Әсән (Дүртөйлө районы)
Әсән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Әсән ауыл Советы (Дүртөйлө районы)[1] |
Административ-территориаль берәмек | Әсән ауыл Советы (Дүртөйлө районы) һәм Бөрө өйәҙе |
Халыҡ һаны |
1662 кеше (2002)[2], 1661 кеше (2009)[2], 1479 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452315 |
Әсән (рус. Асяново) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1479 кеше[4]. Почта индексы — 452315, ОКАТО коды — 80224807001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1735 йылдың 24 майында Өфө провинциаль канцелярияһының указы буйынса хәҙерге Дүртөйлә районының Әсән ауылы ерҙәренә, аҫаба башҡорттар менән бергә ерҙе файҙаланыу хоҡуғы менән, типтәрҙәр (ерһеҙ башҡорттар) индерелә. Указда ауылға мишәрҙәрҙең индерелеүе тураһында ла юлдар бар. Әммә мишәрҙәр үҙҙәре: "Был ерҙәргә бер ниндәй хоҡуҡтарыбыҙ ҙа юҡ, ата-олатайҙарыббыҙҙың был ерҙәргә ҡасан килеп төпләнеүе тураһында белмәйбеҙ," — тип белдерә[5].
1795 йылда Әсән ауылында 258 типтәр йәшәй.1816 йылда 316 типтәр, тағы 70 мишәрҙең йәшәүе теркәлә. 1834 йылғы рәүиздә 476 типтәр һәм 78 мишәр иҫәпкә алына. 1920 йылдағы тәүге совет рәүизе ауылда 1590 типтәрҙең йәшәүен теркәй. 1843 йылда 94 ихатала йәшәгән 494 кешегә 500 дисәтинә һөрөнтө ер, 400 дисәтинә сабынлыҡ, 495 ат, 584 һыйыр, 260 һарыҡ, 254 кәзә тура килә[5].
Әсән ауылы бөйөк башҡорт шағиры, үҙ халҡының азатлығы өсөн йәнен аямаған көрәшсе, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (1917—1919) ағзаһы Шәйехзада Бабичтың (1895 — 1919) тыуған ауылы. Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир Бабичев — Ҡаңлы улусы Көйөк түбәһенең аҫаба башҡорто, 1852 йылда Ҡаңлы улусының Көйөк түбәһендә нигеҙләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан 1887 йылда Әсән ауылының икенсе мәхәлләһенең имам-хатибы булараҡ күсерелә. Бабичевтарҙың нәҫел шәжәрәһе лә билдәле: Бабич — Мөхтәр (1742 —1822) поход есаулы Ишбулды (1778 — 1814) — указлы мулла Ғилуан, 1812 й. т. — Мөхәмәтзакир (1847 — 1922) — Шәйехзада (1895 — 1919)[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1479 | 701 | 778 | 47,4 | 52,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбдиев Әхмәтйән Әбделғәлләм улы — табип. Башҡорттарҙан тәүге медицина докторы (1862).
- Шәйехзада Бабич (2.01.1895—28.03.1919), шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (1917—1919) ағзаһы.
- Ғилманов Ғәлимйән Хәмитйән улы (1.02.1957), яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, ғалим. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[6].
- Радик Динәхмәтов (1965), музыкант, йырсы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022—2023). Башҡортостандың халыҡ артисы (2023)[7].
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- ↑ На премию имени Габдуллы Тукая претендует уроженец Башкортостана. ИА «Башинформ», 20 марта 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
- ↑ Глава Башкирии наградил участников СВО. ИА «Башинформ», 20 ноября 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2023)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әсән (Дүртөйлө районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
- Сайт «Генеалогия и архивы» Асяново