Кингисепп-Гдов операцияһы
Кингисепп-Гдов операцияһы | |
Урын | Ленинград өлкәһе |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1 март 1944 |
Башланыу датаһы | 1 февраль 1944 |
Тамамланыу датаһы | 1 март 1944 |
Кингисепп-Гдов операцияһы (1 февраль — 1 март 1944) — Совет ғәскәрҙәренең Ленинград фронты һөжүм операцияһы немецтарҙың «Төньяҡ» армиялар төркөмөнөң 18-се немец армияһын тар-мар итеү маҡсаты һәм Ленинград өлкәһен һәм Ленинград блокадаһынан тулыһынса азат итеү маҡсатында алып барылған. Был һөжүм Ленинград-Новгород стратегик һөжүм операцияһының бер өлөшө булып тора.
Операция алдынан хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғинуар аҙағына тиклем Ленинград һәм Волхов фронттары немец ғәскәрҙәрен Ленинградтан 70-100 километрға сигенергә мәжбүр итәләр, ҡаланы ил менән бәйләүсе төп коммуникацияларҙы азат итәләр. 1944 йылдың 27 ғинуарында рәсми рәүештә Ленинград тулыһынса дошман блокадаһынан азат ителгән тип иғлан ителә. Әммә планлаштырылған операция ҡырҡа үҫешмәһә лә, ике фронт ғәскәрҙәре артабан уңышлы һөжүм алып барыу өсөн тәүшарттар булдыра.
Шуның менән бергә, ғинуарҙа 2-се Балтик буйы фронты уңышҡа өлгәшә алмай, ә шулай ҙа үҙенең әүҙем хәрәкәте менән Вермахттың 16-сы армияһының төп көстәрен туҡтатып тора, был совет ғәскәрҙәренең Ленинград һәм Новгород райондарында уңышлы һөжүменә ҙур ярҙам булып тора.
Вермахттың 18-се армияһы частары ҙур юғалтыуҙар кисереп, бер рубеждан икенсеһенә сигенергә, шуның менән армияның хәрби ҡеүәтен һаҡлап ҡала ала һәм байтаҡ өлөшө ҡамауҙан ҡотола. Әммә 18-се армияның хәле бик ауыр була һәм уға юғалтыу менән янай. Красногвардейскиҙы юғалтҡандан һуң, немец оборонаһының тотош фронты емерелеүгә дусар була — армияның нигеҙе (14 дивизия самаһы) көнсығыштан сигенә, төньяҡ-көнсығыштан һәм Луганың төньяғынан ә көнбайыш өлөшө (яҡынса 5-6 дивизия) айырым, бер-береһе менән бәйләнешен юғалтҡан ваҡ хәрби төркөмдәргә бүленә, һәм немец армияһы көнбайыштан Нарва плацдармына тиклем сигенә.
30 ғинуарға ҡарата Нарва районында көнбайыш армия частары туплана, улар составына бик ныҡ туҙған 61-се, 170-се, 225-се һәм 227-се пехота дивизиялары, 9-сы һәм 10-сы Люфтваффе авиа-ялан дивизиялары һәм 23-се ирекле моторлы СС «Недерланд» (1-я голландия) дивизияһы инә. «Төньяҡ» армиялар төркөмө ғәскәрҙәре командованиеһы бөтә был көс менән «Нарва» армия төркөмөн көсәйтә, резерв менән тулыландыра, Чудь-Псков күле һәм Фин ҡултығы оборонаһына йүнәлтә[1].
30 ғинуарҙа «Төньяҡ» армиялар төркөмөнөң комадующийы Г. фон Кюхлер Гитлер менән осрашыу ваҡытында ғәскәрҙе Пантера — Вотан линияһына күсерергә рөхсәт һорай, әммә рөхсәт ала алмай. Гитлер «Луга рубежы»н тоторға һәм фронтты тотороҡландырырға кәрәк тип иҫәпләй. был бойороҡто үтәлмәҫлек тип һанаған Г. фон Кюхлер отставкаға оҙатылап. «Төньяҡ» армиялар төркөмөнөң командующийы итеп В. Модель тәғәйенләнә, ул шунда уҡ бойороҡһоҙ артҡа табан бер аҙым да яһамаҫҡа тигән бойороҡ бирә[2].
Көстәр нисбәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленинград фронты (командующийы армия генералы Л. А. Говоров)
- 2-се удар армияһы (командующийы генерал-лейтенант И. И. Федюнинский)
- 42-се армия (командующийы генерал-полковник И. И. Масленников)
- 8-се армия (командующийы генерал-лейтенант П. Н. Стариков)
- 59-се армия (командующийы генерал-лейтенант Коровников И. Т.)
- 54-се армия(командующийы генерал-лейтенант С. В. Рогинский.)
- 67-се армия (командиры генерал-лейтенант В. П. Свиридов)
- 13-се һауа армияһы (командующийы авиация генерал-лейтенанты С. Д. Рыбальченко)
Германия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]18-се армия (командующийы инфантериянан генерал Георг Линдеман)
- 26-сы армия корпусы (командиры инфантериянан генерал Мартин Гразе, 15 февралдән инфантериянан генерал А. Грассер)
- 28-се армия корпусы (командиры артиллерия генералы Герберт Лох)
- 38-сы армия корпусы (командиры артиллерия генералы К. Херцог)
- 50-се армия корпусы (командиры инфантериянан генерал В. Вегенер)
- 54-се армия корпусы (23 февраль 1944 йылда «Нарва» армия төркөмө (командиры инфантериянан генерал О. Шпонгеймер, 23 февраль 1944 йыл инфантериянан генерал Й. Фриснер)
- 3-се СС танк корпусы (командиры СС-обергруппенфюрер Ф. Штайнер)
- Моторизовнный ирекле бригадаһы СС «Недерланд» (командиры СС-штандартенфюрер Й.Фитцрум)
- 1-се һауа флоты полкы (командиры авиация генералы К. Пфлюгбейл)
Операция барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылдың 31 ғинуарында 42-се армия ғәскәрҙәре Луга йылғаһын кисеп сыға һәм һөжүмде дауам итә, ул Нарваға табан сигенеүсе 50-се немец армия корпусының частарын эҙәрлекләй. Бер нисә көн эсендә совет ғәскәрҙәре партизандар берләшмәләре ярҙамында Ляды, Сара-Гора, Гдовты азат итәләр һәм Чудь күле яр буйҙарына барып етәләр.
Февраль башында фронт командованиеһы 42-се армияға яңы бурыс ҡуя — Луга төркөмөн урап, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта 67-се армияға һәм Волхов фронтына Луганы алырға бойороҡ бирә. Армияның был берләшмәһен иҫәпкә алып 108-се корпус Ям районынан Псковҡа табан һөжүмен дауам итә, ә 123-се һәм 116-сы уҡсылар корпусы — Ляды районынан көньяҡ-көнсығышта Плюсс, Струги Красные пункттарын биләргә һәм Луга — Псков юлын өҙөргә була.
42-се армияның һөжүме немецтарҙың 18-се армияһына ҡамауҙа ҡалыу менән янай. Быны аңлаған Модель үҙенең ғәскәрҙәренә Псков- Луга араһында коммуникацияларҙы нисек тә булһа тоторға бойороҡ бирә. Бының өсөн Луга районында 11-се, 212-се, 215-се пехота дивизиялары ҡалдырыла, ә 13-я авиа-ялан, 24-се, 58-се, 21-се һәм 207-се пехота дивизиялары луганан Чудь күленә тиклем районды көнбайыштан ашығыс рәүештә оборона тоторға ебәрелә. Шул уҡ ваҡытта 12-се танк, 12-се авиа-ялан һәм 126-се пехота дивизиялары контрудар яһарға тейеш була[2].
7 февралдә германия ғәскәрҙәре, һөжүмгә әҙерлек алып барғанда, 42-се совет армияһы частары тарафынан Ямм районында һөжүм ителәләр. Желча йылғаһы янында ҡаты һуғыш башланып китә (108-се уҡсылар корпусы частары һәм-немецтарҙың 207-се пехота дивизияһы араһында, ә Плюсс йылғаһы һәм Луга араһында 116-сы һәм 123-уҡсылар корпусы Струги Красные йүнәлешендә һөжүм итә, улар 13-се авиа-ялан һәм 58-се пехота дивизияһына һөжүм итә.
10 февралдә 12-се- танк дивизияһының частары 196-сы һәм 108 уҡсылар корпусының 128 -се уҡсылар дивизияһы Ямма районында контр һөжүм яһайҙар, әммә совет ғәскәрҙәренең һөжүмен бик аҙға ғына тотҡарлайҙар. 12 февралдә 108-се уҡсылар корпусы берләшмәләре Подбровьены алалар, ә бары бер генә уҡсылар дивизияһы көсө менән Чудь күленең көнбайыш ярында ҙур булмаған плацдармды биләйҙәр.
Плюсса йылғаһы буйы сигендә немецтарҙың 58-се пехота дивизияһы оборона тотҡан була. Уны көсәйтеү маҡсатында бында 21-се һәм 24-се пехота дивизияларын күсерәләр һәм контрудар яһау өсөн әҙерләйҙәр. 8-15 февралдәге ҡаты һуғыш һөҙөмтәһендә 116-сы һәм 123-сө уҡсылар корпустары дошмандың оборонаһын Заруденье — Березица — Ореховно районында өҙөләр һәм немецтарҙың өс дивизияһын ҡыйраталар. 58-се немец пехота дивизияһының частары ҡамауға эләгә. Немец командованиеһы 13-се авиа-ялан дивизияһын һәм 12-се танк дивизияһының частарын килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ебәрә, әммә улар ҙур юғалтыу кисерә һәм ҡуйылған бурысты үтәй алмай. Улай ғына ла түгел, 12-се танк дивизияһының моторизованный полкы ла ҡамауҙа ҡала.
13 февралдә немец частары, артиллерия һәм танкыларын ташлап, Струги Красные йүнәлешендәге Ҡара күл аша сығып ҡамауҙан ҡотолорға тырыша, әммә ҡамауҙан уларҙың бик аҙ ғына һалдаттары ҡотола. 42 -се армияның ике уҡсылар корпусы 15 февралгә тиклем, дошмандың ҡамауҙа ҡалған өлөшөн юҡ итә, артабан һөжүмде Струги Красные һәм Плюсс йүнәлешендә дауам итә.
42-се армия менән бер үк ваҡытта Лугаға төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан 67-се армтяның 110-сы, 117-се уҡсылар корпусы берләшмәләре һөжүм итеүен дауам итә. Ҡыҙыл тау — Долговка, сиктәрендә дошмандың ныҡ ҡаршы тороуын осратҡандан һуң, 67-се армияның берләшмәләре ҙур ҡыйынлыҡтарҙы еңеп алға табан китә һәм 11 февралдә генә Луга янына килеп етә.
42-сеһәм 67-се армияларҙың Луга районы янындағы һөжүме немец ғәскәрҙәрен киҫкен хәлгә ҡуйҙы. «Төньяҡ» армиялар төркөмөнөң командованиеһы «Луга рубежын» үҙ ҡулында тота алмай һәм совет ғәскәрҙәренең һөжүмен дә туҡтата алмай. Шуның менән бергә, 42-се армияның 123-сө һәм 116-сы уҡсылар корпусы Плюсс ситен алһалар ҙа, Псков тимер юлын биләй алмайҙар. Шулай итеп, был юл 18-се немец армияһының Луга районынан сигенергә берҙән-бер сигенеү мөмкинлеге булып ҡала.
Совет ғәскәрҙәренең Лугаға һөжүме элеккесә ҙур ауырлыҡ менән үҫешә & nbsp;—дошман аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә һәм даими рәүештә контратакаға күтәрелә. Шуға ҡарамаҫтан, был Луга районында ла, Ильмень күленең көньяҡ-көнбайыш районында ла совет ғәскәрҙәре немец ғәскәрҙәрен ҡамай алмай, шулай ҙа 18-се армия киҫкен хәлгә ҡуйыла. Был хәлдә В. Модель үҙ ғәскәрҙәренә Луганан Псков яғына сигенергә бойороҡ бирергә мәжбүр була.
12 февралдә Луга 59-сы һәм 67-се армияларының частары тарафынан немецтарҙан азат ителә. Луга ҡалаһы өсөн алыштар тамамланғандан һуң, 1944 йылдың 13 февралендә ВГК Ставкаһының № 220023 директиваһына ярашлы Волхов фронты таратыла. Ленинград фронтына 54-се, 59-сы һәм 8 -се армия, 2-се Балтик буйы фронтына — 1-се удар армияһы тапшырыла. Фронт идаралығы ВГК Ставкаһы резервына күсерелә.
Нарва йүнәлешендә һөжүм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет ғәскәрҙәренең төньяҡ флангында, 1 февралгә ҡаршы төндә 109-сы уҡсылар корпусы (42-се армия составынан 2-се удар армияһы составына бирелгән) 152-се танк бригадаһының ярҙамы менән артподготовканан һуң немецтарға уңышлы һөжүм итә һәм, урау маневрын оҫта ҡулланып, Кингисеппты штурмлап ала. Немец ғәскәрҙәре Луга янында оборона тота алмаһа ла, уларҙың арьергард отрядтары Кингисеппты ныҡышмалы көсөргәнешлек менән обороналай һәм совет ғәскәрҙәренең алға барышын туҡтатыуға өлгәшә, был иһә 54-се армия корпусының төп көстәренә һәм СС-тың 3-сө танк корпусына Нарва йылғаһының көнбайыш яры буйында ныҡлы оборона биләргә мөмкинлек бирә.
Сигенеүсе дошманды эҙәрлекләп, 2-се удар армияһының ике корпусы 3 февралдә Нарва йылғаһына килеп сыға. 43-сө уҡсылар корпусы Нарва ҡалаһынан төньяҡтараҡ йылға аша сыға һәм ҡаршы ярҙа ике плацдармды биләй, ә 122-се уҡсылар корпусы, йылға аша сығып, ҡаланан көньяҡтараҡ ике плацдармды яулап ала. Бөтә дошман контратакаһын кире ҡағып, совет ғәскәрҙәре частары плацдармдарҙа нығына. Әммә, немец ғәскәрҙәренең «Үҙәк» төркөмө армиялары составындағы «Фельдхернхалле» моторизованный дивизияһы һәм 58-се пехота дивизияһының бер полкы Нарва йылғаһының көнсығыш ярындағы Ивангород районындағы плацдармды үҙ ҡулы аҫтында тотоп ҡала.
11 февралдә совет ғәскәрҙәренең 30-сы гвардия уҡсылар корпусы менән көсәйтелгән 22-се удар армияһы Нарва йылғаһының көнбайыш ярындағы плацдармды киңәйтеү маҡсаты менән масштаблы һөжүм башлай, улар Йыхви — Атсалама — Каукси һәм артабан Раквере сиктәре йүнәлешендә һөжүм итеүҙе дауам итергә уйлай. Немец ғәскәрҙәре һуңғы сиккә тиклем Нарва йылғаһын һаҡларға әҙерләнә.
Совет ғәскәрҙәре бер нисә көн Кингисепп-Гдов операцияһыалып барылған аяуһыҙ һуғыш һөҙөмтәһендә бары тик локаль уңышҡа ғына өлгәшә. Артабанғы һөжүм СС-тың «Недерланд» танк бригадаыһының һәм 227-пехота дивизияһының ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында туҡтатыла. Ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа табан 109-сы һәм 122-се уҡсылар корпусының частары дөйөм көс менән берлектә һөжүм итә һәм уларҙың тырышлығы арҡаһында немец ғәскәре 12 километр алға китә, әммә күберәккә өлгәшә алмай. Немец ғәскәрҙәренең 17-пехота дивизияһы, моторизованный дивизияһы «Фельдхернхалле» 17 пехота дивизияһы һәм СС-тың «Нордланд» 11-се моторизованный дивизияһы был йүнәлештә совет ғәскәрҙәре һөжүмен туҡтатыуға өлгәшә.
Совет командованиеһының Мерикюла ауылы янында Нарва ҡултығы яры буйына десант төшөрөп ҡарауы 13-нән 14 февралгә ҡаршы төндә тулы һәләкәт менән тамамлана. Яҡынса 450 кеше генә яр буйына төшә ала. Ут ярҙамһыҙ һәм бәйләнешһеҙ ҡалған ҙур булмаған десант ҡамала һәм 4 көндән десант тулыһынса юҡ ителә. 16 февралдә десант һуңғы тапҡыр ҡаршылыҡ күрһәтә. Ҡотолоп ҡалған яңғыҙ яугирҙар бәләкәй төркөм менән һәм яңғыҙ рәүештә немец ғәскәренең күп һанлы урындарында фронт һыҙығы аша сығырға тырыша, әммә уларҙың береһе лә тиерлек ҡотола алмай.
Операция һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет ғәскәрҙәре операция һөҙөмтәһендә Вермахтың 18-се армияһы юҡҡа сыға, сигенеүсе дошманды Ленинградтан бер 220—280 километрға алып ташлай, Кингисепп (1 февраль) һәм Гдов (4 февраль), Ленинград өлкәһенең ҙур территорияһын азат итә.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Волхов 900 дней боев за Ленинград 2012 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Гланц Дэвид. Битва за Ленинград. 1941 - 1945. — М.: АСТ, 2008. — С. 379—382. — ISBN 978-5-17-053893-5.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гланц Д. Битва за Ленинград. 1941—1945 / Пер. У. Сапциной. — М.: Астрель, 2008. — 640 с. — ISBN 978-5-271-21434-9.
- Шигин Г. А. Битва за Ленинград: крупные операции, «белые пятна», потери / Под ред. Н. Л. Волковского. — СПб.: Полигон, 2004. — 320 с. — ISBN 5-17-024092-9.