[d], Ольга Владимировна Гзовская[d], Евгений Багратионович Вахтангов[d], Ричард Валентинович Болеславский[d], Алиса Георгиевна Коонен[d] һәм Михаил Александрович Чехов[d]
Кемдә уҡыған Федотова Гликерия Николаевна һәм Фёдор Петрович Комиссаржевский[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү[2]
Жанр Театр
Йоғонто яһаусы Генрик Иоган Ибсен
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың халыҡ артисы орден Красного орла
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][6]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Konstantin Stanislavski
 Станиславский Константин Сергеевич Викимилектә

Станиславский Константин Сергеевич (17 ғинуар 1863 йыл7 август 1938 йыл) — театр режиссёры, актёр, педагог һәм театр реформаторы. Йөҙ йыл барышында Рәсәйҙә һәм донъяла уғата ҙур популярлыҡ менән файҙаланған атаҡлы актёр системаһын булдырыусы. СССР-ҙың тәүге халыҡ артисы (1936)[7].

1888 йылда ул Мәскәү сәнғәт һәм әҙәбиәт йәмғиәтенә ойоштора. 1898 йылда Вл. И. Немирович-Данченко менән бергә Мәскәү Художество театрына нигеҙ һала.

Константи́н Серге́евич Станисла́вский (ысын фамилияһы — Алексе́ев) 1863 йылдың 17 ғинуарында Мәскәүҙә[8]]] С. И. Мамонтов һәм ағалы-ҡустылы Третьяковтар менән туған булған танылған сәнәғәтсенең күп балалы ғаиләһендә тыуа (ғаиләлә бөтәһе туғыҙ бала була)[9]. Атаһы — Алексеев Сергей Владимирович (1836—1893), әсәһе — Елизавета Васильевна (ҡыҙ фамилияһы Яковлева), (1841—1904).

Өлкән ағаһы — театр режиссёры һәм либреттолар яҙыусы Владимир Сергеевич Алексеев. Һеңлеһе — Зинаида Сергеевна Соколова (Алексеева), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артискаһы. Мәскәү ҡалаһы башлығы Н. А. Алексеев Константин Сергеевичтың ике туған ағаһы.

Крәҫтиән ҡыҙы Авдотья Назаровна Копылованан тыуған уның беренсе улын В. С. Сергеевты (1883—1941) Станиславскийҙың атаһы С. В. Алексеев уллыҡҡа ала. Шулай итеп, был балаға олатаһының исеме фамилия булып китә, атаһының исеме урынына ла олатаһының исемен ҡуллана, аҙаҡ ул Мәскәү дәүләт университеты профессоры, антик осор буйынса тарихсы булып китә[10].

С. В. Алексеев, К. С. Станиславскийҙың атаһы

Ҡатыны — Мария Петровна Лилина (1866—1943; ире буйынса — Алексеева) — Мәскәү художество театры актрисаһы.

1878—1881 йылдарҙа Лазарев институтында уҡый, артабан ғаилә фирмаһында хеҙмәт итә[11][11][12][12]. Ғаиләлә театр менән мауығалар, Мәскәүҙәге йорттарында театр тамашаһы өсөн махсус рәүештә яраҡлаштырылған зал була, ә Любимовкалағы имениеларында — театр флигеле.

1877 йылдан алып өйҙә Алексеев түңәрәгендә сәхнә тәжрибәһен туплай башлай. Иң яҡшы педагогтар етәкселегендә пластика һәм вокал менән көсөргәнешле шөғөлләнә, Кесе театр актёрҙары өлгөһөндә оҫталыҡҡа өйрәнә, Ленский, Музиль, Федотова, Ермолова уның кумирҙары була. Лекоктың «Графиня де ла Фронтьер» (юл баҫыусылар атаманы), Эрвеның (Флоридор) «Мадемуазель Нитуш» оперетталарында, шулай уҡ Салливандың (Нанки-Пу) «Микадо» Скомик операһында уйнай.

1884 йылдың декабрендә Покровский бульварында А. А. Карзинкин йортонда һәүәҫкәр сәхнәлә Станиславский Гоголдең "Өйләнеү"ендә Подлескин ролен беренсе тапҡыр башҡара. Йәш актёрға спектаклде сәхнәгә ҡуйған Кесе театр артисы М. А. Решимов етәкселегендә лә беренсе тапҡыр эшләргә тура килә.

1886 йылда Константин Алексеевты Рус музыка йөмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе һәм уның эргәһендә эшләп килгән консерватория дирекцияһы ағзаһы һәм казначейы итеп һайлайҙар. П. И. Чайковский, С. И. Танеев, С. М. Третьяковтар консерватория дирекцияһы буйынса уның иптәштәре була. Йырсы һәм педагог Ф. П. Комиссаржевский һәм рәссам Ф. Л. Соллогуб менән Алексеев Мәскәү Сәнғәт һәм Әҙәбиәт Йәмғиәте проектын (МОИиЛ) эшкәртә, был эшкә үҙенең шәхси финанстарын да тотона. Тап ошо ваҡытта үҙенең ысын фамилияһын йәшереү өсөн ул сәхнә өсөн Станиславский фамилияһын ала.

К. С. Алексеев Генрик Ибсендың «Халыҡ дошманы» пьесаһында локтор Штокман ролендә, 1900 йыл

Режиссёр А. Ф. Федотов менән осрашыу Йәмғиәт ойоштороуға этәргес бер көс була: Н. Гоголдең ул ҡуйған «Уйынсылар» спектаклендә Станиславский Ихаревты уйнай. Беренсе спектакль 1888 йылдың 8 (20) декабрендә ҡуйыла. МОИиЛ сәхнәһендә ун йыл эшләгәндә инде Станиславский танылған актёрға әйләнә, уның башҡарыуындағы байтаҡ ролдәр император сәхнәһендәге профессионалдарҙың иң яҡшы эштәре менән типә-тиң ҡуйыла: "Горькая судьбина"ла Ананий Яковлев (1888) һәм А. Писемскийҙың «Самоуправы» спектаклендә Платон Имшин; А. Островскийҙың "Бирнәһеҙ ҡыҙ"ында Паратов (1890); Л. Толстойҙың «Плодах просвещения»һында Звездинцев (1891). Йәмғиәт сәхнәһендә ҡуйылған тәүге режиссёр тәжрибәһе — П. Гнедичтың "Янған хаттар"ы спектакле (1889). 1885 һәм 1890 йылдарҙа юғары ҡуйылыш мәҙәниәте менән айырылып торған Мейнингенский театрының[13][./Станиславский,_Константин_Сергеевич#cite_note-klim-12 [12]][13] Рәсәйҙә булып үткән гастролдәре театр йәмәғәтселегендә, шул иҫәптән Станиславскийҙа ла ҙур тәьҫораттар ҡалдыра. 1896 йылда Станиславский ҡуйған «Отелло» тураһында Н. Эфрос түбәндәгеләрҙе яҙа: «Мейнинген театры актёрҙары К. С. Станиславский хәтерендә юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған, күрәһең. „Отелло“ — шул идеалдарға табан яһалған ҙур аҙым»[14].

1891 йылдың ғинуарында Станиславский Сәнғәт һәм Әҙәбиәт Йәмғиәтендә рәсми рәүештә режиссура өлөшөнә етәкселекте үҙ өҫтөнә ала. К. Гуцковтың «Уриэль Акоста» (1895), «Отелло» (1896), Эркмана-Шатриандың «Поляк йәһүде» (1896), "Много шума из ничего"н (1897), «Ун икенсе төн» (1897), «Батҡан ҡыңғырау» (1898) спектаклдәрен ҡуя, Акоста, бургомистр Матис, Бенедикта, Мальволио, мастер Генрих ролдәрен уйнай. Станиславский «әҫәрҙең рухи асылын белеү өсөн режиссёр алымдарын эҙләү» менән шөғөлләнә.

Мәскәү Художество театры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1897 йылда Немирович-Данченко Станиславскийҙы театр торошона ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн осрашыуға саҡыра. Аҙаҡ Станиславский был осрашыуҙы, театр булдырыуҙың тәүге мәле, тип атай.

14 (26) июня 1898 йылдың 14 (26) июнендә Мәскәү янындағы Пушкинола Художество театрының Немирович-Данченконың Филармония буйынса уҡыусылары һәм Сәнғәт һәм әҙәбиәт йәмғиәтенең һәүәҫкәр артистарынан торған труппаһы эшләй башлай. Репетицияларҙың тәүге айында уҡ етәксе вазифалар бүленешенең шартлы булыуы асыҡлана. «Батша Фёдор Иоаннович» трагедияһы репетицияларын Станиславский башлап ебәрә, Немирович-Данченко Фёдор батша роленә дәғүә иткән алты актёр араһынан үҙенең уҡыусыһы И. В. Москвинға өҫтөнлөк бирә. Станиславский, «Батша Федор»ҙан Мәскәү художество театрының тарихи-көнкүреш йүнәлеше башланала инде, тип иҫәпләй.

К. Станиславский, 1912 йыл.

М. Горькийҙың «На дне» (1902) пьесаһын сәхнәләштергәндә Станиславский һәм Немирович-Данченконың бер үк мәсьәләгә ике төрлө ҡарашта булыуҙары асыҡлана. Театр эшләй генә башлағанда режиссёр өҫтәле артында ике етәксе лә ултырыр була. 1906 йылдан «һәр беребеҙҙең үҙ өҫтәле, үҙ пьесаһы һәм үҙ постановкаһы булды, сөнки һәр беребеҙ, театрҙың дөйөм, төп принцибына тоғролоҡ һаҡлап, үҙ юлы менән барырға теләне», — тип аңлата аҙаҡ Станиславский. «Брандт» — Станиславский үҙе генә ҡуйған тәүге спектакль. Шул осорҙа Станиславский Мейерхольд менән бергә Поварская урамында эксперименталь Студия аса (1905).

Станиславский-актёр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Станиславский актёр һөнәре буйынса үҙ алдына яңынан-яңы бурыстар ҡуя. Ул артисҡа сәхнәлә ижад итеү мөмкинлеген биргән система булдырырға теләй. Театр теорияһы һәм педагогика өлкәһендәге эҙләнеүҙәре нигеҙендә Станиславский Беренсе студияһын аса (уның спектаклдәре 1913 йылдан күрһәтелә башлай).

К. С. Станиславский Ленскийҙың особнягы декорацияларында Леонтьевский тыҡырығындағы театр-студия труппаһы менән (ок. 1922 й.)

Революциянан һуң Станиславский ҡуйған тәүге спектакль — Байрондың «Каин»ы (1920). Һис шикһеҙ «Ревизорҙы» (1921) ҡуйыуҙы ла еңеү тип атап була. Хлестаков ролен Станиславский күптән түгел генә уның 1-се студияһына күскән Михаил Чеховҡа бирә. 1922 йылда МХАТ (Мәскәү художество академия театры) Станиславский етәкселегендә Европа һәм Америкаға оҙайлы гастролдәргә юллана, унан Качалов труппаһының ҡайһы бер актёрҙары, Рәсәйгә ҡайтмайынса, сит илдә ҡалыуҙы хуп күрә.

20-се йылдарҙа таетрҙа быуындар алмашыныуы мәсьәләһе киҫкен тора; МХАТ-тың 1-се һәм 3-сө студиялары үҙаллы театрҙар булып китә; Станиславский уҡыусыларының «хыянатын» бик ауыр кисерә, шуға ла МХАТ студияларын Шекспирҙың "Король Лир"ының ҡыҙҙары исеме менән атай: 1-се һәм 3-сө студияларға Гонерилья һәм Регана, 2-се студияға Корделия[сығанаҡ 4596  көн күрһәтелмәгән] исемдәре бирелә. 1924 йылда Художество театры труппаһына, нигеҙҙә, 2-се студияла тәрбиәләнгән актёрҙар килә.

Станиславскийҙың 20—30-сы йылдарҙағы эшмәкәрлеге урыҫ сәхнә сәнғәтенең традицион художество ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә. .

МХАТ труппаһына 2-се студиянан һәм 3-сө студия мәктәбенән йәш көстәр килгәс, Станиславский улар менән шөғөлләнә һәм йөш режиссёрҙар ҡуйған эштәрҙе сәхнәгә сығара.

Тышҡы видеофайлдар
Видеозаписи Станиславского
Станиславский на репетиции, 1938 г.

1928 йылда МХАТ-тың юбилей кисәһендә Станиславский кисергән йөрәк өйәнәгенән һуң табиптар уға сәхнәгә сығыуҙы тыя. Станиславский 1929 йылда ғына эшен дауам итә ала, ул бөтә көсөн теоретик тикшеренеүҙәргә, «системаһын» ғәмәлдә һынап ҡарауҙарға, Ҙур театрҙағы үҙенең Опера студияһында (хәҙерге К. С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академия музыка театры) үткәрелгән занятиеларға йүнәлтә.

«Системаһын» камиллаштырыуҙы дауам итеп, «Сәнғәттәге минең ғүмерем» китабынан һуң (Америкала — 1924, Рәсәйҙә — 1926 йылда баҫылып сыға) Станиславский «Актёрҙың үҙ өҫтөндә эшләүе» китабының 1-се томын нәшриәткә ебәреп өлгөрә (1938 йылда нәшер ителә, үлгәндән һуң).

Станиславский 1938 йылдың 7 авгусында Мәскәүҙә вафат була. 9 августа Новодевичье зыяратында ерләнә.

Улы (никахтан ситтә тыуған) — В. С. Сергеев (1883—1941), танылған антик осор тарихсыһы[15]. Ейәне —танылған тарихсы һәм этнограф, СССР Фәндәр Академияһы академигы Ю. В. Бромлей.

Ҡыҙы — Кира Константиновна Алексеева-Фальк (1891—1977) рәссам Роберт Фалькта кейәүҙә була[16].

Һеңлеһе — Анна Сергеевна Алеева-Штекер (1866—1936), актриса.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙыл бөркөт ордены, Висбаден, 26 (13) апреля 1906[17][18]
  • Республиканың Халыҡ артисы (1923)
  • СССР-ҙың Халыҡ артысы (1936)
  • Ленин ордены (03.05.1937)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (13.01.1933)
  • Петербург Фәндәр академияһының нәфис әҙәбиәт разряды буйынса почетлы академигы, 20.03.1917 — Урыҫ теле һәм тел ғилеме бүлексәһе[19]
Файл:Памятник Станиславскому в Караганде.jpg
Ҡарагандылааҙағстан) К. С. Станиславскийға ҡуйылған һәйкәл
  • Липецк, Мәскәү, Силәбе, Өфө, Тула, Дондағы Ростов, Новосибирск, Түбәнге Новгород, Сочи, Адлер, Ҡаҙан, Тосно, Химки, Киев[20][./Станиславский,_Константин_Сергеевич#cite_note-20 [20]][20] Орск, Даугавпилс[21][./Станиславский,_Константин_Сергеевич#cite_note-21 [21]][21], Минск[22][./Станиславский,_Константин_Сергеевич#cite_note-22 [22]][22], Мелитополь һәм ҡайһы бер башҡа тораҡ пункттарында урамдарға уның исеме бирелгән.
  • 2010 йылдың 10 ғинуарында Ҡарағандыла урыҫ драма театры алдына Константин Станиславскийға һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәл бронзанан эшләнгән, режиссёр креслола ултырған килеш һынландырылған; постаментамент менән бергә һәйкәлдең бейеклеге 2,8 метр тәшкил итә[23].
  • К. С. Станиславский һәм Вл. И. Немировича-Данченко исемендәге Мәскәү музыка театры.
  • Станиславский электротеатры.
  • Константин Станиславский исемендәге Ереван урыҫ драма театры.
  • Константин Станиславский исемендәге Ҡарағанды урыҫ драма театры.
  • К. С. Станиславский исемендәге Ҡарағалпаҡ дәүләт музыка драма һәм комедия театры.
  • Халыҡ-ара Станиславский премияһы — театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән ижад кешеләрен, шулай уҡ театрҙы әүҙем хуплаған эшлекле даирә вәкилдәрен бүләкләү өсөн. 1994 йылда Халыҡ-ара Станиславский фонды тарафынан булдырыла. Халыҡ-ара театр фестивалендә тапшырыла[24].
  • «Ышанам. Константин Станиславский» — ММКФ-тың почетлы призы.
  • 1998 йылда Рәсәй банкыһы, К. С. Станиславскийҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арнап, 2 һумлыҡ номинал менән ике көмөш тәңкә сығарҙы.

Почта маркаларында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәттәге образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118616765 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. 4,0 4,1 4,2 Станиславский Константин Сергеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 Чешская национальная авторитетная база данных
  6. https://data.performing-arts.ch/a/a0fb0c6b-db4e-4adb-9d4a-0af67d84111e / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  7. [ Константин Сергеевич Станиславский] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  8. Венгерова З. А. Станиславский, Константин Сергеевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Станиславский Константин Сергеевич (1863 - 1938). Русский биографический словарь. Театръ. Дата обращения: 7 декабрь 2012. Архивировано 7 декабрь 2012 года. 2013 йыл 17 март архивланған.
  10. Первый сын Кокоси / Алексеевы
  11. 11,0 11,1 Об учёбе братьев Алексеевых в Институте
  12. 12,0 12,1 Письма К. С. Станиславского
  13. 13,0 13,1 Климова Л. П. Режиссёрская реформа Московского Художественного театра // У истоков режиссуры: Очерки из истории русской режиссуры конца XIX — начала XX века: Труды Ленинградского государственного института театра, музыки и кинематографии. — Л., 1976. — С. 63.
  14. Цит. по: Климова Л. П. Режиссёрская реформа Московского Художественного театра // У истоков режиссуры: Очерки из истории русской режиссуры конца XIX — начала XX века: Труды Ленинградского государственного института театра, музыки и кинематографии. — Л., 1976. — С. 63.
  15. «Не многие знают, что у молодого, входящего в самостоятельную жизнь Кости Алексеева и Авдотьи Назаровны Копыловой, крестьянской девушки, взятой в дом Алексеевых из деревни, находящейся в Семеновской волости Серпуховского уезда Московской губернии, в середине июля 1883 года родился мальчик — его первый и внебрачный сын, которого нарекли Владимиром. Незаконнорождённого внука усыновил его дед, Сергей Владимирович Алексеев, и, по действующему в то время в России закону, мальчик получил отчество и фамилию по имени своего крестного отца (в данном случае и деда) Сергея, то есть стал Владимиром Сергеевичем Сергеевым. Молодую мать и её сына оставили жить в семье Алексеевых, мать называли Дуняшей, а её мальчика — Дуняшиным Володей, — в отличие от Владимира Сергеевича, старшего сына семьи Алексеевых. Дуняшин мальчик воспитывался совместно с младшими детьми Сергея Владимировича и Елизаветы Васильевны. Посторонним посетителям представляли Дуняшиного Володю, как воспитанника Констанина Сергеевича. <…> В. С. Сергеев состоял в гражданском браке с Наталией Николаевной Бромлей (1887—1982)» — Первый сын Кокоси // Балашов С. С. Алексеевы. — М.: Октопус, 2008. — 256 с. — ISBN 978-5-94887-063-2.
  16. А. Кентлер «Дело — табак»
  17. Вл. И. Немирович-Данченко. Из прошлого. — М.: Художественная литература, 1938. — С. 265. — 300 с. — 10 000 экз.
  18. Телеграммы наших корреспондентов. За границей. Русское слово (27 апрель 1906).
  19. Почётный академик
  20. 20,0 20,1 Имени Станиславского… Сайт, посвящённый К. С. Станиславскому. Дата обращения: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2009 йыл 1 сентябрь архивланған.
  21. 21,0 21,1 Решение Горисполкома № 651 от 19.11.1953 г.
  22. 22,0 22,1 Вулица.бай — Улица Станиславского
  23. Памятник Станиславскому установили в Караганде. Взгляд (10 ғинуар 2010). Дата обращения: 10 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  24. Положение о порядке присуждения Международной Премии Станиславского 2016 йыл 7 март архивланған. — официальный сайт Международного фонда К. С. Станиславского
  25. 25,0 25,1 Булгаков М. А. Собрание сочинений. В 5 т. Т. 4. — М.: Художественная литература., 1992.// А. Смелянский. Комментарии к ром. «Записки покойника». стр. 665—667.
  • Не верю
  • Предлагаемые обстоятельства
  • Сверхзадача
  • Система Станиславского