Магдалена (йылға)
Магдалена | |
---|---|
исп. Río Madalena | |
Сантандер департаментында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1550 км |
Бассейн | 260 000 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 2°11′00″ с. ш. 76°25′46″ з. д.HGЯO |
Тамағы | Кариб диңгеҙе |
· Координаталар | 11°06′09″ с. ш. 74°51′05″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Кариб диңгеҙе |
Ил | Колумбия |
Магдалена Викимилектә |
Магдале́на (исп. Río Madalena) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышындағы йылға. Колумбияның көнбайыш өлөшө буйлап аға.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 1550 км, бассейн майҙаны — 260000 км².
Инеше Колумбияның Уил департаментында, Андтарҙың Үҙәк Кордильера һыртының көньяҡ осонда, Сотара вулканынан алыҫ булмаған урында урынлашҡан. Башлыса төньяҡ йүнәлешендә аға. Тәүге 100 км оҙонлоғонда йылғала бихисап тупһалар һәм шарлауыҡтар осрай, Наре ҡалаһынан һуң Магдалена киңлеге 30—60 км булған Үҙәк һәм Көнсығыш Кордильера һырттары араһындағы үҙәнгә сыға. Барранкабермеха ҡалаһы тирәһендә үҙән киңәйә башлай, ә Эль-Банко ҡалаһынан һуң йылға Кариб буйы уйһыулығына сыға. Был районда Магдалена йылғаһы ике тармаҡҡа (Лоба һәм Момпос) бүленә. Барранкилья ҡалаһы тирәһендә йылға дельта барлыҡҡа килтереп Кариб диңгеҙенә ҡоя.
Йылға ямғыр һыуҙары менән тулылыландырыла, апрелдән майға тиклем һәм сентябрҙән ноябргә тиклем ташҡындар күҙәтелә. Үҙәндән уйһыулыҡҡа сыҡҡанға тиклем урында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8000—10000 м³/с тәшкил итә.
Магдалена йылғаһы Колмубияның төп суднолар йөрөшлө һыу артерияһы булып тора. Йылға тамағынан яҡынса 880 км оҙонлоғонда суднолар йөрөшлө (Барранкилья ҡалаһынан Ла-Дорадаға тиклем). Һыу кимәле күтәрелгән осорҙа, ҙур булмаған суднолар тағы ла 370 км юғарыраҡ (Нейваға тиклем) барырға мөмкин. Йылғаның түбәнге ағымынынан Картахена портына тиклем суднолар йөрөшлө канал яһалған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Магдалена в БСЭ(недоступная ссылка)
- Словарь современных географических названий — Магдалена(недоступная ссылка)
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ