Көнсығыш Африка рифт үҙәне
Көнсығыш Африка рифт үҙәне (шулай уҡ Бөйөк рифт үҙәне йәки Көнсығыш Африка ярылған урыны[1]) — Көнсығыш Африкала рельефтың ҙур рифт ҡатламы. Төньяҡ Эфиопиянан үҙәк Мозамбикка ҡәҙәр яҡынса 6000 км-ға һуҙылған. Атаманы XIX быут аҙағында британ тикшеренеүсеһе Джон Уолтер Грегори уйлап сығарған.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәндең киңлеге — 30 километрҙан 100 километрға, тәрәнлеге — бер нисә йөҙ метрҙан мең метрға тиклем барып етә.
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Африка һәм Ғәрәбстан тектоник плиталары сигендәге геологик шыуышыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
3—4 миллион йылдан һуң, бөтә ярылған урын буйынса Көнсығыш Африка ҡитғаның төп өлөшөнән утрау барлыҡҡа килтереп айырыласаҡ. Был утрау Ғәрәбстан ярымутрауына йүнәләсәк. Утрау менән ярымутрау киҫешкән урында тауҙар барлыҡҡа киләсәк, ә Ҡыҙыл диңгеҙ 3 тапҡырға оҙонаясаҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Е. М. Домогацких, Н. И. Алексеевский. Программа по курсу "География". Начальный курс, 7-й класс.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белоусов В. В., Герасимовский В. А., Горячев А. В., Добровольский В. В., Капица А. П., Логачев Н. А., Милановский Е. Е., Поляков А. И., Рыкунов Л. Н., Седов В. В. Восточно-Африканская рифтовая система: В 3 т. — М.: Наука. 1974.
- — Т. 1 (Основные черты строения, стратиграфия). — 264 с.
- — T. 2 (Гипергенные образования, геоморфология, неотектоника). — 260 с.
- — Т. 3 (Геохимия, сейсмология). — 288 с. (Результаты исследований по международным геофизическим проектам)
- Africa’s Great Rift Valley. — 2001. — ISBN 0-8109-0602-3
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Бөйөк рифт үҙәне темаһы буйынса медиафайлдар бар.