Эстәлеккә күсергә

Йосоп (Дүртөйлө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Йосоп
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°42′31″ с. ш. 54°39′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 849 003

ОКТМО коды

80 624 449 106

ГКГН номеры

0521178

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Йосоп (Рәсәй)
Йосоп
Йосоп
Йосоп (Дүртөйлө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Йосоп

Йосоп (рус. Юсупово) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 668 кеше[1]. Почта индексы — 452317, ОКАТО коды — 80224849003.

Йылан улусына ҡараған аҫаба башҡорттар ауылы. Ауыл тураһында тәүге мәғлүмәт 1795 йылдағы V рәүиз материалдарында бирелә. Ул ваҡытта унда 53 башҡорт йәшәй. 1816 йылда 98 башҡорт, 1834 йылда — 151 башҡорт, 1859 йылда 279 аҫаба башҡорт һәм 61 керҙәш (припущенник) йәшәй. 1870 йылда башҡорттарҙың һаны 200 кеше була, ә 1920 йылғы рәүиздә ауылда 905 башҡорттоң йәшәүе теркәлә[2].

1843 йылда 151 башҡортҡа 120 бот ужым, 280 бот яҙғы иген сәселә. Улар 24 ихатала 212 ат, 190 һыйыр, 40 һарыҡ һәм 20 кәзә аҫырай. Умартасыларҙа 100 солоҡ һәм 30 умарта була.[2]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 668 315 353 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 31 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сарлаҡ): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Янәул): 107 км