Author:Салауат Юлаев
Салауат Юлаев (1754—1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор.
1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй олоҫоноң (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.
Салауат Юлаевтың яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән.
Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр урыҫ телендә Ф. Д. Нефёдов тарафынан «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очеркында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға.
Шиғырҙары
[edit]
Works by this author published before January 1, 1929 are in the public domain worldwide because the author died at least 100 years ago. Translations or editions published later may be copyrighted. Posthumous works may be copyrighted based on how long they have been published in certain countries and areas. |