Ян-Уве Вальднер
Ян-Уве Вальднер | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Ҡушамат | Evergreen Tree |
Тыуған көнө | 3 октябрь 1965[2] (59 йәш) |
Тыуған урыны | Стокгольм, Швеция |
Һөнәр төрө | игрок в настольный теннис |
Спорт төрө | өҫтәл теннисы |
Спорт рейтингы | 43, 11, 7, 16 һәм 43 |
Ҡатнашыусы | Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], Летние Олимпийские игры 1996[d], Летние Олимпийские игры 1988[d], table tennis at the 1992 Summer Olympics – men's singles[d] һәм table tennis at the 2000 Summer Olympics – men's singles[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 180 сантиметр |
Ян-Уве Вальднер Викимилектә |
Ян-Уве Вальднер (швед. Jan-Ove Waldner; 3 октябрь 1965 йыл) — Швецияның данлыҡлы өҫтәл теннисы уйынсыһы. Донъяның элекке беренсе ракеткаһы. Яңғыҙ разрядта олимпия чемпионы (1992). Берҙән-бер европалы — өҫтәл теннисы буйынса олимпия чемпионы. Яңғыҙ разрядта Олимпия уйындарының көмөш призёры (2000). төрлө разрядта 6 тапҡыр донъя чемпионы (1989—2000), Донъя кубогы еңеүсеһе (1990), төрлө разрядлы 11 тапҡыр Европа чемпионы, 7 тапҡыр Евро-Топ-12 еңеүсеһе. Вальднер — бар замандың да өҫтәл теннисы буйынса бөйөк уйынсыларының береһе, тип даими рәүештә танылып тора (мәҫәлән, Халыҡ-аратеннис федерацияһы уны өҫтәл теннисы буйынса XX быуаттың иң яҡшы уйынсыһы тип таный).
Вальднерҙың ҡушаматтарының береһе — «өҫтәл теннисының Моцарты».
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ян-Уве Вальднер 1965 йылдың 3 октябрендә Швецияның Стокгольм ҡалаһында тыуған. Ул замандағы күп кенә швед ғаиләләрендәге кеүек үк, әсәһе һәм атаһы эшләгән. Әсәһе һатыусы булып магазинда, ә атаһы гәзиттә график ярҙамсы булып эшләй. Өҫтәл теннисы менән Ян-Уве алты йәшенән шөғөлләнә башлай. Быларҙан тыш, Вальднер өҫтәл теннисы, футбол, ҙур теннис менән мауыға, ул шулай уҡ был спорт төрҙәрендә күп яҡтан һәләтле икәнен күрһәтә. Бәләкәй Ян-Уве, һәр спортсы кеүек, бик тиҙ үҫә. 9 йәшендә ул үҙ тиҫтерҙәре араһында Швеция чемпионы була, ә 16 йәшендә үенең беренсе автомобилен — Porsche ота, тик уның руле артына ултырыу хоҡуғын бары ике йылдан һуң ғына ала.
Юниорҙарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 йылдың 5 октябрендә, 12 йәше тулып, бер көн үткәс, Ян-Уве Швеция лигаһының өҫтәл теннисы буйынса юғары дивизионда беренсе уйынын уйнай. Бер нисә аҙнанан һуң, бәләкәй спортсы (буйы 140 см) тәүге тапҡыр өлкән спортсы менән уйнап, уны еңеүгә өлгәшә. 1979, 1980 Ян-Уве Европа чемпионаттарында кадеттарҠалып:D- араһында яңғыҙ финалдарҙа уйнай, 1980 командала чемпион була. 1980—1983 йылдарҙа Ян-Уве Европа беренселегендә юниорҙарҠалып:D- араһында яңғыҙ разрядта өс тапҡыр чемпион, өс тапҡыр — парлы разрядта, ике тапҡыр — команда разрядында һәм ике тапҡыр ҡатнаш разрядта көмөш призёр була.
Профессионалдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1982 йылда Будапештта үткән үҙенең тәүге Европа чемпионатында уҡ Вальднер геройҙарҙың береһенә әйләнә: ул ваҡытҡа донъя рейтингында 30-сы урында торған 16 йәшлек Ян-Уве, финалға илткән юлда легендар спортсылар Стеллан Бенгтссон һәм Тибор Клампарҙы уҙып, еңеү яулай. Финал уйыны ваҡытында Вальднер үҙенең тәжрибәле яҡташы Микаэль Аппельгрендан 2-1 иҫәбе менән алда була, әммә һөҙөмтәлә 2-3 иҫәбе менән еңелә. 1983 Ян-Уве беренсе тапҡыр Швеция чемпионы була, Токиолағы донъя чемпионатында сығыш яһай: бөтә индивидуаль разрядтарҙа ла Ян-Уве16 иң көслөләр араһына эләгә, ә команда разрядында көмөш миҙал ала. Ошо уҡ йылда Вальднер тәүге тапҡыр донъя кубогының финалында уйнай. 1984 йылда Братислава турнирында ул Европаның иң көслө 12 спортсыһын — ЕвроТОП −12,-лә еңә, шулай уҡ Европа чемпионатының парлы разрядында көмөш призёр була. 1987 йылда донъя чемпионатының финалында Вальднер ғәмәлдәге донъя чемпионы Цзян Цзяляндан ғына ҡалыша[3], ә Швеция йыйылма командаһы составында көмөш миҙал яулай. 1989 йылдың Дортмундта үткән киләһе донъя чемпионатында Ян-Уве Вальднерҙы тулы уңыш көтә — командала һәм яңғыҙ разрядта алтын ала. 1991 һәм 1993 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында үҙ титулын раҫлап, Швеция командаһы донъя аренаһында гегемония урынлаштыра. Донъя кубогында шәхси зачетында ла 1990 йылда шулай уҡ милли йыйылма команда составында команда зачетына еңде. 1991 йылда Вальднер яңғыҙ разрядта өсөнсө тапҡыр донъя чемпионаты финалына сыға, унда үҙенең ватандашы һәм команда буйынса иптәше Йорген Перссондан ғына ҡалыша .
1992 йылда Вальднер үҙ исемен олимпия тарихына яҙып ҡуя — яңғыҙ разрядта Барселонаның олимпия чемпионы булыуға өлгәшә (Барселона Уйындарында бөтә спорт төрҙәрендә лә Швеция йыйылма командаһы яулаған берҙән-бер алтын була). 7 матчтан торған бөтә турнир дауамында Вальднер бер генә партияла отола — сирек финалда Йорг Росскопфҡа. 1996 йылда Братиславала үткән Европа чемпионатында Вальднер шәхси, парлы һәм команда разрядтарында еңә. 1997 йылда Манчестерҙағы донъя чемпионатында Вальднер яңғыҙ разрядта турнир дауамында бер генә сетта ла еңелмәй, шуның менән рекорд ҡуя. 2000 йылда Швеция йыйылма командаһы составында дүртенсе тапҡыр донъя чемпионы була, һәм Сидней Олимпиадаһында шәхси беренселектә көмөш миҙал ала. 2004 йылғы Афина Олимпия уйындарында 38 йәшлек Ян-Уве Валднер үҙенең донъя класынын раҫлай: турнир барышында Ма Линды һәм Тимо Боллды еңә, ярымфиналда Көньяҡ Кореяның буласаҡ олимпия чемпионы Рю Сён Миндан ғына артта ҡала.
Клуб карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1971-84 GoIF Spårvägars Stockholms, (Швеция)
- 1984-87 ATSV Saarbrücken, (Германия)
- 1987-91 GoIF Spårvägars Stockholms, (Швеция)
- SK Ängby 1991-95, (Германия)
- BTK 1995-03 Kalmar, (Швеция)
- SV Weru Plüderhausen 2003-05, (Германия)
- TTC Fulda 2005-12-Maberzell, (Германия)
- 2012 — BTK Spårvägens, (Швеция)
Халыҡ-ара ярыштарҙағы һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олимпия уйындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1988 1/4 финалы (яңғыҙ разрядта)
- 1992 Алтын (яңғыҙ разрядта)
- 1996 1/8 финалы (яңғыҙ разрядта)
- 2000 Көмөш (яңғыҙ разрядта)
- 2004 дүртенсе урын (яңғыҙ разрядта)
Донъя чемпионаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1983. 1/8 финалы, яңғыҙ разрядта, Көмөш — командала.
- 1985 1/16 финалы, яңғыҙ разрядта булһа, Көмөш — командала.
- 1987 Көмөш яңғыҙ разрядта булһа, Көмөш — командала.
- 1989 Алтын яңғыҙ разрядта булып, Алтын — командала.
- 1991 Көмөш яңғыҙ разрядта булып, Алтын — командала.
- 1993 Бронза яңғыҙ разрядта булып, Алтын — командала.
- 1995. 1/8 финалы яңғыҙ разрядта, Көмөш — командала.
- 1997 Алтын яңғыҙ разрядта булһа, Көмөш — парлы разрядта.
- 1999 Бронза яңғыҙ разрядта.
- 2000 Алтын командала.
- 2001 1/8 финалы яңғыҙ разрядта, Бронза — командала.
- 2003 1/64 яңғыҙ разрядта .
- 2004 командала 4-се урын.
- 2005 яңғыҙ разрядта 1/16.
- 2006 командала 10-сы урын.
Европа Чемпионаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1982 Көмөш яңғыҙ разрядта.
- 1/8 финалы 1986 яңғыҙ разрядта булып, Алтын командаһы.
- 1988 Бронза яңғыҙ разрядта булып, Алтын командаһы.
- 1/4 финалы. 1990 яңғыҙ разрядта, Алтын командаһы.
- Яңғыҙ разрядта в 1/4 финалы 1992, Алтын командаһы.
- 1994 Көмөш яңғыҙ разрядта булһа, Көмөш командаһы.
- 1996 Алтын яңғыҙ разрядта булып, Алтын командаһы.
- 2000 Алтын командаһы.
- 2002 Алтын командаһы.
- 1/8 финалында 2004 яңғыҙ разрядта.
Башҡа ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Донъя кубогы еңеүсеһе (яңғыҙ разрядта) — 1990
- Донъя кубогы еңеүсеһе (команда разряды) — 1990
- ТОП-12 еңеүсе — 1984, 1986, 1988, 1989, 1993, 1995, 1996
- Швеция чемпионы (яңғыҙ разрядта) — 1983, 1984, 1986, 1989, 1991, 1996, 1997, 2006, 2010
- Швеция чемпионы (парлы разрядта) — 1981, 1982, 1986 1988, 1991, 1992, 1994, 1999
- 4 турнир еңеүсеһе ITTF Pro tour серияһында (1996 Югославия, Франция 1996, 1997 К, Япония 1997)
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1985 йылдың 14 мартында швед спортсыларының һүрәте менән почта маркаһы сығарыла (почта маркаһы каталогы «Михель» Nr. 1326). Марка 1985 йылда Швецияның Гатеборгында үткән өҫтәл теннисы буйынса донъя чемпионатына арнала.
- 1989 йылда Швецияның өҫтәл теннисы буйынса йыйылма командаһы (шул иҫәптән Вальднер ҙа) донъя чемпионатындағы команда турнирында еңеүе өсөн, алтын миҙал менән бүләкләнә (Svenska-Dagbladet-Goldmedaille), 1925 йылдан башлап, йыл һайын Svenska-Dagbladet гәзите тарафынан «Үткән йылда швед спорты алдындағы батырлығы өсөн» алтын миһалы менән бүләкләнә.
- 1989 йылдың 14 июлендә йыл һайын тшвед спортсыларына тапшырыла килгән Швеция кронпринцессаһы Виктория стипендияһы (инг.) баш. менән бүләкләнә.
- 1992 йылда спортсы Svenska-Dagbladet-Goldmedaille гәзитенең, Барселонаның йәйге олимпиядаһында яңғыҙ разрядта еңгәне (1992), донъя чемпионатында еңгәне өсөн (1992) алтын миҙал менән бүләкләй.
- 2004 йыл аҙағында Вальднер Пекинда «W»[4][5] тигән ресторан аса.
- 2013 йылдың көҙөндә Ян-Уве Вальднер Ҡытай почта маркаһына төшөрөлгән[6] тәүге сит ил кешеһе була.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вальднер ittf рәсми сайтында статистикаһы 2017 йыл 11 ғинуар архивланған. (инг.)(инг.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1154605248 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Jan-Ove Waldner // GeneaStar
- ↑ Өҫтәл теннисы буйынса донъя чемпионаты еңеүсеһе (шәхси ярыштар)
- ↑ Zeitschrift tischtennis, 4 2005/5 S. (нем.)(нем.)
- ↑ Jan-Ove Waldner: You in Beijing Serving (инг.)(инг.)
- ↑ Беренсе булып сит ил Вальднер ҡытай почта маркаһы