Эстәлеккә күсергә

Һуд (пәйғәмбәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һуд
ғәр. هود
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған урыны Хадрамаут[d]
Һөнәр төрө дин өндәүсе, сауҙагәр
Биләгән вазифаһы Пәйғәмбәрҙәр
Алмаштырылған Сәлих (пәйғәмбәр)
 Һуд Викимилектә

Һуд (ғәр. هود‎) — ислам пәйғәмбәре, Иҫке ғәһедтәге Евер менән тиңләштерелә .

Ғәд ырыуы кешеләре (ғәдтәр) Ғәрәбстан ярымутрауының көньяғында Әһкәф тип аталған ерҙә йәшәйҙәр. Улар бик оҙон буйлы була — иң тәпәш ғәдтәр 60 терһәккә (яҡынса 30 метр), ә иң оҙоно — Джали жандың (кешеләрҙе ҡыйырһытҡан тиран) буйы 100 терһәккә етә. Улар шул тиклем оҙаҡ йәшәгән, хатта ҡәбиләләрендә кеше йөҙ йылға бер тапҡыр үлгән. Физик яҡтан көслө булалар һәм оҫта игенсе, малсы булып танылалар. Әммә улар боттарға табынған һәм аҙғынлыҡҡа бирелгән.

Ғәд атамаһы «ҡомло убалар» тигәнде аңлата һәм Ғәрәбстандың төрлө урындарында тупланған булыуы мөмкин. Ғәҙәттә фараз итеүселәр уларҙы Һадрамаутҡа яҡын сүллектәргә урынлаштыра. Башҡа пәйғәмбәрҙәр кеүек үк, Һуд ватандаштарын Аллаһҡа ышанырға, ширктән һаҡланырға һәм уның ҡушҡандарына буйһонорға саҡыра.

Пәйғәмбәр Һуд Ҡөрьәндең ете урынында телгә алына. Ҡөрьәндә пәйғәмбәр һәм уның халҡы араһында булған ваҡиғалар тасуирлана. Һуд үҙ халҡына нисек тә мөрәжәғәт итһә лә, тегеләр дошманлыҡ менән яуап биреп, унан баш тарта. Һуд халҡы, ғәдтәр — бөйөклөк һәм байлыҡ менән тәкәбберләнгән кешеләр. Пәйғәмбәр уларға был байлыҡтар Аллаһтың мәрхәмәтлелеге арҡаһында булғанын һөйләй[1]. Ул ваҡытта был урындар уңдырышлы була, урмандар киҫкен климатты йомшарта һәм уны йәшәү өсөн уңайлы итә. Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтенә ҡарамаҫтан, улар, киреһенсә, был йомартлыҡтар өсөн Раббыға рәхмәтен белдермәй[2]. Болот, килеп сыҡҡас, уны ямғыр болото тип ҡабул итәләр.[3]. Изге Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Һуд халҡы «шаулап торған ел менән» юҡ ителгән. Был ел һигеҙ көн һәм ете төн дауамында ҡотора һәм тулыһынса ғәдтәрҙе юҡ итә[4]. Һөҙөмтәлә уларға, элекке халыҡтар кеүек үк, Аллаһы тәғәлә язаһын бирә. Уңдырышлы ерҙәр, һуғарыу каналдары, быуалар — бөтәһе лә ҡом менән ҡаплана, ә ҡала үҙе һәм унда йәшәүселәр тереләй күмелеп ҡала. Ҡот осҡос ҡомло дауыл ер йөҙөнән юйып, ғәдтәрҙе юҡ итә. Ваҡыт үтеү менән киңәйгән сүллектә был һәләк булған халыҡтың эҙҙәре лә ҡалмай[5].

  • Ҡөрьән
  • Блага, оказанные адитам: 7:69, 26:133-134, 89:7-8
  • Высокомерие адитов: 41:15, 26:128-129,
  • Пророчества Худа: 7:65-72, 11:50-57, 23:32 26:124-127, 26:131-132, 26:135, 46:21-23
  • Преследование Худа: 7:66-67, 11:53-55, 14:9, 26:136-137 38:12, 46:21, 50:13, 54:18
  • Уничтожение адитов: 7:72, 11:58, 11:89, 23:41, 25:38, 26:139, 29:38, 29:40, 40:31, 41:13, 41:16, 46:24-25, 51:41-42, 53:50, 54:19-20, 69:6-8, 89:6