Эстәлеккә күсергә

Хазар ҡағанаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хазар ҡағанаты

650 — 969
Баш ҡала

Сәмәндәр, Итил

Телдәр

Хазар теле

Дин

мәжүсилек, иудаизм, ислам, христианлыҡ

Преемственность

← Көнбайыш төрки ҡағанаты

Ҡыпсаҡ далаһы →

 Хазар ҡағанаты Викимилектә

Хазар ҡағанаты, Хаза́рия (650—969)[1] — күсмә халыҡ — хазарҙар төҙөгән урта быуат дәүләте. Көнбайыш Төрки ҡағанатынан айырылып сыҡҡан. Улар Кавказ алдын, Түбәнге һәм Урта Волга буйын, хәҙерге Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайышын, Аҙау диңгеҙе буйын, Ҡырымдың көнсығыш өлөшөн, шулай уҡ Көнсығыш Европаның Днепрғаса йәйрәп ятҡан далаларын һәм урман-далаларын контролдә тотҡан. Дәүләттең үҙәге тәүҙәрәк хәҙерге Дағстандың диңгеҙ буйы өлөшөндә булған, артабан Волганың түбәнге ағымына күсенгән. Идара итеүсе элита иудаизм динен ҡабул иткән. Хазарҙар көнсығыш славяндарҙың бер нисә ҡәбилә берләшмәһен сәйәси яҡтан буйһондорған.

Тәү тарихы. VI быуат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баштараҡ хазарҙар Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе барышында Азиянан күсенеүсе бик күп ҡәбиләләрҙең береһе булған. Улар иртә төрки телдәренең береһендә һөйләшкәндәр[2] һәм, ситләтелгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Европала 463 йылдарҙа күренә башлағандар һәм төрки уғырҙар төркөмөнә ҡарағандар[3]. Хазарҙар тураһындағы иң ышаныслы иртә мәғлүмәт булып уларҙы 555 йылда сыҡҡан Ялған Захарийҙың халыҡтар теҙемендә телгә алыу тора[4]. Уларҙың Европалағы тыуған иле сифатында сығанаҡтарҙа хәҙерге Дағстандың тигеҙлек өлөшөндәге Берсилия өлкәһе күрһәтелгән[5].

VI быуаттың беренсе яртыһында хазарҙар савирҙар|савирҙар берләшмәһе тәьҫирендә булған, уларҙың ғәскәрҙәре составында Ҡаф тауҙары артына уңышлы сапҡын-барымталар яһаған. Төбәктә идара иткән Сәсәни Ираны ҙур ауырлыҡ менән уларҙың баҫымын кире ҡаҡҡан. Шаһ Хосров Ануширван (531—579) дәүерендә фарсылар Каспий диңгеҙе һәм Ҡаф тауҙары араһындағы тар үткәүелде ҡаплаған данлыҡлы |Дербент нығытмаларын төҙөгән, ләкин был күскенселәрҙең һөжүменән һәр осраҡта ла ҡотҡара торған сара була алмаған. Хосров Дағстандың киләсәктә буласаҡ ҡалаларын — Бәләнжәр һәм Сәмәндәрҙе — төҙөгән тип иҫәпләйҙәр. Баштараҡ ике ҡала ла бер атамалы ҡәбиләләрҙең үҙәге булған. Сәмәндәргә, ихтимал, 550-се йылдарҙа, савирҙар артынан эйәреп, бөтөн Ҡаф тауы аша үткән аварҙарға ҡәрҙәш зәбәндәр мөнәсәбәтле[6]. Бәлки, аварҙарҙың бер өлөшө Таулы Дағстанға үтеп инеп, Сарир дәүләтендә идаралыҡ итеүсе ҡатламға әйләнгәндер һәм халыҡҡа авар атамаһын биргәндер. Әйтергә кәрәк, аварҙар Европала хакимдары ҡаған титулын йөрөткән тәүге берләшмә булған.

562 йылда Иран савирҙарҙы тар-мар иткән һәм улар, хазарҙарҙың күпмелер өлөшө менән бергә, Ҡаф тау артына күсерелгән. Савир союзы ярсығы «һундар» атамаһы менән Дағстанда йәшәүен дауам иткән[7].

Хазарҙарҙың күтәрелеше Төрки ҡағанаты тарихы менән бәйле, моғайын, хазар хөкөмдарҙары төрки хакимдары менән туғанлыҡ мөнәсәбәтендә торғандыр. Идара башында Ашина ырыуынан сыҡҡан ҡағандар торған Алтай төркиҙәре 551 йылда ҙур империя төҙөгән, үп тә тормай ул көнсығыш һәм көнбайыш өлөшкә бүленгән. VI быуаттың 2-се яртыһында Көнбайыш Төрки ҡағанаты сиктәре каспий-ҡара диңгеҙ далаларына саҡлы тоташҡан, һәм урындағы бөтөн берләшмәләр ҙә уның хакимлығын таныған.

Кавказ тауы аръяғына һәм Ҡара диңгеҙ буйына баҫҡынсылыҡ (экспансия). VII быуат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран-византий һуғышы (602—628 йй.) барған йылдарҙа, хазар хакимы Джебуҡаған Иранға ҡаршы йүнәлтелгән төрки-византий союзының төп йүнәлеш биреүсеһе булып сығыш яһаған осорҙа, хазарҙар әһәмиәтле хәрби көс булараҡ тәүләп телгә алынған. 627 йылда хазар ғәскәре Ҡаф тауы Албанияһын талаған һәм, византийҙарға ҡушылып, Тбилисиҙы ҡаты һөжүм итеп яулап алған[8].

630 йылдан башлап үҙ-ара күп һанлы бәрелештәр Көнбайыш Төрки ҡағанатының емерелеүенә килтергән. Һөҙөмтәлә Көнсығыш Европа далаларында, периферияла, ике яңы сәйәси берәмек: 632 йылда Ҡара диңгеҙ буйында — Ҡобрат хан нигеҙ һалған Бөйөк Болғар, ә Каспий төбәгендә  Хазария барлыҡҡа килгән.

Баштараҡ хазарҙар үҙҙәрен бик күрһәтеп бармаған. Болғар берләшмәһе ғәйрәтле сәйәси көскә әүерелгән, ләкин уның ғүмере ҡыҫҡа булған. Ҡобрат үлгәндән һуң уның улдары илде ваҡ өлөштәргә бүлгеләгән. Хазарҙар бының менән файҙаланған, һәм 660-сы йылдарҙағы бәрелештәр һөҙөмтәһендә Аспарух хан етәкләгән болғарҙар Дунай аръяғына күсенгән һәм хәҙерге Болғарияға нигеҙ һалған, ә ҡалған өлөшө хазарҙар власын таныған[9]. Күрәһең, ошо ваҡиғаларҙан һуң Хазария хакимы күскенселәр иерархияһының юғары санын — ҡаған титулын ҡабул иткәндер. VII быуат аҙағында хазарҙар дала Ҡырымының күп өлөшөн, Аҙау диңгеҙе буйын һәм Төньяҡ Ҡаф тауын контролдә тотҡан. Иҙелдән (Волга) көнсығыштағы далаларҙы контролдә тотоуы ҡайһы тарафтарға киң таралғанын асыҡлауы ауыр (был төбәк тарихы яҙма сығанаҡтарҙа яҡтыртылмаған тип әйтерлек). Шуныһы бәхәсһеҙ: Азиянан Европаға күскенселәр ағымы туҡтауы хазар гегемонияһының тарихи һөҙөмтәһе булып торған, был көнсығыш славян ҡәбиләләре һәм Үҙәк Европа халыҡтары өсөн ыңғай эҙемтәгә эйә булған[10].

Был осорҙа Хазария Ҡаф тауы артына иғтибарын йүнәлткән, сөнки ундағы игенселек менән шөғөлләнгән дәүләттәр күскенселәрҙе табыш сығанағы булараҡ ымһындырған. Унда баҫып инеүҙәр ике юл менән: Ҡаф тауы Албанияһына, Әрмәнстанға һәм артабан Иранға — Дербент аша йәиһә, һирәгерәк, Грузияға илткән аландар территорияһындағы Дарьял тарлауығы аша алып барылған. Төбәктә хазарҙарҙың тәьҫире шундай әһәмиәтле булған, хатта күп кенә көнсығыш телдәрендә Каспий диңгеҙе Хазар диңгеҙе тип йөрөтөлгән[11].

Сәсәни Ираны урынына Ғәрәп хәлифәте барлыҡҡа килгәс, хазарҙарҙың көнсығышҡа баҫҡынсылығы (экспансияһы) ҡаты ҡаршылыҡҡа осраған. Ғәрәптәр Грузия һәм Ҡаф тауы Албанияһын баҫып алған (оккупациялаған), шунан һуң 653 йылда Дербент аша сыҡҡандар һәм хазар биләмәһе Бәләнджәргә ҡаты һөжүм иткәндәр. Бәрелеш ғәрәп ғәскәренең тар-мар ителеүе һәм ғәрәп башлығы Сәлмән ибн Рабиҙың һәләк булыуы менән тамамланған[12].

Үҙ иле эсендә барған болғаныш-фетнәләр арҡаһында артабанғы тиҫтә йылдар дауамында Хәлифәт төбәкте контролдә тота алмаған. Был ваҡытта хазарҙар Ҡаф тауы Албанияһынан яһаҡ йыйғандар һәм күп кенә сапҡындар ойошторғандар, шулар араһында 685 йылдағы баҫҡын иң ҙур күләмлеһе булған. Хазарҙар менән һуғышҡанда Грузия, Әрмәнстан һәм Албания хакимдары[13] һәм шулай уҡ Мосулдан йыраҡ түгел бер ғәрәп әмиренең ғәскәре ҡыйратылған, һәм ул үҙе лә һәләк булған[14].

Ғәрәптәр менән һуғыш. VIII быуат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлифәттә Умайялар династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа ғәрәп баҫҡынсылығы яңы өс йүнәлештә дауам иткән: көнбайышта вестготтарға, көнсығышта төркиҙәргә, төньяҡта византийҙарға һәм хазарҙарға ҡаршы. Был юлы ғәрәптәр Ҡаф тауы артында нығынған, һәм VIII быуат башында алмашлап ике яҡтың да уңышына килтергән өҙлөкһөҙ ғәрәп-хазар һуғыштары тоҡанған. Ваҡыты-ваҡыты менән дошмандар ҡаршы яҡтың территорияһына тәрән рейдтар ойошторған. Хазария Кесе Азияла Хәлифәт һөжүменән һаҡланыу эҙләгән Византия менән бер яҡлы булған. 717—718 йй. ғәрәптәр Константинополде(717—718) ҡамауҙа тотҡанда, хазарҙар, Ҡаф тауы Албанияһына баҫып инеп, ғәрәптәр көсөнөң бер өлөшөн үҙҙәренә йәлеп иткән[15][16].

730 йылдың аҙағында хазарҙар иң күләмле сапҡын ойошторған. Уның башында ҡағандың улы — Барджиль торған. Иран ҡалаһы Әрдәбилгә һөжүм иткәндәр. 25 меңлек ғәрәп ғәскәре ҡыйратылған, Хәлифәттең иң юғары хәрби начальнигы — Джаррах һәләк булған. Ҡайһы бер хазар отрядтары Диярбаҡырға һәм Мосул ҡалаһы биҫтәләренә саҡлы барып еткән[17]. Әммә икенсе йылдың башына Сәйед әл-Хараши командалығындағы яңы ғәрәп ғәскәре, һуңғараҡ уны Маслам алмаштырған (тап ул тиҫтә йыл элек Византияның баш ҡалаһын ҡамауҙа тотҡан), хазарҙарҙы бөтөн яуланған позицияларынан ҡыуып сығарған, һәм һуғыш ҡағанат территорияһына күскән. Һуғыш 732—733 йылдарҙа ла дауам иткән, хазар ҡағаны Дербенттан йыраҡ түгел, Дарвагта яраланған. Стратегик әһәмиәтле ҡәлғәне контролдә тотоу тулыһынса ғәрәптәр ҡулына күскән.

737 йылда ғәрәп полководецы Мәрүән ибн Мөхәммәт (буласаҡ хәлиф) 150 меңлек армияһы менән Дербент һәм Дарьял аша көтмәгәндә Хазарияға баҫып ингән. Ғәскәрҙәр ҡаты һөжүм итеп хазар баш ҡалаһы Сәмәндәрҙе алған һәм ҡағандың ставкаһы торған әл-Байда ҡалаһына еткән. Ҡаған үҙенең биләмәләре төпкөлөнә ҡасҡан. Уның артынан ҡыуып бара торғас, ғәрәптәр, ғүмерҙәрендә булмағанса, төньяҡҡа шулай алыҫ үтеп ингән: «Славян йылғаһына» — күрәһең, Донға йәиһә Иҙелгә (Волгаға) саҡлы[18]. Хазар армияһы ҡыйратылған, һәм ҡаған тыныслыҡ һораған. Тәхетте һаҡлап алып ҡалыу шарты менән ҡаған исламды ҡабул итергә вәғәҙә биргән.[19].

Хазария бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, ә ғәрәптәр Төньяҡ Ҡаф тауынан киткән. Тиҙҙән Хәлифәттә тағы фетнә тоҡанған. Власть башына төньяҡҡа артабанғы баҫҡынсылыҡтан (экспансиянан) баш тартҡан Ғәббәсиҙәр династияһы килгән. Шулай итеп, Хазар ҡағанаты Көнсығыш Европаны ғәрәп экспансияһынан һаҡлап ҡалған һәм Византияға ла был бәләнән ҡотолорға ярҙам иткән[20].

VIII быуаттың 2-се яртыһында, егерме биш йыл тыныслыҡта ҡалдырғандан һуң, хазарҙар Ҡаф тауы артына тағы ике сапҡын ойошторған: 762—764 һәм 799 йылдарҙа. 780-се йй. улар үҙенең Византиянан бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән абхаз хакимы Леон II-гә ярҙам иткән[21]. Шунан башлап был төбәктең эштәренә бүтән ҡыҫылмаған улар.

Ғәрәп һөжүменең геосәйәси эҙемтәһе — Хазария халҡының хәүефле Ҡаф тауы сигенән эскәрәк — алан ҡәбиләләре таралып ултырған Дон буйына һәм Иҙел (Волга) буйына күсеп ултырыуы. Иҙелдең (Волганың) түбәнге ағымында хазарҙарҙың тиҙ арала эре сауҙа үҙәгенә әүерелгән яңы баш ҡалаһы — Итил ҡалҡып сыҡҡан. Баш ҡалаһы иҫке Сәмәндәр булған Дағстан үҙәк өлкәнән Хазарияның көньяҡ сигенә әйләнгән. Моғайын, Урта Иҙел буйында һәм Ҡама буйында болғар һәм савир (сувар)ҙарҙың күренеүен, һәм IX быуатта Иҙел (Волга) Болғары барлыҡҡа килеүен шул процестар ағымында аңлатып булалыр. Төньяҡҡа иғтибарҙарын йәлеп иткән сәбәпте йыш ҡына көнсығыш славяндар|көнсығыш славяндар өҫтөнән хазар гегемонияһы урынлашыуы менән бәйләйҙәр, әммә был ваҡиғаның төгәл ваҡыты күрһәтелгән мәғлүмәт юҡ[22].

Византия менән мөнәсәбәттәре. VIII быуат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
814 йылда Хазар ҡағанаты. Европа картаһы, 1905 йыл.

Ҡырым ярымутрауының византий биләмәләренә күрше булыуы хазарҙарҙың да империя сәйәсәтендә ҡатнашыуына килтергән. 705 йылдар тирәһендә Ибузир Гляван ҡағанға Херсонеста һөргөндә йәшәгән ҡолатылған император Юстиниан II ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ҡаған уға ҡыҙ туғанын кейәүгә биргән һәм ярҙам итергә вәғәҙә биргән, ләкин ул осорҙа тәхеттә ултырған император йоғонтоһонда ҡарарын үҙгәрткән һәм Юстинианды үлтерергә бойорған. Әммә Юстиниан дунай болғарҙарына ҡасып ҡотолған һәм улар ярҙамында власҡа килгән. Тәүге дәүерҙә уның хазарҙар менән мөнәсәбәттәре дуҫтарса булған, һәм ҡаған хатта Константинополгә килгән, уны хөрмәтләп ҡабул иткәндәр[23]. Суҡындырғанда Феодора исеме бирелгән хазар ҡатынынан Юстиниандың шундуҡ хакимдаш тип иғлан ителгән улы тыуған. Бер нисә йыл үткәс, Юстиниандың асыуынан ҡурҡып, Херсонес халҡы үҙе теләп Хазар протектораты (яҡлауы) аҫтына күскән, һәм ҡалала үҙидара һаҡланһа ла, хазар наместнигы — тудун тәғәйенләнгән. Ҡала халҡының шикләнеүе дөрөҫкә сыҡҡан: 710 йылда Юстиниан Херсонесты баҫып алған, урындағы юғары ҡатлам вәкилдәрен язалаған, ә тудунды ҡулға алғандар һәм Константинополгә оҙатҡан. Юстиниандың артабанғы яуыз пландарынан һаҡланып, башҡа ҡырым ҡалалары халҡы ҡағанға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. 711 йылда ул Херсонесты византий армияһының ҡыйратыуынан һаҡлап алып ҡалған. Ахырҙа Юстиниан тағы ла ҡолатылған, хазарҙар ярҙамы менән Херсонесҡа һөргөнгә ебәрелгән Вардан Филлипик император итеп ҡуйыла[24].

Ике держава араһындағы союз 732 йылда византий тәхете вариҫы (Константин V)-ең, суҡындырғанда Ирина тип исем ҡушылған, Вирхор ҡағандың ҡыҙы принцесса Чичактың никахы менән нығытылған.

787 йылда хазарҙар Готиялағы (Таулы Ҡырым өлкәһе)ндәге ихтилалды баҫтырған, болаға ҡотортоусы урындағы епископ Иоаннды төрмәгә ултыртҡандар[25]. Хазарҙар Ҡырымды — IX быуат уртаһына тиклем, ә Таманде һәм Керчь ҡултығы зонаһын ҡағанат ҡолатылғанға саҡлы контролдә тотҡандар[26].

Хазар ҡағанаты осоронда башҡорттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хазар ҡағанлығының сәскә атыуы осоронда (VIII быуат аҙағы — IX быуат) уның сәйәси власының башҡорттар иленә таралыуы ихтимал. СССР тарихсы-археологы М. И. Артамонов буйынса, ғәрәптәр менән һуғыш йылдарында Көньяҡ Урал хазарҙар өсөн ышаныслы тыл ролен уйнаған.

XI быуат фарсы тарихсыһы Гардизи[27], 1050 йыл тирәһендә яҙылған «Зәйн әл-әхбәр» («Хәбәрҙәр биҙәге») хеҙмәтендә, башҡорттар ҡыймаҡтар менән хазарҙар араһында йәшәгән, ә уларҙың башлығы Башҡорт (Башгирд, Башджурт) исемле шәхес булыуы телгә ала. Башҡорт (Башгирд, Башджурт) «хазарҙарҙың иң юғары дәрәжәлеләренән була. Ул 2000 һыбайлыһы менән хазарҙар һәм ҡыймаҡтар араһында урынлаша. Хазар ҡағаны Башҡортҡа саҡлабты ҡыҫырыҡлап сығарыу тәҡдиме менән кеше ебәрә…» тиелә унда. Шулай итеп, ул затлы кеше була, Хазар ҡағанына буйһона, ҙур территорияға эйә була һәм уның 2000 кешелек ғәскәре була. Күрәһең, ул Хазар ҡағанлығының айырым провинцияһы наместнигы булған. Бөтә яҙма сығанаҡтарҙа «башҡорт» исеме халыҡ исеме булараҡ ҡулланыла, шуға күрә Гардизи мәғлүмәттәре, моғайын, иртәрәк булған ваҡиғаларға барып тоташа.

2018 йылдың октябрь айында Өфө ҡалаһында Мосолман дине торошо һәм уның йәмғиәттә тотҡан роле тураһында ҙур кәңәшмә үтте, һәм унда исламдың башҡорттар араһында таралыу осорон төгәл билдәләү яғынан етди һөйләшеү булды. Ғалим-социолог И. Солтанморатов, «Башҡорт халҡы тарихы» академик баҫмаһында яҙылған һүҙҙәрҙе килтереп, былай тине:

«Башҡорттар, үҙ иректәре менән ислам динен ҡабул иткән халыҡтар араһында иң тәүгеләре булған. Шунан башҡа, хәҙерге саҡта тикшеренеүселәрҙең күп өлөшө Көньяҡ Уралда башҡорттар араһында исламдың таралыуын Ибн-Фаҙлан һәм Иҙел Болғары менән генә бәйләмәйҙәр. Аллаһ илсеһе Мөхәммәт бәйғәмбәр VII быуаттың тәүге яртыһында уҡ (мосолман диненең барлыҡҡа килеүе 622 йылға ҡарай һәм бәйғәмбәр Мөхәммәттең һәм тәүге мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсеүе менән бәйле) Ойкуменаның барса яҡтарына үҙенең сәхәбәләрен — алла һүҙен илтеүсе тарафдаштарын ебәргән… [[Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди] хеҙмәтендә килтерелгән легендар генеалогияға ярашлы, сәхәбәләр ул саҡта протоҡала цивилизацияһы сәскә атҡан Көньяҡ Уралға (был күренештең иң билдәле ҡомартҡыһы булып Өфө-II ҡаласығы һанала) килгән»

Әл-Иҙриси үҙ заманында хәҙер онотолған Яйыҡ (Урал) буйлап һалынған йылға юлын күрһәткән. Яйыҡ йылға юлы, иҙел юлына оҡшап, транскаспий сауҙаһында ҙур роль уйнаған. Ул юл менән Каспий диңгеҙе акваторияһына, һәм артабан Ғәрәп хәлифәлегенең төньяҡ провинцияларына бик тиҙ барып етергә йәиһә Иҙел (Итиль) тамағына инеп, Хазар ҡағанатының баш ҡалаһына, күтәрелергә мөмкин булған. Был мәғлүмәттәр Хазар ҡағанаты йәшәгән VII—X быуаттарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтың Түбәнге Иҙел һәм Төньяҡ Кавказ халыҡтары менән генә түгел, хатта Сәсәниҙәр Иранының Дейлем һәм башҡа провинциялары һәм артабан Ғәрәп хәлифәлеге менән тығыҙ бәйләнештә торғанын күрһәтә. Өфө-2 ҡаласығы ҡаҙылмалары араһында сәсәниҙәр осоро һауыт-һабаларының һ. б. табылдыҡтарҙың Көньяҡ Урал менән Яҡын Көнсығыш араһында тығыҙ үҙ-ара мөнәсәбәттәр булыуы хаҡында һөйләй.

Ғалим З. Әминев яҙып ҡалдырғанса:

Сауҙа бәйләнеше бик борондан, Урта Азия аша, тормошҡа ашырылған. Һәм шул сауҙа юлы аша башҡорттар араһында ислам дине лә таралған. Яугир халыҡ башҡорттар Иран, Урта Азияның төрлө дәүләттәренә хәрби көс булып ялланған. Һәм быуаттар дауамында йәнле сауҙа барған. Башҡорттарҙа сәхәбәләр тураһында таралған легендалар һәм риүәйәттәр XIX быуат тикшеренеүселәре тарафынан яҙып алынған. Сәхәбәләр дәүерендә әле Иҙел Болғары ла булмаған. Киреһенсә, болғарҙар башҡорт ерҙәренә килгән. Ҡаҙан археологы Халиҡов А. Х., б. э.т. бнда башҡорттар көн күргән, ә болғарҙарҙы, үҙҙәренең ҡәрҙәштәре булғанлыҡтан, башҡорттар ҡабул иткән

. Ғалим С. Хәмиҙуллин:

Болғарҙар Иҙел буйына, иң иртәһе, VIII быуат аҙағында, нигеҙҙә, IX быуатта ғына килгән. Был турала Салмин һ.б. яҙып ҡалдырған. Йәғни Иҙел Болғарындағы сәхәбәләр тураһындағы легенда, һәм хәҙерге көндә Ҡаҙанды, рәсәй исламы үҙәге тип күрһәтергә теләгәнлектән, барлыҡҡа килгән киң ҡулланылған уйҙырма ғына. Башҡорттар араһында ислам VIII быуатта уҡ таралған, һәм был раҫланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөлә бер нисә генә ҡәберлек тикшерелеп өлгөрөлгән, ә ҡалғандары, төҙөлөш эштәре атҡарылыу арҡаһында, фән өсөн юғалған. Ләкин ҡәберлектәр размеры үҙҙәренең күп быуын характерындағы икәнлеген һәм VII быуатта уларға кешеләрҙе мосолман ғөрөф-ғәҙәттәре менән ерләүҙәрен раҫлай. Башҡорттарҙың исламды туранан-тура, йәғни Мөхәммәт бәйғәмбәр тарафдаштарынан (сәхәбәләренән) VII быуатта ҡабул итеүен раҫлаусы апокрифик традиция һаҡланған. Ысынында ла ваҡиғаларҙың шулай булыуы бик мөмкин

[28].

Иудаизмды ҡабул итеү һәм Боланиҙар династияһының күтәрелеүе. VIII быуат уртаһы — IX быуат башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хазар ҡағанатының тарихы өсөн уларҙың контроле аҫтында торған территорияла, шул иҫәптән хазарҙарҙың тыуған илендә — Дағстанда — еврей общиналары йәшәгәне мөһим фактор булып тора[29]. Сама менән 740 йылда хазар хәрби етәкселәренең береһе — иудаизмды ҡабул иткән[30]. Хәрби табыштар ҡыҫҡарыу һәм традицион баҫып алыу сәйәсәтен дауам итеү мөмкин булмағанлыҡтан, хакимлыҡ иткән мәжүси династияның хәле насарая барған был осорҙа, күрәһең, был сара клан позицияһын нығытҡандыр. IX быуат башында Болан вариҫы — Ғобадия дәүләттә ҡағандан ҡала икенсе дәрәжәле вазифаны биләгән һәм үҙенең ҡулында реаль власть туплаған. Был мәлдән Хазарияла икәүле идара системаһы барлыҡҡа килгән[31], номиналь күрһәткес буйынса ил менән боронғо батша нәҫеле ҡағандары етәкселек иткән, ләкин ысынында идаралыҡ улар исеменән Боланиҙар нәҫеле бәктәре (батшалары) тарафынан тормошҡа ашырылған. Яңы тәртип урынлаштырыу үҙ-ара бәрелештәр менән оҙатылғандыр, ахыры. Хазарҙарҙың ҡабар тип аталған бер өлөшө хакимлыҡ иткән династияға ҡаршы баш күтәргән һәм, бола баҫтырылғандан һуң, венгрҙарға ҡушылған. Ғобадияның улы Езкия һәм ейәне Менашше Ғобадияның ағаһы Хануккаға тәхетте тапшырырлыҡ арауыҡ хакимлыҡ итмәгән, шул сәбәпле, ҡағанат ҡолатылғанға саҡлы, Ханукка идаралыҡтан ситтә торған[32].

Ҡағанат IX быуатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шул моменттан Хазария сәйәсәте, баҫып алыу походтарынан баш тартып, халыҡ-ара транзит (үтеп барыусы) сауҙаһын үҫтереү эшенә йүнәлдерелгән. Әммә тышҡы сәйәси ситуация ҡағанат өсөн уңышлы бармаған. IX быуатта Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүенең яңы тулҡыны башланған, һәм яңы азия күскенселәре Иҙелде (Волга) кискән. Иҙелдең (Волганың) көнбайыш ярына ҡыҫырыҡлап сығарылған тәүге халыҡ венгрҙар булған. 830-сы йй. улар Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына килеп урынлашҡан. Был процеста хазарҙарҙың ҡатнашлығы ни дәрәжәлә ирекле йәиһә мәжбүри булғанын беҙ белмәйбеҙ, әммә венгрҙар уларҙың сюзеренитетын таныған. Венгр юлбашсыһы Лебедий хазар ҡағаны итеп тәғәйенләнгән һәм танылған хазар ҡыҙына өйләнгән. Бынан һуң венгрҙар хазар һуғыштарында ҡатнашҡан[33]. 889 йылда венгрҙарҙы (өс этник хазар ырыуы каварҙарын индереп) бәшнәктәр Паннонияға ҡыҫымға алған, уларҙы, үҙ сиратында, уғыҙҙар, тегеләрен ҡыпсаҡтар ҡыҫырыҡлаған. Һөҙөмтәлә хазарҙар тәүге тапҡыр Ҡара диңгеҙ буйы далалары өҫтөнән контролен юғалтҡан. Хазар батшалары әленән-әле бәшнәктәргә һәм уғыҙҙарға ҡаршы походтар ойошторған[34]. IX быуат аҙағын «Хазар донъяһының» һуңы — далалағы сағыштырмаса тотороҡлоҡ эпохаһы тип һанайҙар.

Боронғо рус дәүләте формалашыу менән хазарҙарҙың яңы дошманы барлыҡҡа килгән. 839 йылдың сығанаҡтарында тәүләп телгә алынған ниндәйҙер Рус ҡағанаты тигән атама бик аңлашылмай[35]. Һуңғараҡ ҡаған титулын Киев кенәздәре йөрөткән, ә IX быуатта был титулды ҡулланыу ғәҙәттә хазарҙар менән тигеҙ булырға теләүҙе аңлатҡан. Нисек кенә булмаһын, Көнсығыш Европаға үтеп ингән варяг дружиналары хазарҙарҙың славян ҡәбиләләре өҫтөнән гегемонлығын бәхәсле тип һанаған. Поляндар (864), северяндар (884) һәм радимичтар (885) хазарҙарҙан бойондороҡһоҙлоҡ алған[36].

Барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡтарға хазарҙар Византия ярҙамы менән төньяҡ-көнсығыш сиктәрҙә ҡәлғәләр серияһын төҙөгән. 834 йылдар тирәһендә ҡаған һәм бәк император Феофилға Саркел ҡәлғәһен төҙөргә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән[37]. Ҡәлғә Дон йылғаһының һул ярында урынлашҡан һәм төбәктә хазарҙарҙың төп таянысы булған. Археологик мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Саркелдан башҡа, Дон ҡушылдыҡтары буйында тағы ла шуға оҡшаш нығытмалар селтәре барлыҡҡа килгән[38].

850-се йй. хазарҙарҙың ғәрәптәр менән һуңғы бәрелеше булған. Хәлифәттең Ҡаф тауы арты биләмәләрендә был осорҙа бола ҡоторған, уны баҫтырырырға полководец Өлкән Буға (сығышы буйынса хазар) ебәрелгән. Хазарҙарҙан ярҙам һорап Кахетияла йәшәгән таулы санарийҙар мөрәжәғәт иткән[39].

Хазарияның Византия менән мөнәсәбәттәре яңынан ваҡытлыса яҡшырған. 861 йылда Хазарияға Фәлсәфәсе Константин (изге Кирилл) етәкселегендәге византий илселеге килгән[40].

IX быуат аҙағында — X быуаттың 1-се яртыһында Хазар ҡағанлығы хәлһеҙләнә барған, ләкин яҡшы әҙерлекле армияһы һәм оҫта дипломатияһы арҡаһында һаман да әһәмиәтле дәүләт булып ҡалған. Дәүләт башында тороусы хөкөмдарҙар өс көс: (союз мөнәсәбәттәренә ҡыҙыҡһыныу юғалтҡан) Византия, күскенселәр һәм Русь араһында ауыр хәлдән оҫта сығыу юлдары эҙләү сәйәсәтенә таянған. IX быуат һуңында Бинйәмин хакимлыҡ иткән осорҙа Хазарияға ҡаршы Византия ойошторған, бәшнәктәрҙән, ҡара болғарҙарҙан һ.б. бер нисә күскенсе ҡәбиләләрҙән торған, коалиция ҡаршы сыҡҡан. Хазарҙар уны аландар ярҙамы менән ҡыйратҡан[41]. Тәхеткә артабан килгән Һарун батша дәүерендә Византия хазар-алан союзын емергән, һәм хәҙер хазарҙар аландарҙы күскенселәрҙең бер юлбашсыһы ярҙамында тулыһынса буйһондорған. Алан батшаһын әсир иткәндәр, ләкин хөрмәтләп ҡаршылағандар. Ул үҙенең ҡыҙын Һарундың улына — Йософҡа кейәүгә биргәнref>Там же.</ref>.

Ҡағанаттың ҡолатылыуы. X быуат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле бер ваҡытҡа тиклем, рустар яғынан янау булһа, хазарҙар уны Ҡаф тауы артына уңышлы йүнәлткәндәр. 913—914 йылдарҙа хазарҙар, табыштан өлөш сығарыу килешеүе буйынса, рус флотын Каспий диңгеҙенә индергән, ә рәттәре һирәгәйгән рус ғәскәре кире боролған саҡта һөжүм иткәндәр һәм уны ҡыйратҡандар[42]. 939 йылда рус башлыҡтарының береһе — Хельг (бәлки, Олег кенәздер) Византияның ҡотортоуы буйынса, Тамань ярымутрауындағы хазар сик һағы (заставаһы)[43] Самкерцҡа һөжүм иткән. Полководец Песах командалығындағы хазар ғәскәре рустарҙы ҡыйратҡан һәм Ҡырымдағы византий биләмәләрен талаған[44]. Был еңелеүҙән һуң рустар ҡоралын Византияға йүнәлткән. Ә һуңынан Ҡаф тауы артына рейд (944) ойошторған. Ябай талауға ҡайтып ҡалған уҙған һөжүмдәренән айырмалы, был юлы рустар планлы рәүештә территория яулауға күскән, ләкин был ынтылыш уңышһыҙлыҡ менән тамамланған[45].

Көньяҡ сиктә лә Хазария өсөн тиҫкәре ситуация барлыҡҡа килгән, унда Хәлифәт урынына бойондороҡһоҙ ислам эмираттары барлыҡҡа килгән. X быуат башына бөтә Көньяҡ Каспий буйы Саманиҙар дәүләте составында берләшкән. Яңы держава ислам динен әүҙем таратыусыға әйләнгән. Уның йоғонтоһонда ислам дине Урта Азиялағы уғыҙҙар һәм ҡарлуҡтар, ә һуңынан Иҙел (Волга) Болғарында тарала башлаған. Хазария ислам солғанышында ҡалған, һәм был, бәк һарайындағы көслө ислам партияһы булғанлыҡтан, икеләтә хәүефле булған. 901, 909 һәм 916 йылдарҙа хазарҙар урындағы дағстан берләшмәләре менән Дербентҡа бер нисә поход ойошторғандар[46]. Ҡағанлыҡ ҡолатылғанға саҡлы мосолман донъяһы менән тыныслыҡ мөнәсәбәттәре һаҡланып килһә лә, һуңғараҡ Саманиҙар вассалы Хәрәзем күпмелер ваҡытҡа Хазарияны үҙенә буйһондорған[47].

Таулы Дағстанда Сарир дәүләте көсәйгән. Уның халҡы христиан динендә булған, ғәрәп сығанаҡтарында уның хөкөмдары Сарирцы ҡалаһының ҡағаны тип аталған, һәм улар Хазарияға һөжүм иткәндәр[48].

Йылдам үҫешкән Иҙел Болғары ла хазар өҫтөнлөгөнән ҡотолорға тырышҡан. Бер диндә тороусыларҙың ярҙамына өмөт итеп, уның хакимдары ислам диненә күскән. 922 йылда был илгә бағдад хәлифе Ибн Фадлан килгән[49].

Юҡҡа сығыуы алдынан Хазар ҡағанлығы Кордова хәлифәте менән мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға өлгәшкән. Кордова хәлифәте министры Хасдай ибн Шапрут һәм хазар батшаһы Йософ хат алышҡандар. Йософтоң һаҡланып ҡалған хатынан билдәле булыуынса (961 йылға тиклем), ул үҙенең иленең хәлен һәләкәтле тип һанамаған һәм элеккесә үҙен Хәрәземдән алып Донға саҡлы бик ҙур территорияның хакимы тип тойған.

Хазарияның һәләкәтендә Боронғо рус дәүләте хәл иткес роль уйнаған. 964 йылда кенәз Святослав хазарҙар буйһондороп тотҡан һуңғы славян ҡәбиләһе вятичтарҙы азат иткән, ә 965 йылда башында ҡаған торған хазар ғәскәрен ҡыйратҡан һәм, шул замандан бирле рус ҡалаһы Белая Вежаға әйләнгән, Саркелды биләп алған. Моғайын, шул дәүерҙә рус кенәзе Самкерцты ла (Тмутаракань) үҙ ҡулына алғандыр. Һуңынан, шул уҡ 965 йылда йәиһә, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 968/969 йылдарҙа рустар, уғыҙҙар менән союзда, Итилде һәм Сәмәндәрҙе ҡыйратҡандар[50]. Был момент бойондороҡһоҙ Хазар дәүләтенең ахыры тип һанала[51].

Күрәһең, рустар күпмелер ваҡыт, Иҙелдең (Волга) түбәнге ағымында хакимлыҡ иткән. Был ваҡытта итил халҡы һәм батша һарайы Каспий диңгеҙе утрауҙарында һәм Манғышлаҡта йәшеренеп йәшәгәндәр. 980-се йылдарҙа, рустар киткәс, хазар хакимы Хорезм (боронғо мәғлүмәттәр буйынса Ширван) ярҙамы менән баш ҡалаға ҡайтҡан. Ярҙам иткәндәренә рәхмәт йөҙөнән хазарҙарҙың күпселеге, һуңғараҡ (сираттағы ярҙамдан һуң) батша ла, ислам диненә күскән[52]. 985 йылда кенәз Владимир Хазарияға яңы поход менән килгән һәм уның халҡына яһаҡ һалған[53]. Рус йылъяҙмаһында хәбәр ителгәнсә, 986 йыл алдынан хазар иудейҙары илселеге Владимирға үҙ диндәрен алыу тәҡдиме менән килгән булған[54].

Хазария тураһында һуңғы тапҡыр телгә алыу. XI—XII быуаттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хазарияның артабанғы тарихы асыҡ күҙәтелмәй, үҙәктә һәм элекке провинцияларҙа айырым үҫешкән. Әл-Бируниҙың «Мас’уд ҡануны» (1037) трактатында хәбәр ителгәнсә, XI быуатта Итил урынында харабалар ғына булған. Иҙел (Волга) Хазарияһы, күрәһең, XI быуат уртаһында күскенсе ҡыпсаҡтарҙың сираттағы һөжүме арҡаһында ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сыҡҡандыр.[55] XII быуатта Иҙел (Волга) йылғаһы түбәнендәге Итил ҡалаһы урынында торған Саксин ҡалаһының төп халҡы уғыҙҙар булған, әммә унда мосолман хазарҙар ҙа телгә алынған[56]. Сығанаҡтарҙа хазарҙарҙың Дағстанда ниндәйҙер әһәмиәте хаҡында иҫкә алынмаған[51]. 1064 йылда өс мең хазар ғаиләһе Ҡаф тауы артына күсенгән[57]. Дон буйы (Саркел) һәм Ҡара диңгеҙ буйы хазарҙары рустарҙың XII быуатҡа тиклем йәшәп килгән Тмутаракань кенәзлеге власына эләккән. Хазар отрядтары 1024 йылда ағаһы Ярослав менән Листвен янындағы ҡаты алышта бергә һуғышҡан Мстислав Владимирович ғәскәренә ингән. Рус йылъяҙмаһында хазарҙар һуңғы тапҡыр 1079 һәм 1083 йылдарҙа, кенәз Олег Святославичты ҡулға алыу, Византияға тотоп биреү уңайынан телгә алынғандар. Хазар-йәһүдтәрҙең Үҙәк Европа илдәренә миграцияһын, уларҙың ашкенази еврейҙары составына инеүҙәрен раҫлаған айырым мәғлүмәт бар. Әммә популяр әҙәбиәттә урын алған Европа еврейлығына уларҙың әһәмиәтле өлөш индереүҙәре тураһындағы фараз факттар менән дәлилләнмәгән[58].

Ҡағанлыҡ ҡолатылғандан һуң, ҡара диңгеҙ буйы һәм каспий диңгеҙ буйы далалары күскенселәрҙең тулы хакимлығына эләккән. Иҙел (Волга) буйында өҫтөнлөклө роль Иҙел Болғарына, Төньяҡ Ҡаф тауында — Аланияға күскән. Яңынан бер власть аҫтына был территориялар тик Алтын Урҙа составында ғына берләшкәндәр.

Башта Хазария типик күскенсе ханлыҡ булған. Сәйәси традициялар һәм титулатура уға төрки ҡағанатынан мираҫ булып күскән.

Дәүләт башында ҡаған торған. Формаль рәүештә ул тулы хәрби һәм административ власҡа эйә булһа ла, үҙенең ҡарарҙарын үткәрерлек аппараты булмаған. Ҡағандың хәле иң тәүҙә уңышлы хәрби табыш алыуына һәм уны юғары ҡатламға бүлеп бирә белеүенә бәйле булған[59]. Изгеләштереү уларҙың власының икенсе мөһим таянысы булған. Ҡаған власы күк тарафынан билдәләнгән тип һаналған. Ул мәжүси культтың башлығы һаналған һәм буйһоноулы ватандаштары тарафынан ғәҙәти булмаған һәләттәргә эйә тип ҡабул ителгән. Тик батша ырыуы вәкиле генә ҡаған булыу хоҡуғына эйә булған, ырыу эсендә власть, төркиҙәрҙә ҡабул ителгән «баҫҡыс» системаһы буйынса, өлкән ағайҙан ҡустыһына тапшырылған, күрәһең[60]. Ҡайһы берҙә ретроспектив рәүештә хазарҙар өҫтөнән Ашина төрки династияһы идара иткән тип иҫәпләйҙәр[61]. X быуат уртаһына ҡаған ырыуы юҡҡа сығыу алдына килеп баҫҡан, әгәр сығанаҡтарға ышанһаҡ, уның бер вәкиле хатта баҙарҙа һатыу итергә мәжбүр булған[62].

Хакимдың хоҙайға тиң көсөнә ышаныу, илгә берәр бәхетһеҙлек килһә, уңышһыҙлыҡта ҡағанды ғәйепләп, тәхеттән төшөргән осраҡтарға килтергән. Уның тормошо ҡәтғи регламентацияға ҡоролоп, ысынбарлыҡта тотош тыйыуҙарға әйләнергә мөмкин булған. Тәхеткә күтәргәндә уның муйынын ебәк бау менән һыҡҡандар, һәм ул, аңын ярым юғалтҡан хәлендә, үҙенең идара итер йылдарын атарға тейеш булған. Ошо арауыҡ үтһә, уны үлтергәндәр. Әгәр ҙә ул артыҡ күп һан әйтһә, ҡырҡ йәше үтеүгә, ғүмере үткән һайын хоҙайҙан бирелгән көсөнән яҙа бара, тип ышанғанлыҡтан, уны барыбер үлтергәндәр[63]. Йәһүд осорона саҡлы ҡағандар династияһы армияны ныҡ контролдә тотҡан һәм шуның өсөн изге сикләүҙәрҙән еңел тайпыла алған. Әммә иудаизмда торған икенсе хазар кланы күтәрелгәс, реаль власть дәүләттең икенсе кешеһе — бәк ҡулына күскән. Иврит телендә уны «мелех» — «батша» тиҙәр, ғәрәптәр уның вазифаһын «мәлик» — «хаким» йәиһә «хәлиф» — төгәл тәржемәлә «урынбаҫар» тиҙәр[64]. Яңы династия эсендә, иудаизм тәьҫирендә, ахыры, власть ҡәтғи рәүештә атаһынан улына тапшырыла башлаған[65]. Яңы системала ҡаған үтәргә тейешле (формаль яҡтан әһәмиәтлерәк һаналған) изге функциялар һаҡланған, ә бәк бөтөн донъяуи эштәр менән етәкселек иткән. Шул уҡ ваҡытта бәк ҡағанға кәмһетеүгә яҡын «ҙурлау» ритуалы башҡарған. Ҡаған эргәһенә ингәндә, ул, ҡулына янып торған ботаҡ тотоп, тубыҡланған. Ҡаған үҙенең һарайында айырымланып йәшәгән, ғәҙәттә йылына бер ҡабат ҡына тантаналы процессия алдынан барған йәиһә илгә һәләкәт килгәндә генә халыҡҡа күренгән[66]. Күрше мәжүси халыҡтарҙа танылыу алған һәм ябай хазарҙар алдында ҡаҡшамаҫ абруй яулаған ҡағандар Хазар дәүләтенең ахырғы көндәренә саҡлы тотороҡлолоҡтоң мөһим факторы булған.

Шуға оҡшаған икеләтә идаралыҡ бер аҙ ваҡыт венгрҙарҙа[67] һәм, ихтимал, рустарҙа булған[68], һәм ул хазарҙарҙан үҙләштерелгән тип һанала.

Дәүләттә юғары ҡатлам булып ырыу аристократияһы тархандар һаналған. Улар араһында юғары ҡатламды батша нәҫеле туғандары тәшкил иткән, вассал халыҡтар менән идара итеүсе илтәбәрҙәр рангка түбәнерәк торған[69]. Иртә хазар дәүләтенең башта үҙенсәлекле бюрократияһы булмаған, ләкин ул хазарҙар тарафынан күрше юғары үҫешкән халыҡтарҙың дәүләт ҡоролошон өйрәнеү барышында барлыҡҡа килгән. Ҡаф тауы артындағы дәүләттәрҙән хазарҙар сәсәни һалым тәжрибәһен алғандар һәм һөнәрселәр, сауҙагәрҙәр өҫтөнән күҙәтеүселәр ҡуйғандар. Ҡырым ҡалаларында, хазар контроле күп кенә осраҡта византийҙарҙыҡы менән бергә, йәнәш йәшәгән дәүерҙә урындағы администрацияла күҙәтеүсе функцияһын башҡарған ҡаған наместнигы — тудундар булған. Йәһүд осоронда идара итеү өлкәһендә шаҡтай алға киткәндәр. Әһәмиәтле сауҙа юлдарында махсус чиновниктар сик буйындағы заставаларҙа аҡсалата йыйым (пошлина) йыйған. Илдең баш ҡалаһы Итилдә үҫешкән хөкөм итеү системаһы барлыҡҡа килгән: дин тотоуҙың һәр йүнәлешен ҡарай алған ете (өс бер хоҙайлы дин өсөн икешәр һәм мәжүсиҙәр өсөн бер) хөкөм сығарыусы вазифаһын үтәгән кеше — судья тәғәйенләнгән булған. Судьялар батша тарафынан махсус ҡуйылған чиновникка буйһонғандар. Баш ҡала халҡына әйберләтә (натуральата) йөкләмә һалынған, башҡа милләт (этник) һөнәрселәр һәм сауҙагәрҙәр һалым түләгән.

IX—X быуаттарҙа Хазария территорияһы үҙәк власть яғынан төрлө дәрәжәле контролгә дусар ителгән бер нисә өлкәнән торған. Түбәнге Иҙел (Волга) буйы илдең үҙәге булған. Бында асылда хазарҙар йәшәгән. Батша һәм хазар юғары ҡатламы был территория буйлап күсенгән. Хаким йыл һайын, апрелдән башлап сентябрь бөткәнсе, үҙәк өлкәләр буйынса йөрөп сыҡҡан.

Стратегик пункттарҙы үҙәк туранан-тура контролдә тотҡан. Унда хазар гарнизондары торған. Уларҙан икәүһе күберәк билдәле: Саркел — Дондағы застава һәм Самкерц — Керчь ҡултығы янында. Диңгеҙ буйы Дағстанында урынлашҡан элекке хазар баш ҡалаһы Сәмәндәр айырым урын биләгән. Ҡалала хазарҙар йәшәһә лә, ул туранан-тура баш ҡала өлкәһенә инмәгән. Бер төрлө мәғлүмәт буйынса унда үҙ хакимы, икенсе мәғлүмәт хәбәр иткәнсә — унда хазар батшаһының туғаны — йәһүд торған.

Территорияның күп өлөшө административ ҡыҫылыштан башҡа идара ителгән. Буйһондоролған халыҡтар: аландар, болғарҙар, буртастар, венгрҙар, славяндар һ.б. — асылда үҙенең социаль-сәйәси структураһын һаҡлаған. Уларҙа һалым йыйырға һәм уны Хазарияға оҙатырға, ҡаған һәрәменә ҡыҙҙарын һәм ғәскәр йыйып бирергә тейеш булған урындағы идарасылар хеҙмәт иткән. Иҙел (волга) болғарҙарының һәр йорттан бер йәнлек тиреһе бирергә тейешлеге билдәле[70], ә славян вятичтар бер һуҡаға бер щеляг (көмөш тәңкә) түләргә тейеш булған[71].

Ғәрәп-хазар һуғыштары осоронда хазар ҡәҙрәтенең төп көсө ополчение булған. Хазарҙар талап иткәндә, бойондороҡһоҙ халыҡтар хәрби контингент биргәндәр. Ғәскәр һанының 100—300 мең кешегә еткән сағы булған[72]. Армия нигеҙен атлылар тәшкил иткән. Хәрби тактика күскенсе халыҡтарға хас (типик) булған: ғәскәрҙең бер өлөшө йәшеренгән (засадала ҡалған) һәм уңайлы моментта ғына һуғышҡа ҡушылған. Хазарҙар ҡалаларҙы, ҡамау машиналары ҡулланып, ала белгәндәр. Ҡағанлыҡ ғәскәре Хәлифәттең иң яҡшы полководецтары етәкселегендәге регуляр ғәрәп армияһына ҡаршы тора алырлыҡ булған[73].

IX—X бб. хәл үҙгәргән. Хөкүмәт, эре баҫып алыу һуғыштарынан баш тартып, урындағы ырыу-ҡәбилә мәнфәғәттәренә бәйле булмаған сит этник көстәргә таянып эш итә башлаған. Хазар ғәскәренең үҙәген Итилдә урынлашҡан һәм бәккә айырым шарттар менән хеҙмәт иткән хорезм сығышлы ларисийҙарҙың ауыр атлылары тәшкил иткән. Гвардия еткселегендә вәзир торған һәм бер диндә тороусыларға ҡаршы (хазарҙарҙың дошмандарының күпселеге был осорҙа мәжүси булған) һуғышмау хоҡуғы тураһында килешелгән булған. Һуғышсыларға аҡса түләнгән. Төрлө мәғлүмәт буйынса, гвардияла 7 меңдән 12 меңгә саҡлы кеше хеҙмәт иткән[74]. Саркелда 300 һуғышсыһы даими алмашынып торған гарнизон хеҙмәт иткән[75].

Ғәмәлдә, хазар армияһы профессиональ армия булған, һәм ошо ҡағанлыҡҡа 150 йыл буйына үҙенән һан буйынса күп тапҡырға өҫтөн булған дошманы менән көрәшеп йәшәү мөмкинлеге биргән. Гвардия бик йоғонтоло булған, ләкин илдә берҙән-бер генә булмаған. Хазар батшалары ҡарамағында (баш ҡалала ла торған) ялланған славян һәм рустар контингенты булған. Асылда хазар көстәре атаҡлы нәҫелдән сыҡҡан бай түрәләр (вельможалар) үҙенең хәленә ҡарата бүлгән һыбайлыларҙан торған. Бойондороҡло халыҡтар (буртастар, болғарҙар) ополчение менән тәьмин итеүҙе дауам иткәндәр.

Иҙел (Волга) буйынса бәйләнеш тотор өсөн ҙур булмаған кәмәләр эшләй белһәләр ҙә, хазарҙарҙың флоты булмаған.

Хазар яугирҙарының ҡоралы йәйә булған. Бынан тыш хазар һыбайлылары һөңгөләр, ике ҡырлы ҡылыстар (меч), палаштар һәм ҡылыстар (сабля), шулай уҡ балталар һәм суҡмарҙар менән дә ҡоралланған булған. Ҡағанаттың хәрби элита вәкилдәре тимер күлдәк-һаймандар, ламелляр, тимер күлдәк — йәүшәндәр, тимер селтәрле торҡалар (бармицалы) кейеп йөрөгәндәр[76].

Хәрби хәрәкәттәр шәхсән ҡаған һәм уның яҡын туғандары, йәиһә хазар юғары ҡатламынан булған полководецтар — тархандар тарафынан алып барылған. Ҡағандарҙы властан ситләштергәндән һуң, ғәскәр менән командалыҡ функцияһы бәктәргә күскән.

Ғәббәсиҙәр хәлифәте армияһында әсир хазар яугирҙары хеҙмәт иткән, уларҙың ҡайһы берҙәре, провинциялар наместниктары һәм хәлифтәрҙең шәхси хеҙмәтселәре булып китеп, юғары дәрәжәгә өлгәшкәндәр. Хазар гвардиясылары шулай уҡ Византияла ла хеҙмәт иткәндәр[77].

Ябай халыҡтың хужалыҡ эшмәкәрлеге нигеҙен күскенсе малсылыҡ тәшкил иткән. Хазарияның боронғо ултыраҡ үҙәге йөҙөмсөлөк эшмәкәрлеге үҫешкән Дағстан булған. VIII—IX быуаттарҙа Ҡырымдың диңгеҙ буйы өлкәләрендә, Тамандә, Кубань һәм Дондың түбәнге ағымында хазар өҫтөнлөгөнөң мөһим һөҙөмтәһе булып күскенселәрҙең ултыраҡ тормошҡа күсеү, ергә яҡынайыу процесы торған[78]. Хазарияла бойҙай, арпа, дөгө, йәшелсә баҡсаһы һәм баҡса культуралары үҫтерелгән, баҡсалар һәм йөҙөм ултыртҡан урындар етерлек булған, балыҡ күп тотҡандар[79]. Урындағы баҙарҙа һатыуға төбәлгән тимерселек, зәргәр (ювелир) һәм балсыҡтан әйберҙәр яһау һөнәрҙәре үҫеш алған. Һауыт-һаба көршәксе түңәрәгендә эшләнгән.

Идара итеүсе юғары ҡатлам өсөн байығыу сығанағы булып тәүҙәрәк күрше илдәрҙе талап тапҡан хәрби табыш торған. Әммә аҙағыраҡ хәрби булмаған табышҡа өлгәшеү йүнәлешен һайлағандар. Был бөтөн донъя масштабында VIII быуаттың 2-се яртыһында — IX быуаттың башында, төп агенттары еврей сауҙагәрҙәре рахдониттар булған, халыҡ-ара сауҙа күтәрелеше һөҙөмтәһе. Хазария территорияһынан бер нисә халыҡ-ара сауҙа юлдары үткән. Түбәнге һәм урта ағымы хазар контроле аҫтында булған Иҙел (Волга) Көнсығыш Европаның төп сауҙа артерияһы булған. Иҙел (Волга) сауҙа юлы Дон тамағынан, кәмәләрҙе һөйрәп күсерә торған урын — переволока аша үтеп, артабан славян ерҙәренә һәм Балтиҡ диңгеҙенә яҡын илдәргә сығарған. Был юл күп һанлы ғәрәп дирһәмдәре хазиналары менән билдәләнгән. Билдәле бер ваҡыттан был юлдағы мөһим роль рустарға күскән. Итил ҡалаһы урынлашҡан Иҙел (Волга) тамағынан сауҙагәрҙәр Каспий диңгеҙе акваторияһына һәм, уның көньяҡ ярына барып еткәндән һуң, ҡоро ер буйлап Бағдадҡа йәиһә Урта Азияға юлын дауам иткәндәр. Археологик тикшеренеүҙәр ҡоро ер сауҙа маршруттары булғанлығын: Хорезмдан Түбәнге Иҙел (Волга) буйына һуҙылған ҡарауан-һарайҙар сылбырын асыҡланы. Хазария ҡырымдың порт ҡалалары аша Византия менән ҡара диңгеҙ буйында сауҙа иткән.

Сауҙагәрҙәрҙең мөһим транзит юлдарын контролдә тотҡанлыҡтан, IX—X бб. сауҙа пошлинаһын (аҡсалата йыйым) йыйыу Хазарияның төп (ләкин берҙән-бер генә түгел) килем сығанағына әйләнә башлаған. Итиль бик ҙур сауҙа пунктына әүерелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хазарҙар традицион күскенсе йәшәү рәүешен (уклад) дауам иткән һәм халыҡ-ара сауҙа менән шөғөлләнмәгән. Сауҙа эштәрен йәһүд һәм мосолман общиналары үҙ ҡулында тотҡан. Хазария йәнлек тиреләрен һәм ҡолдар буйынса алғанды яңынан һатыу ойошторған (перепродажа) бик ҙур баҙар булып дан алған. Балыҡ елеме һәм һарыҡтар менән һатыу итеү хазарҙарҙың үҙ экспорт предметы булған.

Хазарияла үҙ тимер аҡсаһын да сүкегәндәр, даими булғанмы был процесс, һорау асыҡ ҡала. Хазар Дон буйы территорияһында «хазарҙар ере» тип яҙылған ғәрәп дирһәмдәренә оҡшаған тәңкәләр серияһы табылған[80]. Бер нисә тәңкә IX б. 2-се яртыһы — X б. башына, ҡалғандары  IX б. 30-сы йылдарына ҡарай.[81] Швецияның Готланд утрауындағы Спиллингс биҫтәһендә табылған «Мөхәммәт — Алла илсеһе» тиер урынға «Муса — Алла илсеһе» тип яҙылған биш дирһәм шул уҡ дәүергә тура килә[82].

Баштараҡ хазарҙар традицион мәжүси динле булғандар. Пантеонда төп урынды күк хоҙайы Тәңре биләгән. Ҡағанды Тәңре ҡурсалай тип һанағандар. Ул халыҡҡа бәхет килтерә торған үҙенсәлекле тормош көсөнә ҠОТҡа эйә, тип ышанғандар[83]. Хакимдың мәжүси культы ахырҙа ҡағанды артыҡ көслө хөрәфәт сағылышы булған ярым аллаға әүерелдергән. Ғәрәп авторҙары билдәләгәнсә, хазарҙарҙың ышаныуҙары төркиҙәрҙең диненә оҡшаған булған[84], ләкин уға тәфсир яҙып ҡалдырмағандар. Шулай ҙа яҙма сығанаҡтарҙа Хазарияның күскенсе халҡының донъяға ҡарашы тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек биргән бер нисә сағыу мәғлүмәт һаҡланған. Иң яҡшы күршеләре һәм хазарҙарҙың вассалдары — дағстан «һундары» Тәңренән башҡа йәшен аллаһы Ҡуарға һәм боронғо төрөк алиһәһе Һомайҙың аналогияһы булған муллыҡ алиһәһенә табынғандар. Шулай уҡ улар юлдар аллаһына ышанғандар, ҡояшҡа, айға һәм күк күрәүенә табынғандар. Аҡһөйәктәрҙе ерләгәндә, кешеләрҙе ҡорбан иткәндәр һәм йола бейеүҙәре ойошторғандар, яланғас көйө ҡылыстар менән алышҡандар[85]. Йола үтәү маҡсатында идолдары һәм изге сауҡалыҡтары булған мәжүсиҙәр ғибәҙәтханаларын файҙаланғандар. Изге ағастар культы ҡағанлыҡ халҡында киң таралыш тапҡан (Хазарияның төрлө өлөштәрендә билдәләнгән: «һундарҙа», ҡырым ҡалаһы Фуллда һәм Сарир илендә). Ағастарға ҡорбан итеп ат салғандар, ҡанын ергә һипкәндәр, ә башын һәм тиреһен ботаҡтарға элгәндәр. Хазар ҡанбабалары (жрецтар) ямғыр яуҙырыу һәләтенә эйә булған. Беленджер халҡының 653 йылда үҙҙәре үлтергән ғәрәп полководецы Сәлмән ибн Рабиҙың мәйетен, айырым бер табутҡа һалып, ямғыр теләгәндә тылсым сараһы кеүек ҡулланғандары билдәле[86].

Әммә христианлыҡ һәм ислам донъяһының тоташҡанлығы, шулай уҡ йәһүд общиналарының үҙенә башҡа йоғонтоһо Хазарияла уникаль конфессиональ ситуация: өс монотеистик диндең бер-береһенә үтеп инеүен һәм йәнәш йәшәүен барлыҡҡа килтергән. Ошо диндәрҙең вәкилдәренең Хазария тураһында ыңғай белдереүҙәре билдәле[87]. Итилдә һәм Сәмәндәрҙә христиандар, мосолмандар, йәһүдтәр һәм мәжүсиҙәр татыу йәшәгән. Сарир батшалығындағы (бәлки, һүҙ Сәмәндәр хаҡында баралыр) Хунзан халҡы[88]), сығанаҡтарға ышанғанда, бер үк ваҡытта өс дин тотҡандар: «бөтөн диндәрҙең хәҡиҡәтенә эйә булыу маҡсатында» йома көн мосолмандар менән мәсеткә, шәмбе көн еврейҙар менән — синагогаға һәм йәкшәмбе христиандар менән  сиркәүгә барғандар[89]. Хазария биләмәләренә хронологик яҡтан тәүгеләрҙән булып христианлыҡ килгән[90]. Был осраҡта Византияның яҡынлығы ла, хазарҙарҙың Ҡаф тауы арты христиандары менән танышлығы ла булышлыҡ иткән. VII быуатта уҡ Дағстанда христиан сиркәүҙәре күренә башлаған. 682 йылда[91] хазарҙарҙың вассалы дағстан һундарының кенәзе Алп-Илитвер суҡынған һәм мәжүсиләр өсөн иң ҡәҙерле нимә — изге имәнде юҡҡа сығарған албан епискобы Исраелды ҡабул иткән. Хазарҙар хакимлығы осоронда традицион христианлыҡҡа ҡараған Ҡырымда сиркәүҙәр төҙөү туҡтамаған. Таулы Ҡырымда табылған грек телендә яҙылған эпиграфик яҙма, хакимлыҡ иткән ҡағанға һәм тудунға һылтанып, төҙөлөп ятҡан ғибәҙәтхана тураһында хәбәр итә[92]. Сәмәндәрҙә ҙур христиан общинаһы булған[93]. Византия миссионерлыҡ эшмәкәрлегенә етди әһәмиәт биргән, һәм был үҙәге ҡырым ҡалаһы Дорос (хәҙерге Мангуп)да урынлашҡан махсус митрополия төҙөүгә этәргән, ә уның территорияһы хазар биләмәләрендә булған[94]. IX быуат башында Хазарияла изгеләрҙең сүрәтен мәжүси һынташ тип ҡараусыларҙың эҙәрлекләүҙәренән ҡасып йөрөгән элекке византий һалдаты булған Стефан исеме епископ телгә алынған[95], ә 919 йылда константинополь патриархы Николай Мистик, Византияға килгән хазар илселеге һорауы буйынса, Херсонес епискобына шәхсән Хазарияға барырға һәм унда епископты дини таҙарыныу серенә үтеп инеү һәләтенә, йола атҡарыу хоҡуғына бағышларға ҡушҡан[96]. Юғары ҡатламы йәһүд партияһына ҡараған, алан батшаһы, хазарҙар баҫымы аҫтында, ваҡытлыса христианлыҡтан иудаизмға күскән саҡта ла, Ҡағанат вассаллығында торған биләмәләр араһында Кия яңы дингә ауҙарылғандарҙың иң ҙур территорияһы булған.

Ислам менән танышыу ғәрәп-хазар һуғыштары барған дәүерҙә мөмкин булған. Ғәрәптәрҙән еңелгәндән һуң, ҡаған, йәнәһе, ислам динен ҡабул иткән булып ҡыланған (хикәйәнең икенсе вариантында был хәйләгә бер хазар кенәзе барған). Әммә сауҙа мөнәсәбәттәренең нығыныуы һөҙөмтәһендә һуңғараҡ был динде күптәр ҡабул итә башланған. Итилдә Хәлифәттең төрлө илдәренән килгән кешеләрҙән торған ҡеүәтле мосолман общинаһы булған. Батша гвардияһы ла ислам динле, ә ғәрәп яҙыусылары хәбәр иткәнсә, ислам манаралары батша һарайынан бейегерәк булған. 854/855 йылдарҙа хазар мосолмандарының 300 ғаиләһе ҡаф тауы арты Шамкор ҡалаһына күсенгән[97]. Х быуат башында хазарҙарҙан бойондороҡло иҙел болғарҙары исламды оппозициялағы идеология сифатында ҡабул иткән. Илдәре ҡыйратылғандан һуң, бөтөнләй бойондороһоҙлоҡ юғалтҡандан һуң, хазарҙарының күпселеге һәм һуңғараҡ хазар батшаһы ла ислам динен ҡабул иткән, ләкин ул тик Алтын Урҙа эпохаһында ғына төбәктә тулыһынса нығынған.

Хазарияға еврей миграцияһы өс яҡтан: Яҡын Көнсығыштан (Ираҡ), Хөрәсәндән һәм Византиянан килгән[98]. Антик замандарҙан бирле Боспор еврей ултыраҡтарының эре үҙәге булған. VI быуатта Ирандағы Маздакиҙар ихтилалы һөҙөмтәһендә Дағстан биләмәләрендә еврей общиналары күренә башлаған. Сығанаҡтарҙа хазар хакимы теләге буйынса өс дин әһеле араһында ойошторолған дини диспут тураһында легенда һаҡланған[99]; ахырғы еврей традицияһына ярашлы, дин таратыусы раввиндың исеме Исхаҡ Сангари булған. Ислам да, христианлыҡ та уның нигеҙҙәрен таныған һәм шул сәбәпле иудаизм һайланған. Был ситуацияның уникаллеге  — еврей булмағандарҙы ла иудаизм диненә әйләндереү мөмкинлеген таныуында, ләкин урта быуаттарҙа иудаизмға күсеү һирәк осраған. Хәҙерге заман ғалимдары хазарҙарҙың дин һайлау сәбәптәрен Византиянан да, Хәлифәттән дә бойондороҡһоҙлоҡ алыу маҡсатында эшләнгәнлеген йәиһә йәһүдтәрҙең хазар юғары ҡатламының бер өлөшө менән бәйләнгәнлеген күрһәтә.

Һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәргә ярашлы[100], иудаизация процесы оҙайлы булған, күрәһең, иудаизм шунда уҡ хакимлыҡ итеүсе дингә әйләнмәгән. Ортодоксаль (раввинистик) иудаизм урынлаштырыу синагогалар төҙөгән һәм Мишна һәм Талмуд индергән батша Ғобадия эшмәкәрлеге менән бәйләнгән. Хазарияға икенсе илдәрҙән еврейҙәр күсенеп килгән. Йософ идара иткән заманда, Византияла еврейҙарҙы эҙәрлекләй башлағас, күсенеп килеүселәр бигерәк күп булған. Хазар батшаһы, үҙ сиратында, христиандарҙы эҙәрлекләй башлаған. Әҙәбиәттә, бигерәк тә публицистикала, иудаизмға күсеүҙе йыш ҡына, нигеҙһеҙ рәүештә, ҡағанлыҡтың емерелеүе менән бәйләйҙәр (ысынбарлыҡта көрсөк 100 йылға һуңыраҡ башланған), һәм намыҫһыҙ спекуляцияға алып килә[101] Шуға оҡшаған сағыштырыуҙың берҙән-бер сығанағы булып Римдың тарҡалыуында христианлыҡты, хазарҙарҙың бөлгөнлөгөндә — иудаизмды, Уйғыр ҡағанатының емерелеүендә — манихейлыҡты ғәйепләгән «Денкарт» зороастрий трактаты тора.[102] Археологик мәғлүмәттәре буйынса Хазарияла иудаизмдың таралыуы кимәленә ҡарағанда, тикшеренеүселәрҙең ҡарашы ныҡ айырыла. Идара итеүсе синыфтың юғары ҡатламына ғына ҡараған тотанаҡлы баһа йәһүд культы эҙҙәре бигерәк аҙ булған археологик сығанаҡтарға таяна. Археологтар ҡарашынан сығып билдәләгәндә, IX—X быуаттарҙа, иудаизм булһынмы ул, христианлыҡмы һәм исламмы, Хазарияға бер донъяуи диндең дә ҡағылышы булмаған[103] Күрәһең, хазар иудаизм диненә нығынырлыҡ ваҡыт етмәгән.

Хазар хакимдарының теҙмәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

VII—IX бб. ысын хазарҙар һәйкәлдәре булмауы арҡаһында династия тураһындағы мәғлүмәт етер-етмәҫ кенә. Сит ил телдәрендәге хроникалар хәбәрҙәрендә, исемдәр урынына персоналаштырылған титулдар ғына бирелеп, тәүгеһе боҙоп күрһәтелгән. VIII быуатта хакимлыҡ иткән өс ҡағандың исеме билдәле һәм дөрөҫлөккә тап килә. VII (хазарҙар төрөктәрҙән айырылмаған саҡта әле) һәм IX быуаттарҙа идара иткән берәр хазар ҡаған тураһында билдәле. Күптән түгел Монголия территорияһында табылған боронғо төрөк эпитафияһында, хазарҙарҙың VI быуаттағы хакимы тип юғары дәрәжәлә таныу ихтималлығы биргән Ҡадир Ҡасар юлбашсының исеме телгә алынған.

Түбәндә, ниндәй сығанаҡтарҙа һәм ниндәй ваҡиға айҡанлы (даталарын күрһәтеп) телгә алынған, бөтөн билдәле ҡағандар атап кителә.

Ҡағанлыҡҡа саҡлы осор
  • Хазар (сүриә вариантында Хазариг)[104]
    хазарҙарҙың мифик ырыуға нигеҙ һалыусыһы. Уның ниндәй булһа ла эшмәкәрлеге күрһәтелмәгән.
  • Ҡадир Ҡасар, VI быуаттың икенсе яртыһы[105]
    төрөк ҡағаны Бумын (552 й. вафат булған) вафатынан һуң күп тә йәшәмәй һәләк булған замандашы.
  • Джебуҡаған (византия варианты Зиевил), 626—630 йылдарҙа иҫкә алынған[106]
    VII быуаттағы иран-византия һуғышы дәүерендә хазарҙар лидеры (әйҙәүсеһе). Бәлки, был исем аҫтында көнбайыш төрөктәрҙең ҡағаны Тон Ябғу йәшеренгәндер
Ҡағандар
  • Ибузир Гляван, 705—711 йылдарҙа иҫкә алынған[107]
    Юстиниан II һөргөндә булған йылдарҙа хакимлыҡ иткән.
    • Барджиль (боронғо варианттарҙа Барсбек, Барджик), 722 йылдан иҫкә алынған — 731 йылда вафат булған[108]
    хакимлыҡ итеүсе ҡағандың улы, ғәрәп-хазар һуғыштарында армия менән командалыҡ иткән.
  • Парсбит, 730 йылда иҫкә алынған[109]
    бәлиғ булмаған тәхет вариҫының регентшаһы (дәүләт менән ваҡытлыса етәкселек итеүсе). Шул уҡ йылда вафат булған ҡағандың әсәһе. Барджиль был моментта тере булған, ләкин тәхеттә ултырмаған.
  • Вирхор, 732—750-се йылдарҙа иҫкә алынған[110]
    Ҡыҙы Чичакты буласаҡ византий императоры Константин V кейәүгә биргән.
  • Баһатур, 759—763-сө йылдарҙа иҫкә алынған[111]
    762/763 йылдарҙағы кампанияла хакимлыҡ иткән. Уның ҡыҙы ике йыл ярым элегерәк Әрмәнстандағы ғәрәп наместнигына кейәүгә сыҡҡан.
  • Захария, 860—861-се йылдарҙа иҫкә алынған[112]
    Константин Фәлсәфәсенең Хазарияға илселек иткән дәүерендәге ҡаған.
  • ?..ут, хакимлыҡ иткән дәүере билдәһеҙ[113]
    Таулы Ҡырымдағы эпиграфик яҙмала һаҡланған исем фрагменты.
Бәктәр

Рус телле әҙәбиәттә бәктәрҙе батша тип атау ҡабул ителгән. Хасдай ибн Шапрутҡа Иосифтың хаттарынан династияның Обадиянан башлап төҙөлгән ун быуыны теҙмәһе билдәле. Теҙмәнең урта өлөшө яһалма рәүештә ҡабартылып күрһәтелеүе мөмкиндер (хаттың ҡыҫҡаса редакцияһында теҙмә 9 быуындан, Иегуда Барселонц редакцияһында — 5-тән тора)[114]. Һуңғы өс батшаның эшмәкәрлеге тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәт — Кембридж документында (билдәһеҙ хазар еврейы хатында) килтерелгән. Шунда иудаизмға күскән беренсе хаким (аңлашылмай Болан йәки Ғобадия), Сабриель тигән еврей исеме менән аталған. Күрәһең, бөтөн батшаларҙың да беренсе (төрки) исемдәре булғандыр. Шуларҙың береһе, "Дербент тарихы"нда 901 йылда хакимлыҡ иткән хазар батшаһы, К-са ибн Булджан тип аталған[115]. Икенсеһе — әл-Йаҡуби (891 й. тирәһендә) хазар ҡағаны урынбаҫарын Йазид Булаш исеме менән иҫкә алған[116].

  • Ғобадия — ғәрәп хәлифе Һарун-әр-Рәшидтең замандашы, тип самалап әйтеп була (786—809)
  • Езкия
  • Менашше I (хазар батшаһы)
  • Ханукка (хазар батшаһы)
  • Исхаҡ
  • Зебулун
  • Менашше II (Муса)
  • Нисси
  • Һарун I
  • Менахем
  • Бинйәмин (хазар батшаһы) 880—900-сө
  • Һарун II (хазар батшаһы) 900—930-сы
  • Йософ (хазар батшаһы) 932—960-сы йылдарҙан һуң — 961 йылдан да һуң түгел осорҙа Хасдай ибн Шапрутҡа хат яҙған. Һуңғы өс династия хакимлығы ваҡыты (датировка) А. П. Новосельцев буйынса бирелгән[117].

Хазарҙар тарихының күп өлөшө ныҡлы яҙма традицияһы булған күрше халыҡтар тарафынан төҙөлгән төрлө яҙма сығанаҡтарҙа сағылдырылған. Хазар тарихын яҡтыртыу бер төрлө генә түгел. Күп тапҡырға ҡеүәтлерәк халыҡтар күләгәһендә ҡалғанлыҡтан, V—VI быуат сығанаҡтары хазарҙарҙы ғәмәлдә белмәйҙәр. Һуңғараҡ яҙылған хроникаларҙа хазарҙар тураһында эпохаһына ярашлы мәғлүмәт бар, ләкин ул йыш ҡына хаталы, әллә аңлы рәүештә йәиһә белә күрә тарихты боҙоп күрһәткән (анахроник), хәлдә. VII—VIII быуаттарҙа, хазар державаһы үҙ ҡеүәтенең иң бейек нөктәһендә торғанда, хазар баҫып алыуҙары тураһындағы мәғлүмәт өҫтөнлөк итә. Был мәғлүмәттең күпселеге һуңғараҡ, IX быуат уртаһынан да иртәрәк түгел, яҙылып алынған. IX быуаттың икенсе яртыһында, ғәрәп география фәне үҫешеү менән бәйле, Хазарияның эске ҡоролошо тураһындағы мәғлүмәттәр барлыҡҡа килгән. Сығанаҡтарҙы өйрәнеү планынан ҡарағанда, X быуат иң мәғлүмәтлеһе тиергә була, сөнки ул дәүерҙән, беренсенән, ысын хазар тарихи-мәҙәни һәйкәлдәре, икенсенән, ваҡиғаларҙың шаһиты булған кешеләр тарафынан яҙылған һәм сит ил дәүләттәрен, шул иҫәптән Хазарияны, тасуирлауға махсус бағышланған бер нисә әҫәр (Ибн Фаҙлан, Константин Багрянородный) килеп еткән.

Хазар сығанаҡтары. Хазар телендәге текстар табылмаған, әммә улар тураһында телгә алынғас, тимәк, хазар йылъяҙмалары булған[118]. Шулай ҙа, ысын хазар һәйкәлдәре бар. Улар, береһе хазар батшаһы Йософ (961 йыл тирәһендә), ә икенсеһе («Кембридж Анонимы» тип аталғаны) уның ватандашы (подданныйы) — аноним еврей тарафынан (949 йыл тирәһе), иврит телендә яҙылған еврей-хазар хат алышыуы аша рәсми тәҡдим ителгән. Ике документта ла хазарҙарҙың килеп сығышы, уларҙың иудаизмды ҡабул итеү шарттары, хакимлыҡ иткән батшалар һәм уларҙың эшмәкәрлеге, Хазарияның географияһы тураһында мәғлүмәт бирелгән. Күптән түгел тағы ла еврей-хазар сығышлы сығанаҡ асылды — Киев йәһүд общинаһының (Х быуат) тәҡдим итеү яҙмаһы автографы. Унда ҡул ҡуйыусыларҙың ҡайһы берҙәре еврей исеме менән бер рәттән хазар (төрки) исемдәрен йөрөткән, был ҡағанаттағы прозелетизм ғәмәлен раҫлаусы дәлил булып тора. Хаттағы һуңғы фраза орхон яҙмаларының бер төрөндә яҙылған. Шуға оҡшаған (бик ҡыҫҡа) яҙмалар археологик тикшеренеүҙәр барышында табылған. Текстарҙың шифрын табып уҡыу әлегә мөмкин түгел.

Киев йәһүд общинаһының рун яҙмаһы, X быуат

Ғәрәп-фарсы сығанаҡтары. Һан яғынан да, сифат яғынан да иң ҙур һәм төрлө мәғлүмәт массивы Хәлифәт илдәре сығанаҡтары аша килеп еткән[119]. Улар, шуға ярашлы, ике жанр төркөмөндә сағылған: Хазария һәм ислам донъяһы араһындағы ике төр контакттарҙы сағылдырған тарихи һәм географик әҫәрҙәрҙә. Тарихи хеҙмәттәр хазар-иран һәм хазар-ғәрәп бәрелештәренә, ә географик хеҙмәттәр — сауҙаға ҡоролған үҙ-ара тыныс тәьҫир итеп йәшәүгә бағышланған. Беренсе осраҡта VII—VIII быуаттар эпохаһында ғәрәптәр һәм хазарҙарҙың Ҡаф тауы арты өсөн бәрелешеүҙәре хаҡында, икенсеһендә — IX—X быуаттар уртаһында, Хазария аша сауҙа юлға һалыныуы һәм Итилдә мосолман общинаһы барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ бара. Иртә дәүер (VI б.) мәғлүмәттәрен ғәрәптәр беҙҙең көндәргә саҡлы килеп етмәгән Сасанид хроникаларынан алған. Тарихсы авторҙар араһында Белазуриҙы, әл-Йакубиҙы, әт-Табариҙы, Ибн Асам әл-Күфиҙе, Хәлиф ибн Хаййатты һ.б. атарға кәрәк. Ҡағанаттың юғалыу эпохаһында хазарҙарҙың Ҡаф тауында тотҡан урыны тураһындағы мәғлүмәтте Хазария менән сиктәш каспий буйы өлкәләрендә һуңғы дәүерҙәрҙә барлыҡҡа килгән тарихнамәнән табырға була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул насар һаҡланған. Дербент хроникалары һәм күрше өлкәләрҙең тарихы төрөк авторы Мөнәжим-Башының хеҙмәтендә өлөшләтә һаҡланып ҡалған.

Хазар тарихының күп һорауҙарын географик хеҙмәттәрҙән башҡа тергеҙеп булмай. Был төркөмдәге хеҙмәттәр, беренсенән, ваҡиғаларҙың замандаштары тарафынан яҙылған, ә икенсенән, махсус рәүештә, сит халыҡтарҙың эске ҡоролошон (христиан тарихнамәһендә бындай хәл күҙәтелмәй) тасуирлауға бағышланған, шуның өсөн был сығанаҡтар иҫ киткес мәғлүмәти ҡиммәткә эйә. Ғәрәптәр, Хазария кеше йәшәгән өлкәләрҙең һуңғынан алдағыһында — Ерҙең алтынсы климатында урынлашҡан, тип күҙаллаған. Тәүге фараздар буйынса, был территорияла Йәжүк һәм Мәжүж тигән демоник халыҡ йәшәгән, тиелгән, ләкин бәйләнештәр үҫешә барған һайын, фантастик ҡарашҡа алмашҡа ысынбарлыҡ ҡараш килгән. Хазар ике власлығының (властан ҡолаҡ ҡаҡҡан ҡаған һәм бәк) ентекле ваҡлыҡтары, хазарҙар иудаизацияһының ҡайһы бер шарттары һәм иудаизмдың таралыу дәрәжәһе, баш ҡалаһы иң ентекле ҡылыҡһырланған хазар ҡалаларын тасуирлау мәғлүмәттәре тап ғәрәп географияһынан килеп еткән. Уларҙағы хазарҙарҙың этник сығышына туранан тура һәм ситләтелгән күрһәтмәләр мөһим. Географик хеҙмәттәр араһында сауҙа маршруттарын тасуирлауға бағышланған «юлдар һәм илдәр китабы» ҙур әһәмиәткә эйә. Һаҡланып ҡалған шундай әҫәрҙәргә Ибн Хордадбехтың хеҙмәте ҡарай (IX быуат уртаһы). Ошо дәүергә Көнсығыш Европа халыҡтары тураһындағы яҙмаларҙы бохара ғалимы әл-Джайханиҙың бөгөнгө көнгә килеп етмәгән хеҙмәтенән үҙләштергән Ибн Русте һәм Ғардизиҙың мәғлүмәте лә ҡарай. X быуаттағы шарттар «классик мәктәп» тип йөрөтөлгән географтар: Истахри, Ибн Һәүкәл, Мөҡәддиси хеҙмәттәрендә сағылған. Һуңғы авторҙар башҡа мәғлүмәт менән бергә Хазарияның ҡолатылыуы тураһында ла хәбәр еткергән. Хазария сиктәрендә булған Х б.тың күренекле сәйәхәтселәре — Ибн Фаҙлан һәм әл-Мәсүҙи хеҙмәттәре лә был әйләнәгә инә. Ибн-Фаҙлан 922 йылда Иҙел Болғарына, ә Мәсүҙи 940 йылда — Көньяҡ Каспий буйында булып киткән.

Византий сығанаҡтары. Византий тарихнамәһе был ваҡытта тарҡалыш хәлендә булғанлыҡтан, хазарҙар тураһында грек мәғлүмәттәре сағыштырмаса күп түгел. Ҡағанат тарихының беренсе осоро өсөн дөйөм сығанаҡҡа: Феофан Тәүбә иттереүсенең IX быуат башында яҙылған «Хронография»һына һәм патриарх Никифорҙың һуңғараҡ ижад иткән "Бревиарий"ына барып тоташҡан. Византийҙар хазар күтәрелеше осороноң Бөйөк Болғарҙы тар-мар итеү менән бәйле иң төгәл билдәләмәһен һаҡлаған. (Иосиф яҙмаһында хазар риүәйәте менән нығытылған) был ҡараш хәҙерге фәнгә лә күскән. Ахырғы Хазария тураһындағы мәғлүмәтте бөгөнгө көнгә еткергән император Константин Багрянородныйға рәхмәтлебеҙ. 948—952 йылдарҙа үҙенең улы Романға нәсихәт сифатында яҙылған «Империя менән идара итеү» трактатында ул Византияны уратып ултырған халыҡтар тураһында мәғлүмәт йыйған һәм улар менән ниндәй мөнәсәбәттә булыу кәрәклен асыҡтан-асыҡ яҙған. Хазария хаҡындағы хәбәрҙәр араһында ғәрәптәрҙең ике власлығын, Саркелдың төҙөлөшөн, хазар-венгр, хазар-бәшнәк һәм хазар-алан мөнәсәбәттәре буйынса уникаль дәлилдәрҙе, шулай уҡ ҡағанлыҡтағы берҙән-бер күрһәтеп кителгән әллә ниндәй сыуалышты (каварҙар фетнәһе менән бәйле) раҫлаусы мәғлүмәт бар.

Икенсе мөһим сығанаҡ житие әҙәбиәтендә сағылған — уларҙың геройҙары, жанр үҙенсәлегенә ҡарамай, ысынбарлыҡҡа хас сәйәси шарттарҙа эш итәләр. Тарихи һәйкәлдәр грек ҡына түгел, славян редакцияларында ла һаҡланған. "Иоанн Готский житиеһы"нда (VIII быуат аҙағындағы ваҡиғалар), «Стефан Сурожский житие»һында (VIII быуттың икенсе яртыһы) һәм, бигерәк тә, миссионерҙың Хазарияға 860—861 йылдарҙағы килеүе (визиты) һәм хазар бәхәсенең (полемикаһының) христиан фаразы килтерелгән "Константиндың житиеһы"нда Хазария хаҡында иҫкә алына.

Византий әҙәбиәтендә Хазария топонимы барыһынан оҙағыраҡ һаҡланған. Был атама Көнсығыш Ҡырымға нығынған булған. Һуңғараҡ ул итальян документтарына күскән һәм XVI быуатҡа саҡлы ҡулланылған.[120].

Әрмән сығанаҡтары. Күпселеге тасуирланған ваҡиғалар шаһиты булған замандаштар тарафынан боронғо әрмән телендә яҙылған сығанаҡтар мөһим әһәмиәткә эйә. Улар, хазарҙарҙың, "төньяҡ вәхшиҙәренең (варварҙары)"ның VII—VIII быуаттарҙа Ҡаф тауы артында ни теләһәләр шуны эшләгәнен сағылдырған. Хазар хөкөмдарын әрмән сығанаҡтары "төньяҡ батшаһы"тип атаған, шуның менән уны «көнбайыш батшаһына» — византий императорына һәм «көньяҡ батшаһына» — ғәрәп хәлифенә ҡаршы ҡуйғандар. Әрмән тарихнамәһенең хазарҙарҙың б.э. тәүге быуаттарындағы эшмәкәрлеген иртә тасуирлауы анахронизм тип ҡарала. Башланғыс хазар тарихының алмаштырғыһыҙ сығанаҡтары булып VII быуат һуңында Анания Ширакаци төҙөгән «Әрмән Географияһы», һәм Мовсес Каганкатвациҙың Ҡаф тауы Албанияһы тураһындағы «Алуанк иле тарихы» хеҙмәте тора. Шулай уҡ VII быуат тарихсыһы Себеостың хазарҙарҙың тарихи аренаға сыҡҡан дәүерҙәге Ҡаф тауы артындағы хәл хаҡында мәғлүмәт биргән «Император Ираклдың тарихы» һәм VIII быуат авторы Гевондтың бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе позицияһынан сығып ғәрәп-хазар һуғыштары тураһында яҙылған "Тарих"ын билдәләп үтер кәрәк. Хазарҙар тураһында ҙур булмаған хәбәрҙәр һуңғараҡ йәшәгән[121] әрмән тарихсылары (Степанос Таронский, Товма Арцруни һ.б.)хеҙмәттәрендә лә осрай.

Грузин сығанаҡтары. Грузин сығанаҡтарында VIII быуаттың икенсе яртыһындағы хазар саралары тураһында «Картлис цховреба» (XI—XVIII быуаттар) йылъяҙмалар йыйынтығында һәм «Або Тбилисскийҙың ыҙа сигеүе» агиографик яҙмаһында ҡиммәтле мәғлүмәт тупланған.

Сүриә сығанаҡтары. VI быуаттың икенсе яртыһында яҙылған Ялған Захарияның сүриә хроникаһында хазарҙар тураһында ысынбарлыҡҡа тап килгән бәхәсһеҙ беренсе мәғлүмәт бирелгән тип һанала. Һуңғы дәүер авторҙары Михаил Сүриәленең (XI быуат) һәм Бар Гебрейҙың хеҙмәттәрендә (XII быуат) хазарҙарға хас ваҡиғалар тарихы сағылған.

Рус сығанаҡтары. Хазарҙар тураһында көнсығыш славян сығышлы мәғлүмәт сағыштырмаса аҙ. Был Рустә йылъяҙма төҙөүҙең ҡағанат ҡолатылғандан һуң башланыуы менән бәйле. Төп сығанаҡ — «Повесть временных лет», унда хазарҙар тураһында мәғлүмәт, өлөшләтә, византий әҙәбиәтенән, ә оригиналь өлөшөнә, моғайын, ауыҙ-тел ижады традицияһынан килгән. Хәбәрҙәрҙең күпселеге Новгород I йылъяҙмаһынан, тип уҡыла һәм оҙаҡ арауыҡ Тмутаракандә йәшәгән Киев-Печера монахы Никон тарафынан 1070 йылда төҙөлгән йыйылманан да алынған тип фаразларға була. Рус-хазар аралашыуы тураһында мәғлүмәт мөмкин тиклем ҡыҫҡа булһа ла, ул хазарҙарҙың бойондороҡһоҙ халыҡтар менән үҙ-ара мөнәсәбәт системаһына асыҡлыҡ индерерлек. Ә бындай мәғлүмәт бик һирәк табыла. Рус йылъяҙмаһында Святослав кенәз хазар ғәскәрен 965 йылда тар-мар иткән тиелгән, хазар иудейҙарының кенәз Владимирға 986 йылда илселеге хаҡында телгә алынған, ә һуңғараҡ хазарҙар Тмутаракань кенәзлегендәге ваҡиғалар менән бәйле мәғлүмәттәрҙә осраған. Хазарҙарҙы телгә алған икенсе боронғо рус сығанағы Иаков Мнихтың (XI быуаттың икенсе яртыһы) "Кенәз Владимирға иҫтәлек һәм маҡтау"ында Владимир кенәздең йылъяҙмаларҙа күрһәтелмәгән хазар сәйәсәте тәфсирләнгән. Боронғо рус әҙәбиәтендә сюжеты хазар принцессаһына өйләнәгән Юстиниан II тарихын тасуирлаған XIV быуат әҫәре «Казарин батша һәм уның ҡатыны тураһында повесть» билдәле[122].

Еврей сығанаҡтары.Ҡайһы бер еврей авторҙарының хазарҙар тураһынд телгә алыуы[123]. Замандаштарҙан — сәйәхәтсе Эльдад һа-Дани (IX быуаттың икенсе яртыһы), вавилон диаспораһы башлығы — Гаона Саадийҙың хаттары (X быуаттың беренсе яртыһы), ҡараим богословы әл-Киркисани (937 йыл), шулай уҡ итальян хронографы Иосиппон (Х быуат яртыһы). Һуңғы сығанаҡтарҙан, сюжеты буйынса хазарҙарҙы дингә бағышлағанда сыҡҡан бәхәсте яҡтыртҡаны, күләме яғынан иң ҙуры Иегуда Галевиҙың "Кузари"йы. Автор иудаизм тантанаһын раҫларға ынтылған, һәм хикәйәләүҙе хазар батшаһы һәм еврей тәғлимәт таратыусыһы араһындағы уйлап сығарылған диалогы формаһында төҙөгән. Галеви хазар йылъяҙмаларына һылтанған һәм хазарҙарҙы дингә йәлеп итеүҙең төгәл датаһын атаған. Ҡараимдар күпселек осраҡта хазарҙарға негатив баһа бирһә лә, раббани авторҙарының хазарҙарға мөнәсәбәте ыңғай йәиһә нейтраль булған[124].

Көнбайыш Европа сығанаҡтары. Христиан Европала барлыҡҡа килгән әҫәрҙәр ғәмәлдә хазарҙар тураһында мәғлүмәт тупламаған, ләкин ҡайһы бер факттарҙы раҫлау буйынса айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм тышҡы донъяла хазарҙар тураһында ниндәй мәғлүмәт таралғанын белергә ярҙам итә. Латин телендә яҙылған хеҙмәттәрҙә хазарҙар тураһында тәүләп 700 йыл тирәһендә "Равенна Анонимы"нда хәбәр ителгән. Улар бер нисә тапҡыр Бавар географында телгә алынған. 864 йыл тирәһендә Ставелонан аквитан монахы Христиан хазарҙар иудаизм диненә ышана, тип билдәләгән.

«Венгрҙарҙың ҡылған эштәре» кеүек венгр тарихи яҙмалары етерлек һуң барлыҡҡа килгән (XII быуат аҙағы — XIII быуат), һәм улар үҙ эпохаһы реалияларын боронғо замандарға күсерәләр. Хазарҙар тураһында мәғлүмәт уларҙа ғәмәлдә юҡ тиерлек.

Хазар ҡәлғәһе Саркелдың урыны. Михаил Илларионович Артамонов етәкселегендәге ҡаҙыныуҙар. Аэрофотоһүрәт, 1951 йыл

Хәҙерге заманға саҡлы хазар этносын ысын мәғәнәһендә идентификациялау буйынса дөйөм ҡабул ителгән критерийҙар эшләнмәгән, ә төп Хазария территорияһы (бигерәк тә Түбәнге Иҙел буйы) етерлек өйрәнелмәгән. Ҡағанат территорияһы һәйкәлдәре (Дон буйы, Аҙау диңгеҙе буйы, Ҡырым), өҫтөнлөклө ҡараш буйынса, салтово-маяҡ археологик мәҙәниәте менән бәйләнгән[125]. Был мәҙәниәтте йөрөтөүселәр урман-дала зонаһында алан халҡы, ә дала ерҙәрендә — төрөктәр булған[126].

XX быуатбашында башланып, совет һәм постсовет дәүерендә дауам иткән тикшеренеүҙәр бик күп протоҡала үҙәктәре һәм нығытмалар тапты. Шуларҙан яҙма сығанаҡтарҙағы ҡалалар менән ысынында тик Саркел — Һул ярҙағы Цимлян ҡаласығы (Цимлян һыуһаҡлағысы аҫтында ҡалған) һәм Самкерц-Таматарха — Тамань ҡаласығы тиңләштерелә. Бәләнджәр һәм Сәмәндәрҙе дағстан ҡаласыҡтары менән идентификациялау бәхәсле. Баш ҡалаға, Итилгә, ҡалһа, уның эҙҙәре ысынында асыҡланмаған. Оҙаҡ ваҡыт дауамында Каспий диңгеҙенең кимәле күтәрелеү сәбәпле, баш ҡала һыу аҫтында ҡалған тигән фаразлау йәшәне[127], әммә 2008 йылда археологтар ҡулында Астрахань өлкәһендәге Самосдельский ҡаласығында, Алтын Урҙа дәүерендәге ҡала урынында Итил торған тигән фаразын раҫлаған мәғлүмәт табылды. Бындай идентификация Астрахань өлкәһендә табылған берҙән-бер монгол осорона тиклемге ҡаласыҡ тураһындағы мәғлүмәттәргә нигеҙләнә. Ҡаласыҡтың планиграфияһы Итилде яҙма һәйкәлдәрҙә тасуирлауҙарға тап килә[128].

Хазар археологияһы проблемалары иҫәбенә ҡаҙыныу мәғлүмәттәренең яҙма тарих менән тығыҙ интеграцияланыуы инә.

  1. P. B. Golden. Khazar studies: achievements and perspectives // The World of the Khazars: New Perspectives. Brill, 2007. — P. 7.
  2. Erdal M. The Khazar Language // The World of the Khazars: New Perspectives. Brill, 2007. — P. 75-107, русский перевод Эрдаль М. Хазарский язык // Хазары, сб. статей. — М., 2005. — С. 125—139; [ Хазарский язык] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. P. B. Golden An Introduction to the History of the Turkic Peoples. — Wisbaden, 1992. — P.92
  4. Пигулевская Н. В. Сирийский источник VI в. о народах Кавказа // Вестник древней истории. — № 1. — М., 1939; Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. М.,1990. — С. 32
  5. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С.182-183,186; Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М.,1990. Гл.3.3. — С. 79; Первоисточники сведений: Феофан, Никифор, ал-Белазури, Михаил Сирийский.
  6. Племя забендер упоминает византийский историк Феофилакт Симокатта (см. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 197—198).
  7. В оригинале «хоны». Упоминаются армянскими источниками до 1-й пол. VIII вв.
  8. Артамонов М. И. Очерки древнейшей истории хазар. — М.,1937. Наиболее подробное описание кампании содержится в труде Мовсеса Каланкатваци «История страны алван». Дополнительные сведения есть в византийских и грузинских источниках.
  9. Столкновение описано в «Еврейско-хазарской переписке» (письме Иосифа), византийских источниках («Летопись» Феофана;«Краткая история» Никифора) и «Армянской географии». Согласно болгарской «Апокрифической летописи» 2013 йыл 21 октябрь архивланған. XI века, Аспарух (ум. ок. 700 года) погиб в битве с хазарами на Дунае. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 240—244. ; Атанасов Г. Болгаро-хазарская граница и болгаро-хазарская враждебность с конца VII и до середины IX века. 2016 йыл 7 июль архивланған.
  10. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 330—331.
  11. В средневековом арабском, в современных персидском, турецком, азербайджанском и др. языках.
  12. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М.,1990. — C. 102. Точная дата первого арабо-хазарского столкновения не ясна, из-за противоречивых данных источников. В пользу 652/653 года свидетельствуют аль-Куфи, ал-Йакуби и Ибн ал-Асир. С ними согласуется дата 653/654 у армянского автора Себеоса. В то же время в самом раннем среди арабских источников описании Халифы ибн Хаййата называются даты 649/650 и 651/652, а у ат-Табари говорится о двух походах на Беленджер, первый из них отнесён к 642/643 году. Гараева Н. Г. К проблеме распространения ислама на территории России (анализ арабских источников) // Ислам в Среднем Поволжье: история и современность. Очерки. — Казань, 2001. — С. 6-22.
  13. Артамонов М. И. История хазар. СПб., 2001. — С. 265; Шагинян А. К. Армения и страны Южного Кавказа в условиях византийско-иранской и арабской власти. СПб., 2011. — С. 146. Основной первоисточник сведений: Гевонд «История халифов».
  14. О том, что хазары в 685/686 году успешно сразились с арабами поблизости от Мосула, сообщает Халифа ибн Хаййат. Шагинян А. К. Армения и страны Южного Кавказа в условиях византийско-иранской и арабской власти. СПб., 2011. — С.146; Гараева Н. Г. К проблеме распространения ислама на территории России (анализ арабских источников) // Ислам в Среднем Поволжье: история и современность. — Очерки. Казань, 2001. — С. 18
  15. Албания (арабское название — Арран) наряду с Арменией, Грузией (Картли) и Прикаспийскими областями входила в провинцию Арминийа в составе Северного наместничества Арабского халифата. Столица провинции находилась в городе Двин, с сер. VIII века — в Бердаа.
  16. Азарбайджан — провинция в составе Северного наместничества Арабского халифата со столицей в городе Марага. Занимала территорию совр. Иранского Азербайджана. На севере по реке Аракс граничила с провинцией Арминийа.
  17. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001.— С. 294. Наиболее подробный первоисточник — хроника ал-Куфи. Информация о кампании имеется в армянских (Мовсес Каланкатваци) и византийских (Феофан) источниках, а также в письме хазарского царя Иосифа. В последнем источнике взятие Ардебиля связывается с подвигами полководца Булана — будущего родоначальника династии беков. Согласно Халифе ибн Хаййату, генеральное сражение при Ардебиле состоялась 8 декабря 730 года.
  18. Артамонов М. И. История хазар. — СПб.,2001. — С. 304, 308—310; Калинина Т. М. Ал-Хазар и ас-сакалиба: контакты. Конфликты? // Хазары, сб. статей. — М., 2005. — С. 106—107. Лобанова-Гулак М., Тортика А. «Река славян» (Нахр-ас-Сакалиба) в системе географических реалий Восточной Европы: по данным средневековых мусульманских авторов // Іслам і Україна: роботи учасників Першого Всеукр. ім. А. Кримського конкурсу ісламознав. дослідж. молодих учених / Іслам. громад. культ. центр м. Києва. — К., 2005. — С. 155—174. 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
  19. Об обещании кагана принять ислам после поражения 737 года сообщается не во всех источниках. О каких-либо фактах, подтверждающих, что переход состоялся, в дальнейшем ничего не известно. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М., 1990. — С. 148. (гл. 4.5); Гараева H. Г. О дате принятия ислама хазарами.
  20. Dunlop D. M. The History of the Jewish Khazars. — New Jersey, 1954. P. 87. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 310—311.
  21. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М., 1990. — С. 191.; Источник сведений: Летопись Картли.
  22. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М., 1990. — С. 202
  23. Сообщение о визите кагана в Константинополь содержится в Анонимной византийской хронике
  24. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 273—280. Первоисточник сведений: «Летопись» Феофана, «Краткая история» Никифора.
  25. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 348—353; Сорочан С. Б. «Дело» епископа Иоанна Готского в связи с историей византино-хазарских отношений в Таврике // Хазарский альманах. Т.2. — К.-Харьков-М., 2004. — С. 77-98; Могаричев Ю. М., Сазанов А. В., Шапошников А. К. Житие Иоанна Готского в контексте истории Крыма «хазарского периода». — Симферополь, 2007.
  26. Тортика А. А. Боспор Киммерийский в хазарское время: по данным арабо-персидских и хазаро-еврейских авторов // Боспор Киммерийский и варварский мир в период античности и средневековья. (Материалы IV Боспорских чтений) Керчь, 2003.; Плетнева С. А. Хазары. — М., 1976. — С. 68. 2009 йыл 29 апрель архивланған.
  27. Аҡбулатов И. М., Ильясов Б. С. Гардизи // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  28. https://proufu.ru/news/culture/71358 uchenye_bashkirii_vyyasnili_pochemu_bashkiry_prinyali_islam_i_kto_yavlyaetsya_ikh_prorokom/
  29. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 362.
  30. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 364. Рассказ о деятельности и обращении Булана содержится в письме Иосифа. См. Коковцов П. К. Еврейско-хазарская переписка. Иегуда Галеви яҙмаһында күрһәтелгәндән төгәл датаны билдәләп була. См. Иегуда Галеви. Кузаре. — М.-Иерусалим, 1990.— С. 47.
  31. Первые сведения о существовании в Хазарии двух правителей сообщают: ат-Таннукси и ат-Тартуси в связи с голодом в Итиле в правление халифа Мамуна (между 813 и 833), Константин Багрянородный, в связи со строительством Саркела (830-е) и косвенно Ибн Хордадбех, в связи с посещением Хазарии экспедицией Саллама Таджудина (между 842 и 844).
  32. Еврейско-хазарская переписка; каварҙар тураһында ҡарағыҙ. Константин Багрянородный. Об управлении империей, гл.40. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 375—385.
  33. В историографии существуют диаметрально противоположные мнения относительно характера хазаро-венгерских отношений в IX веке. Основным источником является трактат Константина Багрянородного «Об управлении Империей», гл.38, в котором эти отношения выглядят скорее как союзные при главенстве хазар. В пользу того, что хазары сохраняли контроль над степями, говорят данные Русской летописи, согласно которой дань со славян взималась хазарами, а венгры упоминаются только один раз в связи с осадой Киева во время своего переселения в Паннонию. Упоминание, что некогда хазары опасались венгров и «окапывались рвами» против них, имеется в арабских источниках (Ибн Русте).
  34. Гардизи. Извлечение из «Зайн ал-ахбар» (пер. В. В. Бартольда); Мас’уди о Кавказе // Минорский В. Ф. История Ширвана и Дербенда X—XI вв. — М., 1963.
  35. Бертинские анналы; Комментарий см. Новосельцев А. П. К вопросу об одном из древнейших титулов русского князя // История СССР. — 1982. — № 4; Цукерман К. Два этапа формирования Древнерусского государства. Людовик IIнең византий императорына (871 йыл) яҙған хатында һәм «рустар утрауы» тураһындағы ғәрәп хәбәрҙәре циклында (Ибн Русте һ.б.) ошо титул телгә алынған
  36. Повесть временных лет. Летописные даты приблизительны.
  37. Константин Багрянородный Об управлении Империей, гл.42. 2011 йыл 13 ноябрь архивланған. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 402—403. Точную дату строительства источники не называют, она приходится на период между 834 и 837 гг. Строительными работами руководил присланный из Константинополя спафарокандидат Петрона Каматир. Никифоров М. А. К дискуссии о дате учреждения византийской фемы в Таврике // // МАИЭТ. 2009. Вып. XV. — С. 550—560.
  38. Афанасьев Г. Е. Где же археологические свидетельства существования Хазарского государства? // Российская археология. — 2001. — № 2. — С. 48.
  39. Об обращении санарийцев к трём владетелям: сахибу ар-Рум (византийский император), сахибу ал-хазар (владыка хазар) и сахибу ас-сакалиба (владыка славян) — сообщает ал-Йакуби под 853/854 годом.
  40. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 443—450.
  41. Анонимное хазарское послание Хасдаю ибн Шапруту (Кембриджский аноним).
  42. Коновалова И. Г. Походы русов на Каспий и русско-хазарские отношения // Восточная Европа в исторической ретроспективе. М., 1999. Первоисточник сведений: ал-Масуди «Мурудж аззахаб ва ма’адин ал-джавахир»
  43. Именно так город именуется в хазарских источниках. Более известно его византийское название — Таматарха и древнерусское — Тмутаракань.
  44. Цукерман К. Русь, Византия и Хазария в середине X века: проблемы хронологии // Славяне и их соседи. Вып. 6. — М., 1996. — С. 68-80; Первоисточник сведений: Письмо анонимного хазарского еврея (Кембриджский документ).
  45. Коновалова И. Г. Походы русов на Каспий и русско-хазарские отношения // Восточная Европа в исторической ретроспективе. — М., 1999. Основной первоисточник сведений: Ибн Мискавейх
  46. Минорский В. Ф. История Ширвана и Дербенда. М.,1963.
  47. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 591.
  48. Минорский В. Ф. История Ширвана и Дербенда. — М.,1963. — С. 133—137. Первоисточник сведений: ал-Масуди. Выражение «каган гор» по отношению к правителю Сарира в IX веке употребляет ал-Белазури.
  49. Ковалевский А. П. Книга Ахмеда ибн Фадлана о его путешествии на Волгу в 921—922 гг. — Харьков, 1956. Руководителем посольства был Сусан ар-Раси, Ибн Фадлан выполнял функции секретаря.
  50. В «Повести временных лет» говорится о сражении Святослава с хазарским войском и взятии Белой Вежи (Саркела) в 965 году, а у Ибн Хаукаля — о разорении русами Итиля и Семендера в 358 году хиджры (соответствует 25 ноября 968 — 13 ноября 969). У других арабских авторов (Ибн Мискавейх, Ибн ал-Асир) есть упоминание о нападении на Хазарию в 965 году неких «тюрков». Более вероятно, что этим этнонимом обозначены огузы, а не печенеги, так как у последних отношения с Русью были враждебными. Несовпадение дат, а также расплывчатость географического описания в ПВЛ, позволяют обосновать как то, что имел место один поход 965 года, так и то, что их было два. Последняя точка зрения традиционно пользуется популярностью среди востоковедов. См. Калинина Т. М. Древняя Русь и страны Востока в X веке. Автореф. канд. диссертации. — М., 1976; Коновалова И. Г. Падение Хазарии в исторической памяти разных народов // Древнейшие государства Восточной Европы, 2001 г. — М., 2003. 2014 йыл 14 июль архивланған. Существует точка зрения, что описание «Повести временных лет» не противоречит описанию Ибн Хаукаля и тоже подразумевает, что Святослав достиг центральной Хазарии, поскольку в Лаврентьевском списке ПВЛ сообщение о взятии Саркела (Белой Вежи) приводится в форме «град их и Белу Вежу взя». Слово «град» в данном контексте может быть переведено как «столица» и, таким образом, может означать Итиль. См. Петрухин В. Я. Русь и Хазария: к оценке исторических взаимосвязей // Хазары, сб. статей. — М., 2005. — С. 89, 94. О времени завоевания Русью Тмутаракани в источниках сведений нет. Считается, что оно произошло или во время похода Святослава, или во время корсунского похода Владимира.
  51. 51,0 51,1 Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. М., 1990. — С. 230.
  52. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М., 1990. — С. 225—230.
  53. Память и Похвала князю русскому Владимиру
  54. Повесть временных лет
  55. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. М., 1990. — С. 231.
  56. Описание города оставил проживший в нём около 20 лет испано-арабский путешественник Абу Хамид ал-Гарнати. См. Путешествие Абу Хамида ал-Гарнати в Восточную и Центральную Европу (1131—1153 гг.) / Публ. О. Г. Большакова, А. Л. Монгайта. — М., 1971. — С. 27.
  57. Минорский В. Ф. История Ширвана и Дербенда X—XI вв. — М., 1963. — С. 75.; Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М.,1990. — С. 231.
  58. Dunlop D. M. The History of the Jewish Khazars. — New Jersey, 1954. P. 261—263. Бейдер А. Язык евреев Восточной Европы: существует ли хазарский след? // Хазары: Миф и история. — М. — Иерусалим, 2010, — С. 366.
  59. Крадин Н. Н. Кочевники, мир-империи и социальная эволюция // Альтернативные пути к цивилизации: Кол. монография / Под ред. Н. Н. Крадина, А. В. Коротаева, Д. М. Бондаренко, В. А. Лынши. — М., 2000.
  60. В исочниках нет сведений о порядке престолонаследия в Хазарии VII—VIII вв. Однако о том, что у хазар существовал обычай передачи власти как от отца к сыну, так и от брата к брату сообщается в болгарском источнике X века — Шестодневе Иоанна Экзарха.
  61. Прямых доказательств этого нет. См. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М., 1990. — С. 89; Голден П. Государство и государственность у хазар// Феномен восточного деспотизма. Структура управления и власти. — М., 1993. — С. 218, 223. Мнение об обратном базируется на гипотетическом прочтении фразы из «Худуд-ал-алам» о том, что цари хазар являются «потомками ансы». Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 240, 383. Большинство современных исследователей полагает, что здесь подразумеваются не каганы, а цари-заместители и слово «анса» является искажением титула шад.
  62. Заходер Б. Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе. Горган и Поволжье в IX—X вв. — М., 1962. — С. 166; Первоисточник сведений: ал-Истахри.
  63. Заходер Б. Н. Каспийский свод сведений и Восточной Европе. Горган и Поволжье в IX—X вв. — М., 1962. Горган и Поволжье в IX—X вв. — М., 1962. С. 212. Ритуалы подробно описаны арабскими географами классической школы (ал-Истахри, Ибн Хаукаль), а также ал-Масуди и Ибн Фадланом.
  64. IX быуатта, сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, шулай уҡ тағы бер хазар титулы — шад һүҙе ҡулланылған. X быуатҡа ул ҡулланылыштан сыҡҡан. X быуатта бәк, моғайын, носил икеләтә титул, ул да (кесе) ҡаған тип аталып йөрөтөлгән. Был турала Ибн Фадлан яҙған, әммә был башҡа синхрон сығанаҡтарға ҡаршы килә.
  65. Царь Иосиф сообщает Хасдаю ибн Шафруту, что «только сын садится на престол своего отца». Коковцов П. К. Еврейско-хазарская переписка в X веке. — Л., 1932.
  66. Ибн Фадлан, ал-Масуди.
  67. Сакральный правитель венгров носил хазарский титул кендю, а его соправитель именовался дьюлой. Golden P. The Khazar Sacral Kingship-Revisited // Journal Article in Acta Orientalia Academiae Scientiarum Hungaricae. Vol. 60 (2). P.181.
  68. О существовании заместителя у царя русов сообщают арабские авторы. Фигуры воевод при первых киевских князьях, возможно, являются отголоском этой традиции. См. Петрухин В. Я. К вопросу о сакральном статусе хазарского кагана: Традиции и реальность // Славяне и их соседи вып. 10. — М., 2001. — C.73-74. Недавно А. П. Толочко выдвинул оригинальное предположение, объясняющее эту параллель тем, что русы могли представлять своими правителями хазарских владык, так как оперировали на подконтрольной им территории. Толочко А. П. Очерки начальной Руси. К.,СПб. — С. 134—135.
  69. Калинина Т. М. Знать хазар в арабо-персидской средневековой литературе // Хазарский альманах. Вып. 4. — К., Харьков, 2005.— С. 43-56.
  70. Ковалевский А. П. Книга Ахмеда ибн Фадлана о его путешествии на Волгу в 921—922 гг. — Харьков, 1956.
  71. Накануне похода Святослава. В более раннем сообщении фигурируют беличьи шкурки. Повесть временных лет, статья 6472 (964 год) Щавелев С. П. Славянская дань Хазарии: новые материалы к интерпретации // Вопросы истории. — 2003. — № 10. — C.139-143.
  72. Артамонов М. И. История хазар. — СПб.,2001. — С. 293.
  73. Семёнов И. Г. Военная тактика хазарской армии в период войны против Арабского халифата в 706—737 годы // Материалы XVII международной ежегодной конференции по иудаике. Вып. 31. Т.2. — М., 2010. — С. 7-15.
  74. Заходер Б. Н. Каспийский свод сведений и Восточной Европе. Горган и Поволжье в IX—X вв. — М., 1962. — С. 155, 219; Бубенок О. Б., Радивилов Д. А. Народ ал-арсийа в Хазарии (из истории хазаро-хорезмских связей) // Хазарский альманах. Т.2. — М., 2004.
  75. Константин Багрянородный Об управлении Империей, гл.42 2011 йыл 13 ноябрь архивланған.
  76. Комар А. В., Сухобоков О. В. Вооружение и военное дело Хазарского каганата // Восточно-европейский археологический журнал. — № 3 март-апрель 2000.
  77. Голден П. Тюрки-хазары — гулямы на службе у халифов // Хазары, сб. статей. — М., 2005. — С.458-482.
  78. Плетнева С. А. Хазары. — М., 1976. — С.43. 2009 йыл 29 апрель архивланған.
  79. С. Плетнева. Хазары. с. 9
  80. Быков А. А. О хазарском чекане VIII—IX вв. Доклад на III Всесоюзной конференции арабистов // Труды Государственного Эрмитажа. — Л.,1971. — С. 31-32. 2013 йыл 21 апрель архивланған.
  81. Быков А. А. Из истории денежного обращения Хазарии в VIII и IX вв. // Восточные источники по истории народов Юго-Восточной и Центральной Европы. — 1974. Вып. 3. — С. 67; Фомин А. В. Подражательный дирхем "ард-ал-хазар IX в // Восточная Европа в древности и Средневековье. — М.,1978. — С.136-138.
  82. По-арабски: «Musa rasul Allah». Kevin A. Brook Are Russian Jews Descended from the Khazars?; Петрухин В. Я. Мог ли хазарский каган быть иудеем? // Материалы XVIII Международной ежегодной конференции по иудаике. Т.2. — М., 2011. — С. 69.(недоступная ссылка); Kovalev R.K. Creating Khazar Identity through Coins: the Special Issue Dirhams of 837/838 // East Central and Eastern Europe in the Early Middle Ages / Florin Curta (ed.). Ann Arbor, 2005. P. 220—251.
  83. Голден П. Б. Государство и государственность у хазар. Власть хазарских каганов // Феномен восточного деспотизма. Структура управления и власти. — М.: Наука, 1993. — С. 227.
  84. Ибн Русте, Гардизи, Димашки.
  85. Новосельцев А. П. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М.,1990. А. П. Новосельцев мәжүси йолалар боронғо скифтарҙың йолаларын хәтерләтә һәм был урындағы мәжүсилектең синкретик һыҙаттарына: төрки элементтар менән йәнәш боронғо иран һәм фин-уғыр элементтарына күрһәтә; Кляшторный С. Г. «Народ Аспаруха», гунны Кавказа и древнетюркский Олимп // Древнейшие государства Восточной Европы. 1998. — М., 2000. — С. 120—125; См. также Талашов М. В. Наследие древних тюрков в хазарии: миф или реальность // Ярославский педагогический вестник — 2004. — № 1-2 (38-39); 2014 йыл 14 июль архивланған. Первоисточник сведений: Житие епископа Исраела в составе сочинения Мовсеса Каланкатваци.
  86. Гмыря Л. Б. Обряд «вызова дождя» в стране гуннов Прикаспия в VII в. н. э. по данным армянских и арабских источников // Древнетюркский мир: история и традиции. Материалы конференции. — Казань, 2002.
  87. Похвалы в адрес Хазарии насчёт безопасности и процветания содержатся со стороны христиан в житии Або Тбилисского (кон. VIII в.)

    Когда Або увидел, что он вне опасности и насилия от сарацин, поспешил приблизиться к Христу и от рук честных пресвитеров принял крещение […] Ибо по милости Духа Святого в северной этой стране много селений и городов, которые живут беспрепятственно в вере христовой.

    (Памятники древнегрузинской агиографической литературы. — Тбилиси, 1956. С. 49.) со стороны мусульманам — у ал-Масуди (ок. 943 г.)

    В стране хазарского царя «находится много мусульманских купцов и ремесленников, которые наехали в страну хазарского царя ввиду справедливости и безопасности, [господствующих] там. У них есть соборная мечеть с минаретом, который возвышается над царским замком, а также и другие мечети со школами, в которых дети обучаются Корану».

    со стороны евреев — в Письме анонимного хазарского еврея (1-я пол. X в.)

    [наши] отцы бежали перед ними [….] потому, что были не в со[стоян]ии выносить иго идолопоклонников, и [люди Казарии] приняли их потому, что люди Казарии были сперва без Торы. […] Они породнились путём браков с жителями этой страны, смешались с язычниками, научились делам их, и всегда выходили с ними на войну; и они стали одним народом. […] Евреи начали приходить из Багдада, и Хорасана, и из земли Греции, и они укрепили людей этой земли.

  88. Хунзан — в арабских источниках упоминается как область во владениях Сарира, большинством исследователей отождествляется с Кайтагом в предгорном Дагестане. (Заходер Б. Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: Горган и Поволжье в IX—X вв. М.,1962. — С. 125). По Ибн Русте трёх вер придерживался правитель области, по Гардизи — все жители. У Гардизи название области читается как Джидан, а у Мас’уди так именуется область Семендера. Аликберов А. К. Ранние хазары (до 652/653 г.), тюрки и Хазарский каганат // Хазары: Миф и история. — М. — Иерусалим, 2010. — С. 57-58.
  89. По правую сторону от страны сериров находится область Хайзан, жители этой области придерживаются трёх вер: по пятницам они идут к мусульманам в соборную мечеть, совершают пятничный намаз и возвращаются; по субботам они [молятся с евреями, по воскресеньям] идут в церковь к христианам и совершают богослужение по их обряду. Если кто-нибудь спросит их, почему они так поступают, они отвечают: «Эти три общины несогласны между собой; каждая утверждает, что истина на её стороне; мы соглашаемся со всеми тремя; может быть, мы таким образом найдем истину». (Гардизи Извлечение из «Зайн ал-ахбар»).

    Направо от крепости проходит дорога, по которой можно выехать [из Сарира] по высоким горам и многочисленным лесам и на расстоянии двенадцати перегонов города, называемого Хайдан, царь которого зовется Адзар-Нарса. Он придерживается трёх религий: по пятницам он молится с мусульманами, по субботам — с евреями, а по воскресеньям — с христианами. Всем, кто посещает его, он объясняет, что [представители] каждой из этих религий зовут [людей] в свою веру и утверждают, что истина в ней и что всякая другая религия, кроме их собственной, несостоятельна, «поэтому я и придерживаюсь их всех, для того чтобы достигнуть истины всех религий». (Ибн Русте о Дагестане // Минорский В. Ф. История Ширвана и Дербенда X—XI вв. — М., 1963)

    По сведениям Мас’уди, ещё одним владением в Дагестане, где жили представители трёх вер, был Зарикаран.

    Затем в сторону Сарира и гор — владение Зарика-ран (Зирих-Гаран), что означает «Мастера кольчуг», потому что большинство из них делает кольчуги, стремена, уздечки, мечи и другие роды оружия из железа. Они исповедуют различные религии: ислам, христианство и иудейство. Их страна (балад) гористая, и это защищает их от соседей. (Мас’уди о Кавказе // Минорский В. Ф. История Ширвана и Дербенда X—XI вв. — М., 1963)

  90. Магомедов М. Г. Образование Хазарского каганата: По материалам археологических исследований и письменным данным.- М., 1983. — C.150.
  91. По данным Каланкатваци, посольство отправилось в 62-й год хиджры 18 мехекана (22 декабря 681) и прибыло в столицу «гуннов» —Варачан накануне Великого поста (11 февраля). См. Мовсес Каланкатуаци. История страны Алуанк. — Ереван. Матенадаран. 1984. Кн. II, глава XXXIX и прим.151 (предложение исправить год посольства на 684/685 не является общепринятым).
  92. Виноградов А. Ю., Комар А. В. Две «хазарские» надписи из Юго-Западного Крыма // Российская археология. М., 2005. — № 3. — С. 128—132; Виноградов А. Ю., Комар А. В. Строительная надпись хагана и тудуна из Горного Крыма. Republicatio et reconsideration // Хазары: Миф и история. — М. —Иерусалим, 2010. — С. 90-112.
  93. Заходер Б. Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: Горган и Поволжье в IX—X вв. — М., 1962. — С. 179.
  94. Точно не ясно, когда именно она возникла и как долго существовала (время по-разному определяется исследователями в интервале от сер. VIII до кон. IX века). Митрополия именовалась «Готской» и состояла из семи епархий: хоциров (близ Фулл), Астеля (Итиля), Хвалиса (Хорезм?), оногуров, Ретега, гуннов и Таматархи. Артамонов М. И. История хазар. — СПб., 2001. — С. 353; Иванов С. А. Миссия восточнохристианской церкви к славянам и кочевникам: эволюция методов // Славяне и их соседи вып. 10 . — М., 2001. — C.30-31.
  95. Это был один из последователей св. Стефана Нового, сосланный в Херсон и приговорённый к смертной казни за поддержку иконопочитателей. Упоминается в житии Стефана Нового. Романчук А. И. К вопросу о положении Херсонеса в «тёмные» века // АДСВ. — 1972. — С. 45.
  96. Иванов С. А. Миссия восточнохристианской церкви к славянам и кочевникам: эволюция методов // Славяне и их соседи вып. 10 . — М., 2001. — C. 29.
  97. Ал-Белазури называет этих хазар «мирными». Их привёл арабский полководец Буга Старший, ходивший походом на Хазарию. Из источников не ясно, было ли они пленными или переселились добровольно.
  98. Анонимное хазарское послание Хасдаю ибн Шапруту (Кембриджский Аноним); Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. М.,1990. — С. 152.
  99. Существует четыре версии рассказа о хазарском «выборе веры», в каждом из которых обстоятельства полемики и причина предпочтения хазарами иудаизма описываются различно. Хазарская версия представлена в Письме царя Иосифа, еврейская — в Кембриджском Анониме, мусульманская — у испано-арабского писателя XI в. ал-Бакри, христианская — в житии св. Кирилла. Некоторые достоверные сведения имеются также у Иегуды Галеви.
  100. Обзоры существующих источников в новейшей литературе см. Круглый стол: Хазары — дискуссионные вопросы // Материалы XVIII международной ежегодной конференции по иудаике. Т.2. — М., 2011.
  101. Шнирельман В. А. Подарок судьбы или божье наказание (О двух подходах к хазарской проблеме в русской историографии) // Еврейска iстория та культура в краiнах Центральной та Схiдной Европi. Киiв, 1998;Михеев В. К., Тортика А. А. Евреи и иудаизм в Хазарском каганате: к вопросу о формулировке современной научной концепции хазарской истории // Хазары, сб. статей. — М.-Иерусалим, 2005. — С. 181.
  102. Итак ясно, что ложное учение Иисуса в Риме, Моисея у хазар и Мани в Туркестане отняло у них силу и мужество, которыми они некогда обладали, и привело их в состояние слабости и упадка перед своими соперниками.

    Цит. по: K. A. Brook. The Jews of Khazaria. 2nd ed. Rowman & Littlefield Publishers, Inc, 2006. — P.111

  103. См. например Флерова В. Е. Образы и сюжеты мифологии Хазарии. М. — Иерусалим, 2001. С. 22-23; Флёров В. С., Флёрова В. Е. Иудаизм в степной и лесостепной Хазарии: проблема идентификации археологических источников // Хазары, сб. статей. — М.—Иерусалим, 2005. — С. 200; Плетнева С. А. Очерки хазарской археологии. — М.-Иерусалим, 2000. — С. 217; Петрухин В., Флёров В. Иудаизм в Хазарии по данным археологии // История еврейского народа в России. От древности до раннего Нового времени. Том 1 — М.: Мосты культуры/Гешарим, 2010. — С. 149—161.
  104. Упоминается у Михаила Сирийского, в «Еврейско-хазарской переписке» и в книге Иосиппон.
  105. Упоминается в уйгурских надписях на Терхинской и Тэсинской стелах. Кляшторный С. Г. Азиатский аспект ранней истории хазар // Хазары, сб. статей. — М., 2005. — С. 259—264.
  106. Упоминается в византийских, армянских и грузинских источниках. В форме «Джебукаган» у Мовсеса Каланкатваци, в форме «Зиевил» у Феофана, в форме «Тчепетух» у Себеоса.
  107. Упоминается без имени Феофаном и Никифором. Назван по имени в Анонимной византийской хронике.
  108. Упоминается по имени в арабских источниках (Бал’ами, аль-Куфи, Халифа ибн Хаййат, Дербент-наме), а также без имени у ат-Табари, ал-Йакуби, Феофана и Мовсеса Каланкатваци. По одним данным (Йакуби), он убит Саидом ал-Хараши во время битвы в Муганской степи в конце декабря 730 года, по другим (Табари) — погиб в сражении на территории Хазарии в начале 731 года. Семёнов И. Г. Эпизоды биографии хазарского принца Барсбека // Материалы XV ежегодной международной междисциплинарной конференции по иудаике. Ч. 2. — М., 2008. — С. 282—297.
  109. Упоминается Левондом.
  110. Из сопоставления с арабскими источниками следует, что он начал править в 731 году. Назван по имени в армянской редакции Жития Стефана Сурожского. Она же источник сведений о деятельности после брака 732 г. (см. Иванов С. А. Древнеармянское Житие Стефана Сурожского и хазары // сб. статей. — М., 2005. — С. 313—315). Упоминается без имени Феофаном и Никифором. Ряд сведений о его биографии в 730-е гг. можно почерпнуть из арабских источников.
  111. Назван по имени аль-Куфи.
  112. Упоминается в Житии Кирилла и связанных памятниках. Назван по имени в краткой редакции Жития. Если доверять источнику, в этот период каганы ещё играли активную роль в управлении.
  113. Виноградов А. Ю., Комар А. В. Две «хазарские» надписи из Юго-Западного Крыма // Российская археология. — М., 2005. — № 3. — С. 128—132
  114. О приблизительных датировках правления Вениамина, Аарона II и Иосифа см. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М., 1990. — С. 194—196., Голб Н., Прицак. О. Хазаро-еврейские документы X века. —М. — Иерусалим, 2003. — С. 159 и сл.; Расчёт для всего списка: Артамонов М. И. История хазар. — С. 382. Готье Ю. В. Железный век в Восточной Европе. — М., 1930. — С. 81; Толстов С. П. Новогодний праздник Каландас у хорезмийских христиан // Советская этнография. — 1946. — № 2. — С. 99; Скептический взгляд на список: Цукерман К. Про дату навернення хозар до іудаїзму й хронологію князювання Олега та Ігоря // Ruthenica. — Т. ІІ. — К., 2003. — № 2.
  115. Минорский В. Ф. История Ширвана и Дербенда X—XI вв. — М., 1963. — С.143.
  116. Бейлис В. М. Арабские авторы IX — 1-й половины Х в. о государственности и племенном строе народов Европы // Древнейшие государства на территории СССР, 1985. — М., 1986. — С. 140.
  117. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М., 1990. — С. 194—196.
  118. О существовании хазарских книг упоминается в письме Иосифа и у Иегуды Галеви. Арабский учёный ан-Надим отмечал, что хазары пользовались еврейским письмом.
  119. Мохаммад Салмаси-Заде. Хазары в исламских исторических источниках.; Калинина Т. М. Страна Хазария, какой она представляется по арабо-персидским источникам. 2014 йыл 28 август архивланған.
  120. Кизилов М. Топоним «Хазария» в источниках позднесредневекового и раннего нового времени (об инерционности исторического мышления) // Хазары: Миф и история. — М. — Иерусалим, 2010. — С. 307—315.
  121. Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М., 1990. — С. 31.
  122. Самый ранний из известных списков обнаружен в рукописи XIV века и имеет южнославянское происхождение. Турилов А. А. Дечанский отрывок «Повести о царе казарине»: к истории византийско-хазарского сюжета на хазарской почве // Хазары: Миф и история. — М. — Иерусалим, 2010; Пример списка: ПСРЛ. Т.43. Новгородская летопись по списку П. П. Дубровского. — М., 2004. С. 289—290.
  123. Рашковский Б. Е. К вопросу об отношении к Хазарии в еврейских источниках X века // Материалы XVIII Международной ежегодной конференции по иудаике. Т.2. — М., 2011.
  124. Рашковский Б. Е. Хазария и хазары в библейских комментариях Саадьи Гаона (882—942) // Хазары: Миф и история. — М. — Иерусалим, 2010. — С. 78.
  125. Плетнева С. А. Очерки хазарской археологии. — М. — Иерусалим, 2000. — С. 12.
  126. Археологи часто называют его «болгарским», имея в виду характерный бракихранный антропологический тип. См. Афанасьев Г. Е. Где же археологические свидетельства существования Хазарского каганата? // Российская археология 2001. — № 2. — С. 43-55.
  127. Гумилёв Л. Н. Хазария и Каспий // Вестник Ленинградского ун-та. — 1964. — № 6. вып. I. — С. 83-95.
  128. Интервью агентства РИА Новости с руководителем раскопок на Самосдельском городище Э. Зиливинской, с. н. с. Института этнологии и антропологии РАН.