Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы
Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы | |
Дәүләт | Королевство Англия[d] |
---|---|
Урын | Королевство Англия[d] |
Ваҡиға ваҡыты | XV быуат |
Башланыу датаһы | 22 май 1455 |
Тамамланыу датаһы | 16 июнь 1487 |
Ҡатнашыусылар | Ланкастеры[d], Йорки[d], Ричард III[d] һәм Тюдоры[d] |
Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы Викимилектә |
Ал һәм аҡ раузалар һуғышы йәки Раузалар һуғышы (һуғыштары) (ингл. War(s) of the Roses) — 1455—1485 йылдарҙа Плантагенеттар династияһының ике тармағы — Ланкастерҙар һәм Йорктар яҡлылар араһында власть өсөн көрәштә инглиз аҡһөйәктәре династияһы араһында ҡораллы серияһы. Тарихи әҙәбиәттә низағтың хронологик сиктәре (1455—1485), һуғышҡа бәйле айырым бәрелештәр, күрһәтелгән датанан алда ла, һуңынан да күҙәтелгән. Ысынбарлыҡта оҙаҡҡа һуҙылған был низағты өс киҫкен стадияға бүрегә мөмкин: 1455—1464, 1469—1471 һәм 1483—1487 йылдар[1]. Һуғыш Генрих Тюдорҙың — Ланкастерҙар йортоноң династияны булдырған, Англия һәм Уэльс менән 117 йыл идара иткән ситтәге тармағының еңеүе менән тамамлана. Һуғыш Англия халҡына һиҙелерлек емереклектәр һәм бәлә-ҡаза килтерә, низағ барышында инглиз феодаль аҡһөйәктәренең күпселек өлөшө һәләк була.
Һуғыш сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш сәбәбе булып инглиз йәмғиәтенең бер өлөшөнөң Йөҙ йыллыҡ һуғыштағы уңышһыҙлыҡ һәм Генрих VI ҡатыны королева Маргаританың һәм уның фавориттары үткәргән сәйәсәт менән риза булмауы тора (король үҙе ихтыярһыҙ була, ваҡыты-ваҡыты менән аҡылын юғалта). Оппозицияны герцог Ричард Йорк етәкләй. Ул башта үҙенә юридик яҡтан һәләтһеҙ булған король өҫтөнән регентлыҡ, һуңынан — Англия тажын талап итә. Был дәғүәләргә нигеҙ булып Генрих VI-нең Джон Гонттың — король Эдуард III иҫән ҡалған өсөнсө улының ейәне, ә герцог Йорк — Лайонелдың — шул уҡ королдең иҫән ҡалған икенсе улының бүләһе (ҡатын-ҡыҙ яғынан, ир-ат яғынан ул Эдмундтың — Эдуард III бишенсе улының ейәне була) булыуы тора; шулай уҡ Генрих VI олаталары Генрих IV 1399 йылда тәхетте баҫып ала, король Ричард II тәхеттән баш тартырға мәжбүр итә һәм Ланкастерҙар династияһының легитимлығын шик аҫтына ҡуя[2].
Төп көс булып Франция менән һуғышта еңелгәндән һуң эшһеҙ ҡалған һәм күптәре Англиянан ситтә булған профессиональ һалтаттар тора һәм король власы өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Һуғыш улар өсөн ғәҙәти кәсеп була, тыныс тормошҡа ауыр яраҡлашалар, шуға күрә уларҙы ҙур инглиз барондарына хеҙмәткә яллана һәм уларҙың армиянһын тулыландыра. Шулай итеп, вельможаларҙың хәрби көс-ҡеүәте артыуы король власының абруйын байтаҡҡа ҡаҡшата.
Үрҙә аталған сәбәптәрҙән башҡа, тағы ла иҡтисади сәбәптәр була. XV быуат уртаһында Европа финанс көрсөгө кисерә. Тәңкәләр баҫтыру өсөн аҫыл металдар етешмәй, был королдең һәм шәхси кешеләрҙең ҡаҙна килемендә сағылыш таба, патронаж өсөн көрәште көсәйтә[3].
Атамаһы һәм символдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Раузалар һуғышы» атамаһы һуғыш дауамында ҡулланылмай. Рауза тамғаһы дошманлашҡан ике партияны айырыу билдәһе була. Беренсе тапҡыр кемдәр ҡулланғаны аныҡ билдәле түгел.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белая и алая розы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Акройд Питер. История Англии. Основание: От самых начал до эпохи Тюдоров / Пер. с англ. В. В. Краснянской. — М.: КоЛибри, Азбука-Аттикус, 2020. — 624 с. — ISBN 978-5-389-14821-5.
- Андре Бернар. История жизни и достижений Генриха VII / Пер. с лат., вступ. ст., комм. Д. В. Кирюхина. — М.; СПб.: Центр гуманитарных инициатив, 2017. — 144 с. — (MEDIAEVALIA). — ISBN 978-5-98712-724-7.
- Браун Е. Д. Войны Роз: История. Мифология. Историография. — М.-СПб.: Центр гуманитарных инициатив, 2016. — 208 с. — (MEDIAEVALIA). — ISBN 978-5-98712-645-5.
- Граммитт Дэвид. Война Алой и Белой розы. Краткая история / Пер. с англ. А. З. Колина. — М.: КоЛибри; Азбука-Аттикус, 2020. — 304 с.: ил. — ISBN 978-5-389-14651-8.
- Доэрти Мартин Дж. Война Алой и Белой розы. Конфликт, вдохновивший создателей «Игры престолов» / Пер. с англ. В. Гришановой. — Нур-Султан: Фолиант, 2019. — 224 с.: ил. — (Сумеречные времена истории). — ISBN 978-601-338-310-1.
- Ландер Джек Р. Войны Роз / Пер. с англ. А. А. Кралиной. — СПб.: Филол. факультет СПбГУ; Нестор-История, 2013. — 280 с. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-8465-1270-2.
- Ҡалып:Книга:Норвич Джон: История Англии и шекспировские короли
- Устинов В. Г. Войны Роз. Йорки против Ланкастеров. — М.: Вече, 2012. — 432 с. — (History files). — 2000 экз. — ISBN 978-5-9533-5294-9.
- Устинов В. Г. Ричард III. — М.: Молодая гвардия, 2015. — 288 с.: ил. — (ЖЗЛ). — ISBN 978-5-235-03852-3.
- Устинов В. Г. Столетняя война и Войны Роз. — М.: ООО «АСТ»; Астрель; Хранитель, 2007. — 637 с. — (Историческая библиотека). — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-042765-9.
- Хелемский А. Я. Рассказ о войне Алой и Белой Розы. — М.: МАКС Пресс, 2015. — 307 с.; 2-е изд.: М.: Системы, 2016. — 376 с.; М. : Изд-во МЦНМО, 2018. — 376 с.
- Clark, K.L. The Nevills of Middleham: England's most powerful family in the Wars of the Roses (инг.). — Stroud, Gloucestershire: The History Press (инг.)баш., 2016. — ISBN 978-0-7509-6365-7.
- Santiuste, David. Edward IV and The Wars of the Roses (билдәһеҙ). — Barnsley: Pen & Sword Books (инг.)баш., 2010. — ISBN 1844159302.
- Weir, Alison. Lancaster and York: The Wars of the Roses (инг.). — New York: Random House (инг.)баш., 1998. — ISBN 0-7126-6674-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы Викимилектә |
- Сайт о Войне Алой и Белой розы (инг.)
- Браун, Елена. Войны Роз . ПостНаука (28 июнь 2013).
- Настоящая «Игра престолов» в Англии: война Алой и Белой розы // Русская служба Би-би-си, май 2019 (инг.)
- «The Wars of the Roses», In Our Time, BBC Radio (инг.)