Синдбад-сәйәхәтсе
Синдбад-сәйәхәтсе | |
ғәр. سندباد | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Һөнәр төрө | моряк |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Мең дә бер кисә |
Синдбад-сәйәхәтсе Викимилектә |
Синдбад-диңгеҙсе (фарсы телендә سندباد — Sandbād, ғәр. السندباد البحري — as-Sindibād al-Baḥri) — Африканан көнсығышҡа һәм Азияның көньяғына диңгеҙ аша сәйәхәттәрҙә бик күп фантастик мажараларға осраған легендар сауҙагәр, диңгеҙсе һәм сәйәхәтсе. Уның сәйәхәттәре тарихы йыйылмаһы «Мең дә бер кисә» китабында «Синдбад-диңгеҙсенең ете сәйәхәте» бүлеген тәшкил итә һәм өлөшләтә көнсығыш диңгеҙҙә йөҙөүселәренең реаль тәжрибәһенә, бер өлөшө — Гомерҙың «Одиссея»һы кеүек антик шиғриәт әҫәрҙәренә, бер өлөшө һинд һәм фарсыларҙың мөғжизәле «мирабилия»-хикәйәләренә нигеҙләнә.
Синбадтың прототибы Мин империяһы осороноң диңгеҙҙә йөҙөүсеһе ҡытайлы Мин Чжэн Хэ булған тип иҫәпләнә. Уның будда ҡушаматы Саньбао — «Өс хазина» йәки «Өс аҫыл таш» (руссаһы «Три Сокровища» или «Три Драгоценности»). Нидэм Джозеф фекеренсә, мосолман сығышлы булыуына ҡарамаҫтан, был ҡушамат «өс аҫыл ташты» хәтерләтә. Синдбад Көнбайыш океанда ете тапҡыр сәйәхәттә була.
Ғәрәп әкиәттәрендә Синдбад ҡыҙыҡһыныусан Бағдад сауҙагәре, ул караптарҙы Бәсранан яллай[1].
Синдбадтың сәйәхәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беренсеһе — ҙур балыҡ булып сыҡҡан утрауға. Һуңынан Синдбад батша Әл-Михрджан иленә эләгә.
- Икенсеһе — балаларын филдәр менән туҡландырыусы Рух ҡошо менән осрашыу.
- Өсөнсөһө — фарсы карабында Серендиб утрауына . Әммә дауыл арҡаһында Синдбад «Йөнтәҫтәр утрауына» барып сыға һәм кеше ашаусы әзмәүер менән осраша.
- Дүртенсеһе — Һиндостанға сәйәхәт һәм индус ҡыҙына өйләнеү.
- Бишенсеһе — Синдбад яуыз ҡарттың ҡолона әйләнә.
- Алтынсыһы — аҫылташтар менән кәмә.
- Етенсеһе — ҡанатлы кешеләр иленә сәйәхәт.
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабу — ғәрәп төндәре — 1942 йылда Джон Роулинз төшөргән Америка төҫлө мажаралы фильмы. Фильм "Мең дә бер кисә"нән алынған, әммә төп нөсхәләге ғәрәп хикәйәләренә ҡарағанда Universal Pictures күҙаллауына күберәк бурыслы. Был жанрҙағы башҡа фильмдарҙан айырмалы рәүештә (Бағдад ҡарағы кеүек), унда монстрҙар йәки тәбиғи булмаған элементтар юҡ[2].
- Кесе Дуглас Фэрбенкс — Синдбад-сәйәхәтсе — Ричард Уоллес төшөргән 1947 йылда Американың төҫлө фантастик фильмы. Төп ролдәрҙә — Морин О’Хара, Уолтер Слезак һәм Энтони Куинн. Унда Синбадтың Александр Македонскийҙың юғалған хазинаһын асҡан «һигеҙенсе» сәйәхәте тураһында бәйән ителә.
- Синдбадтың улы — Тедом Тецлафф төшөргән 1955 йылда Америка мажаралы фильмы. Ваҡиғалар Яҡын Көнсығышта бара һәм төрлө персонаждарҙан, шул иҫәптән 127-нән ашыу ҡатын-ҡыҙҙан тора.
- Кервин Мэтьюз — Синдбадтың етенсе сәйәхәте (1958)
- Джон Филлип Лоу — Синдбадтың алтын сәйәхәте (1973)
- Патрик Уэйн — Синдбад һәм юлбарыҫ күҙе (1977)
- Ферриньо, Лу — Синдбад ете диңгеҙ аръяғында (1989)
- Зен Геснер — Синдбадтың мажаралары (1996—1998)
- Эллиот Найт — Синдбад (2012)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Приключения Синдбада-Морехода — арабская сказка . Дата обращения: 28 декабрь 2017. Архивировано 11 сентябрь 2018 года.
- ↑ com/tcmdb/title/67558/Arabian-Nights/articles.html Статья о «Тысяче и одной ночи» в «Turner Classic Movies»(недоступная ссылка) по состоянию на 10 января 2014 г.