Эстәлеккә күсергә

Векуа Илья Несторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Векуа Илья Несторович
груз. ილია ვეკუა
рус. Илья Несторович Векуа
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Грузия Демократик Республикаһы[d]
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Илья Несторович Векуа
Тыуған көнө 23 апрель (6 май) 1907[1]
Тыуған урыны Шешелета[d], Кутаиси губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 2 декабрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (70 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, СССР
Ерләнгән урыны Мтацминда[d][2]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө математик физика[d], интегральное уравнение[d][3], дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d], математика[3], дифференциальное уравнение в частных производных[d][3] һәм механика[3]
Эш урыны РФА-ның математика институты[d]
Национальная академия наук Грузии[d][1]
Тбилисси дәүләт университеты[d][1]
Тифлисская физическая обсерватория[d][1]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1]
Новосибирск дәүләт университеты[1]
Биләгән вазифаһы ректор[d], ректор[d], рәйес[d][1] һәм парламент ағзаһы[d][4]
Уҡыу йорто Тбилисси дәүләт университеты[d][1]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d][1]
Диссертация Распространение упругих колебаний в бесконечном слое[d][5]
Ғилми етәксе Алексей Николаевич Крылов[d]
Аспиранттар Вишик Марко Иосифович, Данилюк, Иван Ильич[d], Bogdan Bojarski[d][6], Джураев, Абдухамид Джураевич[d][6], N. E. Tovmasyan[d][6] һәм Георгий Джаиани[d][6]
Уҡыусылар Вишик Марко Иосифович
Кемдә уҡыған Николай Мусхелишвили[d]
Әүҙемлек урыны СССР[3]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Леопольд Академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d], ГДР фәндәр академяһы[d] һәм Национальная академия наук Грузии[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре mi.ras.ru/index.php?c=in…
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Векуа Илья Несторович Викимилектә

Векуа Илья Несторович (груз. ილია ნესტორის ძე ვეკუა; 6 май 1907 йыл — 2 декабрь 1977 йыл) — совет ғалимы, математик һәм механик, айырым сығарылмалар менән дифференциаль тигеҙләмәләр, сингуляр интеграль тигеҙләмәләр, дөйөмләштерелгән аналитик функциялар һәм һығылмалы тышлыҡтарҙың математик теорияһы буйынса махсуслаша.

Илья Несторович Векуа 1907 йылдың 6 майында Шешелета тигән абхаз ауылында (ауыл әлеге ваҡытта өлөшләтә танылған Абхазия Республикаһына инә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Тбилиси дәүләт университетын тамамлай (1930). 1930—1933 йылдарҙа — Ленинград дәүләт университеты докторантураһында. Физика-математика фәндәре кандидаты (1937). 1940 йылда физика-математика фәндәре докторы һәм профессор була. 1944 йылда — Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, 1946 йылда ғәмәли ағзаһы итеп һайлана. Шул уҡ 1946 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, 1958 йылда ғәмәли ағзаһы итеп һайлана.

19511957 йылдарҙа Мәскәү физика-техника институтының теоретик механика кафедраһы мөдире булып эшләй. 19541959 йылдарҙа — В. А. Стеклов исемендәге Мәскәү математика институтының директор урынбаҫары.

1955 йылда "Өс йөҙҙөң хаты"на ҡултамғаһын ҡуя.

СССР Теоретик һәм ҡулланма механика буйынса милли комитетының беренсе составына инә (1956).

Новосибирск дәүләт университетының беренсе ректоры (1959—1965)[7]. Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының вице-президенты (1964—1965). 1965—1972 йылдарҙа — Тбилиси дәүләт университеты ректоры. 1972 йылдың 3 майынан 1977 йылдың 2 декабренә тиклем — Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы президенты.

1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты ағзаһы (1966—1977). 7—9 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1966—1977).

1977 йылдың 2 декабрендә вафат була. Тбилисиҙа Мтацминда тауында ерләнә.

Мтацминда пантеонында академиктар Векуа (биргеһе) һәм Мусхелишвили (арғыһы) ҡәберҙәре

Ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп хеҙмәттәре математик физиканың төрлө фәнни йүнәлештәренә ҡарай. Айырым сығарылмалар менән дифференциаль тигеҙләмәләр өлкәһендәге эштәре башлыса эллиптик типтағы тигеҙләмәләрҙең киң класының аналитик теорияһын эшләүгә нигеҙләнгән. Векуа бер үлсәмле сингуляр интеграль тигеҙләмәләр теорияһына ҙур өлөш индерә, Фредгольмдыҡы булмаған эллиптик ситке мәсьәләләрҙең яңы класын аса һәм тикшерә. Механикала Векуа һығылмалы тышлыҡтар математик теорияһының яңы вариантын тәҡдим итә.

  • Тбилиси университетының Ҡулланма математика институтына, шулай уҡ Тбилисиҙағы 42-се физика-математика мәктәбенә һәм Сухуми физика һәм технология институтына И. Н. Векуа исеме бирелгән (домашняя страница (англ.)) 2014 йыл 29 май архивланған.
  • Новосибирск дәүләт университеты бинаһында Векуа иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
    [8]
  • И. Н. Векуаның тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап Новосибирск дәүләт университетында «Дифференциальные уравнения, теория функций и приложения» халыҡ-ара конференцияһы үткәрелгән.
  • 2007 йылдан башлап йыл һайын Грузияла һәм Рәсәйҙә бер үк ваҡытта Векуа кубогына Программалау буйынса халыҡ-ара олимпиада үткәркәрелә[9]
  • Абхазияның Гал ҡалаһында хакимиәт бинаһы эргәһендә И. Н. Векуаға һәәйкәл ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950)[10] («Новые решения эллиптических уравнений» (1948) монографияһы өсөн)
  • СССР Дәүләт премияһы (1984 — вафатынан һуң) («Некоторые общие методы построения различных вариантов теории оболочек» (1982) монографияһы өсөн)
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969)[11]
  • Ленин премияһы (1963) («Обобщённые аналитические функции» (1959) хеҙмәте өсөн)
  • алты Ленин ордены (1959, 1961, 1966, 1969, 1975, 1977)[12]
  •  «Почёт Билдәһе» ордены (1946)[13]
  • «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы (1946)
  • «1941—1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн» (1946)
  • Грузин ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1950).
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  2. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. https://ussr-cccp.moy.su/publ/grazhdane_sssr/akademiki_sssr/vekua_ilja_nestorovich_akademik_an_sssr_sovetskij_uchjonyj_matematik_06_05_1907_02_12_1977/238-1-0-843
  5. http://www.mi-ras.ru/index.php?c=inmemoriapage&id=23473
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  7. Атмосфера: 9 апреля 1959 года первым ректором НГУ назначен академик Илья Нестерович Векуа 2010 йыл 17 июль архивланған.
  8. Памяти академика И. Н. Векуа 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  9. Vekua Cup — 2007 2014 йыл 12 май архивланған.
  10. Векуа Илья Нестерович
  11. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 13 марта 1969 г. в Высокая оценка достижений советской науки // Вестник АН СССР, 1969, № 4
  12. Институт гидродинамики им. М. А. Лаврентьева СО РАН 2009 йыл 29 август архивланған.
  13. Илья Векуа (1907—1977). Биобиблиография, Тбилиси, 1987 2015 йыл 22 декабрь архивланған. на сайте Национальной академии наук Грузии

Векуа Илья Несторович. «Герои страны» сайты.