Эстәлеккә күсергә

Родео

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үгеҙҙә родео

Роде́о (исп. rodeo) — тарихи яҡтан мексика һәм америка ковбойҙары араһында таралған, Төньяҡ Америкалағы спорт төрө. Спорт ярышы булараҡ, беренсе ярыш 1883 йылда техастың Пекос ҡалаһында үткәрелгән тип иҫәпләнә.

Родео бер нисә төр ярышты берләштерә: ҡырағай үгеҙ өҫтөндә, эйәрле һәм эйәрһеҙ ат өҫтөндә сабышыу, арҡан менән үгеҙ тотоу, мейескәләр тирәләй сабышыу. Элегерәк ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан программа ла булған.

«Ҡырағай үгеҙ»ҙә йәки атта сабышыу — иң билдәлә ярыш төрө, ошо бәйгеләрҙе йыш ҡына «родео» тип атайҙар. Ковбой һыбай килеш 8 секунд тотоноп торорға тейеш, шул уҡ ваҡытта шпоралар менән төрткөләп тороп хайуандың мөмкинлектәрен күрһәтергә тейеш. Угеҙ йәки ат бик уйнаҡ булмаһалар, судьялар икенсе хайуанда сығыуҙы талап ителәр

Ат үрә торһон өсөн уны махсус ҡайыштар менән бәйләйҙәр. Ат тибенеү өсөн артҡы аяҡтарына баҫһа, ҡайышты бушаталар. Яйҙаҡ атҡа менеп ултыра, аренаға сыға торған ҡапҡалар асыла. Аттың артында тороусы кеше ҡайышты тығыҙ итеп ҡыҫып бәйләй. Ат ауыртыуға түҙмәй, ҡайышты ысҡындырыу өсөн, атҡы аяҡтарына баҫа, һыбайлыны ҡолатырға тырыша.

Угеҙҙәр менән булган родеола, үгеҙ һөжүм иткәс, үгеҙҙе ситкә ылыҡтырыусы булфайтерҙар ҡатнаша. «Өҫтәмә» сығыштар программаһы ла күп төрлө. Мәҫәлән, ҡырығай һыйырҙы һауыу, йәки һарыҡҡа атланып сабыусы балалар родеоһы үткәрелә.

Хәҙерге заман родеоһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Атта родео

Американың «Родео профессиональдары ассоциацияһы» 5000 ағзаны берләштерә, йыл һайын 650 яҡын бәйге үткәрә. Финалға сыҡҡандар дакабрҙә Лас-Вегаста осраша. Бәйгеләр төрлө ҡалаларҙа, ауыл хужалығы күргәҙмәләре ваҡытында үткәрелә. Бәйгегә приз фондын спонсорҙар булдыра. Иң билдәлә ковбойҙарҙың йыллыҡ эш хаҡы 100 мең долларға барып етә. Үкенескә ҡаршы эш хаҡының ҙур өлөшө дауаланыуға китә. Бәйге алдынан пари төҙөлә, тотализатор эшләй.

Ассоцация Дан Залына күренекле спортсыларҙы ғына түгел, хайуандарҙы ла теркәй бара. Канадала AirWolf исемле донъя чемпионы һәм 2006 йылғы «Йыл аты» Дан Залына индерелгән, һәм күптән түгел клонлаштырылған.[1]