Эстәлеккә күсергә

Бүре еләге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бүре еләге

Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Ухта, Коми Республикаһы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Daphne mezereum L.

Синонимдар
согласно «Tropicos»[1]

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  27126
NCBI  66680
EOL  582100
GRIN  t:13273
IPNI  831294-1

Бүре еләге, бүре йүкәһе (рус. Волчея́годник обыкнове́нный, Волчеягодник смерте́льный, Во́лчник обыкновенный, Во́лчье лы́ко[2], или Плохо́вец[3][4], Пухляк[5][К 1], Плоховец[7],[8] — бүре йүкәһе (Thymelaeaceae) ғаиләһенән 0,3 — 1,8 м бейеклегендәге ағыулы ҡыуаҡ. Апрель — май айҙарында сәскә ата, орлоғо июль — августа өлгөрә. Үҙәк Рәсәйҙә күпселек ҡыуаҡтарҙан иртәрәк сәскә ата.

Европаның бөтә өлөшөндә, Кавказ артында, Әрмәнстанда, Ирандың төньяғында киң таралған[9]. Башҡортостанда һирәк осрай.

Рәсәйҙә бөтә урман зонаһы буйынса үҫә — Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғында (шул иҫәптән Арктика төбәге[9] һәм Төньяҡ Кавказ (Дағстан), Көнбайыш Себерҙә (урман-дала сигендә; көнсығышта Байкал күленә барып тоташа[2])[9].

Ҡараңғы ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, урман-дала урмандарында йышыраҡ үҫә[2]. Көньяҡ райондарҙа — тауҙарҙың субальп бүлкәтендә, яҡшы үҫә һәм яҡтылыҡ етерлек булғанда, еңел тармаҡлана[10]. Әрһеҙ үҫемлек булараҡ, ул уртаса зонала һәр ерҙә таралған[9].

Хужалыҡ әһәмиәте һәм ҡулланылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙғыһын иртә сәскә атҡан һәм көҙгөһөн сағыу емеш биргән декоратив үҫемлек булараҡ һирәкләп баҡсала үрсетелә. Үҫемлектәрҙең ағыулы булыуы сәбәпле, уны декоратив маҡсаттарҙа ҡулланыу сикләнгән.

Бал ҡорттары нектар һәм һеркә йыйыу өсөн килә[11].

Халыҡ медицинаһында, шулай уҡ гомеопатияла ҡулланыла[10], Әбүғәлисинаның «Табип фәне серҙәре»ндә сағылыш тапҡан[12].

Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙаа үҫә. Тәбәнәк ҡыуаҡ (30-100 см). Аҙ ботаҡлы аҫҡы ботаҡтары япраҡһыҙ үҫемлек; ҡабығы һарғылт-һоро төҫтә, ҡоңғорт төйөрҙәр менән ҡапланған. Һәр ботаҡтың осонда ланцет һамаҡ оҙонса япраҡлы бәйләме бар. Сәскәләре ал төҫтә, хуш эҫле, япраҡ ҡуйынтығында өсәрләп-бишәрләп урынлашҡандар, япраҡ ярғансы барлыҡҡа киләләр. Емеше — ҡыҙыл, һыуһыл. Орлоҡтарҙан, тамыр үрентеһенән (культурала сыбыҡсанан, үрентенән) үрсей. Ҡабығы һәм ағасында гликозиддар, минераль тоҙҙар, сумала, буяу матдәләре, һағыҙ бар. Халыҡ медицинаһында ҡабығынан һәм еләгенән яһалған спиртлы төнәтмәһен ревматизм, быуындар ауыртҡанда файҙаланалар.

Һулда уңға: сәскәле үренде; сәскә (ҙурайтылған); япрағы; емешле үренде

Ҡабығы (йүкәһе), япрағы, сәскәһе, емештәре ныҡ ағыулы.

  1. В статье «Волк» словаря В. И. Даля указаны также диалектные именования: волчий лаврик, волчий перец, воронья ягода, натягач, родимец, вороний глаз. А. В. Цингер приводит также пережуй-лычко[6]
  1. См. раздел Ссылки — Tropicos.
  2. 2,0 2,1 2,2 Шиманюк, 1971
  3. Плоховец // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  4. Плохой ; Плоховец // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  5. Анненков, 1878
  6. Цингер, 1951, с. 71
  7. Статья в БСЭ
  8. Этимологический словарь русского языка Макса Фасмера
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Germplasm Resources Information Network 2012 йыл 26 октябрь архивланған.
  10. 10,0 10,1 Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 924. Daphne mezereum L. — Волчеягодник обыкновенный, или Волчье лыко // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 579. — ISBN 9-87317-128-9.
  11. Мадебейкин И. Н., Мадебейкин И. И., Скворцов А. И. Апрельские нектаропыльценосы Чувашии // Пчеловодство : журнал. — 2016. — № 3. — С. 30. — ISSN 0369—8629.
  12. Авиценна; Академия наук Узб. ССР; Ин-т востоковедения им. Беруни.: Канон врачебной науки. Пер. с арабск. яз. Библиотекарь.Ру. Дата обращения: 1 апрель 2015. Архивировано 23 июль 2014 года.
  • Орлов Б. Н., Гелашвили Д. Б., Ибрагимов А. К. Ядовитые животные и растения СССР — М.: Высшая школа, 1990. — С. 200—202.
  • Биологическая флора Московской области. Вып. 1 / Под ред. Т. А. Работнова — М.: Изд-во Московского университета, 1974. — С. 124—130.
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
«Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация