Эстәлеккә күсергә

Дженне Бөйөк мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Дженне Бөйөк мәсете
ғәр. الجامع الكبير في جينيه

Дженне йәмиғ мәсете
Ил Мали Мали
Өлкә Мопти
Ҡала Дженне
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Мәсет төрө йома мәсете
Архитектура стиле судан-сахель стиле
Тәүгә иҫкә алыу XIII век
Төҙөлөш 19061909 йылдар
Статус ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты
Үлсәмдәре 75х75 метр
Манаралар һаны 3
Манара бейеклеге 16 м
Материал саман, ҡом
Торошо ғәмәлдәлге
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY
Мәҙрәсә ДаY

1909

Дженне Бөйөк мәсете (ғәр. الجامع الكبير في جينيه‎) — Мали Республикаһында боронғо мәсет. Донъялағы иң ҙур балсыҡты һалып-өйөп төҙөлгән бина. Мәсет Бани йылғаһының туғайындағы Малиҙың Дженне ҡалаһында урынлашҡан. Мәсет Дженна общинаһы үҙәге булыуынан тыш, ул Африканың иң билдәле иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. 1988 йылда «Иҫке Дженне ҡалаһы» объекты составында мәсет ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.

Бер нисә быуат дауамында Дженне баҙар үҙәге булған һәм Сахара сүле аша алтын сауҙаһының мөһим звеноһы булып торған. XV—XVI быуаттарҙа ҡала көнбайыш Африка биләмәләрендә Ислам динен таратыу урындарының береһенә әүерелгән[1].

Күрәһең, ҡалалағы тәүге мәсет, Мали империяһы осоронда, 1200 һәм 1330 йылдар араһында төҙөлгән[2]. Мәсет телгә алынған иң тәүге документ булып Абдрахман ибн Абдуллаһ Садиҙың «Тарих ас-Судан» хеҙмәте иҫәпләнә. Уға ярашлы, солтан Кунбуру Ислам динен ҡабул иткән, ә уның һарайы һүтелеп, биләмәһендә мәсет төҙөлгән.

Солтан иман йорто эргәһендә, уның көнсығыш яғында үҙе өсөн тағы ла бер һарай һалдырғанн[3]. Солтандың вариҫы мәсеттең манараларын төҙөгән, ә киләһе солтан бинаны уратып диуар ҡорған[4].

Француз тикшеренеүсеһе Рене Кайе (René Caillié) 1828 йылда Дженнеға килә һәм былай тип яҙа: «Дженнела ике мөһәбәт, әммә бейек булмаған манаралы, ерҙән төҙөлгән мәсет бар; ул ҙур булыуына ҡарамаҫтан, тупаҫ төҙөлгән. Бина меңәрләгән ҡарлуғастар оя ҡорған урынға әйләнгән. Был насар еҫ тыуҙыра, шуға күрә бәләкәй генә тышҡы ихатала доға ҡылыу ғәҙәти күренешкә әйләнде»[5].

Рене Кайеның килеүенә тиклем ун йыл алдараҡ, хаким Фулани Секу Амаду һуғыш башлай һәм Дженне ҡалаһын баҫып ала. Секу Амаду, күрәһең, был мәсетте хупламаған һәм уның ташландыҡ хәлгә килеүенә юл ҡуйған. Рене Кайе тап ошо бинаны күргән булған. Секу Амаду шулай уҡ күршеләге бәләкәй мәсеттәрҙе лә япҡан[6].

1834 һәм 1836 йылдар араһында Секу Амаду ғәмәлдәге мәсеттең көнсығыш яғында, элекке һарай урынында яңы мәсет төҙөй. Яңы иман йорто манараһыҙ ҙур тәпәш бинанан ғибәрәт булған.

1893 йылдың апрелендә Луи Арчинар (Louis Archinard) етәкселегендәге Франция көстәре Дженне ҡалаһын баҫып ала. Күп тә үтмәҫтән, француз журналисы Феликс Дюбуа (Félix Dubois) ҡалаға килеп, боронғо үҙенсәлекле мәсеттең емереклектәрен һүрәтләй[7]. Уның сәфәре ваҡытында емерелгән мәсет эсендәге биләмә зыярат булараҡ файҙаланылған[8].

Дюбуа ташландыҡ хәленә еткәнсе мәсет ҡайһылылай булғанын күҙ алдына килтереү өсөн, 1897 йылда сыҡҡан «Серле Тимбукту» (Tombouctou la Mystérieuse) тигән китабына боронғо иман йортоноң планын һәм һыҙмаһын урынлаштырған[9].

Хәҙерге йәмиғ мәсетен төҙөү өс йыл дауамында алып барылған һәм 1907 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1909 йылда) тамамланған. Төҙөлөш эштәрен Дженне ҡалаһы ташсылары гильдияһы күҙәткән. Ул ваҡытта Дженне Францияның Көнбайыш Африкаһы колонияһының бер өлөшө булған, һәм француздар, бәлки, мәсет һәм уның менән күрше булған мәҙрәсә төҙөүҙә сәйәси һәм иҡтисади яҡтан ярҙам күрһәтергә тәҡдим иткәндер. Мәсет пресланған балсыҡтан, ҡомдан һәм һыуҙан төҙөлгән. Ул XIII—XIV быуаттарҙағы йәмиғ мәсетенең иҫке бинаһы урынында, өс метрлыҡ бейек платформала төҙөлгән. Бинаның ҙурлығы — 75х75 метр, ә үҙәк манараның бейеклеге — 16 метр самаһы.

Мәсеткә электр үткәрелгән. Ҡайһы бер урындарҙа мәсеттең өҫкө йөҙө черепица менән ҡапланған. Был уның тарихи конструкцияһын емергән, ә ҡайһы берҙә хатта бинаның бөтөнлөгөн ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Мәсеткә йөрөүселәр 1990-сы йылдарҙа үткән бындай модернизациялауға ҡаршы килә.

Күп архитекторҙар билдәләүенсә, Дженне йәмиғ мәсете — Ислам архитектураһы йоғонтоһона ҡарамаҫтан, судан-сахель стилендә төҙөлгән иң ҙур ҡаҙаныш[1].

Мәсеткә инергә тик мосолмандарға ғына рөхсәт ителә. Ингән урында мәғлүмәт стендтары ошо турала иҫкәртә. Әйтергә кәрәк, бындай ҡағиҙә Мали дәүләтенең бөтә мәсеттәренә лә тиерлек ҡағыла[1].

Бөтә донъя мираҫы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылдан мәсет («Иҫке Дженне ҡалаһы» объекты составында) Африкала ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә инә һәм хәҙер Малиҙың иң популяр иҫтәлекле урындарының береһе булып тора[1].

Популяр мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Age of Empires II: The Conquerors» популяр стратегия компьютер уйынында Дженне мәсете Малиҙар цивилизацияһы өсөн Донъя мөғжизәһе булараҡ күрһәтелә.

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 116
рус.англ.фр.