Эстәлеккә күсергә

Үркер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үркер
ҡаҙ. Үркер
Нигеҙләү датаһы 1994
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Барлыҡҡа килеү урыны Алматы
Жанр фолк-рок[d]
Тышҡы медиафайлдар

«Үркер» төркөмө (ҡаҙ. үркер — Плеяда йондоҙҙары тупланмаһы)[1] — ҡаҙаҡ поп-төркөмө, 1994 йылда нигеҙләнә[1].

URKER — Ҡаҙағстан поп-төркөмө. Алматы ҡалаһында урынлашҡан.

Төркөмдө композитор һәм йырсы Айдос Сағат (ҡаҙ. Айдос Мансұрұлы Сағатов ойоштора. Төркөм репертуары ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендәге үҙ йырҙарынан тора. Хиттарҙың күпселеген (Наурыҙ, Йәнем, Сәүлемай, Мин эргәңдә буламын, Мөхәббәт әни, Һин) башҡа шағирҙар менән авторҙашлыҡта Айдос Сагат ижад иткән. Музыканттар Германия, Франция, Төркиә, Төркмәнстан, АҠШ, Бөйөк Британия, Гонконг, Рәсәй, Ҡырғыҙстанда сығыш яһай.

«Мөхәббәт әни» йыры өсөн видеояҙма «MTV Russia» каналында ирекле ротация алған берҙән-бер ҡаҙаҡ клибы була. URKER шулай уҡ американың LINK TV каналында клиптары күрһәтелгән берҙән-бер ҡаҙаҡ төркөмө, уның аудиторияһы 26 000 000 тамашасы тәшкил итә[2].

«Үркер» төркөмө бик күп конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша: шулар араһында ҡаҙаҡ «Азия тауышы» һәм «Жас Канат»[3]; төрки телле илдәр поп-музыкаһы Беренсе халыҡ-ара конкурсы (1998); «Ебәк юлы» фестивале Ҡырымда, «Космодром» Новосибирскиҙә, «Ябырылыу» һәм башҡалар. Коллектив «2000 йылда иң яҡшы төркөм» номинацияһында милли музыкаль премияһы лауреаты исеме менән билдәләнә. 10 йыл эсендә иң яҡшы йыр өсөн — «Наурыз» йыры «Алтын диск» премияһына лайыҡ була;«Наурыз премияһына» лайыҡ була; сәнғәт буйынса «Arts Visiting» исемле британгтия каталогына индерелә. EUROFOLK — 2008 конкурсында «European Champion of folk» номинацияһына лайыҡ була. 2006 йылда Айдос А. Айтуаровтың «Дала экспрессы» нәфис фильмына музыка яҙа һәм «Иң яҡшы кинокомпозитор» һәм Рәсәй кинофорумында «Алтын витязь» премияһына лайыҡ була[4]. Айдос шулай уҡ бер нисә телесериалға һәм бөтә донъя буйынса бик күп приздар йыйған «Оралман» художестволы фильмына музыка яҙа. Төркөмдөң йырҙары BBC, Radio France Internacionale, Funkhouse Europe (Германия), «Наше» радиоһы (Рәсәй) радиостанциялары тулҡындарында яңғырай[5].

2018 йылда төркөм үҙенең ижади эшмәкәрлегенең 25 йыллығын Алматы ҡалаһындағы Республика Һарайында ҙур концерт менән билдәләне.

Төркөм 6 альбом баҫтыра, 20 видеоклип төшөрә, бөтә ил буйынса бик күп концерттар ойоштора, шул иҫәптән яңы баш ҡала Астананы презентациялау кеүек дәүләт кимәлендәге ҙур сараларҙа ҡатнаша.

Шуныһы ҡыҙыҡ, «Мин һинең барлығыңды беләм» видеояҙмаһында үҙенең тәүге ролен ҡаҙаҡ актрисаһы һәм моделе Ассель Сагатова башҡара.

2010 йылдан Айдос Сағат ЮНЕСКО-ның музыкаль белем биреү буйынса эксперты һәм Ҡаҙағстанда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының «Почетлы ҡурсалаусыһы» булып тора[4]. 2010 йылдың ноябрендә Айдос Сагат БМО УВКБ-һы менән Ҡаҙағстанда Почетлы ҡурсалаусы сифатында хеҙмәттәшлек итә[6]. 2013—2015 йылдарҙа — БМО УВКБ-ының Изге Ихтыяр илсеһе.

2010 йылдың сентябрендә төркөм «Рәхмәт» супермаркет селтәрен үҙҙәренең йырын магазин коммерция ролигында законһыҙ ҡулланғаны өсөн судҡа бирә. Айдос Сагат үҙенең әхлаҡи зыянын 7,5 миллион тенге (50,9 мең доллар) тип баһалай. 2012 йылдың 15 сентябрендә Айдос Сагат «Алматым жүрегімде» йыр конкурсының жюри ағзаһы була, әлеге конкурста Алматы ҡалаһының визит карточкғаһын һайлайҙар. 2013 йылдың 19 июнендә Айдос БМО-ның Ҡаҙағстандағы ҡасаҡтар эше уйынса агентлығының беренсе Изге Ихтыяр илсеһе итеп һайлана.

2013 йылда Айдос Сағат музыкаһы өҫтөндә эшләү өсөн мини-телесериалдар «Ауыл сақшысы» («Ауыл инспекторы») мини-телесериалы өсөн музыка өҫтөндә эшләй . 2015 йылдың 20 февралендә «Йорт усағының тылсымлы әкиәттәре» исемле балалар китабы презентацияһы Алматы ҡалаһында үтә, 30 автор үҙ китаптарын һатыуға өлгәшә. Китап 2400 экземпляр тиражы менән баҫтырыла, ошо уҡ презентацияла яҡынса 200 китап һатыла. Презентацияла айдос сагат үҙе лә ҡатнаша.

Айдос Сағат халыҡ-ара No Mad Karma проектын нигеҙләй. 2015 йылда төркөмдөң «27» йырына бейеү ремиксы абруйлы Music Week музыкаль чартында, Рика Мартин, Леона Льюис һәм Дэвид Гетта кеүек билдәле йырсыларҙы артта ҡалдырып, 11 позицияны яулай. Шулай уҡ әлеге трек билдәле диджейҙарҙың плейлистарына инә һәм төрлө радиостанцияларҙа яңғырай. «27» йырына видеоклип та төшөрөлгән. Әйтергә кәрәк, әлеге композиция «27-ләрҙең клубына» бағышланған. Был клуб музыканттары 27 йәшендә ысын донъяға күскән. Улар араһында — Эми Уайнхаус, Курт Кобейн, Джими Хендрикс, Джим Моррисон һәм Дженис Джоплин. Йырҙың һүҙҙәрен Дэвид Сай, (David Sye) яҙған[7]. 10 йырҙан торған альбом Уэльс ҡалаһындағы Rockfield легендар студияһында яҙҙырылған. нәҡ ошо студияла Queen төркөмөнөң Bohemian Rhapsody композицияһы, шулай уҡ Coldplay әҫәрҙәре яҙҙырыла. Билдәләп үтергә кәрәк, яҙмала Робби Уильямс, Мик Джаггер һәм Тина Тёрнер менән хеҙмәттәшлек иткән Лондондың иң яҡшы сеанс музыканттары ҡатнаша[7].

«Был минең һуңғы өс йылдағы эшемдең емеше һәм инглиз продюсеры һәм барабансы Престон Хейман (ингл. Preston Heyman) һәм Англияның билдәле йога уҡытыусыһы Дэвид Сай (ингл. David Sye) менән хеҙмәттәшлек итеүемдең һөҙөмтәһе»

(А. Сагатовтың Tengrinews.kz сайты өсөн биргән интервьюһынан).

2017 йылдың авгусында NO MAD KARMA Астанала ЭКСПО 2017 (Ҡаҙағстан) сығыш яһай, концертта саҡ Be Gees Tim Cansfield төркөмө гитарасыһы ҡатнаша.

2018 йылдың декабрендә Айдос Сағат Курмет ордены менән бүләкләнә.

Төркөм составында:

  • Айдос Сағат — йырсы, йырҙар авторы һәм клавишнигы; консерваторияла белем алған, 1997 йылдан[4] Ҡаҙағстандың композиторҙар союзы идаралығы ағзаһы булып тора.
  • Рөстәм Мусин — гитарасы, музыкаль белеме юҡ, инженерға уҡыған. Нурлан Сейлов менән бер мәктәптә уҡыған[8].Үркергә килгәнгә тиклем бер нисә төркөмдә уйнай, улар араһында «Гелла» һәм «Танго». Төркөмдө ташлап сыға[9]. «Самат Шоу Техника» компанияһы президенты[8].
  • Нурлан Албан — текстар авторы, вокал, домбра; 2009 йылда төркөмдән китә[10]. 1 декабрҙән соло карьераһын башлай. төркөм составына 2001 йылда ҡабул ителә. «Жаным» йырына клипта төшә. был уның төркөм составында дебюты була.
  • Бейбарс Джуманиязов— гитара, музыкаль ғаиләлә үҫкән, скрипка класы буйынса музыка мәктәбендә белем ала. Бейбарстың атаһы — күренекле ҡаҙаҡ композиторы Базарбай Джуманиязов.[8] 1993 йылда төркөмдөң тәүге рәсми концертына тиклем китә[8].
  • Нурлан Сейлов — һуҡма ҡоралдары. 2000 йылдарҙа төркөмдән китә.. Автобизнеста эшләй.[8]
  • Даурен Сыздыҡов — бас-гитара, вокал. Даурен Таразда 1968 йылдың 11 авгусында тыуған. Даурен беренсе синыфты тамамлағандан һуң ғаилә Алматыға күсеп килә. Урта мәктәптән һуң Абайисемендәге Ҡаҙағстан педагогия институтына уҡырға инә (юғары математика факультеты). Армия хеҙмәтенән һуң П. Чайковскиә исемендәге музыка училищеһына уҡырға инә (класс бас-гитара). Оҙаҡ ваҡыт эшләгән «Просвещенец» шифаханаһында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй. Шулай уҡ «Midnight blues» һәм «Аэроплан» командаларында уйнай[11]. Төркөмдән 2000-се йылдарҙа китә[8].

Айдос Сағат, тулы исеме — ҡаҙ. Айдос Мансұрұлы Сағатов, 1970 йылдың 25 ноябрендә Ленин комсомолы премияһы (1967) лауреаты, композитор Сагатов ғаиләһендә Алматыла тыуған. Күләш Байсәитова исемендәге музыка мәктәбендә белем ала Халыҡ-ара пианистар конкурсы лауреаты. Ул Алматы консерваторияһын тамамлаған. Ике диплом эйәһе — фортепиано һәм композиция һөнәрҙәре буйынса[12] . Аспирантурала уҡыған осорҙа мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә президент стипендияһына, шулай уҡ Ҡаҙағстандың музыка сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө өсөн «Донъя мәҙәниәт аша» Фонды премияһына лайыҡ була. 1996 йылдан алып Ҡорманғазы исемендәге Консерваторияла уҡыта[4] 2016 йылда эштән китә. Радиола эшләй. Өйләнгән, балалары бар. Кундилини-иога менән шөғөлләнә. Вегетариан.

  • 1997 — Ansarym (март 1997 йыл)[13]
  • 1998 — Toi Bastar
  • 2001 — Urker
  • 2002 — Made in Kazakhstan
  • 2004 — The best of Urker
  • 2008 — Tolgau
  • 2009 — Оноторлыҡ түгел…
  • 2017 — 25 (25 йыл эсендә яҙылған иң яҡшы йырҙар йыйынтығы)
  1. 1,0 1,1 Казахская группа «URKER» (УРКЕР)
  2. Urker биография, альбомы, композиции, фото, видео | LikeFM.org. likefm.org. Дата обращения: 3 апрель 2016.
  3. НП.kz Светская жизнь. www.np.kz. Дата обращения: 4 апрель 2016. 2017 йыл 12 август архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Биография Dan Balan – биография известного исполнителя песен Сагат Айдос. music.nur.kz. Дата обращения: 3 апрель 2016. 2016 йыл 9 май архивланған.
  5. Уркер: биография. muslib.ru. Дата обращения: 3 апрель 2016. 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  6. Лидер группы “Уркер” назначен послом доброй воли Агентства ООН по делам беженцев в Казахстане. Шоу-бизнес. Tengrinews.kz. Tengrinews.kz. Дата обращения: 3 апрель 2016.
  7. 7,0 7,1 Группа Айдоса Сагата попала в мировой чарт. Музыка. Tengrinews.kz. Tengrinews.kz. Дата обращения: 3 апрель 2016.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Үркер: рок по-казахски. YourVision. Дата обращения: 3 апрель 2016.
  9. «Үркер»: рок по-казахски. Деловой Казахстан. Дата обращения: 3 апрель 2016. 2016 йыл 20 апрель архивланған.
  10. Сам! Без ансамбля. www.caravan.kz. Дата обращения: 10 март 2020.
  11. Даурен Сыздыков: "Мне нравятся чувственные и романтичные девушки", Новости Астаны. Газета Инфо-Цес. Дата обращения: 3 апрель 2016. 2016 йыл 15 апрель архивланған.
  12. Айдос Мансурович Сагатов (Айдос Сагат) 2016 йыл 9 май архивланған.
  13. портал AlmatyKz, Наши звезды *Уркер*. city-almaty.narod.ru. Дата обращения: 3 апрель 2016.