Эстәлеккә күсергә

Табын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Табын
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 1 млн-ға яҡын[1]
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Табын (башҡ. Табын; ~ төрк. табын «Аллаһҡа табын, доға ҡыл») — төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының бәҙрәк, бишул, ҡыуаҡан, ҡумрыҡ, һырҙы, табын ҡәбиләләре берләшмәһе.

Табын атамаһының килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, «табыныу» — кем йәки нимәнелер кеше аңынан һәм тәбиғәт көсөнән өҫтөн күреп, уға баш эйеү, бойһоноу, һыйыныу мәғәнәһенә тап килә. Икенселәре иһә төрки-монгол телдәрендәге «табун» (табу́н — йылҡы өйөрө) менән бәйләйҙәр. Тағы ла бер ҡараш буйынса, ырыу исеме монгол телендәге «табун» — 5 һанының атамаһына тап килә. Тарихтан билдәле булыуынса, күп кенә этнонимдарҙың килеп сығышы нәҡ һандар менән бәйле. Табын этнонимы ҡаҙаҡтарҙа ла осрай. Шулай уҡ ҡаратаулы-әйле башҡорт ырыуының икенсе атамаһы табынмаҙар булыуы ла билдәле.

Табындарҙың ораны

Ағасым — ҡарағас,

Ҡошом — ҡарағош,

Ораным — Салауат,

Тамғам — һепертке.

Табын ырыуы тамғаһы дулаттарҙың О тамғаһына һис кенә лә оҡшамаған, ә йылайырҙарҙың ырыу тамғаһы булған Ш — (тараҡ)ҡа тартым, тик баштүбән булыуы менән айырыла. Ә Майҡы бей — йылайыр. Ләкин был хаталы ҡараш, сөнки этник яҡтан табындар Алтай һәм Көньяҡ Себер яҡтарындағы төрки-монгол ҡәбиләләренә ҡарай. ХII быуатта ғәрәп сәйәхәтсеһе Иҙриси картаһында Волга буйы Болғары (Волжская Булгария) көнсығыштараҡ Табун иле төшөрөлгән. Майҡы бей Сыңғыҙхан хан менән берләшеүгә бара һәм уның ғәскәренең хәрби етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Зәки Вәлиди Туған был ваҡиғаның 1207 йылда булыуын да теүәл атай. Риүәйәт буйынса, Майҡы бей арбаға 9 бейҙе егеп, Сыңғыҙханды ярышлап ултыртып алып, монгол хөкүмәтенә тиклем алып ҡайтып хөрмәт күрһәтә. Бейҙәрҙең һәр береһенә Сыңғыҙхан 4 нәмә тәғәйенләй: тамға, ҡош, ағас һәм оран. Табындарҙың ағасы булып ҡарағас, ҡошо — ҡарағош, ораны — Салауат, тамғаһы — һепертке булып китә. Табын ханлығын Тамерлан төбө-тамырына тиклем емергәс, ул башҡаса тергеҙелмәй.

Табындарҙың тамғаһы Оло жүз тамғаһы менән, бигерәк тә дулат ҡәбиләһенеке менән оҡшаш булыуы бушҡа түгел. Башҡорт ырыуына туғандаш ҡаҙаҡ табындары эсендәге дулаттар үҙҙәренең ырыу башлығы — киң билдәле тарихи шәхес Майҡы бей тип иҫәпләйҙәр. Ошо нигеҙҙә ғалимдар ҡаҙаҡ һәм башҡорт табындарының ойошоуонда дулаттарҙың әһәмиәтен таныйҙар. 1218 йылда Етеһыу иле монголдар тарафынан баҫып алынғас, дулаттарҙың бер өлөшө көнбайышҡа табан күсенеп, шуларҙан биш ҡәбилә ойошоп, монгол вариантында «табун» тип аталып китә. XVI—XVII быуаттарҙа был берләшмә ҡаҙаҡ һәм башҡорт табындарына тарҡалып, һәр ҡайһыһы үҙ эсенә башҡа компоненттарҙы алһа ла, әлегәсә тамға уртаҡлығы һәм Майҡы бей шәжәрәһе осмоттарын һаҡлауҙары менән оҡшаштар.

Башҡорт шәжәрәләренә ярашлы, Көнбайыш Себерҙә власть урынлаштырыу өсөн көрәш барышында Ибәк башҡорттарҙың табын ырыуы башлыҡтары Асаҙы бей һәм Шәкәрле бей менән бәрелештәр һөҙөмтәһендә, уларҙы көнбайышҡа Ағиҙел һәм Инйәр йылғалары яғына күсенергә мәжбүр итә[2].

Ғәли Соҡорой яҙып ҡалдырған Табын шәжәрәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡара табын аймағы Майҡы бейҙән таралған. Майҡы бей Сыңғыҙ хан дәүерҙәрендә Урал тауының Миәкәй тигән урынында булып, Миәс йылғаһы буйында мәҡәм иткән. Ул Сыңғыҙ ханға бүләк алып барып, уның менән юлдаш булып, Сыңғыҙ хан менән бер арбала ултырып йөрөгән. Аты — Уйшын Майҡы бей тигәндәр. Майҡы бей улы – Иләк бей, уның улы – Алча бей, уның улы – Булғаир бей, уның улы – Ҡара Табын бей. Уны Ҡара Ғәзиз тип атағандар. Ҡара Табын бей боронғо урындарын ташлап, Чулман йылғаһы буйынса күскән. Уның улы Чулман бей ошо урынға килгәс тыуған.

Чулман улы – Ҡолман, Ҡолман улы – Дөрмән, Дөрмән улы – Бей Бән, Бей Бән улы – Хоҙаяр, уның улы – Дәүләтйәр, уның улы – Дәүләтбай, уның улы – Иҫән хан. Иҫән хан Ҡазан хандарынан булған Чуртмаҡ ханға буйһонған. Уның йорто Жирем ҡәрйеһе булған. Ул хәйҙер Соҡор ауылы булараҡ билдәле. Соҡор ауылы янында «Сырғанкүл» тигән мәшһүр урын – Иҫән хан менән Чуртмаҡ хандың мәрәйгә атышҡан урындары.

Мәрәйгә Иҫән хандың уғы тейгән. Чуртмаҡ хан шуға намыҫланып, икеһе араһында талаш булып, Чуртмаҡ хан: Өҫтөңә ғәскәр алып киләм», - тигәс, Иҫән хан: «Ғәскәр килтермәҫ борон бының үҙен үлтерәйек», — тип, шунда Чуртмаҡ ханды үлтергәндәр. Иҫән хан һуңынан Рус дәүләтенә ингән. Ул урын хәҙерге көндә лә «Сырғанкүл» тип аталып, «Иҫән ханды уғы төшкән ер» тип йөрөтөлә.

Иҫән хан улы – Быраҡ, Быраҡ улы – Кейек, Кейек улы – Шәриф, Шәриф улы – Ғабдулла, Ғабдулла улы – Сәлих, Сәлих улы – Ғәли, Ғәли Кейековның үҙе була»[3]

Табындарҙың биләмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIV—XVI быуаттарҙа табындарҙың бер өлөшө Башҡортостандың урманлы-таулы райондарына күсеп килеп, Ағиҙелдең түбәнге ағымы, Еҙем, һуңғараҡ Инйәр йылғаларының үҙәндәрендәге уңдырышлы ерҙәргә урынлаша. Ырыуҙың икенсе бер өлөшө көнсығыштан Урал аръяғында Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйҙарын һәм Мейәс, Уйылға, Уй, Яйыҡ йылғаларының үрге ағымдарын биләй.

XV быуаттың аҙағында — XVII быуатт башында табындарҙың бер аҙы Ыҡ йылғаһы ярҙарына кире күсенә, ҡалғандары, көньяҡҡараҡ китеп, Тоҡ, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйындағы ерҙәрҙе үҙләштерә. XVIII уртаһында Урал аръяғы табындары Уй һәм Тубыл йылғалары буйындағы далаларға китә. XVI—XVIII быуаттарҙа улар биләгән ерҙәр төньяҡтан Пышма йылғаһына ҡәҙәр, көньяҡтан — Туғыҙаҡ йылғаһына тиклем барып етә.

Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғас, Нуғай һәм Себер юлдары буйындағы ерҙәр Табын олоҫоноң аҫаба ерҙәре итеп ҡалдырыла. XVIII быуатта табындар әйле, ҡаңлы, ҡатай, көҙәй, ҡыпсак, мең, түңгәүер, терһәк, үҫәргән, юрматы ырыуҙары менән күршеләш була. XVIII—XIX быуаттарҙа табындарҙың ерҙәре Быҙаулыҡ, Верхнеурал, Екатеринбург, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө һәм Силәбе өйәҙҙәре эсендә бүлгеләнеп ҡала. Кантондар системаһы идаралығы осоронда табындар 2-се, 3-сө, 4-се Тау арты, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы башҡорт кантондарына тарҡатыла.

Хәҙерге көндә табын ырыуҙары Башҡортостандың Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Салауат райондары; Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы; Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы; Һарытау өлкәһе Пугачёв районы; Ырымбур өлкәһе Александров, Красногвардейск, Новосергиев райондары һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Красноармейск райондарында таралып йәшәй.

Y-DNA тикшеренеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Табындарҙың тест аша тикшерелгән бер өлөшө— R1a гаплотөркөмөнә , R1a-Z2123 субкладына ҡарай [4] Ҡаҙағстанда йәшәүсе күскенсе-табын ырыуы генетик яҡтан башҡорт табындарына туғандаш булып сыға[5]. Башҡорт табындарының R1a гаплотөркөмөнән, а ҡаҙаҡ табындарының С3 и J2a1 гаплотөркөмдәренән булыуы— уларҙың урта быуаттарҙағы уйһын ҡәбиләһенә ҡараған ата-бабаларының этник сығыштары төрлө булыуын иҫбатлай. Ҡаратабын, ҡарағалпак ырыуҙары R1a, һарытабын и һарыуйһын ырыуҙары J2 и С3 төркөмдәренә инә. Ошоға оҡшаш ҡара һәм һары ырыуҙарға бүленеш уғата боронғо булыуы билдәле.

Табын башҡорттары түбәндәге ырыуҙарҙан тора:

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАРЫН (борос, бәрәкән, бутис, дәрджемән, дәүләтбай, ҡазаҡ, ҡалмыҡ, ҡара елкә, ҡара үгеҙ, ҡолой, көҙән, һары ҡуй, күстәнәй, ҡыҙылбаш, ҡырғыҙ, кәрим, кәсәк, мышар, мостафа, өрөк, сөкөр, сүбәй, һүтек, сысҡан, табын, туҡтағол, толоптар, төркмән, туңғатар, тәкә, төпәй, ун, һайыҫҡан, һапаш, һарт, һөпәйес, һыҙғы, шуран, әйле, аҡунсыҡ, алаҡай, буранғол, илек аймағы, имел, иҫәнғол, ҡатай, сыуаш, таҙ, татар, тауыҡ, торна, исмәғил, юлыш аймаҡтары)
  • ДЫУАН (әсән, бөтнәй, ҡаҙан татары, ҡалмыҡ, ҡасҡын, ҡутрас, ҡултай, муҡай, мораш, үҫән, сыңғыҙ, таҙ, төкөн, шәлте аймаҡтары)
  • КӘЛСЕР (аҡкүҙ, бире, юныс, көскилде, ҡыйғас, сүкәй, төркмән, тырнаҡ, уранҡай, ябалаҡ, ҡауарҙы аймаҡтары)
  • ҠАРА-ТАБЫН (абдразаҡ, айса, байҙан, байназар, әбйәлил, һаҡал дыуан, иҫәнбәт, йомран, ҡалмыҡ, ильяс, ҡалматай, ҡанлы, ҡарьяу, ҡатай, ҡолман, күрпәс, ҡыпсаҡ, мәҙән, мең, мөслим, муҡшы, ҡасҡын муҡшы, райман, рамаҙан, һалдый, сыуаш, сыуашай, һәҙе, сәйет, сәнкем, табын, татар, төркмән, туҡтар, тәнес, шәреп, әлеп, юлдаш, юлый, яйыҡ, якшембәт, яҡшығол, йәнәле, биҙҙергән, бөркөт, буранғол, бөтис, бәжәкәй, ил аймағы, илек аймағы, ҡалмык, ҡара табын, бәләкәй, оҙонлар, сүбәй, сүмәт, таҙ, таҫтар, туғыҙаҡ, туҡтабай, һигеҙәк, исмәғил, әйле, әбсәләм аймаҡтары)
  • ҠЫУАҠАН — Йылан, Ҡыркүле, Сәғит, Һатҡы, Тау, Түбәләҫ ырыуҙары. Түбәләҫ ырыуына ҡараған нәҫелдәр: һунбыҡ, тәүеш, тимерәк, ҡыуыҡ, һарүҙәк, алмас, асытҡын, бараҡ, сөмәй, ҡалмаҡ, ҡырғыҙ, йомай, талаҡ, йәнырыҫ, туҫтаҡ, туғыҙ, сөсәй, баҙраҡ, ҡыртмыш, аҡбалта, мырҙаш, аушан, манғул, үзбәк, тайшан, аҡмырҙа, аҡтамаҡ, ҡыуаҡан, өрөстән, ҡаһаш, мөһәш, әжембәт, ишембәт)
  • КЕСЕ (бесәй, бешкәк, бикташ, ҡазан татарҙары, ҡалмыҡ, ҡанһөйәр, ҡахас, ҡортлоҡай, ҡырғыҙ, ҡырҡ үҙәк, манғол, маңҡа, мишәр, муләш, мәмәк, сирмеш, сыуашберҙәй, таҙ, тайғын, төркмән, һөйөндөк, шылтым, шәреп, әлтәшле аймаҡтары)
  • КҮБӘЛӘК (байым, йыуашбай, ҡарағай, муса, сүбәй, сыуаш, һандыр, тоҡос, үтәй, һарт аймаҡтары)
  • ҺАРТ (тәкән, һарт-табын аймаҡтары)
  • ТЕЛӘҮ (бесәй, бүре, ҡазаҡ, ҡәйеп, ҡыҙылбаш ҡатай, ҡыпсаҡ, мәҫкәү, туҡ, тубал, һары, һәнәк, уф-сураман аймаҡтары)
  • ЙОМРАН (көнтыуған, мәшәй, тоҡом, һайыҫҡан, ямғырсы аймаҡтары)
  • 1-се йыйын 1993 йылдың 27 мартында Красноусол ҡасабаһында уҙғарыла. Йыйында Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарынан табын ырыуы вәкилдәре ҡатнаша. Табын ырыуының ҡор башы итеп Ниязбай Булатбай улы Сәлимов һайлана.
  • 2-се йыйын 1994 йылдың 9 апрелендә Ҡырмыҫҡалы ауылында уҙғарыла. Йыйында Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан табын ырыуы вәкилдәре ҡатнаша.
  • 3-сө йыйын 2007 йылдың 16 февралендә Өфө ҡалаһында уҙғарыла. Йыйында Башҡортостандың 9 районынан, дүрт өлкәнән, Татарстандан барыһы 91 вәкил ҡатнаша. 27 кешенән торған яңы идара ойошторола, идара рәйесе итеп Мөхәммәт Мөхәмәтулла улы Алсынбаев һайлана.
  • 4-се йыйын 2017 йылдың 25 февралендә Өфө ҡалаһында уҙғарыла. Йыйында Башҡортостандың 11 районынан, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләренән табын ырыуы вәкилдәре ҡатнаша. Идара рәйесе итеп Ниязбай Булатбай улы Сәлимов һайлана[6][7].

Ҡайһы бер билдәле ваҡиғалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң билдәле табындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡорт хоры, Барынтабын, Ҡара-Табын, Ҡыуаҡан ырыуҙары

Табын ырыуының 4-се йыйыны. Өфө. 25 февраль 2017 йыл

  1. Табынцы
  2. Таймаҫов С. У. Табын // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. https://infourok.ru/referat-po-bashkirskoy-literature-li-soroy-1963886.html
  4. National clans project of FTDNA
  5. Сабитов Ж. М. О происхождении казахского рода Табын. № 2, 2012.
  6. В Уфе представители башкирского рода Табын провели съезд. , 28 февраль 2017 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2017)
  7. Өфөлә Табын ырыуы башҡорттары съезд уҙғарҙы. , 1 март 2017 (Тикшерелеү көнө: 1 март 2017)
  8. Родина табынцев Алтай 2010 йыл 12 июнь архивланған.
  9. Табынцы 2010 йыл 12 июнь архивланған.