Эстәлеккә күсергә

Хачапури (ризыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хачапури битенән йүнәлтелде)
Грузин (имеретин) хачапури
Аджар хачапури
Хачапури

Ашамлыҡтар

Авторы
Тыуған иле

 Грузия

Компоненттар
Төп

Сыр, эремсек, борос, йомортҡа

Викимилектә медиафайлдар Хачапури

Хачапуригруз. ხაჭაპური, рус. Хачапури [xɑtʃʼɑpuri] ) — грузин аш-һыуы, грузин милли ҡамыр ризығы[1][2]. Йәймә менән сырҙан эшләнә.

  • Ҡырғыс аша үткәргәс, бөтәһен бергә бутарға. Бер өлөш йәймәне дүрт киҫәккә бүлергә. Эслекте һалып, йәймәнең ситтәренән ябып, туҡылған йомортҡа менән бөрөштөрөргә, ҡалғанын өҫ яғына һыларға. 160 градуслы мейескә ҡуйып, 10 — 15 минут бешерергә.

Был атама ხაჭო [xɑtʃʼɔ] — «эремсек»[3], һәм პური [puri] — «икмәк» һүәҙенән тора. Әммә ҡайһы саҡта ит йәки быҡтырылған балыҡ менән яһалғандарын да « хачапури» тип атайҙар, был дөрөҫ түгел.

Хачапуринан тыш Грузияла шулай уҡ лобиани (ლობიანი; фасоль менән яҫы бәлештәр), кубдари (კუბდარი; ит бәлештәренә оҡшаш) бар. Хачапуриға яҡын ризыҡтар — балҡар-ҡарасай хычина (картуфлы-итле, йәки сыр эслек менән бөйөрөктәр).

2010 йылда Грузияның интеллектуаль милек милли үҙәге «хачапури» сауҙа атамаһын һаҡлау буйынса закон проекты эшләй[4]. Грузия властары 2011 йылдың сентябрендә хачапури һәм бер нисә милли ашамлыҡҡа патент ала[5].

Хачапури ашамлығын әҙерләү буйынса дөйөм рецепт юҡ — мегрель, имеретин һ . б. ысулдары бар.  Уның төрҙәре: гурия (чебурек кеүек); имеретин — түңәрәк; мегрел — түңәрәк, өҫтән сыр менән ҡаплана (сулугуни); аджар хачапуриһы кәмә формаһында йомортҡа һылап бешерелә. Рача хачапуриһы — түңәрәк, фасоль эслек менән рача беконы ҡушып бешерелә.

Эслектең классик варианты — имеретин сыры (чкинти-квели). Киң таралған фекергә ҡарамаҫтан эслеккә сулугуни  һалынмай.

Традицион ҡамыр төрҙәренең береһе сүпрәһеҙ «сөсө ҡамыр»: сүпрәне мацони әсе һөт алыштыра  (кефир, ойотҡан, әсе ҡаймаҡ ярамай). Һуңғы ваҡытта яңылыҡтар буйынса хачапури өсөн сүпрәле һәм сөсө ҡамыр ҙа ҡулланыла.

Әгәр мацони ҡулланыла, йәки мейестә бешерелһә, шулай уҡ ҡамыр әсеткеһе йә ҡатлаулы сөсө ҡамыр булһа, бәлеш табала ҡыҙҙырыла.