Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы
Шәйехзада Бабич | |
Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Әсән ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
сәйәси эшмәкәр, шағир |
Атаһы |
Мөхәмәтзакир |
Әсәһе |
Сажиҙәбанат |
Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Викимилектә | |
Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы (2 ғинуар 1895 йыл — 28 март 1919 йыл) — шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (1917—1919) ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичев 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған.
Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир — Ҡаңлы улусының аҫаба башҡорто, Бабичевтар[3] менән 1852 йылда Ҡаңлы улусының Көйөк түбәһендә нигеҙләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан 1887 йылда Әсән ауылының икенсе мәхәлләһенең имам хатибы булараҡ күсерелә. Шәйехзаданың әсәһе — Сажиҙәбанат хәҙрәт Мөхәмәтһаҙый Шиһабетдиновтың ҡыҙы булған[4]. Бабичевтар шәжәрәһе артабанғыса булған: Бабич (1688—1749) → Мөхтәр (1742—1822) → яу есаулы Ишбулды (1778—1814) → указлы мулла Ғилуан (Ғәлийән) (1811—?) → Мөхәмәтзакир (1847—1922) → Шәйехзада (1895—1919)[5]. Ҡайһы бер документтарҙа Бабич үҙенең сығышын «Ҡаңлы башҡорто» тип яҙа, ә «Башҡорт» гәзитендәге мәҡәләһендә — «Ҡаңлы балаһы» тип ҡултамға ҡуя[6][7]. Шағирҙың ижадында ла уның башҡортлоғо асыҡ сағылыш таба[4].
Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең указлы муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың мәҙрәсәһендә ала.
1910—1911 йылдарҙа Ҡаҙағстанда Кустанай яҡтарындағы Дүсәнбай ауылында ҡаҙаҡ балаларын уҡыта[8].
Шәйехзада Бабич 1911—1916 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтселәре уҡытҡан мәҙрәсәлә ул әҙиптәр, артистар, буласаҡ журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашып йәшәй. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ» һәм «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә.
1916 йылда «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағас, артабан бер йыл дауамында Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында өсөнсө мәсет янындағы мәҙрәсәлә уҡытыу эше менән шөғөлләнә, «Аҡмулла» журналын сығарыуҙа ҡатнаша. Һуңынан Ырымбур ҡалаһында «Ҡармаҡ» сатирик журналында эшләй.
1917 йылда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарына делегат була. 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә үҙған Икенсе Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт мәркәз шураһы составына ағза итеп һайлана[9], һәм шураның секретары булараҡ мөһим фармандарҙы, шул иҫәптән Башҡортостан милли-территориаль автономияһын ойоштороу тураһындағы 2-се һанлы фарманды, төҙөүҙә ҡатнаша[10].
III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында, 1917 йылдың 18 декабрендә, Шәйехзада Бабич инициативаһы менән демократик башҡорт йәштәренең «Тулҡын» мәҙәни-ағартыу һәм әҙәби берекмәһе ойошторола[11]. Шағир был йәштәр ойошмаһының декларацияһын төҙөүҙә һәм уға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша, Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәре союзының рәйесе итеп һайлана[12]. Һуңыраҡ Шәйехзада Бабич «Нуктаһыҙ» сатирик журналын баҫтырыуҙы ойоштора[6].
1918 йылдың 1 сентябрендә башҡорт йәштәре конференцияһында «Тулҡын» ойошмаһының рәйесе итеп Г. Ҡарамышев, уның урынбаҫары булып Ш. Бабич, секретарь итеп Х. Ғәбитов һайлана. Конференцияла ойошманың нәшриәте янында «Ҡурай» әҙәби журналының асылыуы тураһында ҡарарға киләләр[13].
1919 йылдың 21 февралендә уҙған I Бөтә башҡорт хәрби съезының секретары була. 1919 йылдың 25 февралендә Башревкомдың матбуғат бүлеге хеҙмәткәре итеп тәғәйенләнә[6].
1919 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Йылайыр ауылында, типографияны күсереү эштәре менән шөғөлләнгәндә, шағир Ғәбделхәй Иркәбаев менән берлектә 1-се Смоленск уҡсылар полкының ҡыҙыл армеецтары тарафынан үлтерелә. Был фажиғә Башҡорт армияһы Ҡыҙылдар яғына күскән осорҙа булған бутаусылыҡ һәм большевистик террор арҡаһында барлыҡҡа килә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйехзада Бабичтың 1912 йылда төҙөлгән шиғри ҡулъяҙма йыйынтығы һаҡланып ҡалған[8]. Уның тәүге баҫмалары 1913 йылда «Шура» һәм «Аҡмулла» журналдары биттәрендә Бәбәйчуб, Сытырман, Шөпшә псевдонимдары аҫтында баҫылып сыға.
1914 йылда яҙылған «Халҡым өсөн» шиғыры шағирҙың үҙәк әҫәрҙәренең береһе булып тора. Р. Т. Бикбаев буйынса халыҡ Бабичтың ғүмер буйы табынасаҡ оло мөхәббәтенә әүерелә[8].
1916 йылда Бабич төрки телендә баҫылып сыҡҡан «Тормош» гәзите редакцияһына үҙенең «Көтәм» тигән шиғырын алып килә һәм нисек башҡорт телендә яҙылған шулай баҫтырыуҙы һорай, гәзит мөхәррире быны хупламай һәм үҙгәртеп баҫтырырға тәҡдим итә, әммә шағир үҙ һүҙендә ҡала[14]. «Көтәм» шиғырында шағирҙың туған халҡына мөхәббәте, уның киләсәгенә бағлаған өмөттәре һәр юлында күренә[8].
1918 йылда Бабичтың үҙе иҫән сағында сыҡҡан берҙән‑бер баҫмаһы — «Йәш Башҡортостан» китабы нәшер ителә. Был китаптағы шиғырҙар һәм поэмалар, шағирҙың башҡа күп кенә әҫәрҙәре һымаҡ, Башҡортостан автономияһын ойоштороуға бәйле ваҡиғаларға арналған, милли‑патриотик рух менән һуғарылған. 1919 йылда донъя күргән «Башҡорт халҡына көйлө хитап» шиғыры Башҡорт милли хәрәкәтенең асылын аңлата[15].
Шәйехзада Бабич шиғырҙарының үҙенсәлеге — мотлаҡ рәүештә биш ижекле юл ҡулланылған дүрт юллыҡ шиғыр. Һуңыраҡ шиғри әҫәрҙең бындай ритмик төҙөлөшө «Бабич строфаһы» тип атала, һәм уны башҡорт шиғриәтендә Мәжит Ғафури, Хәким Ғиләжев, Хәниф Кәрим, Хәй Мөхәмәтйәров һәм тағы ҡайһы берҙәр уңышлы ҡуллана[15].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәш Башҡортостан. — Ырымбур, 1918. (онлайн версияһы(недоступная ссылка))
- Бабич шиғырҙары. — М.: Центральное издательство народов СССР, 1925. (онлайн версияһы(недоступная ссылка))
- Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1958.
- Шиғырҙар, поэмалар, эпиграммалар. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1985. — 400 б.
- Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар. — Өфө, 1994.
- Весенняя песнь: поэзия, проза. — Уфа, 1995.
- Халҡым өсөн. — Өфө, 2005.
- Весенняя песнь. — Уфа: Китап, 2015.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1919 йылдың 30 октябрендә Башревком Бабич исемендәге китапхана асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1921 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бабич исемендәге балалар йорто асыла[6].
- 1920-се йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите редакцияһы аҙнаһына ике тапҡыр «Бабич» әҙәби, сәйәси-йәмәғәт, сатирик журналын баҫтырып сығарған[16]. Шул уҡ йылдарҙа Силәбе милли китапханаһына Шәйехзада Бабич исеме бирелгән[17].
- 1995 йылда шағирҙың тыуған яғында — Дүртөйлө районы Әсән ауылында Шәйехзада Бабич музейы асылған, бында 500-гә яҡын һаҡлау берәмеге һаҡлана[18].
- Дүртөйлө районы Әсән ауылы урта мәктәбенә һәм Йылайыр районы Йылайыр ауылы башҡорт гимназияһына Шәйехзада Бабич исеме бирелгән.
- Әсәндә, Йылайырҙа, Сибайҙа һәм Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында[19] шағирға бюст ҡуйылған.
- «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә һәм Йылайырҙа шағир һәләк булған ерҙә урынлашҡан бинаға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Баймаҡ, Бөрө, Дүртөйлө, Нефтекама ҡалаларында һәм Башҡортостандың ҡайһы бер башҡа торама пункттарындағы урамдар Шайехзада Бабич исемен йөрөтә.
- 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарары менән Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы булдырылған.
- Шәйехзада Бабичтың ижады һәм тормошо хаҡында тулы метрлы «Бабич» нәфис фильмы төшөрөлөп[20], 2017 йылдың апреленда прокатҡа сыҡты (режиссеры — Булат Йосопов)[21].
- 2019 йылдың июнендә Өфөлә башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды[22].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы
- ↑ 1813 йылда кенәз У. Ю. Дашков (Дашкин) һүҙҙәре буйынса элгәре был фамилияны «Бабисе(о)в» тип яҙғандар: «ныне в Бирском уезде живущий в д. Тартышевой на Дуванейской земле из числа отписной Кальнинской (Канлинской) земли лесными угодьями пользуется башкирец Мухтар Бабисев»
- ↑ 4,0 4,1 Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 185. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 411. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Салихов А. Г. Участие Шайхзады Бабича в Башкирском национальном движении и начало изучения его творческого наследия.// Шайхзада Бабич — выдающийся башкирский поэт и общественно-политический деятель: материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием), посвященной 120-летию со дня рождения Ш. М. Бабича (г. Уфа, 27 февраля 2015 г.) / отв. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2015. — С. 26—37. — 174 с. — ISBN 978-5-7477-3780-8.
- ↑ История башкирских родов. Канглы. Том 5. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, А. М. Зайнуллин, И. Р. Саитбатталов, В. И. Муратова, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — С. 61. — 560 с. — ISBN 978-5-85051-625-3. (рус.)
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Бикбаев Р. Т. Ҡанатлы Бабич // Ватандаш : журнал. — 2005. — № 1. — С. 123—140. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Этнополитическая мозаика Башкортостана. Очерки. Документы. Хроника. Том II. Башкирское национальное движение./Ред. М. Н. Губогло. ЦИМО. — М., 1992. — С. 74.
- ↑ А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 67—69. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2009. — Т. V. — С. 133. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
- ↑ Масалимов Р. Н. «Тулкын», всебашкирский союз молодёжи // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- ↑ Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): документы и материалы: в 4-х т. / авт.-сост. Б. Х. Юлдашбаев. Т. 2. Ч. II. — Уфа: Китап, 2002. — С. 401.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 185—186
- ↑ 15,0 15,1 Бикбаев Р. Т. / Бабич (Бабичев) Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Бабич», журнал // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Муртазин К. Челябинской национальной библиотеке — 100 лет // Ватандаш : журнал. — 2007. — № 2. — ISSN 1683-3554. (рус.)
- ↑ Шәрипова А. В. Шәйехзада Бабич музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2016, 5 август 2016 йыл 15 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 август 2016)
- ↑ Нафиҡова Ләйсән. Үҙ халҡының һөйөклө улы // Киске Өфө. — 2016. — № 271.
- ↑ Башҡортостанда «Бабич» исемле тарихи фильм прокатҡа сыға . Башинформ (10 март 2017). Дата обращения: 15 март 2017.
- ↑ Өфөлә башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 28 июнь (Тикшерелеү көнө: 28 июнь 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбаев Р. Т. Шайхзада Бабич: жизнь и творчество. — Уфа, 1995. — 304 с. (рус.)
- Бикбаев Р. Т. Шәйехзада Бабич. Тормошо hәм ижады. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1981. — 320 б.
- Кунафин Г. С. Тема демонизма в поэзии Ш. Бабича // Ватандаш : журнал. — 2003. — № 10. — ISSN 1683-3554. (рус.)
- Ризаитдин Фәхретдин, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич. / Төҙөүсеһе И. Ә. Шарапов. — Өфө : Китап, 2007.
- Харисов Ә. И. Әҙәби күренештәр. Өфө, 1963.
- Халыҡ шағиры халыҡ хәтерендә: Әҙәби тәнҡит, мәҡәләләр, докладтар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1996. — 128 б.
- Шайхзада Бабич — выдающийся башкирский поэт и общественно-политический деятель: материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием), посвященной 120-летию со дня рождения Ш. М. Бабича (г. Уфа, 27 февраля 2015 г.) / отв. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2015. — 174 с. — ISBN 978-5-7477-3780-8. (рус.)
- Шайхзада Бабич. В помощь учителю / сост., авт. вступ. ст. Г. Х. Абдрафикова (Гарипова); отв. ред. М. Х. Надергулов. — Уфа, 2007. — 76 с. (рус.)
- Шәйехзада Бабич хаҡында иҫтәлектәр. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1994. — 368 б.
- Әсфәндиәров Ә. З. Шәйехзада Бабичтың нәҫел-нәсәбе.// Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 179—192. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Викимилектә |
- Бикбаев Р. Т. 81255/ Бабич (Бабичев) Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Бикбаев Р. Т. Ҡанатлы Бабич // Ватандаш : журнал. — 2005. — № 1. — С. 123—140. — ISSN 1683-3554.
- Шәйехзада Бабич // ARAZIN SƏSI: гәзит. — 2000, 11-17 июль.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Личность в башкирской истории: Шайхзада Бабич Сценарий авторы И. Батталов, реж. Р. Моратов. «Историческая среда», «Башҡортостан» ДУП ТРК, 2010 йыл.
- YouTube сайтында Сәсән Фильмдың авторы һәм алып барыусыһы Ә. М. Сөләймәнов, режиссёры — Ә. Ә. Нурмөхәмәтов. Башҡортостан телевидениеһының «Хазина» ижад берекмәһе, 1993 йыл.
- YouTube сайтында Великий Бабич Сценарий авторы С. И. Хәмиҙуллин, режиссёры — А. Өмөтбаев. «Башҡортостан» ДУП ТРК, 2019 йыл.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дүртөйлө районында тыуғандар
- 2 ғинуарҙа тыуғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 28 мартта вафат булғандар
- 1919 йылда вафат булғандар
- Йылайырҙа вафат булғандар
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Башҡортостан шағирҙары
- Рәсәй шағирҙары
- Башҡорт шағирҙары
- XX быуат шағирҙары
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- Ғәлиә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Башҡорт мәркәз шураһы ағзалары
- Шәйехзада Бабич