Эстәлеккә күсергә

Туҙбаш йылан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туҙбаш йылан
Туҙбаш йылан
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөйрәлеүселәр
Отряд: Тәңкәлеләр
Подотряд: Йыландар
Ғаилә: Туҙбашйылан һымаҡтар
Ырыу: Туҙбаш йыландар
Төр: Туҙбаш йылан
Латинса исеме
Natrix natrix
Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
ITIS 700799
NCBI 100823
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 14368

Туҙбаш йылан (лат. Natrix natrix, (рус. Обыкновенный уж[1]) — ағыуһыҙ туҙбаш йыландар ғаиләһенән Рәсәйҙә иң таралған йылан.

Күберәк йылға һәм күл буйындаға ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарҙа йәки ҡыуаҡтар үҫкән һаҙлыҡларҙа, дымлы тупраҡлы урмандарҙа осорай. Оҙонлоғо 80−110 см. Кәүҙәһенең өҫкө яғында ҡуйы көрән йәки ҡуйы һоро төҫтәге, асыҡ булмаған рәсемдәр күрергә мөмкин. Башының яҡ-яғы һары йәки ҡыҙғылт һары таплы. Арҡа һәм ян тәңкәләренең асыҡ ҡабырсалары бар. Ҡоро ерҙә тиҙ шыуыша, һәйбәт йөҙә һәм сума, ағастарға еңел менә. Ҡояшлы һөҙәклектәрҙә, яландарҙа һәм кисенделәрҙдә апрель аҙағы − май башында парлашалар. Ул ваҡытта туҙбаш йыландарҙы төркөмдәр, йәғни 50−150 -ләп осоратырға мөмкин. Июль айында инә ябай туҙбаш йомшаҡ ҡалын ҡабыклы тышсаға 10 -дан алып 28 -гә ҡәҙәр йомортҡа һала. Инкубация осоро 40−60 көн дауам итә. Августта 12-14 см оҙонлоҡтағы туҙбаштар тыуа. Ябай туҙбаш көндөҙ аулый, төндә ышыҡ урындарға − ағас тамыры һәм төбөндәге бушлыҡтарға, кимереүселәрҙең өндәренә ҡаса. Сентябрь ахырында ҡышҡы йоҡоға тала. Ҡыш имеҙеүселәрҙең өндәрендә, ағас төптәрендә һәм тиреҫс өйөмдәре аҫтында үткәрә. Нигеҙҙә, тәлмәрйендәр, ваҡ балыҡтар, кәҫәрткеләр, сысҡандар һәм ҡыр сысҡандары, ваҡ ҡоштар менән туҡлана. Ябай туҙбаш − кеше өсөн зарарһыҙ һәм ҡурҡынысһыҙ. Клоаналь биҙҙәренән бик тәмһеҙ еҫле һары-көрән шайыҡса һиптереп дошман һөжүменән һаҡлана. Был эҫ төлкөләргә, шәшкеләргә һ.б. йыртҡыстарга туҙбаш йыландарҙы ашарға ҡамасаулай.

  1. Ананьева Н. Б., Боркин Л. Я., Даревский И. С., Орлов Н. Л. Пятиязычный словарь названий животных. Амфибии и рептилии. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1988. — С. 315. — 10 500 экз. — ISBN 5-200-00232-X.
  • Акимушкин И. Ужеобразные // Энциклопедия для детей. Биология. — 2-е изд. — М.: Аванта +, 1995. — С. 436—437. — ISBN 5-86529-012-6