Степанова Мария Матвеевна
Степанова Мария Матвеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 27 март 1815 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 октябрь 1903 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты (Санкт-Петербург)[d] |
Бер туғандары | Анна Матвеевна Степанова[d][1] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Степанова Мария Матвеевна (27 март 1815 йыл (йә 1 ғинуар), Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы — 21 октябрь (3 ноябрь) 1903 йыл, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы) — рус опера йырсыһы (сопрано), Антонида («Иван Сусанин») һәм Людмила («Руслан и Людмила») партияларын тәүге башҡарыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Матвеевна Степанова актёрҙар ғаиләһендә тыуған, балет менән шөғөлләнгән. Һуңынан, вокал буйынса һәләттәрен күрһәтеп, Антонио Сапиенцанан, һуңынан Кавостан дәрестәр ала башлай. Уҡыусы булараҡ уҡ Император театрында сығыш яһай. 1831 йылда беренсе тапҡыр «Деревенские певицы» и «Вольный стрелок» операларында сығыш яһай.
Солист булып китергә, актёрҙар ғаиләһендә йыш булғандағы кеүек осраҡ ярҙам итә: 1834 йылда, музыка училищеһын тамамлағандан һуң бер йыл үткәс, «Роберт-Дьявол» (Риман энциклопедияһы буйынса) спектаклендә Алиса партияһын башҡарыусы ҡапыл ауырып киткән йырсы Каратыгинаны алмаштырырға тура килә. Йәш йырсығы шунда уҡ уңыш килә.
1833—1846 йылдарҙа Петербург опера театрында сығыш яһай. Ул «Норма» (1836), «Семирамида» (1837), «Монтекки һәм Капулетти» һ. б. опреаларҙа иҫ киткес яҡшы йырлай. Ольга («Ольга, дочь изгнанника»), Ундина («Ундина»), Ксения («Куликовская битва»); Лукреция Борджа («Лукреция Бордж»), Церлина («Сирена»), Атенаиса де Соланж («Мушкетеры королевы») һ. б. партияларҙы башҡара. Был ваҡытта Санкт-Петербургта итальян опералары өҫтөнлөк итә, һәс Степанова итальян спектаклдәрендә төп ролдәрҙә («Лючия ди Ламмермур», «Пуритане» һ. б.) һәм Альбани, Виардо, Ниссен, Рубини, Тамберлик, Тамбурини һ. б. менән концерттарҙа уңышлы сығыш яһай.
1846 йылда рус операһы, уның менән бергә бөтә башҡарыусылары, Мәскәүгә күсерелә, һәм Степанова унда йырлай. 1846—1854 йылдарҙа — Ҙур театр солисы. Яйлап йырсының тауышы ултыра һәм юғала башлай.
Мария Матвеевна 1855 йылда сәхнәне ҡалдыра һәм пенсияға сыға. Ҡалған ғүмерен Санкт-Петербургта үткәрә, тағы 50 йылдан һуң тиерлек шунда вафат була. Санкт-Петербургтың Новодевичье зыяратында ерләнә[2].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Степанова Мария Матвеевна — Глинканың ике операһындағы Антонида (1836) һәм Людмила (1842) партияларын тәүге башҡарыусы. «Иван Сусанин» премьераһы Петербургтың Ҙур театрында 1836 йылдың 9 декабрендә үтә[3]. Собинин партияһын уның менән парлашып билдәле музыкант Джон Фильдтың улы Лев Леонов йырлай. Сусанинды Осип Петров, Ваняны — Анна Воробьева башҡара. Кавос Катарино үҙе дирижёрлыҡ итә.
«Руслан һәм Людмиланың» тәүге постановкаһы Петербургта, 1842 йылдың 9 декабрендә үтә[3]. Был партияларҙы уның менән үҙе әҙерләгән Глинка, йырсының башҡарыу һәләтен тәнҡитле баһалаған тигән мәғлүмәттәр бар[4], әммә Степанованы алмаштырыу мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, композитор быны эшләмәй.
Композитор Серов уның таланты менән һоҡланып былай тип әйтә: «Был ике партияның юғарылығы — туранан-тура Степанованың тауышы менән бәйле» (Риман һүҙлеге буйынса).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_biography/116448/%D0%A1%D1%82%D0%B5%D0%BF%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%B0
- ↑ Могила на плане Новодевичьего кладбища (№ 26) // Отдел IV // Весь Петербург на 1914 год, адресная и справочная книга г. С.-Петербурга / Ред. А. П. Шашковский. — СПб.: Товарищество А. С. Суворина – «Новое время», 1914. — ISBN 5-94030-052-9.
- ↑ 3,0 3,1 М. Друскин. «Иван Сусанин»
- ↑ Биография.ру
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Григорьева А. П. Степанова М. М. // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1981. — Т. 5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Степанова Мария Матвеевна (1815—1903) // Вокально-энциклопедический словарь: Биобиблиография : в 5 т. / М. С. Агин. — М., 1991-1994.
- СТЕПАНОВА Мария Матвеевна(недоступная ссылка) // Словарь. Музыканты.