Эстәлеккә күсергә

Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Война шестой коалиции
Төп конфликт: Наполеон һуғыштары
В. И. Мошков. Лейпциг алышы (1815)
В. И. Мошков. Лейпциг алышы (1815)
Дата

1 (13) января 181318 (30) мая 1814 (1 год, 4 месяца и 17 дней)

Урыны

Үҙәк Европа, Франция (главные театры военных действий)

Нәтижә

Победа коалиции: Парижский мир

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Бөйөк Британия Британия империяһы
Австрия империяһы Австрия империяһы
Ҡалып:Флаг Пруссии (1803—1892) Пруссия короллеге
Саксония (королевство) Саксония короллеге[1]
Королевство Бавария Бавария короллеге[1]
Ҡалып:Флагификация/Королевство Вюртемберг Вюртемберг короллеге[1]
Ҡалып:Флагификация/Баден Бөйөк Баден герцоглығы[1]
Нидерланд Суверенные княжества Объединённых Нидерландов
Швеция Швеция короллеге
Испания Испания империяһы[2]
Ҡалып:Флаг Португалии (1707-1816) Португалия короллеге[2]
Королевство Сицилия Сицилия короллеге
Сардиния Сардиния короллеге
Неаполитанское королевство Неаполитан короллеге (1814)[3]
Дания Дания короллеге (1814)
Чёрные брауншвейгцы[2]

Франция флагы Француз империяһы
Королевство Италия (наполеоновское) Италия короллеге
Неаполитанское королевство Неаполитан короллеге
Испания Испания короллеге (1813)[2][4]
Рейнский союз (1813)[5]
Швейцария (1813)[6]
Ҡалып:Флагификация/Варшавское герцогство Варшава герцоглығы (1813)
Дания Датско-норвежская уния

Командирҙар

Рәсәй империяһы Александр I
Рәсәй империяһы М. И. Кутузов
Рәсәй империяһы М. Б. Барклай-де-Толли
Рәсәй империяһы П. Х. Витгенштейн
Рәсәй империяһы Л. Л. Беннигсен
Бөйөк Британия А. У. Веллингтон
Австрия империяһы Франц I
Австрия империяһы К. Ф. цу Шварценберг
Ҡалып:Флаг Пруссии (1803—1892) Фридрих Вильгельм III
Ҡалып:Флаг Пруссии (1803—1892) Г. Л. фон Блюхер
Королевство Бавария К. Ф. фон Вреде
Ҡалып:Флагификация/Королевство Вюртемберг кронпринц Вильгельм
Швеция кронпринц Карл-Юхан
Нидерланд Вильгелем VI Оранский
Неаполитанское королевство И. Мюрат
Фридрих Вильгельм Брауншвейгский

Наполеон I
Франция Н. Ш. Удино
Франция Л. Н. Даву Ҡалып:Капитуляция
Франция М. Ней
Франция Н. Сульт
Франция Л. Г. Сюше
Франция флагы О. де Мармон Ҡалып:Капитуляция
Франция флагы Э. Мортье Ҡалып:Капитуляция
Королевство Италия (наполеоновское) Э. де Богарне
Неаполитанское королевство И. Мюрат
Испания Ж. Бонапарт
Ҡалып:Флагификация/Варшавское герцогство Ю. Понятовский

Ҡаршы тороусы көстәр

Үҙәк Европала:
500 меңдән ашыу һалдат,
шул иҫәптән 175 мең урыҫ,
170 мең пруссак,
110 мең австриялы,
18 мең швед
1380 орудие

Үҙәк Европала:
440 мең һалдат
1180 орудие

Юғалтыуҙар

билдәһеҙ

82 000 һәләк булғандар һәм яранан үлгәндәр

400.000-дән 550.000 тиклем яралылар һәм әсирҙәр[7]

 Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) Викимилектә

Алтынсы коалиция һуғышы — 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң Австрия, Пруссия һәм Швеция ғәскәрҙәре менән берлектә Варшава герцоглығында, герман дәүләттәрендә һәм француз армияһына ҡаршы хәрби кампаниялар. Француздарға ҡаршы коалиция Рәсәйҙә 1812 йылғы Рус кампанияһы барышында Наполеондың Бөйөк армияһы ҡыйратылыуынан һуң барлыҡҡа килә.

1813 йылдың башында үҙәк Европала Наполеонға ҡаршы һуғышты тик Рәсәй генә алып бара. 1813 йылдың мартында Рәсәй менән коалицияға Пруссия ҡушыла, һуңынан шул уҡ йылдың йәйендә — Англия, Австрия, Швеция, ә Наполеон 1813 йылдың октябрендә Лейпциг тирәһендәге алышта тар-мар ителгәндән һуң герман дәүләттәре Вюртемберг һәм Бавария ла инәләр. Пиреней ярымутрауында Наполеон менән Испания, Англия һәм Португалия үҙаллы һуғышалар. Әүҙем хәрби хәрәкәттәр 1813 йылдың майынан 1814 йылдың апреленә тиклем алып барыла (1813 йылдың йәйендә һуғышты ике айлыҡ ваҡытлыса туҡтатып тороуҙы иҫәпкә алмағанда).

1813 йылда Наполеонға ҡаршы һуғыш Германия территорияһында алмашыусан уңыш менән алып барыла, башлыса Пруссия һәм Саксонияла. 1814 йылда хәрби хәрәкәттәр Франция территорияһына күсә һәм 1714 йылдың апреленә Парижды яулау һәм Наполеондың хакимлыҡтан баш тартыуы менән тамамлана.

Немец тарихнамәһе Германиялағы Азатлыҡ һуғышын әлеге һуғыштың үҙаллы эпизоды булараҡ айырып билдәләй. Азатлыҡ һуғышы ярты быуаттан һуң Икенсе Рейхтың барлыҡҡа килеүенә хәл иткес йоғонто яһаясаҡ. Рәсәй тарихнамәһендә Алтынсы коалиция һуғышы шулай уҡ Рус армияһының 1813—1814 йылдарҙағы сит ил походы булараҡ билдәле.

Башҡорттарҙың 1813—1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашыуы

Походтарҙа Башҡортостанда ойошторолған Екатеринбург пехота полкы, Бутырск пехота полкы, Рыльск пехота полкы, Өфө пехота полкы, 25‑се, 30‑сы һәм 31‑се егерь полктары, 26‑сы һәм 29‑сы гренадер егерь полктары, Ырымбур улан полкы, 1‑се, 2‑се, 4—16‑сы башҡорт полктары, 2‑се мишәр полкы, 1‑се һәм 2‑се типтәр полктары, Ырымбур казак меңле атаман полкы, 3‑сө Ырымбур казак полкы (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре), 3—6‑сы Урал казак полктары (ҡара: Урал казак ғәскәре) һәм Ставрополь ҡалмыҡ меңле полкы (бөтәһе 17 меңгә яҡын кеше) ҡатнашҡан. Улар рус армияһы, 1813 йылдың февраленән алып генерал-фельдмаршал кенәз М. И. Голенищев-Кутузов етәкселегендә союздаш рус-прусс ғәскәрҙәре (1813 йылдың ғинуар—апреле), кавалериянан генерал граф П. Х. Витгенштейн (апрель—май) һәм инфантериянан генерал М. Б. Барклай- де-Толли (май); августан башлап кавалериянан генерал граф Л. Л. Беннигсен етәкелегендә Польша армияһында, сентябрҙән — Австрия генерал-фельдмаршал-лейтенанты (шулай уҡ союздаш ғәскәрҙәр баш командующийы) кенәз К. Ф. Шварценберг етәкселегендә. Богемия армияһы, Швецияның вариҫлы принцы Карл Юхан етәкселегендә Төньяҡ армия һәм Пруссия генерал-фельдмаршалы Г. Л. фон Блюхер етәкселегендә Силезия армияһы сафтарында һуғышҡан[8].

Европа картаһы. 18121814 йылдар

Дөйөм хәлдәр торошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1811 йылға ҡарата Наполеон Францияһы Европаның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора. Испания халҡы ғына Англия десант армияһы ярҙамында француз оккупацион армияһына ҡаршы тороуын дауам итә. Төп европа илдәренән үҙ бойондороҡһоҙлоғон Англия менән Швеция һаҡлап ҡала ала. Рәсәй һәм Франция Тильзит килешеүенән һуң формаль рәүештә союздаштар булып һанала. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй килешеүҙе һәм, Императорҙың финанс ихтыяждарыарҡаһында, Англияның континенталь блокадаһын боҙа. 1812 йылдың июнендә Наполеон Александр Беренсене үҙ бурыстарын үтәүгә мәжбүр итеү һәм элегерәк Рәсәй империяһы баҫып алған биләмәләрҙе кире ҡайтарыу маҡсатында Рәсәйгә һөжүмен башлай.

1812 йылдың 1 июненә ҡарата Наполеон Бонапарттың ҡораллы көстәре бер миллиондан ашыу һалдат тәшкил итә: Германияла һәм Польшала 687 мең кеше (шул иҫәптән вассал дәүләттәренән 322 мең һалдат), 300 меңгә тиклем һалдат Испанияла тороп ҡала, францияла 150 мең кешенән торған гарнизондар Францияла урынлаша, 50 мең Италияла буйһоноусанлыҡ һағында тора[9]

1812 йылдың июндең 20-ләрендә 440 меңгә яҡын һалдат Рәсәй сиктәрен үтә, аҙаҡ тағы 140 мең һалдат армияға ҡушыла. Әлеге 610 меңгә яҡын кешенән (шул иҫәптән ылаусылар) Рәсәйҙән 1813 йылдың башына 60 мең һалдат самаһы ғына кире ҡайта, иҫән ҡалғандарҙың яртыһын тиерлек Австрия һәм Пруссия ғәскәрҙәре тәшкил итә, улары ла бик тиҙҙән ҡоралдарын Францияға ҡаршы боралар. Ғәскәрҙәрҙән тыш, Наполеон Рәсәйҙә 1200 орудиены һәм 167 мең ат юғалта. 1813 йылдың яҙына Наполеон мобилизация иҫәбенә ҙур армия туплауға өлгәшә, әммә ҡеүәтле кавалерияны һәм элекке артиллерияны тергеҙергә маташыу ваҡыт һәм ресурстар булмауы сәбәпле уңышһыҙлыҡҡа тарый.

Рус фронтының төньяҡ фронты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә Наполеон армияһы ҡыйратылғандан һуң Кутузов командованиеһы аҫтында Рус армияһы Вильно эргәһендә ҡышлай, тап шунда ғәскәрҙе Александр I күреп китә. Казак отрядтары (7 меңгә тиклем), генерал Витгенштейндың (30 меңлек) һәм адмирал Чичаговтың (14 мең һалдат) корпустар Наполеон ғәскәрҙәренең ҡалдыҡтарын Литвала эҙәрлекләй. Витгенштейндың корпусы маршал Макдональдтың корпусын Неман тамағы аша үтеүен ҡамай.

Макдональд корпусы составында ғәскәрҙәр Пруссия генерал-лейтенанты Йорк етәкселегендә хәрәкәт итә, әлеге ғәскәрҙәр Витгенштейндың корпусынан генерал Дибич етәкселегендәге отряд тарафынан Макдональд дивизияһынан бүленгән була.

1812 йылдың 18 (30) декабрендә Дибич Йоркты Тауроген конвецияһы исеме аҫтында билдәлелек алған ваҡытлыса килешеү төҙөргә күндерә. Был килешеү буйынса короле пруссактар үҙ короленең рөхсәтенән тыш нейтралитет һаҡлайҙар, һөҙөмтәлә Витгенштейнға Макдоналдты Көнсығыш Пруссия территорияһы буйлап эҙәрлекләргә мөмкинлек барлыҡҡа килә. 23 декабҙә (1813 йылдың 4 ғинуарында) Витгенштейн отрядтары Кенигсбергка яҡынлаша, икенсе көнөнә улар ҡаланы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ яулап алалар (10 мең тирәһе әсирҙәр, ауырыуҙар һәм тороп ҡалған француздар ҡулға алына).

Рус фронтының көньяҡ флангыһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙән сигенгән Наполеон армияһының көньяҡ флангын фельдмаршал Шварценбергтың австрия корпусы һәм генерал Реньеның саксон корпусы ҡаплап тора, улар Белосток һәм Брест-Литва районындағы Варшава герцоглығы сигендә урығтар менән бәрелештәрҙән һаҡланып ҡалырға тырыша. Урыҫ ғәскәрҙәре командованиеһының да австриялылар менән шулай уҡ килешеүҙәрҙе хәл итеү буйынса ҡулланмалары була.

1812 йылдың 13 (25) декабрендә Шварценбергтың корпусы Польшаға Пултускиға сигенә, уны генерал Васильчиковтың урыҫ авангарды эҙәрлекләй. Дошмандар нейтралитетты үтәйҙәр.

1813 йылдың 1 (13) ғинуарында фельдмаршал Кутузовтың Төп урыҫ армияһы өс колонна менәнНеман йылғаһын Меречи районында поляк ҡалаһы Плоцкиға (Варшаванан төньяҡҡа) табан кисеп сыға (Рәсәй империяһының сиктәре) һәм саксон-поляк-австрия ғәскәрҙәрен Висла аръяғына ҡыҫырыҡлап сығара. Урыҫ армияһының сит илгә походы ошолай итеп башлана һәм 1814 йылдың апрелендә Наполеондың ҡыйратыуы менән тамамлана.

1813 йылдың 27 ғинуарында (8 февралендә) тыныс ҡына Шварценбергтың 42 меңлек төркөмө етәкселегендә һаҡланған Варшаваны баҫып алалар. Австрия ғәскәрҙәре көньяҡҡа табан Краковҡа китәләр һәм шулай итеп наполеон яғында хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашыуын туҡтаталар. Улар менән бергә Понятовскийҙың корпусынан 15 мең тирәһе поляктар ҙа китә. Реньеның саксон корпусы көнсығышҡа, Калишаға, сигенә. Генерал Понятовскийҙың поляктары француздарға тоғролоҡты һаҡлауына ҡарамаҫтан Варшава герцоглығы Наполеонға союздаш булған дәүләттәр иҫәбенән сығарыла.

Висла буйлап үткән француз оборонаһының беренсе линияһын урыҫ армияһы бик еңел емерә, сөнки Пруссия ғәскәрҙәре нейтралитет һаҡлай һәм ысынында Австрия империяһы Франция менән хәрби союздан баш тарта.

Наполеондың ғәмәлдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наполеон Рәсәйҙән Парижға 1812 йылдың 18 декабрендә кире ҡайта һәм шундуҡ һуғыш барышында Рәсәйҙә юҡҡа сығарылған армияға алмашҡа яңы армия ойоштороуға тотона. Срогынан алда 1813 йылда армияға саҡырылырға тейеш булған 140 мең егет, тағы ла 100 мең кеше Милли гвардиянан регуляр армияға күсерелә. Өлкән йәштәге граждандар саҡырыла, ярҙамсы хеҙмәттән 1814 йылғы үҫмерҙәр саҡырыла. Бер нисә полк Испаниянан ҡайтарыла. Халыҡтың бер нисә категорияһы хеҙмәттән ваҡытлыса кисектереүҙе юғалта, матростарҙы пехотаға күсерәләр. Ғәскәрҙәрҙең байтаҡ өлөшөн гарнизондарҙан йыялар.

Наполеон армияһын төҙөгән саҡта уның үгәй улы Евгений Богарне[10], нығытмалар теҙмәһенә һәм 60-меңлек армияға таянып, Эльба һыҙығынан союздаш урыҫ-пруссия ғәскәрҙәренең артабанғы хәрәкәтен туҡтатып тора.

1813 йылдың 15 апрелендә Наполеон Париждан яңы ойошторолған армияһына (130 мең тирәһе кеше), Франция сигендәге Майнцҡа бара. Апрель аҙағында ул Саксонияға, Лейпцигкә, юллана, бында, Богарне ғәскәрҙәре менән тоташып, урыҫ ғәскәрҙәрен алып ташларға һәм баш күтәргән Пруссияны буйһондорорға ниәтләй. Наполеондың Германияла 69 мең урыҫтарға һәм 54 мең Пруссия һалдатына ҡаршы 180 меңгә яҡын һалдаттан торған ғәскәре була[11].

1813 йылғы кампания. Германияла һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пруссияны азат итеү. 1813 йылдың ғинуар—апреле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1813 йылдың башында Пруссия Наполеон Францияһы менән союздаш мөнәсәбәттәр һаҡлап килә. Урыҫ ғәскәрҙәренең Көнсығыш Пруссияға баҫып инеүе Пруссия короленең тышҡы сәйәсәтен ҡайтанан ҡарарға мәжбүр итә. 25 ғинуарҙа 1813 йылдың 25 ғинуарҙа король француздар баҫып алған Берлиндан нейтраль Силезияға күсенә. 9 февралдә Пруссия дөйөм хәрби йөкләмә индерә, башҡа саралар менән рәттән был аҙым март башына 120-меңлек армияны төҙөүгә мөмкинлек бирә. Пруссия регуляр частары урыҫ ғәскәрҙәре менән бергәләп француздарға ҡаршы һуғыша. Француздарҙың Одер буйлап икенсе оборона линияһын ойошторорға маташыуы урыҫ-пруссия союзы арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа тарый.

Варшаваны баҫып алғандан һуң Кутузовтың армияһы Польшаның көнбайышына, Калишҡа табан, юллана. 13 февралдә Винцингероде етәкселегендәге алдынғы урыҫ отряды (16 мең кеше) Калиш тирәһендә сигенгән Реньеның 10 меңлек саксон корпусын туҡтата, саксонсылар алышта 3 мең һалдатын юғалта. 24 февралдә Кутузовтың штабы Калишҡа күсенә. Калиштан урыҫ отрядтары Германияға сабауылға сыға башлай.

28 февралдә Калишта союздаш урыҫ-пруссия килешеүенә ҡул ҡуйыла, ә 27 мартта 1813 йылдың 27 мартында Пруссия короле Францияға һуғыш иғлан итә. Был ваҡытҡа Пруссияның бөтә территорияһы (Висла һәм Одерҙағы бер нисә нығытмаларҙан тыш) Эльбаға тиклем француз ғәскәрҙәренән азат ителә. Эльбаның аръяғында һәм унан көньяҡҡа табан Рейн союзының герман кенәзлектәренең ерҙәре башлана, улар Наполеонға тоғролоҡ һаҡлай.

Төп урыҫ армияһы (43 мең кеше), Варшава герцоглығының көнбайыш сигендә урынлашып, бер айға хәрәкәтен туҡтатып тора. Баш командующий Кутузовтың фекеренсә, урыҫ ғәскәренә Германияның азатлығы өсөн һуғышта ҡатнашыу кәрәк түгел, сөнки Европала француздар менән алышыу Рәсәй мәнфәғәтен генә түгел, герман дәүләттәренең һәм Англияның да мәнфәғәттәренә яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта кутузов асыҡтан-асыҡ император Александр I пландарына ҡаршы тора алмай һәм берләшкән урыҫ-пруссия армияһы (70 мең тирәһе кеше) бер нисә эшелон менән поляк Калишанан Саксонияға юллана һәм 27 мартта формаль рәүештә нейтраль короллектың баш ҡалаһы Дрезденды баҫып ала[12].

3 апрелдә союздаштарҙың авангарды Лейпциг ҡалаһына инә.

Саксония аша Пруссиянан Парижға иң ҡыҫҡа юл үткән. Әлеге дәүләтте баҫып алғандан һуң Рейн союзы тарҡалырға тейеш булған, тап шунда Алтынсы коалиция армиялары менән 1813 йылда Наполеондың төп алыштары үтә.

Баш урыҫ армияһы менән сағыштырмаса әүҙемерәк Витгенштейн корпусы төньяҡта эш итә. Генерал-адьютант Чернышевтың еткәселегендәге корпустың алдынғы отряды 4 мартта алдағы көндә француз гарнизоны ҡалдырған Берлинға инә. 11 мартта Пруссияның азат ителгән баш ҡалаһына тантаналы рәүештә Витгенштейндың төп көстәре килеп инә (20 мең кеше). 17 мартта Витгенштейн корпусына урыҫ-прус союзы сиктәрендә бергә эш итеү өсөн Йорктың корпусы ҡушыла (30 мең кеше).

Һуңынан Витгенштейн Пруссия частары менән бергә Эльбалағы Магдебург ҡалаһына (Пруссияның көнбайыш сиктәрендәге француздарҙың нығытмаһы) табан юл ала. Бында союздаштар француздарҙың юлын киҫә. был йүнәлештә Берлин өсөн хәүеф юҡлығында инанған Витгенштейн апрелдең 20-ләрендә көньяҡҡа, Лейпциг ҡалаһына, Кутузов армияһы менән тоташыу өсөн, юллана.

Генерал-лейтенант Левиздың отрядын (12 меңлек) Витгенштейн Висла тамағында урынлашҡан Данциг ҡалаһын ҡамап тотоу өсөн ҡалдыра. Ғинуар—декабрҙә Данциг ҡәлғәһен ҡамаған ғәскәрҙәр араһында 8 (марттан — 7) башҡорт, 2‑се типтәр, Ырымбур атаман казак һәм Ставрополь ҡалмыҡ меңле полктары була[8]. 1813 йылдың 24 декабрендә Данциг бирелә. Февралдән 1‑се һәм 2‑се башҡорт, 1‑се типтәр полктары — Берлинды азат итеүҙә, майҙа 2‑се башҡорт полкы Бреслау ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа ҡатнаша[8]. Чичагов корпусы Висланың урта ағымында Торн нығытмаһын һөжүмләй, тиҙҙән ул Барклай-де-Толли етәкселеге аҫтына күсә. Торн 16 апрелдә бирелә һәм урыҫ корпусы Саксониялағы Наполеон армияһы менән алыштарҙа ҡатнашыу өсөн әҙер була.

Саксонияла алыштар. 1813 йылдың май айы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лютцен янындағы алыштар картаһы. 1813

1813 йылдың 28 апрелендә оҙайлы ауырыуҙан һуң рус-прус берләшкән армияның баш командующийы фельдмаршал М. И. Кутузов вафат булып ҡала. Уның урынына Ватан һуғышында Александр I-ның ышанысын яулаған кавалериянан генерал П. Х. Витгенштейн тәғәйенләнә. Был осорға ҡарата яҡтар диспозицияһы түбәндәгесә була:

  • Союздаш ғәскәрҙәр (54 мең урыҫ, 38 мең пруссактар, 656 ҡорал) Саксонияның көнбайышында Альтенбург һәм Лейпциг араһында урынлаша. Алдынғы отрядтар Заале йылғаһына сығарыла.
  • Наполеон яңы төҙөлгән 120 меңлек армияһы менән Франциянан яҡынса заале йылғаһы буйлап Лейпциг ҡалаһына табан юллана, бында уны үгәй улы Евгений богарне 45-меңлек ғәскәре менән көтөп тора. Эльба йылғаһының түбәнге ағымында маршал Девуҙың 10-меңлек корпусы, ә Саксанояла генерал (5 мең һалдат тирәһе). Наполеондың артиллерияһы (350 орудие) күпкә урыҫ-прустыҡынан ҡалыша, француздарҙың да көслө кавалерияһы булмай.

Кавалерияһы булмау сәбәпле Наполеон дошмандың дислокацияһы тураһында етерлек мәғлүмәтле булмай һәм Лейпцигтан көньяҡҡараҡ союздаш көстәрҙең тупланыуы хаҡында белмәй. Уның армияһы 60 километрға Йендан Лейпциҡа тиклем һуҙыла, бының менән яңы командующий урыҫ генералы Витгенштейн файҙаланырға теләй. Уның планына ярашлы союздаштарҙың ғәскәрҙәре маршта һибелгән француз корпустарының флангтарына удар яһарға тейеш була. 1813 йылдың 2 майында Лютцен ҡалаһы эргәһендә алыш була. Наполеон көтөлмәгән һөжүмде кире ҡаға һәм, тиҙ арала көстәрҙе туплап, контрһөжүмгә күсә. Был алышта союздаштар 10 мең тирәһе һалдаын (шул иҫәптән, 2 мең урыҫтар), әммә француздарҙың юҡалтыуҙары ике мәртәбәгә күберәк була. Аптырашта ҡалған союздаштар сигенергә мәжбүр була.

8 майҙа урыҫтар Дрезденды ҡалдыралар һәм Эльба аша сығалар. Саксония ҡабаттан Наполеон хакимлығы аҫтына эләгә.

12 майҙа союздаштар Саксонияның көнсығыш сиген һаҡлау өсөн Бауцен янындағы позицияны (Дрездендан 40 км көнсығышҡараҡ) биләйҙәр, 2021 майҙа унда сираттағы, Бауцен янындағы алыш исеме аҫтында билдәле булған, алыш үтә. Наполеондың ғәскәрендә 143 мең һалдат була, урыҫтар һәм пруссактарҙың — 93 мең. Ике көн эсендә урыҫтар 6400 һалдатты юғалта, пруссактар — 5600, француздарҙың юғалтыуҙары күпкә ауырыраҡ булып сыға (18-20 мең). Позицияларҙан этелеп сығарылған союздаштар көнсығышҡа сигенеүен дауам итергә ҡарар итәләр.

Сигенеү урыҫтар өсөн отошло тактик маневр булһа, пруссактарға ҡыйынға тура килә, сөнки хәрби ғәмәлдәр Пруссия территорияһына күсә. Икенсе тапҡыр рәттән уңышһыҙ генераль алыштан һуң император Александр I25 майҙа баш командующий генерал Витгенштейнды тәжрибәле инфантериянан генерал Барклый-де-Толлиға алмаштыра. Союздаш ғәскәрҙәр, Силезияға сигенеү барышында, бер нисә уңышлы аръергард алыш үткәрәләр, әммә барклай, француз армияһының көсһөҙләнеүенә өмөтләнеп, генераль алыш үткәрергә теләмәй.

Эҙәрлекләү барышында Наполеондың армияһы бөтөнләй тарҡала, француздары бер туҡтауһыҙ, һөҙөмтәһеҙ алыштарҙан йонсой, дезертирлыҡтан һәм ауырыуҙарҙан юғалтыуҙар һиҙелерлек арта. Француз ғәскәрҙәренең тәьминаты ҡәнәғәтләнерлек булмай, ризыҡты урындағы халыҡты талаталап алалар.

18 майға, Бауцен янындағы һуғышҡа тиклем, Наполеон, Александр I менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн, маркиз Коленкурҙың урыҫ-прус штабында ҡабул итеүҙе үтенә, ләкин яуап ала алмай. 25 майҙа һөйләшеүҙәр француз яғы инициативаһы буйынса яңынан башлана. 1813 йылдың 4 июнендә Наполеон союздаштар менән Пойшвицта 20 июлгә тиклем (аҙаҡтан 1813 йылдың 10 авгусына тиклем оҙайтыла) ваҡытлы килешеүгә ҡул ҡуя һәм Дрезденға ҡайта. Ике яҡ та хәрби ғәмәлдәрҙе ваҡытлыса туҡтатыуҙы үҙ файҙаһына әүерелдерергә өмөтләнә.

Ваҡытлы килешеү. 1813 йылдың июнь—августы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңыраҡ тарихсылар һәм шәхсән үҙе Наполеон ваҡытлы килешеүҙе ғүмеренең иң бөйөк хатаһы тип атай. Ваҡытлы килешеү һөҙөмтәһендә Алтынсы коалиция күпкә киңәйә һәм көсәйә, көстәр өҫтөнлөгө Наполеондың дошмандары яғына күсә.

Июнь урталарында Англия Рәсәй менән Пруссияға, һуғышты дауам итеү өсөн, күп кенә субсидиялар бирергә вәғәҙә итә.

22 июндә француздарға ҡаршы коалицияға Швеция инә (Норвегияға үҙенә ҡушыу шарттарында).

Июнь аҙағында союздаштар һәм Наполеон Австрияның аралашлыҡ тәҡдимен ҡабул иәтәләр, әммә союздаштар шулай уҡ солох килешеүе шарттарын да ҡабул итһә, Наполеон баҫып алған биләмәләренең бер өлөшөнән дә баш тартырға теләмәй. Июль башында Трахенберг ауылында (Бреславлдән төньяҡҡа) союздаш монархтарҙың кәңәшмәһе үтә (Рәсәй, Пруссия, Швеция), хәрби ғәмәлдәр буйынса Наполеонға ҡаршы дөйөм план төҙөй. Күҙәтеүсе сифатында Австрия императоры Трахенберг планын хуплай. Бер үк ваҡытта француз вәкилдәре менән Прагала бик һүлпән һөйләшеүҙәр алып барыла.

Август башында Наполеон һуңғы тапҡыр Австрияның солохо шарттары буйынса асыҡлыҡ индерергә тырышып ҡарай. Һуңғы көндө, 10 августа, ул ризалыҡ депешаһын ебәрә, әммә мәл үтеп киткән була. 12 августа Австрия рәсми рәүештә коалицияға инә.

14 августа Наполеон Вена кабинетының бөтә шарттарын да ҡабул итә, әммә мәжбүри ташлама Австрияның ҡарарын үҙгәртә алмай. Рус-прус армияһы, яңы союздаштарына ҡушылыу өсөн, Силезиянан Богемияға юллана.

1813 йылдың август айында ҡаршы яҡтарҙың көстәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Союздаш армияларҙың һәм Наполеондың Рәсәй хәрби тарихсы М. И. Богданович тарафынан ведомостар буйынса һаналған ине.

  • Рәсәй: Ваҡытлы килешеү осоронда Европала Рус армияһы Рәсәйҙән ебәрелгән резервтар иҫәбенә күпкә көсәйҙе. Әгәр июнь башында армияла 90 меңгә яҡын һалдат иҫәпләнһә, ваҡытлы килешеү тамамланғас, уның көстәре Силезияла 648 ҡораллы 175 мең тирәһе һалдат тәшкил итә (шул иҫәптән, 107 мең — пехота, 28 мең — кавалерия, 26 мең — казактар). Бынан тыш 59 орудиелы 30 мең урыҫ һалдаты Данциг ҡалаһында була. Польшала генерал Бенигсен 200 ҡораллы 70 меңлек ғәскәр туплай. Авг. 8‑се, 9-сы, 11—16‑сы һәм 18—20‑се башҡ., 2‑се мишәр, 3‑сө Ырымбур, 4‑се һәм 5‑се Урал казак полктары Польша армияһы составында була[8].
  • Пруссия: Пруссия армияһының яртыһын ландвер, йәғни ополчение төрө, тәшкил итә. Барыһы Пруссия 235 меңлек ғәскәр әҙерләй (шул иҫәптән, гарнизондар һәм ярҙамсы ғәскәрҙәр), ғәмәлдәге 376 ҡораллы ғәскәрҙең һаны 170 мең һалдат тәшкил итә (улар араһында 135 мең — пехота, 26 мең- кавалерия)
  • Австрия: Кампания башында Австрия Наполеонға 270 ҡораллы 110-меңлек армияһын ҡаршы ҡуя (шул иҫәптән, пехота — 90 мең, кавалерия — 15 мең), армия хәрби ғәмәлдәр барышында бик тиҙ тулылана һәм арта бара.
  • Башҡа союздаштар: шулай уҡ союздаш көстәр составына 28 мең швед, 13 мең немец, 500 инглиз инә. Бөтәһе ғәмәлдәге армияларҙа союздаш ғәскәрҙәрҙең һаны 500 мең кешегә тиклем барып етә (1389 орудие). 300 меңгә тиклем ғәскәр төрлө ярҙамсы театрҙарҙа тотола: ҡәлғәләрҙе ҡамайҙар (Данцигты һәм башҡаларҙы), гарнизондарҙа, ойоштороу процесында (Польша армияһы), сиктәрҙе һаҡлайҙар (Австрия ғәскәрҙәрен Италияға ебәрә).
  • Франция: Француз армияһын Наполеон марштарҙа призывниктарҙан туплай. 6 августағы ведомостҡа ярашлы, армияла 420 мең һалдат була, шул иҫәптән — пехота — 312 мең, кавалерия — 70 мең. Барыһы үҙәк Европала Наполеон ҡарамағында 1180 ҡораллы 440-меңлек армия отряды иҫәпләнә. Бынан тыш Эльба буйлап нығытмаларҙа гарнизондарҙа 24 мең француз иҫәптә була, уларҙың яртыһы — Гамбургта. Висла һәм Одерҙа ҡамауға эләккән нығытмалар иҫәпкә алынмай.

Ҡаршы яҡтарҙың операцион пландары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1813 йылдың 30 июнендә (12 июль) союздаштар кампанияның Трахенберг планын ҡабул итәләр һәм артабан да, дөйөм алғанда, уға хыянат итмәйҙәр. Был план буйынса союздаш көстәр 3 армияға бүленә: швед принцы Бернадот етәкселегендә Төньяҡ армияһы (Пруссияла Эльа һәм берлин араһында урынлаша), Силезия һәм көньяҡ Богема армиялары. Силезия армияһы төньяҡ армияһына йәки Богема армияһына ҡушылырға тейеш була. Наполеондың союздаш армияларҙың береһенә ҡаршы сығыу осрағында, икенсеһе уның операцион системаһын һөжүмләргә тейеш була. Өс армия ла Наполеондың ғәскәрҙәрен Саксонияла төньяҡтан, көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан уратып алалар. Һөҙөмтәлә союздаш армиялар француздарҙың төп көстәрен ҡамап алырға ҡушыла: «Всем союзным армиям действовать наступательно; неприятельский лагерь будет их сборным пунктом»[13].

Австрия фельдмаршалы Шварценбергтың етәкселегендә иң ҡеүәтле Богема армияһы үҙ эсенә ала: 110 мең австриялылар, 82 мең урыҫтар, 42 мең пруссактар, 672 ҡорал. Бернадоттың Төньяҡ армияһы 156 мең тәшкил итә (шул иҫәптән 369 ҡорал. 79 мең пруссак һәм 30 мең урыҫ, ҡалғандары — немецтар һәм башҡа шведтар). Генерал Блюхер етәкселегендә Силезия армияһы 340 ҡораллы 61 мең урыҫ һәм 38 мең пруссактан тора.

Германияны азат итеү. 1813 йылдың август-декабре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дрезден янындағы алыш. Август—сентябрь

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маршал Удиноны (70 меңлек ғәскәр менән) Наполеон Берлинға ебәргәндән һуң хәрби ғәмәлдәр ҡабаттан башлана. Удиноға ярҙамды Магдебургтағы һәм Гамбургтағы француз гаринизондары күрһәтергә тейеш була. Бер үк ваҡытта союздаш полководецтарынан иң ҡыйыуы — Блюхер — Силезиянан хәрәкәтен башлай. Наполеон Блюхерға ҡаршы сыға, әммә тегеһе 21 августа Трахтенберг планына ярашлы шундуҡ сигенә.

19 августа союздаштарҙың Богема армияһы Рудный тауҙары аша, төп француз армияһының тылына инеү менән янап, Дрезденға табан юллана. Наполеон, Дрезденға хәүеф янауы тураһында белеп ҡалғас, Силезиянан кире яҡҡа — мөһим терәк пунктына борола. Блюхерға ҡаршы тороу өсөн 80-меңлек ғәскәр менән маршал Макдональд ҡалдырыла.

23 августа союздаштарҙың төньяҡ армияһының прус корпустары Гросберен тирәһендә (Берлиндан 15 километрға көньяҡҡа табан), саксон корпусын тар-мар итеп, маршал Удиноны сигендерәләр. Пруссактарҙың үҙаллы тиерлек француздарҙы еңеүе Пруссияла патриотик күтәрелеш булдыра. Удино Эльбаға, Виттенберг ҡалаһы ҡәлғәһенә, сигенә һәм тиҙҙән Наполеон уны маршал Нейға алыштыра. Ней алдына Берлинды яулау бурысы ҡуйыла.

25 августа Богема армияһы Дрезденға яҡынлаша, әммә командующий Шварценберг ҡаланы ҡапыл ғына яуларға баҙнат итмәй һәм артта ҡалған ғәскәрҙе көтөргә була. Киләһе көндө, 26 августа, ул һөжүмен башлай, әммә Наполеон гвардияһы менән кире ҡайтып өлгөрә. 27 августа генераль алыш уҙа, союздаштар еңелеүгә дусар булалар һәм тарҡалған рәүештә кире, Богемаға, сигенәләр. Төп юғалтыуҙарҙы Австрия ғәскәрҙәре кисерә. Наполеон союздаш ғәскәрҙәре ябырылған тау үткәлен ябырға маташа һәм Вандам корпусын урау юлдан ебәрә, әммә Вандам Кульм тирәһендәге алышта ҡамауға эләгә, 30 августа уның корпусы тулыһынса ҡыйратыла.

26 августа, Дрезден алышы башланған көндө, Блюхер Силезияла, Кацбах йылғаһы буйында, контрһөжүмгә күсә һәм өҫтөнлөклө кавалерия көстәре менән маршал Макдональд армияһын тар-мар итә. Ҡыйратылған маршал Саксонияға, төп көстәргә, сигенә.

Наполеон союздаштарҙың Богема армияһын еңгәндән һуң сентябрь башында Болюхерҙың Силезия армияһына ҡабаттан ҡаршы сығырға мәжбүр була. Блюхер, күперҙәрҙе емереп, Бубр йылғаһы аръяғына сигенә. Бер үк ваҡытта Богема армияһы Принаны яулай. Наполеон Дрезденға ҡайтырға ашыға. Ике фронтта һуғышҡан Наполеон оборонаға китә, уның ғәскәрҙәре бер туҡтауһыҙ үткәрелгән, һөҙөмтәһеҙ марштар менән хәлһеҙләнгән була.

1813 йылдың сентябре, Нейҙың Берлинға сираттағы уңышһыҙ походын иҫәпкә алмағанда, ҙур бәрелешһеҙ тиерлек үтә.6 сентябрҙә Төньяҡ армияның прус ғәскәрҙәрҙе Ной армияһын ҡыйрата һәм Эльбаға табан сигендерә. Наполеон Дрезден уңышын нығыта алмай, союздаштар коалицияһын һаҡлап алып ҡала. Хәрби ғәмәлдәрҙә өс аҙнаға ваҡытлыса тынлыҡ урынлаша, ҡаршы тороусылар көс йыя, сабауылдар үткәрә.

Сентябрҙә башҡорт, казак, ҡалмыҡ, мишәр һәм типтәр полктары Богемия, Төньяҡ һәм Силезия армиялары составына күскән. Польша армияһы составында ҡалған 18—20‑се башҡорт полктары йөк һәм почтаны һаҡлаған, әсирҙәр колонналарын ҡарауыллап оҙатҡан[8].

Наполеондың стратегик хәле насарая. Үтә ныҡ йонсотҡан марштар һәм насар тәьминат һөҙөмтәһендә союздаш армиялары менән сағыштырмаса ул бик һалдаттарын юғалта. Немец тарихсыһы Ф. Меринг баһалауынса, август һәм сентябрҙә Наполеон 180 мең һалдатын юғалта, башлыса ауырыуҙарҙан һәм дезертирлыҡтан[14]Наполеондың вассалы һәм Рейн союзының иң эре дәүләттәренең береһе булған Бавария Австрия менән сепаратив һөйләшеүҙәр башлай.

Лейпциг эргәһендәге алыш. Октябрь—декабрь

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Октябрҙең башында яңы көстәр менән тулыландырылған союздаштар Дрезден тирәһендә ныҡлап урынлашҡан Наполеонға һөжүмен башлайҙар. Уны бер үк ваҡытта ике яҡтан киң урау маневры менән ҡыҫырыҡлап сығарыу планлаштырыла. Блюхерҙың Силезия армияһы Дрезденды төньяҡтан урай һәм Эльбаны Лейпцигтан төньяҡҡараҡ аша үтә. Уға Берандоттың Төньяҡ армияһы ҡушыла. Шварценбергтың Богема армияһы Богеминан сығып Дрезденды көньяҡтан урап үтә һәм шулай уҡ Лейпцигка, Наполеондың тылына, ҡарай юллана. Хәрби ғәмәлдәр театры Эльбаның һул ярына күсә.

Наполеон, Дрезденда көслө гарнизонын ҡалдырып, Богема армияһына ҡаршы ҡаплам ҡуя һәм Блюхерҙы һәм Берандотты ҡыйратыу ниәте менән Лейпциг тирәһенә юллана, әммә тегеләр алыштан тайпылалар һәм Наполеонға бер үк ваҡытта бөтә союздаш армиялары менән осрашырға тура килә. 1813 йылдың 16 — 19 октябрендә XIX быуаттың халыҡтар алышы йәки Лейпциг тирәһендәге алыш исеме аҫтында билдәле иң эре алыштарҙың береһе уҙғарыла. Фронттарҙың тарҡаулығы, алыш фронтының киңлеге һәм оҙайлығы арҡаһында ҡаршы тороусылар көстәренең баһаһы бик ныҡ айырыла, әммә, дөйөм алғанда, тарихсылар, Наполеондың Лейпциг тирәһендә 180—200 мең һалдаты булыуы хаҡында үҙ-ара килешә. Алыш аҙағында союздаш көстәрҙең һаны француз армияһынан бер ярымға күберәк була.

Алыш ваҡытында союздаштарҙың үлеләр һәм яраланғандар менән юғалтыуҙары 54 меңгә етә, шул иҫәптән 22600 мең урыҫтар, 16 мең пруссак, 15 мең австриялылар һәм барыһы 180 генә швед. Әммә наполеон ҡыйратҡыс еңелеүгә дусар була, Лейпциг тирәһендә 80 мең тирәһе һалдатын юғалта. Ул Францияға иң ҡыҫҡа юл менән сигенә, ә бавария генералы Вреде етәкселегендәге Австрия- Бавария ғәскәрҙәре (43 мең һалдат) Наполеонды сигенеү һыҙатында тотоп алыу өсөн юллана һәм Ханау ҡалаһы (Германия) тирәһендә юлын ҡыялар. 31 октябрҙә Наполеон һуғышып ҡамауҙан сыға, 2 ноябрҙә Рейн аша сыға һәм 400-меңлек армияһы ҡалдығы — 40 мең һалдат менән — Францияға ҡайта[15]

Союздаштар Франция сигендә Рейн буйлап туҡтай һәм ғәскәрҙәрен тәртипкә килтерәләр. Гамбургтан һәм Магдебургтан тыш, германиялағы барлыҡ француз гарнизондары 1813 йылдың ноябрь-декабрендә йәки 1814 йылдың ғинуарында биреләләр. 1813 йылдың ноябрендә маршал СенүСирҙың төркөмө бирелә (35 мең һалдат), декабрь аҙағында Данциг капитуляциялай. Наполеон 150 меңдән ашыу Францияны яҡлай торған һалдатын юғалта. Хәрби тарихсы А. И. Михайловский-Данилевский иҫәпләүенсә, бер ай һәм 1813 йылдың 5 көнөндә союздаштар 41 мең әсирҙе һәм 2247 орудиены (яртыһы — Лейпцигтан) ҡулға ала[16] ҡамауҙа ҡалған ҡәлғәләрҙә күп кенә һалдаттар эпидемияларҙан үлә йәки дезертирлыҡ ҡыла.

Октябрҙә 1‑се, 4‑се, 5‑се, 9‑сы һәм 14‑се башҡорт полктары Лейпциг ҡалаһы янындағы алышта («Халыҡтар һуғышы») ҡатнаша, унда еңгәндән һуң 2‑се, 13‑сө һәм 15‑се башҡорт полктары менән берлектә Дрезден ҡалаһын азат итә; 9‑сы башҡорт полкы Эрфурт ҡалаһын биләгән, 3‑сө Ырымбур һәм 5‑се Урал казак полктары Прагаға һөжүмде көсәйткән. Башҡорт һәм казак полктары шулай уҡ Веймар, Гамбург, Майндағы Франкфурт һәм башҡа немец ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. 8‑се, 12‑се, 13‑сө, 16‑сы башҡорт һәм 2‑се мишәр полктары башҡа ғәскәри частар менән берлектә 1813 йылдың декабрендә Глогау ҡәлғәһендәге француз гарнизонының баш һалыуына өлгәшә[8]..

Наполеон1813 йылдың кампанияһы барышында Европаны юғалта, әммә Франция һаман да уға тоғро булып ҡала.

1813 йылдың көҙөндә Рейн союзының тарҡалыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Саксония короле Фридрих-Август, 1813 йылдың яҙындағы Наполеондың ғәскәрҙәре Лейпциг тирәһендә, үҙенең короленә хыянат итеп, союздаштар яғына сыҡҡанға тиклем, уға тоғролоғон һаҡлай. Саксония һуғыштан һуңғы бүлешеү арҡаһында дәүләткә әйләнә, уның төньяҡ яғы 1815 йылда Пруссияға бирелә.
  • 1813 йылдың 26 октябрендә казактар Касселдән Вестфальс короллегеның короле Жером Бонапартты ҡыуып сығаралар. Артабан унда элекке, Наполеон юҡҡа сығарған, династиялар тергеҙелә. Вестфаль короллеге дәүләт булараҡ Европа сиктәрен ҡабаттан ҡарағандан һуң 1815 йылда бөтөрөлә.
  • Бавария короле Максимилиан I, һуғыштың дөйөм барышын баһалап, 1813 йылдың 13 сентябрендә Наполеон менән союздан баш тарта һәм уны әлеге аҙымы тураһында яҙма рәүештә иҫкәртә. 8 октябрҙә, Наполеондың Лейпциг тирәһендәге ҡыйратылыуына тиклем, Бавария Австрия менән хәрби союзға ҡул ҡуя һәм коалиция ғәскәрҙәренә үҙенең 36-меңлек армия ҡушырға һәм австрияға территоияһының бер өлөшөн ҡайтарып биререгә вәғәҙә итә. 1813 йылдың 30 октябрендә бавар ғәскәрҙәре Наполеонға Ханау тирәһендә юлын киҫергә уңышһыҙ маташалар.
  • Вюртемберг короле Фридрих I Бавария короле өлгөһөнсә эшләп, 1813 йылдың 2 ноябрендә үҙенең суверенлығын һаҡлау шарттарында килешеү төҙөй. был ваҡытҡа союздаш ғәскәрҙәр уның, Франция менән Рейн буйлап сиктәш булған, биләмә сиктәренә килеп етәләр. Вюртемберг союздаш ғәскәрҙәргә 12-меңлек отрядты бирә, әлеге отряд һуңынан Франция территорияһында әүҙем хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша.
  • Ноябрь дауамында Германияның башҡа ваҡ кенәздәре (бөйөк герцогтар Гессен -Дармштадтскийҙар, Баденский һәм башҡалар) коалицияға ҡушыла.

1814 йылғы кампания. Францияла һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Францияла тәүге алыш. 1814 йылдың ғинуары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус-прус-австриялы ғәскәрҙәрҙең күпселек өлөшө Рейн буйлап 1813 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында ла ҡала. Шаһит һәм тарихсы А. И. Михайловский-Данилевскиҙың хәтерләүенсә, Александр I ашығыс рәүештә Францияға инеү яҡлы була, әммә союздаштар күпкә һаҡ юлды һаҡлай: «Ул хатта Рейнда ла туҡтарға теләмәй, ҡышҡыһын уҡ Парижға барырға теләй, әммә беҙҙең союздаштар Францияның сиктәрен күреү менән бер аҙ ҡаушап ҡалалар, бәлки, үҙҙәренең элекке һуғыштарҙағы уңышһыҙ ниәттәре өсөндөр »[17].

Швед кронпринцы Бернадот етәкселегендәге Төньяҡ армияһы тарҡала, Бернадот үҙе шведтары менән Данияға бара, башҡа корпустар француз гарнизондарынан Голландияны таҙартырға китәләр һәм һуңыраҡ Блюхер һәм Шварценбертың армияларына ҡушыла.

1814 йылдың 1 (12) ғинуарында батша етәкселегендәге рус гвардияһы Францияға, Базель районында, Швейцария яғынан килеп инә, союздаштарҙың башҡа корпустары Рейнды алдараҡ, 1813 йылдың декабренең 20-ләрендә кисеп сыға. 26 ғинуарға союздаш корпустар, ҡәлғәләргә инмәйенсә, Шампань провинцияһында, Париждан яҡынса 200 километр алыҫлыҡта, тупланалар. Союздаштарҙың 200 меңлек армияһына ҡаршы Наполеон ҡул аҫтында булған 70 мең һалдатты ташлай, улар төрлө йүнәлештәрҙе ҡаплап, мөмкин тиклем союздаштарҙың хәрәкәтен туҡтатырға тырыша. Союздаштарға ҡышҡы фатирҙарҙа туҡтарға, коммуникацияларҙы һаҡларға һәм француз нығытмаларын блокларға тура килеп, күп көсөн сарыф итәләр, шуға күрә яу яланында уларҙың өҫтөнлөгө бигүк һиҙелмәй һәм наполеон үҙенең ҙур булмаған көстәрен союздаш армияларҙың ҡайһы берҙәренә ҡаршы тупларға һәм улар менән уңышлы һуғышырға мөмкинлектәр аса.

25 ғинуарҙа Наполеон, 3 йәшлек улы һәм ҡатыны менән хушлашып, Витриға, ғәскәрҙәренә, сығып китә. Башҡаса ул бер ҡасан да үҙенең ғаиләһен күрмәйәсәк.

Ҡышҡы баҫып инеү француз императоры өсөн көтөлмәгән хәл була. Тиҙ арала йыйылған 170 мең новобранец әле өйрәнә генә һәм тейешле рәүештә ҡоралланмаған була. Наполеонды союздаштар араһындағы ығы-зығы ҡотҡара: Австрия артабанғы алыштарҙа ҡатнашырға теләмәй һәм Шварценбергың ярҙамында союздаш ғәскәрҙәренең хәрәкәтен тотҡарлай. Әммә прус фельдмаршалы Блюхер Александр I ҡеүәтләүе арҡаһында Парижға ынтыла. 1814 йылғы кампанияның төп алыштары Блюхерҙың рус-прус корпустары һәм Наполеон араһында йәйелә, бер үк ваҡытта Шварценберг үҙенең ҡеүәтле армияһы (Богема, һуңынан Баш армия) менән ярҙамсы ролендә ҡала.

Наполеон алға сыҡҡан Блюхерҙың Силезия армияһын һөжүмләргә ҡарар итә, был армия бик көсһөҙ булһа ла, союздаш армиялары араһында иң хәүефлеһе булып һанала. Ул бер ергә 40 меңгә яҡын һалдатты туплай, шунан көтөлмәгән манёвр менән Блюхерҙың тылына инергә маташа, Блюхерҙың ғәскәрендә урыҫ корпустарынан 30 мең тирәһе һалдат булаз. 29 ғинуарҙа Бриен тирәһендә алыш була, алышта француздарға бер аҙ уңыш йылмая.Ҡаршы тороусылар өсөшәр мең кеше юғалта, Блюхер ашығыс рәүештә бер нисә километрға артҡа сигенә һәм Тран бейеклектәрендә отошлораҡ позиция биләй, бында ул Шварценберг ғәскәрҙәре менән осраша.

Көстәр нисбәте Алтынсы коалиция яғына ауа. Блюхер үҙенең ҡул аҫтына 110 мең тирәһе һалдат туплай һәм контрһөжүмгә күсә. 1 февралдә Ла-Ротьер ауылы районында француздар һул яҡ флангынан уратып алына, үҙәк позициянан ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм Сена йылғаһы аръяғына Труаға сигенергә мәжбүр булалар. Юғалтыуҙар һәр яҡтан тиң була — яҡынса алтышар мең кеше.

Наполеондың һөжүме. 1814 йылдың феврале

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2 февралдә хәрби совет уҙғарыла, әлеге советта союздаштар, тәүге уңышты үҫтереп, һәр ҡайһыһы айырым Парижға барырға ҡарар итә. Шварценберг етәкселегендәге баш армия сена үҙәне буйлап, Наполеондың төп көстәренә һөжүм итергә тейеш була. Блюхерҙың Силезия армияһы Парижға Марна йылғаһы үҙәне аша бара, уның алдында — француз марщалдары Макдональд һәм Мармондың аҙ һанлы корпустары.

Наполеондың «Алты көнлөк һуғышы» Наполеон. Беренсе көн, 1814 йылдың 10 феврале

Шварценбергтың үтә ныҡ һүлпәнлеге арҡаһында ҡыйратылған француз армияһы 6 февралгә тиклем тыныс рәүештә үҙ көстәрен тергеҙә, артабан ҡыҙыу марштан һуң 10 февралдә ҡапыл Блюхер армияһының флангына һөжүмләй һәм шампобер янында Олсуфьевтың урыҫ корпусын тар-мар итә. Наполеондың Силезия армияһын еңеү серияһы ошолай башлана («Алты көнлөк һуғыш»). Һөжүм барышында Блюхерҙың армияһы Парижға 100 километрға тиклем яҡынлаша, әммә армия частары бик ныҡ тарҡалған була, кавалерия булмау сәбәпле Блюхер дошмандың урындан урынға күсеүе тураһында мәғлүмәттәр ала алмай. Бер урында тапалған Шварценбергтың Баш армияһы һәм Блюхер араһында өҙөклөк барлыҡҡа килә һәм Блюхерға кәрәк саҡта Шварценбергтан ярҙамға өҫтәмә көстәр алыу мөмкинлеге булмай.

Наполеон бер-бер артлы Блюхерҙың корпустарын һөжүмләй[18] Дүрт алыш һөҙөмтәһендә (Шампобер, Монмираль, Шато-Тьерри, Вошан) 10-нан 14 февралгә тиклем Блюхер армияһының өстән бер өлөшөн юғалта (16 мең һалдат, шул иҫәптән 9 мең урыҫ һалдаты). Тулыһынса ҡыйратылыуҙан Парижға инеү менән янаған Баш армияның һөжүме генә ҡотҡара.

17 февралдә союздаштар Наполеонға Француз революцияһына тиклем булған сиктәрҙе һаҡлап ҡалыу шарттарында солох тәҡдим итәләр, әммә тегеһе солохтан баш тарта.

Шварценберг шулай уҡ һүлпән һөжүм менән корпустарҙы ҙур аралыҡтарға һирпә, был, үҙ сиратында, Наполеонға Баш армияның ҡайһы бер частарына һөжүм яһарға мөмкинлек бирә. 17 февралдә Палендың рус авангарды ҡыйратыла, артабан — Бавария дивизияһы. 18 февралдә Монтро янындағы алышта ике мәртәбә ҡеүәтлерәк булған Франция армияһы Вюртемберг корпусын ике Австрия дивизияһыменән Сенаға ҡыҫырыҡлай, әммә союздаштар, ҙур юғалтыуҙарға ҡарамайынса (6 меңгә тиклем) икенсе ярға сығып өлгөрәләр. Шварценберг Труаға сигенә, унда ул Блюхерҙың Силезия армияһы менән тоташа, артабан һөжүм башындағы позицияға ҡайта.

Наполеон ике тапҡырға артығыраҡ булған союздаштарҙың берләшкән көстәрен һөжүмләргә баҙнат итмәй. Әммә Шварценберг та сигенеүен дауам итә. Бының менән ҡәнәғәт булмаған Блюхер урыҫ батшаһына һәм прус короленә мөрәжәғәт итә һәм уҙаллы эш итеүгә рөхсәт ала. Союздаш армиялар функциялары менән алышына: быға тиклем Блюхерҙың ярҙамсы армияһы әүҙем һөжүм ғәмәлдәрен алып бара, ә Шварценбергтың баш армияһы француз көстәрен тарҡатырға тейеш була. Блюхерға ярҙамға Голландиянан Винцингероденың рус корпусы һәм Берандоттың Төньяҡ армияһынан прус Бюлованың корпусы йүнәлтелә.

24 февралдә Блюхер Парижға, төньяҡ-көнбайышҡа табан, өҫтәмә көстәргә ҡаршы китә. Наполеон, Блюхерҙың бүленгәне белеп ҡалғас, уны эҙәрлекләргә була. Шварценбергтың пассив булыуына инанған Наполеон уның ҡаршыһында Бар-сюр-Об һәм Бар-сюр-Сенда, маршалдар Удиноның, Макдональдтың һәм генерал Жерараның ҙур булмаған ғәскәрҙәрен ҡалдырып (барыһы 30 мең һалдат)[19],үҙе 27 февралдә яҡынса 40 мең кеше менән йәшерен рәүештә Труанан Блюхер тылына юллана. 1814 йылда башҡорт, типтәр, 2‑се мишәр, Ставрополь ҡалмыҡ меңле, Ырымбур һәм Урал казак полктары Арси-сюр-Об, Краон, Лаон, Суассон, Фер-Шампенуаз һәм башҡа француз ҡалалары эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша[8].

Союздаш монархтар, Блюхерҙың армияһы өсөн хәүефләнеп, Шварценбергтан өлөшләтә булһа ла һөжүмгә күсеүен талап итәләр. Витгенштейн етәкселегендәге рус корпусы Вреденың Австрия-Бавария корпусы ярҙамында (барыһы 35 мең) 27 февралдә маршал Удиноның ғәскәрҙәрен Бар-сюр-Об ҡаласығы янында Об йылғаһы (Сенаның уң ҡушылдығы) аръяғына алып ташлайҙар (18 мең). 5 мартта союздаштар сираттағы мәртәбә Труаны яулап алалар,әммә бында Шварценберг, Австрия кабинетының күрһәтмәләренә ярашлы, үҙенең хәрәкәтен туҡтата. Наполеон һәм Блюхер армияһы араһында төп алыштар төньяҡтараҡ, Марной йылғаһы аръяғында йәйелә.

1814 йылдың февраль аҙағындағы дөйөм хәл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1814 йылдың февраль аҙағындағы дөйөм хәл Наполеон өсөн бик ауыр була, әмәм өмөтһөҙ түгел. Ул үҙ алдына союздаштар менән Францияның һуғыш башланған осорға тиклемге сиктәрен, йәғни Рейн һәм Альпылар буйлап, һаҡлап ҡалыу шарттарында солох килешеүен төҙөү бурысын ҡуя. 1814 йылдың 26 февраленә ҡарата бер-беренә ҡаршы торған армияларҙың дөйөм урынлашыуы түбәндәгесә була.

  • Наполеон Сена һәм Об йылғалары араһында 350 орудие менән яҡынса 74 мең һалдат тота. Ошо көс менән Блюхерҙың һәм Шварценбергтың союздаш армияларына (дөйөм һаны 150 меңдән артыҡ) уңышлы ҡаршы тора ала. Блюхер (яҡынса 45 тмең һалдат) Шварценбергтың баш армияһынан айырылып сыға һәм Парижға табан юллана. Уның юлында Мармондың һәм Мортьеның корпустарынан хөрт кенә ҡаплама (16 меңгә тиклем) тора.
  • Швейцарияла көньяҡ флангыла маршал Ожеро үҙенең 28 мең һалдаты менән Бубнаның австриялы корпусын сигендерә һәм Женеваны алырға йыйына, артабан уның алдында Шварценбергтың коммуникацион линияһын өҙөү бурысы ҡуйыла.
  • Италияла француз генералы Евгений Богарне етәкселегендә 48 мең һалдат фельдмаршал Бельгардтың 75-меңлек австриялы армияһына уңышлы ҡаршы тора, шулай уҡ элекке Наполеон маршалы, Неаполитан короле Мюратты ла француздарға ҡаршы әүҙемлектән тотҡарлап тора.
  • Испанияла Наполеон маршалы Сюше 40 мең һалдат менән етәкселек итә. Килешеүгә ярашлы, ул, ғәскәрҙәрҙе Францияға ҡайтарыу мөмкинлеген көтөп, хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашмай. Пиренеи тауҙары маршал Сульттың отрядын бәйләп тота һәм герцог Веллингтонға Францияға көньяҡтан бәреп инеүгә ҡамасаулай.
  • Төньяҡта, Рейн һәм Голландия тирәһендә, француздар күп кенә нығытамаларҙа ҡаршылыҡ күрһәтә.

Союздаштарҙың уңыштары. 1814 йылдың марты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

27 февралдә Блюхер Лаферте-су-Жуарға (Париждан 75 километрға көньяҡҡараҡ) килеп етә һәм маршалдар Мармон һәм Мортьеның көсһөҙ ҡапламаларын алып ташлай. Узнав о движении Наполеондың хәрәкәте тураһында ишетеп, Блюхер начал отступление вдоль реки Урк йылғаһы буйлап төньяҡҡа, Суассонға, сигенә башлай (Винцингероде һәм Бюловтың ҡаршы килгән өҫтәмә корпустарына). Һөжүм менән ҡурҡытып, союздаштар француз гарнизонын 3 мартта Суассонды ташлап китергә күндерәләр. 4 марта Блюхер Эна йылғаһының уң яҡ ярына сыға һәм Винцингероде һәм Бюловтың корпустары менән тоташа (Блюхерҙың армияһы ике тапҡырға, 109 мең һалдат тиклем, арта)

Хәрби тарихсылар иҫәпләүенсә, Наполеон кесе көстәр менән (40 — 50 мең), төньяҡҡа. Рейн менән Голландияға, үтеп сығыр өсөн, Блюхерҙы һөжүмләргә тейеш була, бында ул француз гарнизондарын ҡотҡарырға ниәтләй. гарнизондар уға өҫтәмә рәүештә 50 меңгә тиклем һалдат бирә алыр ине һәм Франция императорына союздаштар армияһын ҡыйратыуға мөмкинлек алыр ине.

Наполеон союздаштарҙың берләшеүе тураһында белмәй һәм Суассон—Лаон үҙәк юлын киҫергә иҫәп тота. 7 мартта Наполеон Краон бейеклектәрендә Блюхерҙың позицияларын һөжүмләй, бында Воронцов менән Строгановтың ике урыҫ дивизиялары оборона тота (Винцингероде корпусынан 16 мең һалдат). Блюхер Наполеонды — тотҡарларға, ә һуңынан урау маневр менән уға тылдан һөжүм итергә уйлай. Әммә ҡеүәтле кавалерия корпусы был маневрҙы башҡара алмай һәм урыҫтар платонан сигенәләр. Краондағы алыш кампания тарихында иң ҡан ҡойғос булып һанала. Урыҫ дивизиялары шәхси составтарынан өстән бер өлөшөн юғалта.

Блюхер бөтә булған ғәскәрҙәрҙе бер ергә туплай (104 мең,уларҙан — 22 мең кавалерия, 260 орудей) — Францияның боронғо баш ҡалаһы, нығытылған ҡаласыҡ Лаонға. Наполеон армия һанын 52 меңгә еткереп (шул иҫәптән 10 мең кавалерия, 180 орудие), шулай уҡ үҙенең көстәрен бергә туплай. 9 мартта Лаонда союздаштар ғәскәрҙәре, башлыса прус дивизиялары, наполеондың һөжүмен кире ҡаға һәм 10 мартҡа ҡараған төндө тулыһынса корпустарҙың береһен тар -мар итә — маршал Мармон етәкслегендәге корпус. Шуға ҡарамаҫтан, Наполеон 10 мартта ике тапҡырға көслөрәк Блюхер армияһына һөжүмдәрен дауам итә һәм көн аҙағында ғына Эна йылғаһы аръяғына сигенә.

Наполеондың сигенеүенән һуң стратегик инициатива Блюхерҙың армияһына күсергә тейеш була, әммә уның ғәскәрҙәре бер аҙна дауамында фельдмаршалдың ауырыуы сәбәпле һәм аҙыҡ-түлек менән насар тәьмин ите арҡаһында үҙгәрешһеҙ ҡала. Наполеон көньяҡҡа юллана һәм 13 мартта көтөлмәгән һөжүм менән Реймста граф Сен-Приҙың 14-меңлек урыҫ-прус корпусын ҡыйрата. Реймсты биләгәндән һуң Наполеон Блюхерҙың Силезия армияһы һәм Шварценбергтың Баш армияһы араһындғы коммуникацион линияны киҫә. Наполеондың көтөлмәгән уңышы союздаштарға насар тәьҫир яһай, улар тәртипһеҙлектә үҙ оперциялар туҡтата һәм хәрби ғәмәлдәрҙә инициативаны француз императорына тапшыралар.

Ошо уҡ ваҡытта Шварценбергтың етәкселегендәге союздаштарҙың Баш армияһы яйлап Парижға яҡынлаша. Блюхер менән уҙғарылған алыштарҙа көсһөҙләнгән Наполеон ҡабаттан баш армияға ябырылыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалмай. Наполеон ғәҙәттәге практиканы ҡулланырға иҫәп тота: союздаштарҙың маршта тарҡалған корпустарына берәм-берәм һөжүмләргә. Әммә был юлы союздаштар корпустарын бер ергә туплауға өлгәшәләр һәм Наполеон күпкә көслөрәк армияны еңеүенә өмөтләнә алмай. Наполеон берҙән-бер нәмәне генә эшләй ала ине: флангтан йәки тылдан хәүеф тыуҙырып, баш армияның хәрәкәтен туҡтатырға. Был осраҡта Блюхерҙың армияһына Парижға юл асыҡ ҡала.

Наполеон киләһе стратегияны һайлай: союздаштарға ҡаршы ҡапламалар ҡуйырға, ә үҙенә Блюхер һәм шварцеберг армиялары араһынан төньяҡ-көнсығыш нығытмаларына үтергә, быннда ул гарнизондарҙы ҡотҡарып һәм уларҙы үҙенә ҡушып, армияһын күпкә көсәйтә ала ине. Һуңынан уның союздаштарҙы, коммуникацияларына хәүеф тыуҙырып, сигенеүгә этәреү мөмкинлеге асыла. Наполеон союздаш армияларҙың һүлпәнлегенә һәм француз тылында император армияһы алдындағы ҡурҡыу хисенә өмөтләнә. Париж башлыса унда йәшәүсе халыҡтың һәм Милли гвардияның яҡлауына ҡалдырыла.

20 мартҡа ҡарата Баш армияның корпустары Сена һәм Об йылғалары араһында, Труа эргәһендә, туплана. Наполеон Об йылғаһының үҙәне буйлап төньяҡҡа, Арси-сюр-Об ҡаласығынан Витриға һәм артабан көнсығышҡа табан маршрут һайлай. 20 мартта уның 25-меңлек армияһы Арсиҙа Шварценбергтың ғәскәрҙәре (90 меңгә тиклем) менән бәрелешә. 21 мартта Арси-сюр-Об янындағы алыштан һуң Наполеон Об йылғаһы аръяғына олаҡтырыла һәм Сен-Дизьеға китә, бында ул союздаш армияларҙы тылдан борсорға ниәтләй. Өлөшләтә ул ҡуйылған бурысты атҡара ала: Шварценбергтың Парижға һөжүме ваҡытлыса туҡтатыла.

Парижды яулау һәм кампанияның тамамланыуы. 1814 йылдың марты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рус армияһы Парижға инә. 1814.

Үҙ сиратында союздаштар 24 мартта кампанияла артабанғы ғәмәлдәр планын бергәләп хәл итәлә һәм бәхәстәрһҙән һуң Парижға һөжүмде яңыртырға ҡарар сығарыла. Наполеонды яңылыштырыр өсөн уға ҡаршы 10-меңлек генерал Винцингероде етәкселегендә кавалерия корпусы ебәрелә. Корпус Винцингероде был разбит Наполеоном 26 мартта ҡыйратыла, әммә артабанғы ваҡиғалар барышына был еңеү йоғонто яһай алма.

25 мартта Блюхер һәм Шварценбергтың армияларыпарижға юлланалар. Шул уҡ көндө Фер-Шампенуазе янында союздаш кавалерия 2 айырым алыштамаршалдар Мармон һәм Мортьеның (16—17 мең һалдат) корпустарын тар-мар итә һәм тулыһынса тиерлек Милли гвардияның ҙур отрядын ҡыйрата. Француз корпустары Наполеон менән тоташыуға ашығалар, еңелеүҙән һуң улар Парижға сигенә.

27 мартта Наполеон Парижды һөжүмләү тураһында ишеткәс, ҡаршы тороусы дошмандың ҡарарын бик юғары баһалай: «был иҫ китерлек шахмат йөрөүе. Союздаштарҙың ниндәй ҙә булһа генералы быны эшләй алыр тип бер ҡасан да уйламаҫ инем». Икенсе көндө ул баш ҡаланы ҡотҡарыу өсөн Сен-Дизтенан (Париждан 180 километр тирәһе) ашыға, әммә һуң була инде.

29 мартта союздаш армиялар (яҡынса 100 мең һалдат, шул иҫәптән 63 меңе урыҫтар) Париж оборонаһының алғы һығыҙына бик тығыҙ итеп килеп туҡталалар. Төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, француздарҙа 22—26 мең регуляр ғәскәрҙәре, Милли гвардияның 6—12 мең ополченецы һәм 150 тирәһе орудиеһы була. Баш ҡаланы яҡлаусылар юғары хәрби рухта булалар һәм Наполеон армияһы менән тиҙ арала килеп етеүнә өмөтләнәләр.

30 мартта рус һәм прус корпустары һөжүм итә һәм бик көсөргәнешле алыштарҙан һуң Париждың эргә-тирәләрендәге биҫтәләрҙе баҫып алалар. Күп меңле ҡаланы бомбардировканан (артиллерия утынан) һәм урам алыштарынан ҡотҡарыр өсөн француз оборонаһының уң флангы командующийы маршал Мармон көндөҙгө сәғәт биштәргә урыҫ императорына парламентёрҙы ебәрә. Александр I яуап бирә: «Париж бирелһә, ул һуғышты туҡтатырға фарман бирәсәк: юғиһә кискә табан баш ҡала булған урынды танымаясаҡтар»[20] Париж өсөн һуғыш союздаштар өсөн 1814 йылғы кампанияның их ҡанҡойғосо була, сөнки бер көн эсендә 8 мең һалдат һәләк була (шул иҫәптән 6 меңдән ашыу урыҫтар).

31 мартта төнгө икелә Париж капитуляцияһына ҡул ҡуйыла. Иртәнге етегә, килешеү шарттарына ярашлы, француз регуляр ғәскәре парижды ташлап сығырға тейеш була. В полдень 31 мартта, көн үҙәгендә, император Александром I етәкселегендә урыҫ һәм прус гвардияһы Франция баш ҡалаһына тантаналы рәүештә килеп инә.

Мартта Екатеринбург һәм Өфө пехота, 1—4‑се, 11‑се, 13‑сө, 15‑се, 17‑се башҡорт, 2‑се мишәр, 3‑сө Ырымбур казак, 1‑се һәм 2‑се типтәр полкының бер өлөшө Парижды штурмлауҙа ҡатнашҡан. 7‑се, 10‑сы, 14‑се башҡорт һәм Ставрополь ҡалмыҡ полктары Нассау ҡалаһында була. Данцигтан әсирҙәрҙе оҙатҡандан һуң, 5‑се башҡҡорт полкы Минск губерна полиция хеҙмәте үтәй. 9‑сы башҡорт полкы Гамбург тирәһендә була[8].

Апрель башында Франция Сенаты Наполеондың ҡолатылыуы тураһында декрет баҫып сығара һәм Ваҡытлы хөкүмәт ойоштора. шулай булыуға ҡарамаҫтан, Франция халҡы һаман да император хакимлығын таный, йәғни ике власлылыҡ урынлаша.

Наполеон Париждың капитуляцияһы хаҡында ҡалаға яҡынлашып килгәндә хәбәр ала. Ул Фонтеблоға, үҙенең һарайына китә һәм артта ҡалған армияһы килеп етеүен көтә. Наполеон, һуғышты дауам итер өсөн, булған ғәскәрҙәрҙе бергә туплай (60 меңгә тиклем). Әммә уның халыҡтың кәйеф-торошон иҫәпкә алған һәм көстәр нисбәтен айыҡ аҡыл менән баһалаған маршалдары баҫымы аҫтында 4 апрелдә Наполеон үҙенең улы Наполеон II файҙаһына (ҡатыны Мария-Луиза регентлығы аҫтында) шартлы ваз кисеү ғаризаһын яҙа. Һөйләшеүҙәр барған саҡта француз армияһының бер өлөшө союздаштар яғына күсеүе Александр I-гә ваз кисеү шарттарын ҡатыландырыуға сәбәп була.

6 апрелдә Наполеон үҙе һәм үҙенең вариҫтары исеменән Франция тәхетенән ваз кисеү актына ҡул ҡуя. Шул уҡ көндө Сенат Людовик XVIII-не король итеп иғлан итә. Наполеон үҙе 20 апрелдә Урта диңгеҙҙәге Эльба утрауына почетлы һөргөнгә китә.

1814 йылдың 30 майында, Францияны 1792 йылғы сиктәгә ҡайтарған һәм монархияны тергеҙгән солохҡа ҡул ҡуйыла.

Башҡорт яугирҙарын бүләкләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бутырск пехота полкына «Краон тирәһендә 1814 йылдың 23 февралендәге алыш өсөн» Георгий байрағы тапшырылған. 1‑се башҡорт полкының еңеүҙәре данлы ваҡиғалар теркәлгән хөкүмәт журналына индерелгән. 4‑се дәрәжә Изге Владимир ордены менән Ихсан Әбүбәкеров; 3‑сө дәрәжә Изге Анна ордены менән — Абдулла Сурағолов, Аҡкөсөк Тимербаев, Аралбай Аҡсулпанов, Иҡсан Әбүбәкиров, Йәнмырҙа Ишкилдин, Ҡотлогилде Ишемғолов, Оморҙаҡ Абдразаҡов һәм Хөсәйен Буранбаев; 4‑се дәрәжә Изге Анна ордены менән — Абдулла Сурағолов, Ғилман Хоҙайбирҙин, Ғәлекәй Ташбулатов, Ибраһим Биксурин, Килдейәр Байбулдин, Насир Абдуллин, Оморҙаҡ Ишдәүләтов, Хөсәйен Күсәрбаев, Әбделнасир Көрмәнкәев, Әбделнасир Наурыҙов һәм Әйүп Ҡәйепов; Изге Георгий хәрби ордены батырлыҡ билдәһе менән — Аманбай Торошев, Байбулат Торсонбаев, Буранбай Сыуашбаев, Ғөбәйҙулла Атанғолов, Ирназар Дәүләтсурин, Иҫәнғол Ишҡужин, Ҡаһарман Әлмәшев, Зөлҡәрнәй Ҡотлогилдин, Ҡаранай Искәндәров, Ҡунафиә Ҡотлогилдин, Мирғәли Байғолов, Мөхәмәтрәхим Рәжәпов, Ниғмәтулла Бирҙебаев, Ниғмәтулла Раҡаев, Сабит Сартыҡов һәм Үзбәк Аҡмырҙин бүләкләнә[8].

1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә походтарында катнашыусылар — «1812 йыл» миҙалы менән; Өфө пехота, һигеҙ башҡорт, 2‑се мишәр, 3‑сө Ырымбур казак һәм 2‑се типтәр полктары яугирҙары «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» миҙалы (1814 йылда булдырылған; 1826—32 йылдарҙа тапшырылған) менән бүләкләнә[8].

Башҡорттарҙың Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыуы башҡорт фольклоры ҡомартҡыларында сағылыш тапҡан. (ҡара: «Йәнтүрә хикәйәһе», «Ҡаһым түрә» риүәйәттәре, «Әхмәт Байыҡ», «Любизар», «Ҡаһым түрә», «Эскадрон» йырҙары һәм башҡалар)[8].

Алтынсы коалицияның ярҙамсы фронттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтынсы коалицияның Наполеонға һәм уның союздаштарына ҡаршы һуғышы, хәл иткес алыштар хәрби ғәмәлдәр төп театрында Пруссияла, Саксонияла һәм Париждан алыҫ булған ерҙәрҙә үтеүенә ҡарамаҫтан, Европаның күпселек өлөшөнә йәйелә.

Испанияла Веллингтондың инглиз-испан-португал армияһы маршал сульттың француздарын Пиреней тауҙарына алып ташлай, артабан Францияның көньяғына бәреп инә. Әлеге кампания Пиреней утрауында (Peninsular War 1807—1814) уҙаллы һуғыш булып төҫмөрләнә һәм 1807 йылдан алып бик оҙайлы осорҙо үҙ эсенә ала. Италияның төньяҡ-көнсығышында австриялыларға һәм инглиздарға ҡаршы Наполеондың үгәй улы, Италияның вице-премьеры Евгений Богарне һуғыша. Наполеондың элекке маршалы швед нәҫелле принцы Бернадот 1813 йылдың көҙөндә коалицияның төп көстәренән айырыла. Уның армияһы бүленә: урыҫ-пру корпустары француз гарнизондарынан Голландияны һәм Бельгияны (Берләшкән провинциялар) таҙарталар, швед армияһының бер өлөшө, маршал Давуның төркөмөн Гамбургта изоляциялау һәм көс менән Дания короллеген Швецияға Норвегияны бирергә мәжбүр итеү өсөн, Дания сиктәренә китә.

Пиреней ярымутрауындағы һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пиреней ярымутрауында һуғыш 1807 йылдың октябрендә, француз генералы Жюно континенталь блокаданы тәьмин итеү маҡсатында Лиссабонды баҫып алғас, башлана. 1808 йылдың авгусынан инглиз генералы, Веллингтондың буласаҡ герцогы Артур Уэлсли Португалияла һәм Испанияла хәрби ғәмәлдәрҙе етәкләй. Уға алмаш-тилмәш француз маршалы сульт һәм Наполеондың ағаһы Жозеф ҡаршы торалар. Наполеондың Рәсәйҙәге һәләкәтле ҡыйратылыуы француз частарын Испаниянан саҡыртып алыуға килтерә, шуға күрә инглиз-испан-португал коалицияһының һөжүме өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.

1813 йылдың 21 июнендә Веллингтон Виттория тирәһендә Жозеф Бонапартты еңә: француздар 5 мең һалдатын юғалта, әммә был һан 50-меңлек армия өсөн үтә ныҡ ауыр юғалтыу булмай. Әммә ылауҙың һәм тулыһынса тиерлек артиллерияның юғалтыуы һөҙөмтәһендә француз армияһының һуғышҡа һәләтлеген юғалта. Бынан тыш, Веллингтондың еңеүе Наполеондың урыҫтар һәм пруссактар менән ваҡытлы килешеү ваҡытына тура килә һәм союздаштарҙы һуғышты дауам итеү ниәтендә нығыта.

1813 йылдың июлендә Францияны Испаниянан айырған Пиреней өсөн алыш булып үтә. Алыштар алмаш-тилмәш уңыш менән үткәрелә, һөҙөмтәһендә Веллингтон Францияның сигендә туҡтай, сикте ул 1813 йылдың октябрендә, союздаштар Наполеонға ҡаршы әүҙем хәрби ғәмәлдәрҙе ҡабаттан башлауы тураһында белеп ҡалғас, киҫеп үтә. Маршал Сульт сикләнгән көстәр менән (35 мең) инглиз-испан-португал ғәмскәрҙәрен тотоп тора (100 меңгә яҡын)[21], шулай итеп, Шварценберг һәм Блюхерҙың армиялары Парижды штурмлайҙар, Веллингтон Францияның көньяғында тороп ҡала.

Испанияла маршал Сюшеның дөйөм етәкселегендәге француз гарнизондары ҡала, уларҙы инглиз-испан ғәскәрҙәре блоклай. Әлеге ғәскәрҙәр 1813 йылда 65 мең һалдат тәшкил итә, юғалтыуҙарҙан һәм полктарҙы Францияға саҡыртып алыуҙан һуң 1814 йылда Сюшеның 15—20 мең һалдат Каталонияла ҡала. Сульт Сюшеға Веллингтон армияһының тылдарына һәм коммуникацияларына йоғонто яһарға тәҡдим итә, әммә тегеһе күп һанлы булмаған ғәскәрҙе яланға алып сығыуҙан баш тарта. Нығытмаларҙы испандарға тапшырыу уңышһыҙлыҡҡа тарый. Француз генералы Габерт 1814 йылдың 18 апрелендә Барселонанан сығырға маташып ҡарай, әлеге алыш солох килешеүе һәм Испанияның тулыһынса азат ителеүе алдынан иң һуңғыһы була[22]

1814 йылдың 10 апрелендә, Наполеон тәхеттән бөтөнләй ваз кискәндән һуң, ВеллингтонТулузаны штурм менән алырға маташа. Сульт һөжүмде кире ҡаға, әммә киләһе көндә, Париждағы ваҡиғалар тураһында хәбәр алғас, ҡаланы ҡалдыра.

Италиялағы хәрби ғәмәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лютцен янындағы алыштан һуң Италия короле титулын йөрөтөүсе Наполеон үҙенең үгәй улын, вице-король Евгений Богарнены короллек көстәрен союздаштар менән көрәшеүгә туплау өсөн Италияға ебәрә[23]

Италия короллегенең бөтә регуляр ғәскәрҙәре тиерлек Рәсәйҙә һәләк була, Богарнеға яңы армия ойошторорға тура килә. Ул Австрияның ваҡытлы нейтралитеты менән оҫта ҡуллана һәм 1813 йылдың июленә 130 орудиелы 45 мең пехота, 1500 кавалерия йыя[24] 1813 йылдың авгусында Австрияның һуғышҡа ҡушылыуынан һуң уның элекке, наполеон тартып алған һәм үҙенең империяһына ҡушҡан провинциялары ((Хорватия, Далмация, Иллирия) француз хакимлығына ҡаршы баш күтәрәләр.

Австрияның лейтенант-фельдмаршал Радивойвич етәкселегендәге 50-меңлек армияһы ике колонна менән көнсығыштан, Альп тауҙары һәм Адриатик диңгеҙе яры араһында, Италия короллеге территорияһына баҫып инә. Хәрби ғәмәлдәр башлыса маневрҙарға ҡайтып ҡала. Богарне ғәскәрҙәре позицияларҙан флангтарҙы урап үтеү юлы менән ҡыҫырыҡлап сығарыла). Инглиз флоты десанттарҙы Адриатика буйына һәм утрауҙарына төшөрә, австриялылар Венецияны блоклай, әммә 1813 йылдың аҙағына тиклем бынан да етдирәк ваҡиғалар булмай.

Король Мюраттың неополитан армияһы 1813 йылдың ноябрендә Италияның төньяғына юллана, әммә бер кем дә ҡайһы яҡты элекке француз маршалы һайларын белә алмай. 1814 йылдың 21 ғинуарында Мюрат, тажды һаҡлап ҡалыу маҡсатында үҙенең 30-меңлек ғәскәрен элекке көрәштәше Богарнеға ҡаршы йүнәлтә һәм Австрия яғына күсә. Әммә Мюрат избегал вступать в активные боевые действия против франк-итальян ғәскәрҙәренә ҡаршы әүҙем хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашыуҙан тартына, һөҙөмтәлә Богарненың ғәскәрҙәре австриялыларҙы һәм инглиз десантын По йылғаһы тирәһенә үтеүен тотҡарлайҙар. Яңы союздаштарҙың баҫымы аҫтында Мюрат һөҙөмтәһеҙ тиерлек һүлпән һөжүмдәр үткәрә.

Богарне Италияның төньяғында наполеон ҡолатылғанға тиклем һуғыша. 16 апрелдә генә ул австрия генералы Беллегард менән һуғышҡа нөктә ҡуйған хәрби конвенцияға ҡул ҡуя. Богарнеға короллектың күпселек өлөшө ҡалдырыла. Артабан Евгений Богарне таж кейргә уйлай. әмәм уға ҡаршы Италия Сенаты була. 20 апрелдә Миланда вице-королгә ҡаршы ихтилал ҡуба. 24 апрелдә Богарне Мантуяла конвенция төҙөй, уға ярашлы австриялылар Италяның төньяғын биләйҙәр, ә үҙе баварияға, үҙенең ҡайныһы, Бавария короле ҡурсалауына күсә.

Голландияла һәм Данияла хәрби хәрәкәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1813 йылда Нидерландты француздарҙан азат иткән башҡорт яугирҙарына бағышлап ҡуйылған һәйкәл.

Наполеон тар-мар ителгәндән һуң, Лейпциг эргәһендәге алышта 1813 йылдың октябрендә швед кронпринцы Бернадот союздаштар менән француз армияһын эҙәрлекләүҙе туҡтата һәм Төньяҡ армияны ҡапма-ҡаршы йүнәлешкә бора.

Винцингероде һәм прус Бюловтың рус корпусы Голландияға француз гарнизондарынан азат итеү өсөн ебәрелә.

Бернадот үҙенең шведтары һәм немец ғәскәрҙәре менән наполеондың союздашы — Данияға юллана. Походтың маҡсаты — Данияны Норвегиянан (XIV быуаттан Дания биләмәһе) баш тартыуға күндереү. Әлеге территориаль табыш Швецияның Алтынсы коалицияға ҡушылыу шарты була.1813 йылдың 28 ноябрендә швед армияһы (60 мең) Данияның сиктәре аша сыға. 7 декабрҙә Борнхёвед тирәһендә алышта швед кавалерияһы көсһөҙ дания ғәскәрҙәрен (10 мең) сигенеүгә күндерә[25] Диңгеҙҙә Данияҡа ҡаршы ҡеүәтле инглиз флоты тора, шуға күрә Дания 1814 йылдың 14 ғинуарында Швеция менән килешеүгә ҡул ҡуя. Килешеүгә ярашлы, Норвегия номиналь рәүештә Швеция тажы хакимлығы аҫтына күсә (1905 йылға тиклем). Дания еңелгәндән һуң Бернадот үҙенең армияһын союздаштарға ярҙамға йүнәлтә, әммә Париж капитуляцияһы ваҡытына швед ғәскәрҙәре Нидерландтарҙа булалар.

1812 йылғы Ватан һуғышы

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 До осени 1813 года, будучи членами Рейнского союза, воевали на стороне Наполеона.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 см. Пиренейские войны
  3. 14 января 1814 года заключило мирный и союзный договор с Австрией. В активных боевых действиях не участвовало.
  4. По условиям заключённого в Валансе франко-испанского мирного договора от 11 декабря 1813 года испанский престол возвращался Фердинанду VII.
  5. Прекратил существование 4 ноября 1813 года. Его бывшие члены, кроме прекративших существования Королевства Вестфалия и Великого герцогства Берг, перешли на сторону антинаполеоновской коалиции.
  6. В конце 1813 года объявила о нейтралитете и вышла из войны.
  7. По подсчётам в : Bodart G. Losses of life in modern wars. Austria-Hungary; France. — London., 1916.
  8. 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 Рәхимов Р. Н. Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Э. Лависс, А. Рамбо. История XIX века. т.2, ч.2, гл. 9: Силы Наполеона.
  10. Наполеон оставил Мюрата командовать войсками в Европе, но тот 16 января 1813 самовольно передал командование генералу и вице-королю Италии Евгению Богарне, а сам уехал спасать свой трон в Неаполитанское королевство
  11. Ф. Меринг. «Очерки по истории войн и военного искусства». Весенний поход.
  12. Саксония являлась одним из самых верных союзников Наполеона при его вторжении в Россию. Формальный нейтралитет был объявлен саксонским королём Фридрихом-Августом в качестве оборонительной меры от русско-прусского наступления, но с возвращением Наполеона саксонские войска снова сражались на его стороне вплоть до битвы под Лейпцигом.
  13. М. И. Богданович. История войны 1813 года. Выдержки из Трахенбергского плана. т. 1. — С. 458.
  14. Ф. Меринг, Очерки по истории войн и военного искусства. Осенний поход.
  15. Основные потери Наполеон потерпел при отступлении в результате массового дезертирства деморализованной армии. Также много солдат слегло от болезней.
  16. А. И. Михайловский-Данилевский, «Собрание сочинений. Описание войны 1813 года», пуб. 1850, т.6, стр. 387
  17. А. И. Михайловский-Данилевский. Журнал 1813 года
  18. Армия Блюхера насчитывала до 52 тыс. солдат против 30 тыс. под началом Наполеона, но в каждом отдельном сражении Наполеон имел численное превосходство.
  19. E. Cust, Annals of the wars of the nineteenth century, p. 224
  20. Д. Н. Бантыш-Каменский, 41-й генерал-фельдмаршал князь Михаил Богданович Барклай де-Толли
  21. E. Cust, «Annals of the wars of the nineteenth century», vol. IV, 1813—1815, pub. in 1863, p. 208
  22. E. Cust, «Annals of the wars of the nineteenth century», vol. IV, 1813—1815, pub. in 1863, p. 265
  23. Территория Италии в результате наполеоновских войн к 1813 году была разделена на 3 основные части: северо-западная часть Италии и Рим (Папская область) аннексированы Францией, северная и центральная части сведены в королевство Италия (король — Наполеон), в южной континентальной части Италии образовано Неаполитанское королевство (король — наполеоновский маршал Мюрат)
  24. E. Cust, «Annals of the wars of the nineteenth century», vol. IV, 1813—1815, pub. in 1863, p. 137
  25. [ Шведско-датская война 1813—1814] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә