Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты | |
Башҡа исемдәре: |
Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты |
---|---|
Мөфтөй вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: | |
Штаб-квартира: |
Башҡортостан, Өфө, Чернышевский урамы, 103. |
Ойошҡан вакыты: | |
Структура: |
Имамдарҙың район советтары (мөхтәсибәттәр) |
Юғары уҡыу йорттары: |
«Ғәлиә», М. Солтанова ис., «Нур-аль-Иман» мәҙрәсәләре |
Баҫмалар: |
«Рисәләт», «Ислам и общество», «Диәнәт» |
Рәсми сайт: | |
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты — мосолман дини ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһында мосолман мәхәлләләренең бер өлөшөн берләштерә, уларҙың эшмәкәрлегенә етәкселек итә. 1917 йылда ойошторолған. Өфө ҡалаһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың 8 декабренән 20 декабренә тиклем Ырымбурҙа үткән III Бөтә башҡорт съезында диндең дәүләттән айырылыуы һәм бөтөн диндәрҙең дә тиң хоҡуҡлығы тураһындағы 12-се һанлы постановление раҫланды. Унда «Башҡортостандың диниә назараты, автономлы булараҡ, үҙенең мөмкинлектәренән сығып, дини һәм дини-мәҙәни һәм ағартыу учреждениелары (мәктәптәр, мәҙрәсәләр, китапханалар һ.б.) асырға хоҡуҡлы, тип белдерелгән»[1]. Һәр кантонда ҡазыйҙар һайлана. 1924 йылда Мосолмандарҙың Диниә Назараты Автономиялы Башҡорт ССР-ы мосолмандарының үҙәк диниә назараты (ЦДУМ БАССР) тип атала башлай. 1926 йылда БАССР ЦДУМ ҡарамағында 700 яҡын мәсет, шул иҫәптән Татар АССР-ы Ар кантонына ҡараған 9 мосолман мәхәлләһе[2], ә 1935 йылда — 300 ҡараған[3].
1920—1930 йылдарҙа, СССР-ҙың башҡа райондарындағы кеүек, Башҡорт АССР-ында ла дин менән көрәш йәйелдерелгән. Был көрәш мәсеттәрҙе емереү, дини уҡыу йорттарын ябыу, динлеләр араһында яңы байрамдар һәм традициялар индереүҙән ғибарәт булған. Сағыштырыу өсөн: әгәр 1927 йылда 2414 мәсет булһа, 1934 йылда — 323, ә 1940 йылда республикала ни бары 12 мәсет ҡалған булған. Мосолман руханиҙарының бер өлөшө репрессияға дусар ителгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына репрессиялар йомшарған.
1980 йылдарҙа республикала ябылған мәсеттәр яңынан тергеҙелә һәм яңылары төҙөлә, мосолман уҡыу йорттары асыла. 1990 йылда Өфөгә мосолмандар съезы саҡырыла. 1992 йылда Башҡортостан мосолмандары диниә назараты ойошторола.
Мөфтөйҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы — 1917 йылдан алып;
- Халиҡов Мансур Хатип улы — 1921—1923 йылдар;
- Заһитов Абдулнасыр — 1923—1924 йылдар;
- Ғатауллин Мөтиғулла — 1924—1936 йылдар;
- Камалетдинов Мотаһар Мирхәйҙәр улы — 1936 йыл;
- Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы — 1992—2019 йылдар;
- Бирғәлин Айнур Азамат улы — 2019 йылдан — х. в..
Урынлашҡан ере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлаша. 1923-1928 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Спасс урамы, 8-се һанлы йортта (хәҙерге Яңы Күпер урамы, Новомостовая (рус.)) эшмәкәрлек итә, артабан Ырымбур мосолмандар диниә йыйылышына ҡараған ике ағас йортта биләй.
1993-сө йылдың март айына тиклем Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Ижтимағи-сәйәси үҙәк бинаһында (Фрунзе урамы, хәҙерге ваҡытта Зәки Вәлиди урамы, 40-сы һанлы йорт), унан һуң Сочи урамы, 43-сө һанлы йортта урынлаша.
Хәҙерге ваҡытта Чернышевский урамы, 103-сө һанлы йортта эшмәкәрлек итә.
Уҡыу йорттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә
- «Ғәлиә» мәҙрәсәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Юнусова А. Б. К истории Духовного управления мусульман Республики Башкортостан // Мир Ислама. — 1999. — № 1/2. — С. 149—162.
- ↑ Хәҙерге Татарстандың Минзәлә районы
- ↑ Валеева М. Г. Духовное управление мусульман Республики Башкортостан. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 264. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валеева М. Г. Из истории Центрального духовного управления мусульман Башкирской АССР\\ Духовное наследие этносов и проблемы национального возраждения. Уфа. 1994.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиева М. Ғ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәсми сайты (рус.)
- ЦДУМ РФ
- Юнусова А. Б. К истории Духовного управления мусульман Республики Башкортостан // ж. «Мир Ислама». Казань, 1999. №1/2. С.149-162 (рус.)
- Башҡортостан Республикаһы мосолмандар Диниә назараты рәйесе һайланды