Эстәлеккә күсергә

Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары/Архив/4

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

2022

21-23 октябрь 2022

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркиәнең Истанбул ҡалаһында, Үскүдар университетында Төрки телле викимедиасылар өсөн Викидата буйынса тренингтар үтте. Сарала Башҡортостан викимедиасыларынан ZUFAr, Akkashka, Юлдашева Луиза, З. ӘЙЛЕ ҡатнашты. Өс көн дауамында йыйылыусылар Викидатаның өҫтөнлөктәре менән танышты. ZUFAr — Башҡорт Википедияһының үҫеш этаптары, З. ӘЙЛЕ 2017 йылдан тәжрибә рәүешендә универсаль карточка ҡулланыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары тураһында һөйләне. Шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы бөйөк тюрколог Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡәберенә зыярат ҡылды.

  • 2022 йылдың 15 сентябренән 31 октябренә тиклем Мириада 2022 конкурсы үтте.

23-24 сентябрь

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Санкт-Петербургта Вики-конференция 2022 йыйыны һәм Вики-премия 2022 тантанаһы үтте.

Мириада 2022 конкурсы башланды.

Башҡорт Википедияһының беренсе мәҡәләһен яҙыуға 2023 йылда 18 йыл тулыу айҡанлы китап баҫтырыуға ниәтләп хәйриә акцияһы иғлан ителде. БашВики мәнфәғәтендә киң күләмле хәйриә сараһы беренсе тапҡыр ойошторола.

19 февраль 2022

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн, 4 майҙа Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән вики клубы ирекмәндәре 2021 йылдың тәүге викидәресен үткәрҙе. Дәрес Бөрйән ағинәйҙәре төркөмө етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы өйөндә үтте.

Дәрес тематикаһы:

1.Яңы ҡатнашыусы теркәү;

2.Яңы мәҡәлә төҙөү

3.Мәҡәләгә фото ҡуйыу

4.Викимилеккә фото тейәү

5.Транслейтта мәҡәлә тәржемәләү

6.Викидата тултырыу

Ҡатнаштылар:Ғизәтуллина Рәшиҙә, Ҡотлобаева Көнһылыу, Ҡыуандыҡова Таңһылыу, Юлдашева Луиза, Науразбаева Нәсимә, Науразбаева Лилиә, Науразбаев Ирәндек, Юлмөхәмәтова Зөһрә, Вәлиева Мәҙинә.

З1 мартта «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» бәйгеһе тамамланды. Был хаҡта 1 апрелдә ВКонтакте, Фейсбук социаль селтәрҙәре төркөмдәрендә мәғлүмәт бирелде

«Тарихи Башҡортостан топонимияһы» бәйгеһе

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1 мартта бәйгене ойоштороусыларҙың береһе Гүзәл Ситдиҡова Юлдаш радиоһы аша сығыш яһап, бәйге башланыуын һәм уның маҡсаттарын хәбәр итте, бәйгелә ҡатнашырға саҡырҙы
  • 10 март — бөгөн гранттың бер шарты үтәлде — конкурсҡа яҙылған мәҡәләләр һаны 300 сиген уҙҙы! Артабан да шундай уҡ көс-ҡеүәт менән дауам итегеҙ, арҡалаштар!
  • «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2-се һанында журналист, шағирә Гөлназ Ҡотоеваның Гүзәл Ситдиҡова менән әңгәмәһе баҫылып сыҡты. «Ғүмерем зая үтмәһен тип йәшәйем» тигән әңгәмәлә Башҡорт Википедияһындағы топонимия тураһындағы конкурс, уның әһәмиәте тураһында һөйләнелә.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡорт википедистары форумы үтте. Форум Башҡорт Википедияһының 15 йыллыҡ юбилейына бағышланды.

10 — 26 февраль

[сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тарихи Башҡортостан топонимияһы» бәйгеһе

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт Википедияһына Башҡортостан башлығы биргән грант сиктәрендә 5 конкурс үткәреләсәк. Шуларҙың тәүгеһе — «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» темаһына. Ул ошо йылдың 1 мартынан 31-енә тиклем дауам итәсәк. Был хаҡта Башҡорт Википедияһы ирекмәне яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова БСТ-ның «Телеүҙәк» тапшырыуында хәбәр итте.
  • 15 февралдә Гүзәл Ситдиҡова конкурс тураһында шулай уҡ ВКонтакте-Бәйләнештә сайтындағы сәхифәһендә мәғлүмәт бирҙе, унда фекер алышыуҙар дауам итәсәк [1]
  • 16 февралдә Юлдаш радиоһы аша сығыш яһап, Гүзәл Ситдиҡова, һуңғы йылдарҙа ер-һыу атамаларында хаталар йыш осрай, «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» бәйгеһе ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында ла ойошторола, тине[2], [3]
  • 19 февралдә Гүзәл Ситдиҡова Юлдаш радиоһы аша теманы дауам итте[4]
  • 26 февралдә Гүзәл Ситдиҡова Силәбе башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт тарихы йылына арналған крайҙы өйрәнеү һәм топонимика буйынса беренсе өлкә фәнни-ғәмәли конференцияһында (онлайн) ҡатнашты һәм Силәбе топонимикаһы, «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» конкурсы тураһында һөйләп, унда ҡатнашырға саҡырҙы.

15 ғинуарҙа Википедия үҙенең 20 йәшен билдәләне. Викимедиа Фондының Башҡарма директоры Кэтрин Маэр (Катрин Мар) үҙенең сығышында Башҡорт Википедияһын телгә алды. 44:48 минуттан ҡарарға. Текстың тәржемәһе (Олег Абарников): «Russia’s Federal Agency for ethnic Affairs formally recognized Wikipedia’s contribution to preserving and strengthening Russia’s indigenous multilingualism and gave Bashkir Wikipedia a special Merit nomination. One of the First videos I saw celebrating the birthday came from Yakutsk in Russia — a different language — it was in Sakha language Wikipedia, so very cool!» «Федеральное агентство по делам национальностей России официально признало вклад Википедии в сохранение и укрепление многоязычия коренных народов России и наградило Башкирскую Википедию премией в специальной номинации „За особые заслуги“. Одно из первых видео, которое я увидела в связи с празднованием юбилея [Википедии], было снято в Якутске, в России — на другом языке — это были участники из Википедии на языке саха, и это было очень круто!»

Башҡортостан Республикаһының граждандар башланғыстарына булышлыҡ итеү Фондының «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә бирелгән грант конкурсында еңеүселәр теҙмәһен раҫлау тураһында» беренсе һанлы приказы сыҡты. Еңеүселәр исемлегенә Энциклопедик белем таратыуға булышлыҡ итеүсе «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығының «Башҡорт Википедияһы һәм Викимедианың башҡорт телендәге туғандаш проекттары ирекмәндәренә ярҙам итеү үҙәге» исемле проекты ла ингән.

Башкортстан викимедиачылары кулланучылар төркеменең 3 башкорт вики-әбисе Википедиянең татар телле бүлегенә өлешләре аркасында Казандагы Татар телле интернетны үстерү эшчәнлегенә багышланган чарада танылды. Күбрәк укырга

Башҡорт Википедияһының 15 йыллығы, «Башҡортостан Викимедиасылары» төркөмөнөң 5 йыллығына бағышланғанО Башкирской Википедии и проектах Викимедиа на башкирском языке исемле юбилей доклады баҫтырылды.

«Энциклопедия үҙәге» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды:

  • Номинация #1 — «Статьи Википедии на русском языке» өлөшөндә
1-се урыннды Sherbn (151 статья и 211 баллов) яуланы
  • Номинация #2 — «Статьи Википедий на языках народов России» өлөшөндө биш призлы урынды ла башҡорт бүлеге ирекмәндәре яуланы:
1-2-се урын — Guram52 (405 статей и 400 баллов) һәм Юлдашева Луиза (325 статей и 400 баллов)
3-сө урын — З. ӘЙЛЕ (325 статей и 355 баллов)
4-се урын — Таңһылыу (155 статей и 172 балла)
5-се урын — Akkashka (101 статья и 170 баллов)

«Тарихи Башҡортостан топонимияһы» конкурсы башланды. Үткәреү ваҡыты 1-30 ноябрь.

Рөстәм Нурыевтың онлайн ВикиМәктәбе асылыуы тураһында Фейсбук һәм Вконтакте социаль селтәрендә БашФод иғлан итте.

Төрки телле викимедиасыларҙың сираттағы онлай-осрашыуы үтте. Сарала Башҡортостан викимедиасылары юзер-төркөмөнән З. ӘЙЛЕ ҡатнашты. Осрашыуҙа Төрки марафоны 2020 бәйгеһенә йомғаҡ яһалды, бүләктәр ебәреү мәсьәләләре ҡаралды. Ҡатнашыусылар икләсәккә пландар билдәләне. Сираттағы осрашыу 19 сентябргә тәғәйенләнде. Ноябрҙә төрөк-рус телдәрендәге беренсе онлайн-вики-конференция уҙғарыу планлаштырылды. 3 октябрь — ТӨРКСОЙ тарафынан булдырылған Төрки телле илдәрҙең хеҙмәттәшлек көнө билдәләнә. Был көндө Төрки телле викимедиасылар бер көнлөк вики-марафон менән билдәләргә ниәтләй. 2020 йыл ҡаҙаҡ шағиры Абай Ҡонанбаев йылы тип иғлан ителгәнлектән, марафонды шул темаға арнау ихтималлығы ла ҡаралды.

Wikiscan.org сайтында май айында викиэшмәкәрлек тураһында мәғлүмәт сыҡҡан.

«Викимедиа РУ» директоры Владимир Медейко кәңәше менән һәр йүнәлеш буйынса юғары һөҙөмтә күрһәткән бишәр ирекмәнгә Күсмә байраҡ тапшырыла:

«Фейсбук» социаль селтәрендә Википедия мәҡәләләренә һылтамалар ҡуйыуҙы әүҙемләштергән Guram52-гә Күсмә байраҡ Башҡортостан тапшырыла.

21 май, 19:30. Сираттағы онлайн-конференция үтте. Turkic Marathon 2020 бәйгеһен ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Конференцияла Рөстәм Нурыев, Guram52, З. ӘЙЛЕ, Һәҙиә, Таңһылыу, Аҡҡашҡа, Zlgll, Тутыйғош, Alfiya55, ZUFAr) ҡатнашты.

Викиөләсәйҙәрҙең халыҡ-ара юзер-төркөмө Wikigrannies User Group Халыҡ-ара музейҙар көнө айҡанлы флешмоб үткәрҙе [5]. Флешмобта башҡорт ирекмәндәренән тыш Әрмәнстандан Narine Muradyan, Төркиәнән Başak, Македониянан Violetova, Италиянан Camelia.boban, Финляндиянан Yupik (Kimberli Mäkäräinen), Украинанан Visem ҡатнашты.

  • Narine Muradyan яҙҙы: члены Викиклуба Алаверди любезно приняли ваш арт-вызов и перевели статьи о музеях Башкортостана и Доме-музее Владимира Ленина (Уфа) на армянский язык. Мы предлагаем вам написать об армянских музеях. Здесь вы можете найти список, выбрать любой музей и перевести на башкирский язык.
  • Camelia.boban яҙҙы: «Мои дорогие, редактирование WikiDonne в итальянской Википедии для Международного Дня музеев закончилось 20 мая в полночь. В результате появилось 17 новых статей и 8 улучшенных. Из новых три-это музеи Башкортостана: Национальный музей Республики Башкортостан, художественный музей Нестерова в Уфе, Мемориальный дом Маджита Гафури и один-биография поэта и писателя Маджита (Мазита) Гафури.»
  • Başak тәҡдим индерҙе: "Я предлагаю написать об археологическом музее Хатая, о музее мозаики Зеугма
  • Visem яҙҙы: «Добавил музеи Салавата Юлаева, Рами Гарипова и Мажита Гафури, которые я посетил (можете использовать мои фото) и считаю что статьи о них нужно перевести на как можно больше языков. Также предлагаю для перевода на башкирский: uk:Національний музей історії України, uk:Національний музей історії України у Другій світовій війні, uk:Національний музей історії України, uk:Лисичанський міський краєзнавчий музей, uk:Музей писанкового розпису, uk:Музей космонавтики імені Сергія Павловича Корольова и много других музеев Украины».
  • Рөстәм Нурыев «Создали список из 100 музеев Башкортостана в Башкирской Википедии, продолжаем пополнять. Отправил письмо генеральному директору Национального музея Республики Башкортостан с поздравлением и с предложением использовать проекты Викимедиа для повышения узнаваемости музеев республики в мировом масштабе»
  • Guram52 Флешмобта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Үҙем Visem тәҡдиме менән Лисичанск ҡала төбәкте өйрәнеү музейы тигән мәҡәлә яҙҙым. Рөстәм Нурыев, Камелия, Кимберли, Başak музейҙар таблицаһы ҡуйҙы — был таблицалар буйынса эш артабан да дауам итәсәк.

Сираттағы Викиосрашыу. Өфө ваҡыты менән киске һигеҙенсе яртыла (19:30) икенсе ЗУМ конференция башланды. Конференцияла Рөстәм Нурыев, З. ӘЙЛЕ, Һәҙиә, Guram52, Аҡҡашҡа һәм Эрзә Википедияһы хакимы Андрей Петров ҡатнашты. Эшлекле осрашыу бер сәғәт дауам итте. Рөстәм Нурыев Башҡортостан музейҙары исемлеген төҙөү, Викидатала һәр музей өсөн элемент яҙмаларын булдырыу тураһында һөйләйне. Нисек эшләргә ноутбук экранынан күрһәтте. Оҫталыҡ дәресенән һуң йәнле әңгәмә булды. Андрей Петров Эрзә Википедияһы менән таныштырҙы. Аныҡлау: беренсе ЗУМ конференция 7 майҙа ойошторолғайны.

52000 мәҡәлә яҙылды. Доспалова Екатерина Николаевна, беренсе авторы Юлдашева Луиза.

Апрель айында викиэшмәкәрлек тураһында мәғлүмәт Wikiscan.org сайтында сыҡҡан. «Викимедиа РУ» сайтында һәр ай һайын яңырып торған таблица сыға.

  • Башҡорт Википедияһында эшләгән һәр ирекмәнгә оло рәхмәт. Тулы мәғлүмәт түбәндәге таблицаларҙа:
  1. дөйөм статистика
  2. Төҙәтеүҙәр буйынса исемлек, Күсмә байраҡ Айсарға тапшырыла. Башҡортостан
  3. Яңы мәҡәләләр яҙыу буйынса исемлек, Күсмә байраҡ Юлдашева Луизаға тапшырыла. Башҡортостан
  4. Өҫтәлгән мәғлүмәт күләме буйынса исемлек, Күсмә байраҡ Юлдашева Луизаға тапшырыла. Башҡортостан
  5. Сарыф ителгән ваҡыт буйынса исемлек, Күсмә байраҡ Айсарға тапшырыла. Башҡортостан

ТАТАР 4.0 — 2020 — татар халҡының мәҙәниәте, тарихы һәм фәндәге урыны тураһында Татар Википедияһында яңы мәҡәләләр яҙыу һәм өҫтәмәләр индереү буйынса тематик бәйгелә вики-арҡалашыбыҙ Zlgll «Фән» темаһында «Иң шәп мөхәррир» номинацияһында 1-се урын яуланы. Еңеүселәр 26 апрелдә — Татар теле көнөндә иғлан ителде. Жюри составында З. ӘЙЛЕ эшләне. Конкурс быйыл икенсе тапҡыр үткәрелә. Былтыр был бәйгелә башҡорт википедистары ике беренсе урын яулағайны.

Бөрйән вики-клубы етәксеһе Көнһылыу Ҡотлобаева райондың Әтек ауылында википедия менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн таныштырыу дәресе үткәрҙе. Ғәҙәммшин Рамазан, Ишбулатова Фәйрүзә, Әбүбакирова Роза, Ғәҙәммшина Рәйсә, Баймөхәмәтова Айгөл, Зарипова Алсыу тәүге һабаҡтар алды. Шулай уҡ Иҫке Собханғол ауылында Юлмөхәмәтова Зөһөрә Башҡорт википедияһында теркәлеү үтеп, мәҡәлә яҙыу күнекмәһен үҙләштерҙе.

  • Подведены итоги третьего конкурса «Межкультурные мосты 2019», в котором впервые приняли участие языковые разделы России (русский, башкирский, чеченский и лезгинский). Россия по общему вкладу опередила участников с Ближнего Востока и Северной Африки, хотя, конечно, если бы в первой половине декабря не было других важных событий (конкурс о выпускниках и наставниках, Месяц Азии), то результат мог бы быть ещё более впечатляющим.

«Всего в рамках этого конкурса было создано или улучшено 769 пошедших в зачёт статей: 287 статей были написаны в испанском и португальском, 201 — в арабском, персидском и турецком разделах Википедии, и 281 — в русском, башкирском, чеченском и лезгинском разделах. 57 участников представили как минимум одну статью, зачтённую в ходе конкурса».

Ниже представлена пятёрка самых продуктивных участников (призы получат, к сожалению, только первые трое) от России, выступившей в качестве отдельного региона:

  1. Юлдашева Луиза (Башкирская ВП) — 980 баллов
  2. Villarreal9 (Русская ВП) — 730 баллов
  3. Арсенич (Русская ВП) — 335 баллов
  4. Alfiya55 (Башкирская ВП) — 310 баллов
  5. Саид Мисарбиев (Чеченская ВП) — 215 баллов

После совещания с организаторами мы приняли решение присудить приз за качество участнику Balabinrm за статью «ru:Иезуитские миссии на землях индейцев гуарани» (РВП). Интересно, что приз за качество в Латинской Америке вручили за статью о Нижне-Архызском городище, написанной в Португальской ВП участником Zervim.


Викимедиа фондының Берләштереү комитеты (АффКом) ҡарарына ярашлы, Вики-өләсәйҙәр төркөмө Глобаль Вики-өләсәйҙәр юзер-төркөмө тип танылды[6].

Бөрйән муниципаль районының Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡорт Википедияһының Бөрйән районы вики-клубы ағзалары Рәшиҙә Ғизәтуллина,Көнһылыу Ҡотлобаева, Луиза Юлдашева уҡытыусылар өсөн семинар ойошторҙо. Унда район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, уның урынбаҫары Ришат Шәрипов, район мәғариф бүлеге мөдире Илназ Хисмәтуллин, методист Илүзә Рысбаева ҡатнашты. Эшлекле аралашыуҙан һуң түбәндәге резолюция ҡабул ителде:

1. Башҡорт Википедияһындағы ирекмәнлек өсөн аттестацион бал өҫтәү тураһында район мәғариф бүлеге исеменән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт менән сығырға;

2. Википедияның тормоштоң төрлө өлкәһендәге әһәмиәтен киңерәк танытыу һәм төрлө административ кимәлдә ярҙам күрһәтеү өсөн вики-ирекмәнлекте дәүләт кимәлендә йәмәғәт эше итеп рәсми таныуҙы һорарға;

3. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты инициативаһы менән иғлан ителгән һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы хуплаған 2020 — Башҡорт теле йылы сиктәрендә районда википедия хәрәкәтен киң йәйелдерергә;

4. 15 марттан 15 апрелгә тиклем 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған вики-айлыҡ сиктәрендә һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында мәҡәләләр яҙыу һәм Викимилеккә фотолар тейәү буйынса район конкурсы үткәрергә.

Википедия ирекмәндәренә бағышланған шиғыр ижад ителде. Авторы — өләсәйҙәргә Википедияға юл күрһәтеүсе, беренсе вики-өләсәй Гүзәл Ситдиҡова.

ВИКИӨЛӘСӘЙҘӘРГӘ МӘҘХИӘ

Селтәр шәлдәр бәйләй ине

Өләсәйҙәр элгәре,

Хәҙер интернет селтәре

Сырмап алған үҙҙәрен.

Тарих һөйләй, бешерәләр,

Тос йомаҡтар сисәләр,

Берсә тауҙарға менәләр,

Берсә диңгеҙ кисәләр.

Улар шулай Йыһанды ла

Урап ҡайта тиҙ генә,

Тәржемә менән ҡайнайҙар -

Бәхәстәргә түҙ генә!

Ни һораһаң — тиҙ-тиҙ генә

Яуап таба һалалар,

Юҡ белмәгән ауылдары,

Юҡ белмәгән ҡалалар…

Фотоларҙы оҫта ғына

Тейәйҙәр интернетҡа,

Нимә генә эшләмәйҙәр

Виртуаль кабинетта!

Яҙған мәҡәләләрен дә

Байтта ғына үлсәйҙәр!

Ябай өләсәй түгелдәр -

Был вики — өләсәйҙәр!

Гүзәл Ситдиҡова

2019 йылда иң әүҙем 10 ирекмән эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Wikiscan нигеҙендә иҫәпләнде.

№ пп Ҡатнашыусы Мөхәррирләү
һаны
Балл Ҡатнашыусы Мәҡәлә һаны Балл Ҡатнашыусы Индерелгән күләм (Мбайт) Балл Ҡатнашыусы Эш көнө Балл Ҡатнашыусы Дөйөм балл Урын
1 Айсар 17,110 10 Юлдашева Луиза 1,334 10 Юлдашева Луиза 11 M 10 Айсар 362 10 Айсар 27 3
2 Юлдашева Луиза 9,323 9 Банат Валеева-Яубасарова 806 9 Банат Валеева-Яубасарова 9.3 M 9 Юлдашева Луиза 328 9 Юлдашева Луиза 38 1
3 ZUFAr 2,244 8 Guram52 555 8 Тутыйғош 7.1 M 8 ZUFAr 282 8 ZUFAr 16 6-7
4 Guram52 5,451 7 Ryanag 433 7 Айсар 4.9 M 7 Guram52 281 7 Guram52 28 2
5 Тутыйғош 3,494 6 Тутыйғош 345 6 Guram52 4.7 M 6 Тутыйғош 257 6 Тутыйғош 26 4
6 Рөстәм Нурыев 4,801 5 Таңһылыу 277 5 Ryanag 4.5 M 5 Рөстәм Нурыев 246 5 Рөстәм Нурыев 10 8
7 Аҡҡашҡа 2,677 4 Аҡҡашҡа 232 4 Аҡҡашҡа 4 M 4 Аҡҡашҡа 236 4 Аҡҡашҡа 16 6-7</gallery>
8 З. ӘЙЛЕ 1,490 3 З. ӘЙЛЕ 188 3 Таңһылыу 3.5 M 3 З. ӘЙЛЕ 194 3 З. ӘЙЛЕ 9 9
9 Банат Валеева-Яубасарова 2,605 2 Хаят Йосопова1 177 2 Хаят Йосопова1 3 M 2 Банат Валеева-Яубасарова 174 2 Банат Валеева-Яубасарова 22 5
10 Alfiya55 1,193 1 Alfiya55 149 1 Alfiya55 2.8 M 1 Alfiya55 173 1 Alfiya55 4 12-13
Ryanag 7 11
Таңһылыу 8 10
Хаят Йосопова1 4 12-13

Башҡорт Википедияһында 51 мең мәҡәлә яҙылды. Юбилейлы мәҡәләне (Топаллер Анатолий Семёнович) Аҡҡашҡа яҙҙы.

Викиөләсәйҙәр юзер-төркөмө өсөн Йондоҙсоҡ эшләгән логотип Викимедиа Фондынан хуплау алды, хәҙер төркөм раҫланған хәлдә уны эшмәкәрлектә файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Хаттың йөкмәткеһе былай:

Thank you for your email. Your proposed logo is acceptable to use as a user group logo.

Best, Chuck == Charles M. Roslof Legal Counsel Wikimedia Foundation

БР "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының Бөрйән районы филиалы етәксеһе, викиирекмән Рәшиҙә Ғизәтуллина 2 декабрь Ҡотан, 3 декабрь Ырғыҙлы, 4 декабрь Исламбай, 6 декабрь Брәтәк ауылы ағинәйәҙәре менән осрашыуҙарҙа Башҡорт википедияһы тураһында әңгәмәләр алып барҙы.Улар араһында викиөләсәйҙәр сафына баҫырлыҡ әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар барлығы асыҡланды.

Бөрйән_районы_Брәтәк_ауылы_ағинәйҙәрен_Рәшиҙә_Ғизәтуллина_Башҡорт_википедияһы_менән_таныштыра

Викиөләсәй, РФ һәм РБ Яҙыусылар Союзы ағзаһы Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән "Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары" (Льюис Кэрролл) тигән китап "Инеш" нәшиәтендә донъя күрҙе. Ул Башҡортостан Башлығының Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына 3 мең дана тираж менән нәшер ителде. Китап республиканың китапханаларына таратыласаҡ.

Башҡортостан спутник телевидениеһы каналынының "Киске телеүҙәк" тапшырыуында викиирекмәндәр Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, Гүзәл Ситдиҡова, Миңһылыу Абдуллина, Рәшиҙә Ғизәтуллина башҡорт википедияһының бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаштылар.

Викиөләсәйҙәр_"Киске_телеүҙәк"_тапшырыуында

Башҡорт Википедияһында шәхестәр тураһында яңы мәҡәлә яҙыу һәм Викидатала яңы элемент булдырыу серҙәрен өйрәткән беренсе вебинар үтте. Вебинарҙың яҙмаһын ЮТУБ каналында был һылтанма YouTube сайтында Видео аша ҡарарға була.

Башҡорт википедияһы ирекмәндәре Илдус Ситдиҡов менән викиөләсәй Гүзәл Ситдиҡова Өфөләге Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында викиклуб ойоштороу ниәте менән мастер-класс үткәрҙе. Уҡыу-уҡытыу процесында интернет-ресурстар ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә, мәҫәлән, Башҡортостан тураһында инглиз телендәге мәҡәләләргә инеп, төҙәтмәләр эшләргә, тулыландырырға була.

Осрашыуға 10-сы, 9-сы һәм 5-се синыф уҡыусылары килде. Инглиз теле уҡытыусыһы Фазлетдинов Рәмил Таһир улы балаларға лицейҙың юбилейы ла айҡанлы инглиз телендә мәҡәлә әҙерләргә һәм Википедияға ҡуйырға тәҡдим итте. Шулай уҡ башҡорт телендә лә мәҡәләләр яҙырға ниәтләнәләр.

Буласаҡ википедистар менән әңгәмә
Буласаҡ википедистар менән әңгәмә

Бөгөн Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы Мөхтәр Сәғитов музейы бинаһында википедияла эшләргә теләүселәр менән осрашыу үтте. Википедист Юлдашева Луиза википедия уңыштары, эшләү алымдары менән таныштырҙы, буласаҡ ирекмәндәрҙең һорауҙарына яуаптар бирҙе. Яҡын көндәрҙә өйрәнеү дәрестәре планлаштырылды.


Буласаҡ википедистар менән әңгәмә
Буласаҡ википедистар менән әңгәмә

Бөгөн Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы Мөхтәр Сәғитов музейы бинаһында википедияла эшләргә теләүселәр менән осрашыу үтте. Википедист Юлдашева Луиза википедия уңыштары, эшләү алымдары менән таныштырҙы, буласаҡ ирекмәндәрҙең һорауҙарына яуаптар бирҙе. Яҡын көндәрҙә өйрәнеү дәрестәре планлаштырылды.


Ур-ра! Башҡорт Википедияһында 50 меңенсе мәҡәлә яҙылды: Туған тел (Рәми Ғарипов шиғыры), авторы Visem!

Фейсбук һәм ВКонтакте сайттарында "Викиөләсәйҙәр-Викибабушки" (https://vk.com/wikigrannies) төркөмдәре булдырылды. Фейсбуктағы "Викибабушки - Викиөләсәйҙәр - Wikigrannies" (https://www.facebook.com/groups/407797120166777/) төркөмөнә сит илдә йәшәгән ирекмәндәр ҙә саҡырыласаҡ, сөнки оло йәштәгеләр өсөн халыҡ-ара юзер-төркөм булдырыу күҙҙә тотола.

Башҡортостан викимедиасылары төркөмө ирекмәндәре Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда сираттағы вики-сәйләүгә йыйылды. Осрашыуға Әлфиә Аҡбутина ((Alfiya55) , Гүзәл Ситдиҡова (Guram52), Илдус Ситдиҡов (Il-Gil), Зөфәр Сәлихов (ZUFAr), Минһылыу Абдуллина (Аҡҡашҡа), Банат Валеева-Яубасарова, Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З. ӘЙЛЕ), Рәшиҙә Ғизәтуллина, Рөстәм Нурыев килде. Онлайн бәйләнеш аша Ҡазандан Фәрхәд Фәтҡуллин (Frhdkazan), Сибайҙан Ләйсән Абдрахманова (Ләйсән), Санкт-Петербургтан Андрей Петров (Erzianj jurnalist), Ижевскиҙан Андрей Чемышев, Мәскәүҙән Николай Литвинов (‎Niklitov) һәм Олег Абарников (Soul Train) фекер алышыуҙа ҡатнашты. Сербиянан, Швецариянан, Украинанан, Мәскәүҙән ҡайтҡан күстәнәстәр, Өфөнән, Ҡырмаҫҡалы, Өфө һәм Бөрйән райондарынан килеп еткән ашамлыҡтар, өс төрлө башҡорт балы, телде йотарлыҡ тәмле торт менән биш самауыр сәй эселде. Биш сәғәт дауамында төрлө мәсьәләләр ҡаралды һәм эшлекле ҡарарҙар ҡабул ителде:

Тулы мәғлүмәт бында

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың — 100, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Алтын ҡурай» Беренсе Халыҡ-ара журналистар конкурсында ВикиНовости хәбәрсеһе З. ӘЙЛЕ «Ирәмәлгә сәйәхәт: әкиәти-хәҡиҡәт» репортажы өсөн «Интернеттағы иң яҡшы мәҡәлә» махсус номинацияһы призына эйә булды.

Мәскәүҙә Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ менән «Комсомольская правда» гәзите ойошторған һәм өсөнсө тапҡыр үткәрелгән «Ключевое слово» Бөтә Рәсәй конкурсында 713 дәғүәсе араһынан Башҡорт Википедияһының «Вики-өләсәйҙәр» проекты (авторы — З. ӘЙЛЕ) ете номинация буйынса билдәләнгән 9 еңеүсе араһында «Иң яҡшы социаль инициатива» номинацияһында еңеү яуланы! Призды сарала ҡатнашыусы, Башҡорт теленә ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова алып ҡайтты.

Бөгөн Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә «Шаңдау» вики-клубының ултырышы булды. Унда өлкән википедистар Һәҙиә һәм Рәшиҙә Ғизәтуллина уҡыусылар менән вики-күнекмәләр үткәрҙе. Ирекмәндәр мәҡәлә төҙөргә һәм фото тейәргә өйрәнде. Яңы ирекмәндәр теркәлде.

Бөрйән википедиясылары Ғизәтуллина Рәшиҙә һәм Ҡотлобаева Көнһылыу, индивидуаль вики-дәрестәр үткәреп, Мөхтәр Сәғитов музейы менән хеҙмәттәшлек итергә килеште. Музей директоры Рәсилә Иҫәнғужина ирекмән булып теркәлде һәм википедияла эшләү буйынса тәүге күнекмәләр алды. Шулай уҡ райондың «Таң» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнештәр булдырылды. Журналист һәм шағир Айһылыу Ғарифуллина "Дәреслек"тә мәҡәлә ҡуйырға өйрәнде. Дини темалар буйынса эшләргә ризалыҡ белдерҙе. Район хакимиәте һәм Бөрйән РОО етәкселеге менән район ауылдарында һәм мәктәптәрҙә викидәрестәр ойоштороу, ирекмәндәр рәтен үҫтереү буйынса дөйөм һәм 2019—2020 йылдарға тәғәйенләнгән план ҡабул ителде.

Швецияның баш ҡалаһы Стокгольм университетында донъя википедистарының Викимедиа Фонды ойошторған сираттағы ҙур сараһы — ирекле белемдең барлыҡ проекттарын берләштергән конференция — Викимания-2019 үтте. Ул «Бергә көслөрәкбеҙ»: Викимедиа, ирекле белем һәм тотороҡло үҫеш өлкәһендәге маҡсаттар" темаһына арналды. Сарала Башҡорт Википедияһы ирекмәне З. ӘЙЛЕ ҡатнашты. Тәүге ике көндә хакатон һәм махсус уҡыу ойошторолһа, артабанғы өс көндә конференциялар, бәхәстәр, осрашыуҙар, тренингтар һәм семинарҙар уҙҙы, хәрәкәттең стратегияһы ҡаралды, йыйылыусылар үҙҙәренең яңы проекттары, эшмәкәрлек йүнәлештәре, яңы идеялары менән уртаҡлашты. Йомғаҡлау ултырышында Викимедиа Фондының башҡарма директоры Кэтрин Мейер (Кэтрин Маэр) Башҡорт Википедияһының әүҙем ирекмәндәре — вики-өләсәйҙәрҙе маҡтап телгә алды. «Миңә бигерәк тә башҡорт өләсәйҙәренең — Рәсәйҙең Башҡортостан тип аталған төбәгендә, нигеҙҙә ауыл райондарында йәшәгән оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлгөһө оҡшай. Улар 2016 йылдан алып рус теленән башҡортсаға мәҡәләләр тәржемә итә һәм бөгөн Википедияның башҡорт бүлеге ошондай тәржемә буйынса донъяның алдынғы 20 бүлеге рәтенә инә. Әйҙәгеҙ, өләсәйҙәрҙе билдәләп китәйек!» — тине ул. Был — Башҡорт Википедияһы өсөн ҙур ҡыуаныс һәм оло ҡаҙаныш. Киләһе Викимания 2020 йылда Бангкокта үтәсәк.

Торатау конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙың тарих һәм башҡорт халҡының үҫеше секцияһында башҡорт википедияһы вәкилдәре Зөфәр Сәлихов һәм Гүзәл Ситдиҡова ҡатнашты. Гүзәл Ситдиҡованың сит өлкәләрҙә башҡорт топономикаһы тураһындағы сығышы делегаттар араһында ҡыҙыҡһыныу уятты. Осрашыу һуңында бәйләнешкә инеү мөмкинселеге тураһында һораусылар булды.





Рәсәйҙән Башҡорт википедияһыһы хакимы Зөфәр Сәлихов менән ирекмән вики-өләсәй Миңһылыу Абдуллина эстон википедистары саҡырыуы буйынса Эстонияла Халыҡ-ара викимедиа конференцияһында ҡатнашты. Рәсәй менән сиктәш урынлашҡан Нарва ҡалаһына йыйылдыҡ. «Викимедиа — Википедия хәрәкәте стратегияһы — 2030» тип аталған халыҡ-ара конференцияһына эстондар рус телле (рәсәй, башҡорт, татар, яҡут, эрзя) википедистарҙы саҡырғайны.

Төп ойоштороусы 32 йәшлек Каарел Вайдла (эст. Kaarel Vaidla) — Викимедиа проекттары ҡатнашыусыһы (Misosoof нигы менән), 2013 йылдың октябренән «Викимедиа Эстония» хәрәкәтенең башҡарыусы директоры. Дауамы Викидәреслектә

49000-се мәҡәлә яҙылды — Кесе Тирмәнкүл, башлап яҙыусы Guram52.

17 апрелдә Иҫке Собханғол базаһында Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Көндөң тәүге яртыһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, БашВики хакимы Рөстәм Ғатауллин һәм Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ, «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы директоры Владимир Медейко Бөрйәндең Бөрйән вики-клубы ирекмәндәре менән берлектә бер төркөм район уҡытыусылары өсөн викидәрес үткәрҙе. Унда башҡорт теле, тарих һәм география уҡытыусылар ҡатнашты.

Викидәрес Бөрйән ағинәйҙәре етәксеһе Ғизәтулина Рәшиҙә Хәй ҡыҙының сәләмләү һүҙе һәм килгән ҡунаҡтар менән таныштырыуҙан башланып китте. Артабан эшлекле осрашыу ҡоролтай йыйылышы сиктәрендәге секцияларҙа дауам итте. « Йәмәғәт ойошмаларының милли үҙаңды формалаштырыуҙағы роле» (модераторы М. Ғүмәров) секцияһында Бөрйән ағинәйҙәр ҡороның етәксеһе Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы бай йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны.

Өфө ҡунағы, Башҡортостан Википедияһы етәксеһе Рөстәм Ғатауллин, Бөтә Рәсәй Википедияһынан Владимир Медейконың сығыштары, бигерәк тә уларҙың Бөрйән википедистары Көнһылыу Зәки ҡыҙы, Рәшиҙә Хәй ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәтен баһалап әйткән һүҙҙәре йөрәккә май булып яғылды.(Бөрйән районы, «Таң» газетаһындағы мәҡәләнән алынды)

Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Иҫке Собханғол ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев бөрйәндәр өсөн махсус семинар үткәрә. Был сараға Мәскәүҙән «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы директоры Владимир Медейко ла килде.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Башҡорт википедияһының уҡыусылар араһында тәүге булып ойошторолған «Шаңдау» клубы үҙенең эшмәкәрлеген башланы.

Клуб етәксеһе, Башҡорт википедияһының әүҙем ҡатнашыусыһы, 10 класс уҡыусыһы Ҡәҙриә Ҡасимова 5-10 — сы кластарҙан йыйылған уҡыусыларға википедияның нимә булыуы, уның ҡулланыусыларға нимә биреүен аңлатып үтте, ҡатнашыусы булараҡ теркәлеп, артабан нисек эшләп китергә өйрәтте.

Уҡыусылар теркәлеү үтеп, тәүге эште башҡарҙылар, йәғни, тексты руссанан башҡортсаға тәржемә итеп википедияға индерергә өйрәнделәр.

Клуб уҡыусыларҙы википедия эшенә ылыҡтырыу юҫығында планлы рәүештә эш башланы, артабан эш дауамында нимәләргә өйрәнеү мөмкинселеге барлығын аңғартып, Башҡорт википедияһының яңы ҡатнашыусылары күңеленә ойотҡо һалып ҡайтарырға ла онотманы.

48000-се Араканцев бюсы (Семикаракорск) мәҡәләһе яҙылды. Беренсе авторы Ҡатнашыусы:Юлдашева Луиза.

Бөрйән Вики-клубы ирекмәндәре Рәшиҙә Ғизәтуллина (Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы), Һәҙиә (Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы), Юлдашева Луиза (Юлдашева Луиза Әбуталип ҡыҙы) Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары өсөн викидәрес үткәрҙе.

Сараны ойоштороуҙа башланғыс кластар уҡытыусыһы Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡасимова, директорҙың тәрбиә эштәр буйынса урынбаҫары Мәүлиҙә Зәйнулла ҡыҙы Ғәликәева ярҙам итте.

Викидәрестә уҡытыусылар Шәфҡәт Ғәликәев, Азалия Сынбулатова, ветеран-уҡытыусы Муллағолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы, 6-сы, 9-сы, 10-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.

Википедияла эшләргә теләүсе уҡыусыларҙан вики-клуб төҙөргә ҡарар ителде. Араларынан клубты етәкләүсе итеп Ҡәҙриә (Ҡәҙриә Ҡасимова), мәктәптә эште ойоштороусы итеп Рәсилә Мәсәғүтова, интернат буйынса — Гөлиә Исҡужина билдәләнде.

Әбделмәмбәт урта мәктәбе, уның етәкселәре, уҡытыусылары, уҡыусылары маҡсатлы, ынтылышлы, юғары рухлы, алдынғы ҡарашлы булыуҙары менән күптән инде бөтә республикала билдәлелек һәм ихтирам яулаған. Башҡорт Википедияһын үҫтереүҙә лә алдынғылар рәтендә, алға әйҙәүсе маяк булыр тигән ышаныс бар.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезында Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, Сәриә Ҡаһарманова, Рөстәм Нурыев, Минһылыу Абдуллина ҡатнашты.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында викиирекмән, Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2019» төбәк-ара конкурсы лауреаты, Белорет районынан һайланған съезд делегаты Сәриә Ҡаһарманова глобаль энциклопедияны дәрестә ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Башҡорт Википедияһы үҙ эшмәкәрлеге менән таныштырған күргәҙмә ҡуйҙы. Күргәҙмәне Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡараны. Минһылыу Абдуллина көн оҙоно съезд делегаттарына һәм ҡунаҡтарына Википедия тураһында һөйләне. Бик күп делегат менән бәйләнеш урынлаштырҙы, Википедияға ҡушылырға өндәне.

Рөстәм Нурыев 6-сы секция ултырышында Башҡорт Википедияһының мәғарифтағы роле тураһында сығыш яһаны, Википедияны мәғарифта файҙаланыуҙы йәнләндереү саралары тураһында әйтте. Мәғәриф министры урынбаҫары Филүс Хмитйән улы Миназов хеҙмәтәшлек итергә тәҡдим итте.

Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, журналист булараҡ, фото төшөрҙө һәм мәғлүмәт тупланы.

Съезд барышында Рөстәм Нурыев Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Данилович Морозкин менән әңгәмәләште, яҡын киләсәктә БДУ базаһында Викимедиа конференцияһын үткәрергә фатиха алды.

10 — 12 апрель көндәрендә Өфөлә үтәсәк I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына делегаттар һайлау һәм съезд программаһына тәҡдимдәр индереү маҡсатында 28 март көнө Иҫке Собханғол мәктәбенең тамаша залында «Федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүҙең мөһим мәсьәләләре» темаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район конференцияһы үтте.

Был эшлекле сарала мәғариф ветерандары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары: Зәйтүнә Мазһар ҡыҙы Фәтхетдинова, Эльмира Фәхретдин ҡыҙы Әминева, бөгөнгө көндә лә Байназар мәктәбендә уңышлы эшләүсе Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағолова, Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙина, Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы Рәхимә Фәтхетдин ҡыҙы Муллағолова, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары Рәйлә Ғәзизйән ҡыҙы Баязитова һәм Таңһылыу Әғзәм ҡыҙы Кинйәбаева, мәктәп етәкселәре, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Википедия эше буйынса ҙур эштәр башҡарыусы ихтирамлы әүҙем райондаш ағинәйҙәребеҙ — район ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина (Рәшиҙә Ғизәтуллина), Луиза Әбүталип ҡыҙы Юлдашева (Юлдашева Луиза), Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы Науразбаева (Вәлимә), Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаевалар (Һәҙиә) ҡатнашты.

Конференцияла «Бөрйән районы белем биреү ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошо. 2019—2020 уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттар» темаһына методист Гөлназ Дамир ҡыҙы Мөхәмәдйәрова, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методик берекмәһенең эшмәкәрлеге» тураһында берекмә етәксеһе Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитова, «Балалар баҡсаһында туған телдә белем биреүҙең өҫтөнлөктәре» темаһына тәрбиәсе Айгөл Ураз ҡыҙы Вәлиева сығыш яһаны. Артабан 10-12 апрель көндәрендә Өфөлә үтәсәк I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында Бөрйән районынан ҡатнашасаҡ делегаттар һайланды, резолюция ҡабул ителде.

Резолюцияла мәктәп директорҙанына Башҡорт википедияһы менән эшмәкәрлек итеүҙе ойоштороу буйынса ҡарар ҡабул ителде.

«Викимедиа РУ» сайтында 2018 йылға йомғаҡ яһалған һәм Вики—премия 2019 еңеүселәре иғлан ителгән. Башҡорт Википедияһында иң күп өлөштө Айсар индергән һәм еңеүсе тип танылған. Ҡотлайбыҙ!!!

Башҡорт Википедияһының 47000-се мәҡәләһе яҙылды. Ҡайһы мәҡәләгә тура килеүен бер тәүлектән һуң билдәләү сәбәпле «түңәрәк» һанлы мәҡәләне теүәл әйтеп булманы. Исемлектә күрһәтеләгән мәҡәләләрҙең береһе 47000-се мәҡәләгә тура килә:

Ваҡыты Исеме Беренсе авторы
06:44, 6 март 2019 ‎ Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Мәскәү) Юлдашева Луиза
05:55, 6 март 2019 Ҡабан (Уйылға ҡушылдығы) Guram52
05:53, 6 март 2019 ‎ Ҡабырсаҡ Guram52
05:53, 6 март 2019 ‎ Халыҡ-ара балалар китабы көнө Guram52
05:52, 6 март 2019 Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө Guram52
05:52, 6 март 2019 ‎ Һан (мәғәнәләр) Guram52
Файл:Викиосрашыу 2 март.jpg

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йортонда башҡорт википедияһы ирекмәндәре осрашыуы үтте. Ошо уҡ ваҡытта Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында «Бөрйән вики-клубы» ирекмәндәре йыйылды. Осрашыуға килеүселәр араһында видео-бәйләнеш булдырылды. Видео-конференцияла ҡатнашыусылар бер-береһен сәләмләне, булған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә килешелде. Вики-марафондарҙа әүҙем ҡатнашыусы Банат Валеева-Яубасароваға вики-бүләктәре тапшырылды. Осрашыуға килгән «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы википедистар эше менән ҡыҙыҡһынды.

Сиде — Башҡорт Википедияһының 46 меңенсе мәҡәләһе яҙылды. Өфө ваҡыты менән 14:31, беренсе мөхәррире Хаят Йосопова1 .

Башҡортостан 100 супер вики-марафонына йомғаҡ яһалды.

  • Гугл-дискта дөйөм иҫәп таблицаһы
  • 92 мөхәррир ҡатнашты, 5478 мәҡәлә яҙылды һәм тулыландырылды, шул иҫәптән башҡорт телендә 3861, башҡа телдәрҙә 1618 мәҡәлә, 427 фото тейәлгән.
  • Еңеүселәр (мәҡәлә/мәрәй/фото/мәрәй):
  1. Тутыйғош (546 /682,6 /22 /22,0),
  2. Таңһылыу (962/610,9)
  3. Юлдашева Луиза (535/397,8),
  4. Qolcomaq (896/394,3),
  5. Аҡҡашҡа (181/245,7),
  6. Хаят Йосопова1 (344/237,3),
  7. Cekli829 (10/29,2) (54,192,00),
  8. Alfiya55 (164/202,1),
  9. Visem (210/141,8/36,0/36,0),
  10. Ryanag (152/129,5/2/2,0) (10/22,50),
  11. Банат Валеева-Яубасарова (150/126,9),
  12. Aidar254 (10 /10,0 /132 /132,0),
  13. Һәҙиә (98/101,2/19/19,0),
  14. ZUFAr (32/17,5/56/56,0) (16/10,3),
  15. З. ӘЙЛЕ (99/93,5/3/3,0),
  16. Erzianj jurnalist (77/73,8),
  17. Сәриә62 (58/61,9),
  18. Шәһәрбаныу (50/55,3),
  19. Guram52 (100/52,5),
  20. Магира 62 (28/49,1),
  21. Раушания Рамазанова (52/42,6),
  22. jaba1977 (60/39,2),
  23. Oyuncu Aykhan (51/36,50),
  24. Айсар (50/32,3)
  25. Cercvadze2001 (57/28,9)

Башҡортостан 100 супер вики-марафон тамамланды. Йомғаҡ һуңыраҡ яһаласаҡ.

Әүҙем википедиясы Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡаһарманова (Сәриә62) тураһында уның уҡыусылары Айгүзәл, Розанна һәм Гөлгөнә видеояҙма әҙерләгән һәм Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолған «Иң яҡшы уҡытыусы» интернет-конкурсына биргән.

Бөгөн Өфө районы Жуков ауылында башҡорт википедиясыларының сираттағы осрашыуы булды. Сараға яңы ирекмәндәр килде. Уларҙы википедия етәкселәре Рөстәм бей һәм Зөфәр бей сабырлык менән өйрәтте. Улар википедияға нисек инеүҙән алып, текстар яҙыу, фотолар тейәү һәм башҡа википедия серҙәрен аңлаттылар. Яңы килгән ағзалар киләсәктә әүҙем яҙышырға килеште.


31 октябрь, 45 меңенсе мәҡәлә

[сығанаҡты үҙгәртеү]

1987 йылда йыһанға осороуҙар исемлеге, 45 меңенсе мәҡәлә, нәшер ителеү ваҡыты — 21:34, 31 октябрь 2018‎, Soul Train башлап яҙҙы.

13-15 октябрҙә Wikimedia CEE Meeting 2018 — Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре викимедиасыларының быйылғы конференцияһы Украинаның Львов ҡалаһында үтте. Был конференцияла ҡатнашыу мөмкинлеге миңә, Сәриә62-гә һәм З. ӘЙЛЕ-гә бирелде. Сарала төрлө илдәрҙән йыйылған 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәйҙән Мәскәү, Дондағы Ростов тарафтарынан рус википедияһы эшмәкәрҙәре лә, эрзя, татар википедияһы вәкилдәре лә булды. Шулай уҡ Польшанан Вячеслав Чернев та килде. Конференция иртәнге 10-сы яртынан башланып, киске 7-ләргә тиклем дауам итте. Һәр тарафтан килгән коллегеаларҙың сығыштарын тыңлау (Фәрхәдтең синхрон тәржемәһе аша) ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булһа, Зәйтүнә Ниғмәтйәнованың башҡорт википедияһы эше менән таныштырған башҡорт телендәге сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Бынын тыш, Украина уҡытыусылары эшләгән секцияла ҡатнашып, википедия эшенә уҡыусыларҙы йәлеп итеү, дәрестәрҙә викиматериалдарҙы ҡулланыу буйынса эш тәжрибәләре тураһында байтаҡ мәғлүмәт алынды. Әйтергә кәрәк, украин коллегелары был тәңгәлдә ярайһы уҡ алда бара: уларҙың балалар менән эшләү буйынса эш программалары ла, һәр төрлө методик ҡулланмалары ла бар. Уларҙың ҡайһыларына патент алынған, ҡайһыларылыр китап итеп баҫтырылыуға тапшырылған. Һәм улар уҡыусылар менән эш итеү мәсьәләһен үҙҙәренең мәғариф министерлыҡтары кимәлендә хәл итергә уйлайҙар.

Wikimedia CEE Meeting 2018 халыҡ-ара вики-конференцияһында Башҡортостан вәкилдәре

Бөрйән викиклубы волонтерлыҡ эшен йәйелдереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара.23 июндә район мәҙәниәт йортонда үткән төбәк ағинәйҙәр ҡоронда 300 кешелек аудитория алдында Көнһылыу Ҡотлобаева Башҡорт википедияһының эшмәкәрлеге тураһында презентация менән сығыыш яһаны.20 июлдә шулай уҡ район үҙәге Иҫке Собханғолдоң Әбделмән мәсетендә мөслимәләр өсөн викидәрес үткәрелде.Унда дини темаларға мәҡәләләр яҙыу мәсьәләһе күтәрелде.13 августа район ағинәйҙәре Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы етәкселеге менән берлектә"Көмөш сылбыр" проектын башлап, уның беренсе семинарын үткәрҙе.Был сарала ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө өсөн викидәрес үткәрелде. 24 сентябрҙә район мәктәптәренең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫарҙары һәм методистар өсөн кәңәшмә үтте.Унда быйылғы уҡыу йылында мәктәптәрҙә википедия эшмәкәрлеген ойоштороу эше күҙалланды. Көнһылыу Ҡотлобаева, Луиза Юлдашева, Рәшиҙә Ғизәтуллина сығыш яһаны.

17 сентябрь, 44 меңенсе мәҡәлә!

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Нурмөхәмәтов Ниғмәтйән Мөхөтдин улы — 44 меңенсе мәҡәлә, Хаят Йосопова1 яҙҙы.

Башҡортостан 100 викимарафонының 5-се этабы башланды

«Иҙел» кафеһында башҡорт википедиясыларының сираттағы осрашыуы үтте. Осрашыуға әүҙем википедиясылар килде. Йыйын барышында 2018 йыл Вики-яҙ 2018, Әзербайжан айлығы, Башҡортостан 100, ВикиГап кеүек сараларға бай булыуы һәм ҡатнашыусыларҙың әүҙем булыуы телгә алынды. Ҡатнашыусыларға Вики-яҙ конкурсын ойоштороусыларҙан һәм шәхси эшҡыуырҙар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Осрашыуға Рәсәй Президенты грантын алырға булышлыҡ иткән «Молодая Гвардия» төбәк ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Люциә Юлтыева саҡырылғайны. Люциә Юлтыева ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны һәм бүләктәр тапшырҙы. фотолар

Кейптаунда үткән Викимания-2018 конференцияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләү

Кейтаунда Викимания 2018 конференцияһы үтте.

Сибай вики-клубының ағымдағы осрашыуы
Сибай вики-клубының ағымдағы осрашыуы

Сибай вики-клубының ағымдағы осрашыуы Йәштәр китапханаһының мәғлүмәт-хоҡуҡ үҙәгендә үтте. Ҡарағай Ҡыпсаҡбикә исемле яңы ҡатнашыусы теркәлһә, Римма Аҡманова быға тиклем алған белемен яңыртты. Дәресте Ләйсән алып барҙы.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында
Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында

Баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында волонтерлыҡ йүнәлеше киң йәйелдерелгән. Ошо ысулды башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм донъя кимәлендә таратыу маҡсатында ҡулланыу ниәтенән мәктәп коллективы Википедия хәрәкәтенә лә ҡушылырға теләк белдерҙе һәм Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев менән З. ӘЙЛЕне осрашыуға саҡырҙы. Әңгәмә барышында берлектәге эшмәкәрлек йүнәлештәре ҡаралды.

2 июнь. Беҙҙә — 43 мең мәҡәлә!

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тормош алға елә: 43 мең мәҡәлә кимәленә лә еттек! Ур-ра! Алға, туғандар, алға!!! Оло Тәгеш, башлап яҙыусыһы Ryanag

Башҡортостан 100 марафонының дүртенсе этабы тамаланды (21 февраль — 31 май 2018 йыл). 79 мөхәррир ҡатнашты, 1152 мәҡәлә яҙылды һәм тулыландырылды, 15 фоторәсем тейәлде.

19 — 23 апрель

[сығанаҡты үҙгәртеү]

«Викимедиа Дойчланд» энциклопедик белемде таратыуға булышлыҡ итеүсе маҡсаты менән сираттағы конференцияһын үткәрҙе. Конференцияла донъяның 50-гә яҡын иленән делегаттар ҡатнашты. Башҡорт вики-йәмғиәте был сараға Ришат Сәйфетдинов менән Зөфәр Сәлиховты ебәрҙе. Конференция ҡуйылған бурыстарҙы һәм булған мәсьәләләр хәл итеү, төрлө илдәрҙә эшләп килгән вики-йәмғиәт ойошмаларының эшен көйләү һәм үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булды. Форумда яҡын киләсәктә әүҙем ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү һәм вики-проекттарҙың артабанғы үҫешенә стратегик йүнәлеш билдәләнде.

«АртКлуб» ижади оҫтахана майҙанында һәр аҙнала үткәрелгән «Мәҙәни йома» осрашыуында Рөстәм Нурыев Башҡорт Википедияһы менән таныштырҙы.

14 апрелдә башҡорт википедиясылары сираттағы вики-осрашыуға йыйылды. Осрашыуға килеүселәр категориялар ҡуйыу, викидатаға мәғлүмәт өҫтәү кеүек алымдарҙы камиллаштырҙы. Рөстәм Нурыев менән З. ӘЙЛЕ эшләү тәжрибәләре менән уртаҡлашты һәм һорауҙарға яуап бирҙе. Яңы ҡатнашыусылар (Хаят Йосопова1,Юлдашева Луиза) википедияға нисек килеп ҡушылғандарын, нидәй ҡыйынлыҡтар булыуы тураһында һөйләне, үҙ остаздарына рәхмәттәр әйтте. Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән күстәнәстәр алып килгән ине, Dina1965 сәй әҙерләне.

Башҡорт Википедияһының 42000-се мәҡәләһе яҙылды — Туҡай урамы (Өфө), беренсе авторы Юлдашева Луиза.

Википедия:WikiGap 2018 -Bashkortostan марафоны башланды. 8 апрелдә тамамлана.

Башҡортостан 100 башланды, 31 майҙа тамамлана.

Проект:Олимпия викимарафоны тамамланды.

Энгельс (ҡала) — 41000-енсе мәҡәлә яҙылды.

  • Олимпия викимарафоны — 2018 йылдың 1 ғинуарынан 11 февраленә тиклем дауам итеүсе викимарафон башланды. Ҡатнашыусылар Олимпия уйындарына ҡағылышлы яңы мәҡәләләр яҙа йәки булғандарын тулыландыра.
  • БашВикиның «Меңлеләр» вики-клубы төҙөлдө һәм беренсе саҡырылыш ағзалары иғлан ителде.

БашВикиның «Меңлеләр» вики-клубы — үткән календарь йылда БашВикила әүҙем булған, теркәлгән көндән башлап БашВикила 500-ҙән күберәк үҙгәртеү эшләгән ҡатнашыусыларҙың виртуаль вики-клубы. 2018 йылдың 1 ғинуарында төҙөлдө. Ағзалыҡ йылына бер тапҡыр яңыртыла.

Вики-клуб ағзалары ағымдағы йылда «Башҡортостан викимедиасылары» ойошторған офлайн сараларҙа ҡатнашыу, үҙҙәре төрлө саралар ойоштороу, халыҡ-ара һәм башҡа тел бүлектәрендә үткәрелгән офлайн сараларҙа «Башҡортостан викимедиасылары» вәкиле вәкәләттәрен үтәү, шул сараларға тотонолған сығымдарҙы берләшмә ҡаҙнаһы иҫәбенә атҡарыу хоҡуҡтарына эйә. Вики-клуб ағзаһы булмаған бер ирекмәнгә ошондай уҡ хоҡуҡтар биреүҙе һорай ала.

20 декабрҙә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Советы үҙенең беренсе ултырышын үткәрҙе һәм эшсе органдарҙы билдәләне, уставҡа үҙгәрештәр индерҙе һәм яңы ағзалар һайланы, киләсәккә эш планын ҡабул итте. Совет ағзаһы, Башҡорт Википедияһы ирекмәне З. ӘЙЛЕ йәмәғәтселек менән эшләү йүнәлешенең Башҡорт Википедияһын үҫтереү секторы өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнде.

Баш ҡалала Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең дүртенсе сираттан тыш съезы үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында уҙған сарала республиканың район-ҡалаларынан, башҡорттар күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙән делегаттар ҡатнашты. Съезда Башҡорт Википедияһы ирекмәне З. ӘЙЛЕ "Интернет селтәре киңлектәрендә – вики-өләсәйҙәр" тигән тема буйынса сығыш яһаны.

Башҡалабыҙ Өфөлә Башстаттың ултырыштар залында (Цюрупа урамы, 17) «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө һәм «Викимедиа РУ» йәмғиәт ойошмаһы берлектә ойошторған сираттағы II "БашВикиКон 2017" конференцияһы үтте. Унда Мәскәүҙән "Викимедиа РУ"-ның директоры В. В. Медейко, шулай уҡ Д. Рожков һәм Р. Сәйфетдинов саҡырылғайны. Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Владимир Медейко, Башҡорт википедияһының иң өлкән ирекмәне Банат-Вәлиева-Яубаҫарова һәм иң йәш ирекмән Айҙар Сәлиховтар тәбрикләне. Конференцияның көн тәртибенә ярашлы сығыштар тыңланды, ғәмәли оҫталыҡ дәрестәре һәм тәжрибә уртаҡлашыу ойошторолдо. Ирекмәндәр киләсәккә эш йүнәлештәрен аныҡланы, халыҡ-ара вики-конкурстарҙа, Берлин конференцияһында, СЕЕ-форумында, ил кимәлендә буласаҡ һәм айырым тел бүлектәре үткәрәсәк вики-конференцияларҙа ҡатнашыу буйынса фекер алышты. Башҡорт википедияһында теркәлеү үтеп, яңы эшләй башлаусыларҙы ҡотлау менән бергә, төрлө конкурстарҙа уңыштар яулаған тәжрибәле ирекмәндәргә сертификаттар, дипломдар, бүләктәр тапшырылды. ...башҡа фотолар

1-3 декабрҙә Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында UfaForum 2017 йәштәр форумы үтте. Төп маҡсаты республиканы үҫтереүгә этәргес һәм киләсәктең иҡтисади терәге двигателе булырлыҡ көслө йәмғиәт формалаштырыу булған был сараға республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 700 самаһы әүҙем, алдынғы ҡарашлы йәштәр йыйылды. «Йәмғиәт, Республика, тарих, тел, Өфө, берләшмәләр» платформаһының «Этнотел мәсьәләләре: алтын урталыҡты эҙләү» дискуссия майҙансығында Башҡорт Википедияһы ирекмәне З. ӘЙЛЕ спикер ролендә сығыш яһап, йыйылыусыларға башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау юлында бер ысул булараҡ, Башҡорт Википедияһының әһәмиәте тураһында һөйләне. Шулай уҡ «Викимедиа РУ» коммерция булмаған партнерлыҡ директоры Владимир Медейко менән ВМРУ вәкиле Дмитрий Рожков «Асыҡ китапхана» проекты менән таныштырҙы, авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында һөйләне. Сара һуңында википедистар: Владимир Медейко, Дмитрий Рожков, БашВики хакимдары Рөстәм Нурыев, Зөфәр Сәлихов башҡа эксперттар менән бер рәттән йәштәрҙең һорауҙарына яуаптар бирҙе, уларға аныҡ йүнәлештәр күрһәтте, һәр ваҡыт кәңәштәре менән ярҙам итергә әҙерлектәрен белдерҙе.…башҡа фотолар

Бөрйән районы Килдеғол ауылы ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары йыйылышында Рәшиҙә Ғиззәтуллина халыҡҡа Башҡорт википедияһы тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Ауылдың тарихы, ер-һыу атамалары, билдәле шәхестәре тураһында тупланған мәғлүмәттең электрон варианттарын әҙерләп, яҡын арала википедияның Бөрйән порталында урынлаштырыуҙың әһәмиәте аңлатылды. Ошо юлыҡта эшләргә өйрәнергә теләүселәр өсөн махсус дәрестәр биреү тураһында һөйәләшеү алып барылды.

Бөгөн Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда Башҡорт википедияһы ирекмәндәре Көнһылыу Ҡотлобаева һәм Рәшиҙә Ғиззәтуллина «Таң» гәзите хәбәрселәре Дамир Байназаров менән Айнабат Аҡыеваны, китапханасы Әҡлимә Алтыншинаны Башҡорт википедияһына теркәне. Улар фотография тейәү һәм яңы мәҡәлә яҙыу, шулай уҡ тәржемә итеү буйынса тәүге һабаҡтар алды. 17 ноябрҙә теркәлеү үткән Айгөл Сафина беренсе эшен — райондың билдәле шәхесе, йырсы Ғилман Сәфәрғәлин тураһында мәҡәләһен яҙҙырып ҡуйҙы.

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында район администрацияһы бинаһында Бөрйән викиөләсәйҙәре Банат Вәлиева-Яубаҫарова һәм Лилиә Мусина ҡатнашлығында викисеминарға йыйылды.Улар үҙ-ара тәжрибә менән уртаҡлашты.Бөрйән порталын мәғлүмәт менән тултырыу һәм яңы теркәлгән ирекмәндәрҙе википедияла нығытыу йәһәтенән киләсәккә эш төрҙәре күҙалланды.

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында балалар китапханаһы һәм Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн викидәрестәр үткәрелде. Был сараға Ҡырмыҫҡалы районынан тәжрибәле ирекмәндәр Банат Вәлиева-Яубаҫарова һәм Лилиә Мусина саҡырылды. Улар ярҙамында 6 кеше Башҡорт википедияһына теркәлде.

Бөрйән район китапханаһында викидәрес

Йошкар-Ола ҡалаһында беренсе «Волга буйы вики-семинары» булып үтте. Форумда википедиясыларҙан тыш Марий-Эл Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының милләт һәм конфеция-ара мөнәсәбәттәр бүлеге начальнигы Игорь Садовин, Мари дәүләт университеты уҡытыусыһы Марина Ласточкина, тәржемәселәр, мари теле уҡытыусылары ҡатнашты. Семинарға килеүселәр «Марий Эл» дәүләт бейеү ансамбле концертын ҡараны. Козьмодемьянск ҡалаһындағы мәҙәни-тарихи музей коплексына вики-экспедиция ойошторолдо. Башҡорт Википедияһы вәкиле Зөфәр Сәлихов семинарҙа ҡатнашыусыларҙы универсаль карточка ҡулланыу тәжрибәһе менән таныштырҙы.

«Аҡ тирмә» тарафынан башҡорт йәштәре өсөн ойошторолған ҡыҙыҡлы осрашыуҙар форматында Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев менән танышыу. БашВики тураһында әңгәмә һәм ғәмәли тәжрибәләр. Гүзәл Вильданова, Ынйы Иргалина, Розалия1977‎, ТагирКузбеков‎ теркәлде.

Башҡорт йәштәре менән осрашыу

Башҡорт Википедияһы ирекмәне ‎Аҡҡашҡа Өфө ҡалаһының 123-сө лицейенда үтәсәк фәнни-ғәмәли конференцияға уҡыусыһын Башҡорт Википедияһы тураһында һөйләргә әҙерләне. Ул шулай уҡ Дим районы конференцияһында ла ҡатнашасаҡ. Урыҫ телендәге «Башкирская Википедия: успехи и перспективы развития» тигән темаға сығыш тыңлаусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.

14—15 октябрь

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Мәскәүҙә «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы уҙғарған XI халыҡ-ара вики-конференцияла ҡатнашты. Конференцияла рус, бүрәт, лезгин, яҡут, тыва, татар, чечен, әрмән, украин, поляк Википедияларынан вәкилдәр ҡатнашты, иң ҙур делегация Башҡорт Википедяһынан булды. Сарала Рәсәй һәм күрше илдәр телдәрендә Википедияны үҫтереү тураһында сығыштар булды. Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев «Рәсәй телдәрендәге Википедиялар» тигән түңәрәк өҫтәлде һәм секцияны алып барҙы.

10 октябрь 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөрйән районы Байназар ауылында викиоләсәйҙәр бәләкәй кәңәшмәгә йыйылды. Унда 14-15 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк вики-конференцияға әҙерлек торошо ҡаралды. Башҡарылған эштәр барланды, алдағы яҡын арала эшләнәсәк эштәр күҙалланды.

10 октябрь 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты башҡорт-инглиз бүлегенең 4-се курс студенттары менән осрашып, З. ӘЙЛЕ Башҡорт Википедияһы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, башҡорт телен һаҡлау һәм артабан үҫтереүҙә ирекле интернет-энциклопедияның әһәмиәте тураһында һөйләне. Практик өлөштә студенттар нисек итеп Башҡорт Википедияһында теркәлеү, хаталар төҙәтеү, мәҡәлә тәржемә итеү буйынса беренсе аҙымдарын яһаны. Lyaysan Sayfullina,Gulsimush‎, Миңлегөл, Земфира96, Lyalyakalim‎, Alina Galeeva теркәлде. Осрашыуҙы ойошторған һәм артабан да хеҙмәттәшлек итергә теләк белдергән, факультеттың башҡорт-шәрҡиәт кафедраһы уҡытыусыһы Гөлназ Абдулхаҡ ҡыҙы Иҫәнғоловаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашыу

6 октябрь 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт Википедияһында 40 меңенсе мәҡәлә — Байконур яҙылды..

4 октябрь 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла вики-осрашыу

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһында (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 194) Башҡорт википедияһы ирекмәне Рәшиҙә Ғизәтуллина менән осрашыу үтте. Унда гимназияның директоры Шаһисолтанова А. Б., уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫарҙары Баязғолова З. Т., Сафарова Р. Х.,уҡытыусылар Бикбаева З.Ғ., Равилова Г. Т., Хафизова Н. Ф.,Стәрлетамаҡ ҡала мәғариф бүлеге методисы Хафизова З. Р., Стәрлетамаөҡ ҡалаһының "Ашҡаҙар"ижтимағи-сәйәси гәзите хәбәрсеһе Ҡобағошова Р. М. һ.б. ҡатнашты. Ҡала шарттарында урыҫлашҡан башҡорт балаларында туған телгә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятыуҙа, уҡытыу һәм тәрбиә эшендә башҡорт википедияһының әһәмиәте тураһында ентекле һөйләшеү береһен дә битараф ҡалдырманы. Яҡын киләсәктә википедияла эшләргә өйрәнеү буйынса махсус һабаҡтар алыу өсөн, Өфөнән ирекмәндәр саҡырырға тигән ҡарар ҡабул ителде. "Ашҡаҙар"гәзите хәбәрсеһе Ҡобағошова Р. М. ошо турала мәҡәлә әҙерләй.

6 сентябрь 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө ҡалаһының «Иҙел» кафеһында (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт) викиосрашыу үтте. Сарала Рөстәм Нурыев, Ләйсән, ZUFAr, Лилиә Ҡәйепова, З. ӘЙЛЕ, Лилиә, Минһылыу Абдуллина ҡатнашты. Осрашыуға шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин һәм уның ярҙамсыһы Руслан Кәримов килде. Яңы уҡыу йылы һәм «Башҡортостан 100» марафонының өсөнсө этабы башланыу айҡанлы, башҡортса Викидәреслек проектының ҡабаттан тергеҙелеүе тураһында йәнле аралышыу булды. 14-15 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк Вики-конференцияға барыу мәсьәләһе ҡаралды һәм Башҡорт Википедияһы вәкилдәре исемлеге раҫланды. Рәмзил Рафаил улы Башҡортостан делегецияһының конференцияла ҡатнашыуын ойоштороуҙа ярҙам итәсәген белдерҙе. Ул шулай уҡ Дәүләт Думаһы тарафынан ирекмәнлек тураһында федераль закон проекты тураһында һөйләне һәм әҙерләнгән ҡанун буйынса фекер алышырға саҡырҙы.

1—3 сентябрь 2017

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Дағстан ҡалаһы Дербентта Дағстан телдәрендәге википедиялар проблемаларына арналған семинар булып үтте. Семинарҙы үткәреүгә коммерцияға ҡарамаған «Викимедиа РУ» партнёрлығы һәм «Дербент фонды», Лезгин халыҡтарының милли-мәҙәни ойошмаһы, «РИАДербент» мәғлүмәт агентлығы булышлыҡ итте. Семинарҙа Викимедиа РУ партнёрлығы директоры В. В. Медейко, рус википедияһынан Дмитрий Жуков, эрзя википедияһынан Андрей Петров, лезгин һәм башҡорт википедияһы администраторы Олег Абарников, башҡорт википедияһынан Зөфәр Сәлихов һәм Ришат Сәйфутдинов ҡатнашты. Семинар барышында башҡорт вики-өләсәйҙәренең видеосәләме тапшырылды. Осрашыуға филологтар, лингвистар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды. Дағстан телдәрендәге лезгин, авар, лак, чечен википедиялырына һәм инкубаторҙа булған бер нисә проектҡа булышлыҡ итеү һәм яңы ҡатнашыусылар мәсьәләләре тураһында һөйләшеү булды.

Бөрйән районы администрацияһы бинаһында викиағинәйҙәр Рәшиҙә Ғиҙәтуллина, Көнһылыу Ҡотлобаева, Нәсимә Науразбаева, Резеда Сәғитова, Сәлиә Ишбулдина һәм Фәниә Ибатуллина ҡатнашлығында мәғлүмәт-аналитик эш һәм кадрҙар буйынса бүлек начальнигы Ғүмәров М. В. кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Бөрйән порталында эште нисек киң йәйелдереү, халыҡты йәлеп итеү тураһында эшлекле һөйләшеү алып барылды.

16 августа Бөрйән районының үҙәк китапханаһында урындағы ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе — Рәшиҙә Ғизәтуллина) менән «Баҙал» ижадсылар берекмәһе ағзалары һәм «Таң» гәзите хәбәрселәре берлектә "түңәрәк өҫтәл"гә йыйылды. Сарала хаҡлы ялдағы һәм эшләп йөрөүсе уҡытыусылар, дин әһелдәре, мәҙәниәт һәм китапхана эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғөмүмән, яҙырға һәләте булған телһөйәр һәм илһөйәрҙәр ҡатнашты. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик эш һәм кадрҙар буйынса бүлек начальнигы Ғүмәров Марсель Вәли улы һәм Байназар ауыл мәсетенең имам-хатибы Данияр хәҙрәттең ҡатнашыуы сараның бәҫен күтәрҙе. Башҡорт Википедияһының яңы асылған Бөрйән порталында хеҙмәттәшлек итергә һәм заман менән ҡатар атларға теләүселәрҙе бер ҡорға туплау йәһәтенән ундағы эшлекле һөйләшеү бик урынлы булды. Унда ил-көн, тел мәсьәләләре менән бергә википедияның Бөрйән порталына районыбыҙҙың ер-һыу атамалары тарихы (фотолары менән), бай фольклор мираҫы өлгөләре, милли кейемебеҙ, шәхестәребеҙ, тарихи үткәнебеҙ, беҙҙе уратып алған тәбиғәтебеҙ (йылға-күл, тауҙар, ҡоштар, хайуандар донъяһы һ.б.) — барыһы-барыһы хаҡында ла аргументланған «ташҡа баҫырлыҡ» мәғлүмәт туплауҙың әһәмиәте тураһында ентекле аңлатыу алып барылды. Һөҙөмтәлә был эшкә олоһон да, кесеһен дә йәлеп итеү; вики-клуб өсөн бина юллап алып йыһазландырыу; уның етәксеһен һайлау һәм ижади төркөм туплау һ.б. аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителде. Күмәк көс менән йырып сыҡҡанда, был эш үҙенә күрә еребеҙҙең хәтер китабын яҙыу, паспортлаштырыу, патентлау буласаҡ.

Архангел районының Абҙан шарлауығы янында Табын ырыуҙары берләшмәһе һәм Архангель муниципаль районы администрацияһы ойошторған «Табын-фест» йәштәр фестивале үтте. Фестивалгә Башҡортостандың Архангель, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури, Ҡариҙел, Тәтешле райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән вәкилдәр килде. Фестивалдә халыҡ көнкүреше, кәсепселек, шәжәрә күргәҙмәләре ойошторолдо. Йәштәргә белем биреү маҡсатында экология, иҡтисад һәм башҡа йүнәлештә биш майҙансыҡ эшләне. Һанлы технологиялар майҙансығында Википедия тураһында Зөфәр Сәлихов һөйләне. Тыңлаусыларҙың барыһы ла Википедияның нимә икәнен, башҡорт бүлеге бар икәнен дә белә. Артабан спорт ярыштары үткәрелде. Фестиваль концерт менән тамамланды.

Башҡорт Википедияһына rita-akbulat етәкселегендә Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусы бер төркөм вики-сибәрҙәр килеп ҡушылды. Daniyar12, Агзамова, Иҡсанова Фәниә , Хәйбуллина Фәнүзә, Юлиә Рәфил ҡыҙы, Хамматова Рәхилә, Красавица1993, Рәғинә ханым, Нурсилә Данияр ҡыҙы, Әҡлимә12 менән З. ӘЙЛЕ һәм Рөстәм Нурыев осрашып, Википедия менән таныштырып үтте.

Башҡорт дәүләт педагогия университеты талиптары, викисибәрҙәр менән осрашыу

7 июнь 2017 йыл, Өфө

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Көтөлмәгән викиосрашыу! Ләйсәндең Өфөгә эш сәфәре менән килеүе һәм мәшәҡәттәренең йәһәт тамамланыуы уңайынан «Иҙел» кафеһында алдан планлаштырылмаған викиосрашыу булды. Унда Рөстәм Нурыев, ZUFAr, З. ӘЙЛЕ, Ләйсән ҡатнашты. Эшлекле һөйләшеү барышында Башҡорт Википедияһының ағымдағы торошона күҙәтеү яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

Башҡорт Википедияһында 39 000-се — Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы мәҡәләһе Таңһылыу Ҡыуандыҡова тарафынан яҙылды.

«Рәсәйҙе бел. Дондан башла» конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡорт Википедияһы вәкилдәре төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнашырға лайыҡлы икәндәрен тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Сит телдәрҙәге мәҡәләләр номинацияһындағы ете урындың өсәүһен Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре яуланы! Икенсе урында Банат Валеева-Яубасарова, дүртенсе урында Таңһылыу һәм алтынсы урында З. ӘЙЛЕ. Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да көслө һәм эшһөйәр төркөм булып үҫербеҙ тип ышанабыҙ.

Өфө районының Жуково ауылы википедистары

Өфө районының Жуково ауылында Аҡҡашҡа ойошторған вики-осрашыуҙа З. ӘЙЛЕ вики-клуб ағзалары өсөн практик вики-дәрес үткәрҙе. Алдан теркәлеүселәр: Аҡҡашҡа, Зөләйха белемдәрен камиллаштырһа, теркәлеп тә, эш башларға йөръәт итмәүсе rita-akbulat, Таналыҡ, шулай уҡ яңы теркәлеүселәр Нурһылыу, Рита Усманова тәүге аҙымдарын яһаны, мәҡәләләр тәржемә итеп ҡараны. Сарала ҡатнашыусылар белдереүенсә, Википедия менән хеҙмәттәшлек — ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы шөғөл, уны тулыландырыу менән бер рәттән, белемеңде лә арттырырға мөмкин. Шулай уҡ википедистар онлайн дәрестәргә ҡарағанда, күҙмә-күҙ ҡарап белем алыуҙың күпкә һөҙөмтәлерәк икәнлеген билдәләне.

[7] Эстон Википедияһы һәм МАФУН ултырышы. Башҡорт Википедияһы тураһында 28:30 минутта.

2017 йылдың 24 апрелендә Менәүерә Бохарбаева менән Ләйсән Хәйбулла районы Маҡан ауылында үткән башҡорт теле уҡытыусылары йыйылышында ҡатнашты. Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланғанда, Википедияның да ярҙамы тураһында Ләйсән һөйләне. Башҡорт Википедияһында эшләү, мәҡәләләр яҙыу һәм мөхәррирләү күрһәтелде.

2017 йылдың 23 апрелендә тантаналы рәүештә сираттағы «Ирекле белем» һәм «Вики-премия 2017» тапшырылды. Уңышлы эшләгән ҡатнашыусыларға премия етенсе тапҡыр тапшырыла. Премия тапшырыу тантанаһы «Экстрополис» Яндекс конференц-үҙәгендә үтте. Коммерцияға ҡарамаған Викимедиа партнёрлығы директоры Владимир Медейко инеш һүҙ менән сығыш яһаны. Кисәне радиожурналист Александр Плющев алып барҙы. Викимедианың төрлө проекттары буйынса премиялар тапшырылды. Рәсәй телдәре номинацияһында Башҡорт Википедияһынан Ryanag лайыҡ булды. Ул 2016 йылда 7196 төҙәтеү эшләгән. Ҡатнашыусы килә алмау сәбәпле, премия Зөфәр Сәлиховҡа тапшырылды. Форсаттан файҙаланып «Башҡортостан 100» беренсе этабында еңгән һәм Башҡорт Википедияһына ярҙам иткән DonSimon, Soul Train, Erzianj jurnalist, JukoFF приздар тапшырылды.

22 апрелдә Бөрйән районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡорт Википедияһының Бөрйән районы вики-клубы етәкселәре, әүҙем вики-өләсәйҙәр Һәҙиә, Рәшиҙә Ғизәтуллина иницативаһы менән осрашыу ойошторолдо. Унда Өфөнән З. ӘЙЛЕ ҡатнашты, БашВики хакимы Рөстәм Нурыев менән онлайн конференция үткәрелде. Уҡыусыларға Википедия эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирелгәндән һәм Башҡорт Википедияһы эшмәкәрлегенә презентация үткәрелгәндән һуң, теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Яңы ҡатнашыусылар Zul8390 һәм Laluu33 теркәлде, техник сәбәптәр арҡаһында барлыҡ теләүселәр теркәлә алманы. Улар менән онлайн дәрестәр үткәрергә килешенде. Осрашыуҙа шулай уҡ бөрйәндәр вики-клуб эшен йәнләндереү, уның ағзалары һанын арттырыу, Википедияла Бөрйән районы порталын булдырыу тураһында ҡарар ителде. Республикала Башҡорт Википедияһына етди иғтибар һәм осрашыу үткәреү өсөн урын биргән уҡыу йорто директоры Гәрәй Миңлеғәле улы Йомағоловҡа, информатика уҡытыусыһы Рөстәм Рәхимйән улы Вәлиуллинға һәм, ғөмүмән, уҡытыусылар коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабанғы тығыҙ, емешле хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ. Сараны мәңгеләштергән Айнур Маликовҡа айырым рәхмәт!!!

  • P.S. Көндөң икенсе яртыһында әүҙем ирекмәндәр Таңһылыу менән Вәлимә, тәүге мәҡәлә яҙыусы Резеда29 шәхси консультациялар алды.
Бөрйән районында вики-осрашыу

7-8 апрелдә «Екатеринбург-ЭКСПО» халыҡ-ара күргәҙмә залында «Ҙур Урал» V Халыҡ-ара туризм форумы үтте. Мәртәбәле оло форумға власть органдарынан, туризм-мәғлүмәт үҙәктәренән вәкилдәр, туризм буйынса Рәсәй һәм сит ил эксперттары, эске һәм тышҡы туризм буйынса туроператорҙар йыйылды. Пленар ултырышта төрлө төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән 3 меңдән ашыу делегат ҡатнашты. Форумға Рәсәй википедистары ла саҡырылғайны. Екатеринбуг, Ҡурған өлкәһе вәкилдәре менән берлектә Башҡорстостандан Зөфәр Сәлихов булды. Пленар ултырышта «Викимедиа РУ» йәмғиәт ойошмаһы ағзаһы Николай Литвинов Уралды популярлаштырыуҙа Википедияның әһәмиәте тураһында сығыш яһаны, «Вики Урал» халыҡ-ара конкурсының I этабы еңеүселәрен бүләкләне. Конкурстың Башҡорт Википедияһындағы өлөшө өсөн бүләктәр Зөфәр Сәлиховҡа тапшырылды.

Форум барышында ваҡиғалар менән бәйле, экологик, эшлекле туризм, һөнәри белем даирәһенә туристик ҡунаҡсыллыҡ системаһын индереү мәсьәләләре күтәрелде. Форум барышында «Ҙур Урал — „Турист сувениры“» фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды. Финалға 10 сувенир етештереүсе һайлап алынған. Улар араһында башҡорт дебет шәлен етештереүселәр, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында башҡорт милли кейемен кейҙереп, ҡурсаҡ эшләүселәр булды. Туроператорҙар залында ла Башҡортостан үҙ экспозицияһын ҡуйған ине. Байрамды Өфө сәнғәт училищеһынан килгән «Ләйсән» ансамбле башҡорт бейеүҙәре, йыр-моңдары менән биҙәне.

«Ҙур Урал» V Халыҡ-ара туризм форумында

30 март — 2 апрель

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡортостан ирекмәндәре тураһында мәғлүмәт конференцияла ҡатнашыусылар диуарында

Башҡортостан викимедиасыларының ике вәкиле — З. ӘЙЛЕ һәм Visem Берлин ҡалаһында Викимедиа конференцияһында ҡатнашты.

Берлин викиконференцияһы 2017

23 март 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт Википедияһында 38 меңенсе мәҡәлә яҙылды. «Асмандар гармонияһы» исемле мәҡәләне Әлфиә Аҡбутина тәржемәләй башланы.

12-13 март 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөрйән районы вики-өләсәйҙәре менән Байназар ауылында Ләйсән вики-дәрес үткәрҙе. Әүҙем википедистар Һәҙиә, Таңһылыу, Рәшиҙә Ғизәтуллина, Вәлимә, Магира 62, Ғәзизә60 Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр яҙҙы, Эстәлек тәржемәсене ҡулланды, ҡуйылған мәҡәләне мөхәррирләне, категориялар, һылтанмалар ҡуйып ҡараны, оҫталығын үҫтерҙе. Вики-дәреслектә лә эшләнеләр. Рәшиҙә Ғизәтуллина менән Магира 62 Милеккә фотоһүрәттәрен тейәп, уны мәҡәләгә өҫтәне. Рустам1987 исемле ҡатнашыусы теркәлде. Ғәҙәти сәйләү үткәрелде. Байназар ауылына бәйле мәҡәләгә ҡуйыр өсөн фото төшөрөлдө.

Бөрйәндә вики-дәрес

25 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡы составындағы иң ҙур һәм ҡеүәтле берләшмәне тәшкил иткән Табын ырыуҙары IV йыйынын үткәрҙе. Был берләшмәгә Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел, Учалы, Балтас, Тәтешле, Ауырғазы, Благовар райондарының ҡайһы бер ауылдары ҡарай. Шулай уҡ Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан Рес­публикаһында ла табындар йәшәй. Эшлекле форумға һәм райондан, һәр төбәктән вәкилдәр саҡырылды.

Йыйын «Табын ырыуы вәкилдәре китап донъяһында», «Архив документтарында — Табын ырыуы» күргәҙмәһе менән асылды. Китап, кәсепселек әйберҙәре күргәҙмәһе һәм һатыу ойошторолдо. Шәжәрә байрамына һәр район иң яҡшы, иң төплө шәжәрәләрен алып килде. Йыйын барышында, ырыу тарихы, этносты һаҡлап ҡалыу буйынса төрлө сығыштар булды. Саҡырылған ҡунаҡтар, башҡа ырыуҙарҙың ҡорбаштары һүҙ алды. Википедия тураһында сығышты ла дәртләнеп тыңланылар, йылы ҡабул иттеләр. Һуңында резолюция ҡабул ителде. Йыйын тик табын ырыуҙары вәкилдәре әҙерләгән үҙенсәлекле концерт менән тамамланды.

22 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡҡашҡа Дим районында Википедияны пропагандалау эшен ойошторҙо. Ағинәйҙәр ойошмаһының клуб ултырыштарында һәм башҡа төрлө сараларҙа Башҡорт Википедияһы менән таныштыра һәм яңы ҡатнашыусыларҙы саҡыра. Әлбиттә, әүҙем эшләп китерлек кешеләрҙе табыуы еңел түгел. 2016 йылдың декабренән бирле Өфө районы Яңы Жуково ауылында ла Вики-клуб башлап ебәрергә талпыналар. Яңы ҡатнашыусыларға эшләү серҙәрен өйрәтә. З.ӘЙЛЕ лә ярҙам итә, телефон аша консультациялар бирә. Википедия менән ир-аттар ҙа ҡыҙыҡһына.

Лилиә лә үҙенең туғандарын-яҡындарын Википедияға ҡоҙалап маташа. Яңы ҡатнашыусыларға айырым дәрес үткәрә, телефон аша ла ярҙам итә. Вики осрашыуҙан һуң ҡыҙҙар беренсе мәҡәләләрен ҡуйҙылар ҙа инде. Теркәлгән ҡатнашыусылар тырышып эшләй, осрашыуға ла килергә әҙерҙәр.

22 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусы:Һәҙиә 2017 йылдың ғинуар һәм февраль айҙарында Бөрйән википедистары төркөмөн ойоштороу юҫығында маҡсатлы эш алып барҙы. Яңы ҡатнашыусыларҙы Википедияла эшләргә өйрәтеү буйынса айырым (индивидуаль) дәрестәр үткәрҙе. Яңы ҡатнашыусылар теркәлде: Вәлимә, Лилиә98, Магира 62, Фәриҙә, Ғәзизә60.

21 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорет ҡалаһының 20-се мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр кѳнѳнә ҡарата сара уҙҙы. Унда 70-ләп, атап әйткәндә, Белорет районының һәм Белорет ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ата-әсәләр, уҡыусылар ҡатнашты. Осрашыуға килеүселәргә башҡорт Википедияһы ирекмәне Эльза Мѳхәмәҙиева виртуаль энциклопедия тураһында дѳйѳм мәғлүмәт еткерҙе, ойошторолған конкурстар, марафондар, викиконференциялар тураһында һѳйләне. Ул башҡорт Википедияһына мәҡәләләр яҙған һәм үҙ тел бүлектәре аша Башҡортостан Республикаһының йәшәйеше, тарихы, йолалары, арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырып, башҡорт милләтенең данын арттырған сит милләт ирекмәндәрен үрнәк итеп ҡуйҙы һәм барыһын да Википедияла эшләргә, Дәүләт Думаһы янындағы Йәштәр парламенты иғлан иткән «Бѳтә Рәсәй илһѳйәрҙәре» акцияһына ҡушылып, үҙебеҙҙең «Советтар Союзы Геройҙары», «Социалистик Хеҙмәт Геройҙары», «Рәсәй Федерацияһы Геройҙары», «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт Геройҙары» тураһында яҙырға һәм шуның менән Википедияның башҡорт телендәге бүлеген артабан үҫтереүгә ниндәйҙер өлөш индерергә саҡырҙы.

20 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

20 февраля 2017 года прошла встреча Гузаль Ситдыковой с учениками 131-й школы (Шакша). На встрече присутствовали учащиеся школы, изучающие башкирский язык (около 70 детей). Разговор шел о творческой деятельности, также было рассказано и о Башкирской Википедии, детей призвали участвовать в ее создании. Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 03:40, 22 февраль 2017 (UTC)

18 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Өфө ҡалаһында үткән сираттағы вики-осрашыуҙа барлығы 26 ирекмән ҡатнашты.
  2. 2016 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2017 йылға аныҡ маҡсаттар билдәләнде.
  3. Википедия киңлектәрендә ойошторолған конкурс-марафондарҙың көҙгө-ҡышҡы миҙгел һөҙөмтәләре иғлан ителде.
  4. «Кулинария марафоны» һәм «Ҡышҡы БУМ» вики-бәйгеләре еңеүселәре бүләкләнде.
  5. Сибай ҡалаһы, Бөрйән һәм Өфө райондары вики-клубтарына ноутбуктар тапшырылды.
  6. Вики-йәштәрҙе википедистар йәмғиәтенә ҡабул итеү тантанаһы ойошторолдо.
  7. Танышырға килгән ирекмәндәргә Башҡорт Википедияһы ручкаһы һәм оло өмөт бүләк ителде.
  8. Улар Википедияға теркәлде.
  9. Сәй мәжлесе үткәрелде.
  10. Төрлө темаларға фекер алышыу булды.
  11. Бер төркөм википедистар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Нәркәс» спектаклен ҡараны.
2017 йылдың 18 февралендә вики-осрашыу
Селтәрҙән күстәнәс һәм яңы көстәр
Кулинария китабын яҙыусылар һәм «эш ҡорлалы» алыусылар

13 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылдан алып 21 февраль билдәләнгән Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған сара Сибай ҡалаһының балалар модель китапханаһында ойошторолдо. «Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән, туған телем рәхмәт һиңә» исемле әҙәби-музыкаль кисәлә 9-сы лицейҙың 7 А класы уҡыусылары (18 бала, класс етәксеһе — М. З. Исхакова) теләк менән ҡатнашты. Башҡорт Википедияһы ирекмәне Ләйсән Аралбаева сығыш яһаны һәм уҡыусыларҙы, төркөмгә ҡушылып, бергә эшләргә саҡырҙы.

12 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышлап «Юбилярға Википедия бүләге» проекты рәсми иғлан ителде.
Көн һайын Башҡорт Википедияһының баш битендә ошо даталғы юбилярҙар исемлеге яңыртыла. Шәхес тураһында мәҡәлә булған осраҡта уның фамилияһы — зәңгәр, мәҡәлә булмаған осраҡта ҡыҙыл төҫтә күренә. Әлеге ваҡытта Википедияла бик күп танылған шәхестәр тураһында мәҡәлә юҡ, шуға күрә исемлек башлыса ҡыҙыл төҫлө. Теләге һәм һәләте булған һәр кем үҙ аллы йәки әүҙем вики ирекмәндәр ярҙамында яңы мәҡәлә яҙа, элек яҙылған мәҡәләләргә мәғлүмәт өҫтәй ала.
Юбилей айында йәки бер ай алда яҙылған (тулыландырылған) мәҡәлә бүләк тип һанала. Бүләк иҫәбенә яңы мәҡәлә яҙғанда {{Юбилярға Википедия бүләге|Ҡатнашыусы исеме}} ҡалыбы, ә тулыландырғанда {{Юбилярға Википедия бүләге яҡшыртылған|Ҡатнашыусы исеме}} ҡалыбы мәҡәләнең фекерләшеү битенә ҡуйыла.

11 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт википедияһы ирекмәне Эльза Мухамадеева «Иҙел башы» Белорет яҙыусылар ойошмаһы ағзалары менән вики-осрашыу уҙғарҙы. Унда Учалы, Белорет һәм Әбйәлил райондарынан 30-65 йәштәге 50-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Ижад менән шөғөлләнеүселәргә википедия тураһында дөйөм мәғлүмәт бирелде, унда теркәлеү, эшләү нескәлектәре күрһәтелде. Әңгәмә барышында барыһының да тиерлек виртуаль энциклопедия тураһында әҙ мәғлүмәтле булыуы, уны Башҡорт википедияһы төркөмө менән бутауҙары, проектта ирекмәндәр түгел, ә ғалимдар, төрлө өлкә белгестәре генә эшләй тип яңылыш аңлауҙары асыҡланды.

21 февралдә, Бөтә донъя Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған район һәм ҡала кимәлендә үтәсәк сарала ла, википедия тураһында мәғлүмәт бирергә тип планлаштырылды.

Бынан тыш, Белорет ҡалаһы һәм районы мәктәптәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһенең март айында уҙғарыласаҡ ултырышында ла википедияны файҙаланыу, уны дәрес менән бәйләү алымдары буйынса фекер алышыу өсөн тағы бер һөйләшеү ойоштороласаҡ.

1 февраль 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында район һәм ҡаланың абруйлы кешеләре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп уҡыусылары менән викиосрашыу уҙҙы. Башҡорт Википедияһы ирекмәне Эльза Мухамадеева йыйылғандарға виртуаль энциклопедия тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе, унда теркәлеү, мәҡәләләр яҙыу, тәржемәләр эшләү нескәлектәре менән таныштырҙы. Уҡытыусылар дәрестәрҙе нисегерәк итеп википедия менән бәйләү, интегратив нигеҙҙә уҡытыу, проектлау, компьютер технологияларын ҡулланыу буйынса тәҡдим-кәңәштәр алды. Уларға Черкассы өлкәһе Шендеровка ауылының әҙәбиәт уҡытыусыһы Валентина Кодоланың уҡытыу процесында файҙаланған эш алымдары миҫал итеп килтерелде. Осрашыуҙа Инйәр 2-се башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы Саматова Әлиә Марс ҡыҙы VIII, IX, X класс уҡыусылары менән класс сәғәте үткәрергә планлаштырҙы, Абҙаҡ урта мәктәбендә викиосрашыу уҙғарырға тип хәл ителде. Шулай уҡ, 17-се гимназия уҡытыусыһы Р. З. Әҡсәнова, башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы С. М. Ҡаһарманова яҡын арала википедияға теркәлеп, үҙ дәрестәрен википедия менән бәйләп үткәрергә тип ҡарар итте.

28 ғинуар 2017 йыл

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында семинар һәм вики-осрашыу булды. Рөстәм Нурыев һәм З. ӘЙЛЕ лекция һөйләп, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Урындағы йәмәғәтселек ҙур ҡыҙыҡһыныу менән семинарға килде. Барыһы 18 кеше ҡатнашты, шул иҫәптән яңы иҫәп яҙмаһын булдырҙылар: Серлебикә‎, Зөһрә Йәнбирҙина, Сәлиә58‎, , Дамир Аллабирҙин‎, ДинарБадамшин‎, Роза79‎, Клара Ямгурсина, Рүзилә.

Бөрйәндә вики-семинар