Эстәлеккә күсергә

Һамам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Һамам (ғәр. حمّام‎) — Төркиә, Әзербайжан, Иран, Афғанстан, Урта Азия һәм башҡа шәрҡи илдәрҙәге мунса.

Төркиәнең һәр ауылында һамам бар. Баш ҡалаһы — Анкарала улар йөҙләп. Иң билдәлеһе — Джагалоғлу Хамамы, хужалары әйтеүенсә, унда Англия короле Эдуард, кайзер Вильгельм, Ференц Лист йыуынғаны булған. Истанбулда 5 тарихи хамам һаҡланған, уларҙың береһен атаҡлы архитектор Мимар Синан һалған[1].

Әзербайжанда хан һарайҙарының мунсаһы — һамамдары һаҡланған һәм ҡурсаулыҡ биләмәһенә ингән. Баҡыла бер нисә боронғо һамам бар[2].

Жан Огюст Доминик Энгр, Һамамдар, 1862 й.
Истамбулда Роксолана бойороғо буйынсаСинан һалған һамам
Телләк

Төрөк мунсаһы, йәки «һамам» рим термаларына оҡшатып барлыҡҡа килгән.Һамам атамаһы ғәрәпсә «һам» — «эҫе» тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән. Һамам ҡайнар һыулы ҙур ҡаҙан ярҙамында йылытылған. Һыу ҡайнағандағы быу мунса эсенә ҡабырғаларындағы тишектәрҙән ебәрелгән. Төрөк мунсаларының эсе һәр саҡ зиннәтле итеп биҙәлгән, сөнки Мөхәммәт (пәйғәмбәр) үҙе мунсаға йөрөүҙе фарыз тип белдергән, «Таҙалыҡ — диндең яртыһы» тигән(Муслим, Тәһәрәт, 1). Төрөк мунсалары шуға ла ныҡ таралған. Артабан Төркиәлә үҙе бер башҡа «һамам» фәлсәфәһе барлыҡҡа килгән, уның үҙенең айырым ғәҙәттәре һәм йолалары тормошҡа килеп ингән. Һамам Шәреҡтә һәр саҡ ысын ләззәт сығанағы тип һаналған.

Йыш ҡына һамам рәүешле итеп башҡа диндәрҙең ғибәҙәтханаларын һәм һирәкләп һаҡланып ҡалған рим термаларын үҙгәртеп төҙәтә башлағандар.Һамамдар һүрәнерәк температура менән мунса һәм сауналарҙан айырыла (температура 30 - 55 градус диапазонында), эҫелекте күтәрә алмаған кешеләргә бик яҡшы тура килә. Ҡатын-ҡыҙ унда йөрөргә яратыуы шуның менән аңлатыла ла инде. Төркиәлә ҡатын-ҡыҙ һамамы ирҙәрҙеке менән бер ерҙә төҙөлә һәм бер үк сығанаҡтан һыу менән тәьмин ителә, тик ишектәр ҡапма-ҡаршы яҡҡа асыла. Ике һамам төҙөң мөмкинлеге булмағанда ирҙәр һәм ҡатындар көнө иғлан ителә. Ҡатындар көнөндә ишеккә бау элеп ҡуйыла. Мосолман илдәренең күбеһендә тәртип шундай.

Төрөк ҡатындары өсөн һамамға барыу - үҙенә башҡа, байрам рәүешле ваҡиға. Һәр төрөк ҡатынын аҙнаһына бер тапҡыр мунсаға ебәрергә тейеш булған. Ҡатын-ҡыҙ иң матур кейемдәрен кейгән, үҙе менән тәмле-татлы алған. Улар бында көндәр буйы хәбәр һөйләп, кәңәш-төңәш итеп, яңылыҡтар белеп, ҡәһүә эсеп иртәнән кискә хәтлем булып ҡайта торған булған.

Төркиәнең һәр ауылында һамам бар. Илдең баш ҡалаһы — Анкаралаулар йөҙләп. Иң билдәле мунса — Джағалуғлы Һамамы, хужалары әйтеүенсә, унда Англия короле Эдуард, кайзер Вильгельм, Ференц Лист йыуынғаны булған. Истанбулда 5 тарихи хамам һаҡланған, уларҙың береһен атаҡлы архитектор Мимар Синан һалған[3].

Әзербайжанда хан һарайҙарының мунсаһы — һамамдары һаҡланған һәм ҡурсаулыҡ биләмәһенә ингән. Баҡыла бер нисә боронғо һамам бар[4].

Бик күп медиктар фекеренсә, һамам кеше сәләмәтлеге өсөн бик файҙалы. Европе тәүге төрөк һамамдары Германияла, Англияла барлыҡҡа килгән. XIX быуатта Англияла һәм Америкала һамамдар барлыҡҡа килеүендә Ричард Бартерҙың хеҙмәте ҙур. Ул заманда һамамдар бик күп ауырыуҙарҙан дауалай тип яҙғандар. К-п белгестәр һамамдар һыуыҡ тейеүҙән,астма, бронхит, юғары температуранан һәм холеранан ярҙам итә тип белдергәндәр.

Бөгөн йыш ҡына һамамдарҙа спа-процедуралар: массаж, пилинг тәҡдим итәләр, мунсаның үҙенән тыш бассейн һәм сауналар ҙа була.

  • Царское Селолағы һамам
Аккола (Галилея) Әл-Баш һамамы, Әхмәд әл--Джаззар төҙөткән
  • Дадашев С. А., Усейнов М. А. Ансамбль дворца Ширваншахов в Баку — Москва: Стройиздат, 1956. — 75 б.
  • Левиатов В. Н. Памятники азербайджанской культуры (Бакинский дворец ширваншахов) — Баку: Издательство Азербайджанского филиала Академии наук ССР, 1944. — 52 б.
  • Мамед-заде К. М. Строительное искусство Азербайджана (с древнейших времён до XIX века) / Научный редактор aкадемик АН Азерб. ССР А. В. Саламзаде — Баку: Элм, 1983.
  • https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D3%A9%D1%80%D3%A9%D0%BA%D1%82%D3%99%D1%80
  1. https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D3%A9%D1%80%D3%A9%D0%BA%D1%82%D3%99%D1%80
  2. Дадашев С. А., Усейнов М. А. Ансамбль дворца Ширваншахов в Баку — Москва: Стройиздат, 1956. — 75 б.
  3. https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D3%A9%D1%80%D3%A9%D0%BA%D1%82%D3%99%D1%80
  4. Дадашев С. А., Усейнов М. А. Ансамбль дворца Ширваншахов в Баку — Москва: Стройиздат, 1956. — 75 б.